

Бөгөн - Халыҡ-ара хирургтар көнө билдәләнә. Шул ыңғайҙан таныш хирургтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотларға ашығайыҡ. Һүрәттә, Красноусол үҙәк район дауаханаһының табиптары - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре, алтын ҡуллы хирург булараҡ даны тотош республикаға таралған, Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Сәфәрғолов Хәкимйән Сабирйән улын, медицина буйынса баш табип урынбаҫары Ғәлин Морат Булат улын, хирургия бүлеге мөдире Дашкин Денис Яков улын, Әрҙәширов Алмаз Фәнис улын, Бикмәтов Тимур Вәзит улын, Шәйәхмәтов Дим Рәфис улын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Фотолар интернеттан алынды.