

Новокузнецкта, Яңы йыл байрамдары осоронда, туғыҙ яңы тыуған сабыйҙың үлем хәбәре тетрәтте. Табиптар байрам иткәнме? Инфекция эләктергәндәрме? Етмәһә, быға тиклем унда булған әсәйҙәрҙең фекере лә утҡа кәрәсин һибә. Әлегә тикшереү эштәре бара һәм дауахана ваҡытлыса ябылған.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан да эштәр алып барыла. Айрат Рәхмәтуллин бала табыу йорттарын тикшерергә ҡушты. Халыҡ был яңылыҡҡа ҡуш ҡуллап риза. Улар бер юлы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын да тикшереүҙәрен һорайҙар. Сөнки гинекологтарға тиҙ генә эләгеп булмай. Барһаң, поликлиникалар буп-буш. Юҡҡа ғына тәртип тупһанан башлана, тимәйҙәр бит.
Фото интернеттан алынды.