Бер ҡалала йәшәүсе таныштарым ҡыҙҙарының ирһеҙ тапҡан балаһын ҡалдыртыуын ишеттем. Үгәй атаһы үҙен этеп-төртөп үҫтерҙе, үҙе өсөн аҙ талашманым, хәҙер уның балаһын яҡлашып ултырыр хәлем юҡ, тигән икән өләсәй була торған бисә. Баланан баш тартыу өсөн әллә күпме ҡағыҙҙар тултыраһың, моғайын, табип менән дә һөйләшеү булалыр, шул мәшәҡәттәр артынан йөрөгәндә, туғандарының береһенең миһырбанлығы уянманы икән?
Үҙҙәре билдәле кешеләр! Фатирлы, машиналы, эшлеләр. Ә бер бармаҡ башындай баланы һыйҙырыға урын тапмағандар. Һәүетемсә йәшәп яталарҙыр, көлөп һөйләшәләрҙер, ултырып ашайҙарҙыр ҙа, ятып йоҡлайҙарҙыр... Шул саҡ, бер генә мәлдә, ҡайҙалыр имсәк эҙләп тамшанған баланы иҫләп китеп, йәндәре һыҙламай микән? Ошо һорауҙы бик тә биргем килә шуларға!
Тыума (тума) тиҙәр беҙҙең яҡта ирһеҙ табылған баланы. Йәғни тыума – донъяға яралма, йәшәмә, мәғәнәһендәлер инде. Был, әлбиттә, ҡыҙ намыҫы, ғаилә намыҫы һ.б. төшөнсәләрҙе аяҡ аҫтына һалып тапауҙы хупламауҙы күрһәтә. Никахһыҙ, тотанаҡһыҙ тормош алып барыу, тәрбиәһеҙлек, шул уҡ ваҡытта яңылышыу, алданыу, бәхетһеҙ мөхәббәт емештәре лә булырға мөмкин был сабыйҙар. Әммә, нисек кенә булмаһын, уны Аллаһы тәғәлә был донъяға яралтҡан, йән биргән. Нисек итеп беҙ, ябай кешеләр, уға “тыума” тип әйтә алабыҙ?
Үрҙә әйткәнемсә, теге өләсәй булған ҡатындың күңелендә берәй тойғо уятҡым килеп, интернет аша булһа ла һалайым әле, тип, дини яҙмаларҙан бала ҡалдырыусы ҡатындарға төбәлгән тәрбиәүи нәсихәттәр эҙләй башланым. Һәм... тапманым. Был ҡырағайлыҡ хатта диндә ҡаралмаған икән. Кеше һынлы кеше, әсә кеше, ундайға бара алмай, тигәндер Аллаһ та.
Күптән түгел интернет селтәрҙәрендә бер ҡатындың бала табыу йортонда ташлап киткән ҡыҙын килене йөҙөндә танығанын уҡығайным. Икенсе ҡатын телетапшырыуҙа: “Ташлап киткән баламдың илаған тауышы ныҡ мейемә һеңеп ҡалды һәм ғүмер буйы килер бәхетһеҙлектәрем алдынан шул ауазды ишетер булдым”, - тип һөйләй. Унан килә, тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә лә, бала ҡарғышы алған ҡатындарҙың, үҙҙәре бар көйө уларҙы етемлеккә дусар иткәндәрҙең, язаһын алыуына икеләнмәйем дә. Хоҙай бит инде уларға был баланы һынау итеп биргән, улар уны бәлә, мәсхәрә итеп ҡабул итеп, баш тартҡан. Яуап биреү юлдары иһә нисек кенә булмаҫҡа мөмкин...
Балаларының ошондай хата аҙымын сабырлыҡ менән күтәреп, бында үҙ ғәйептәрен дә танып, гонаһһыҙ сабыйҙарҙы тейешенсә ҡабул итеп алған күп кенә ата-әсәләрҙе, өләсәй-олатайҙарҙы беләм. Бер туған тейеш студент ҡыҙҙы заманында бала табыу йортонан барып алып, атаһы ғәфү иткәнсе хатта үҙемдә йәшәтеп торорға ла тура килгәйне. Бөгөн ул шул олатай-өләсәйҙең уң ҡулы булып йөрөгән ярҙамсы үҫмер малай. Яратып туймайҙар үҙен. Олатаһы тура килеп һөйләшкәндә: “Балабыҙға башта булған хәлдәрҙе әйтеп ҡуйма инде”, – тип тә ҡуйҙы.
Икенсе таныштарым етлекмәгән генә яңы тыуған ҡыҙ баланы алып тәрбиәләне. Бик яй үҫте ҡыҙыҡай, әсәһе белдермәйем тип, эсен бәйләп йөрөгәндән, тигәндәр. Шул ҡураҡас ҡынаны эшкиндереп, кеше итеп алды йөрәкле әсә. Әле “биш”кә генә уҡып йөрөй. Бына бит, кешелеклек бар ерҙә бәхет тә бар.
Әлбиттә, берәүгә лә “балаңды ташлама” тип төбәп кенә аҡыл өйрәтеп булмай, закон рөхсәт итә, йәмғиәт күҙ йома. Ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың ата-әсә һүҙенә ҡаршы бара алмауы ла бар. Иргә ярайым тип башта үҙ балаңдан, унан балаңдың балаһынан йөҙ бороу, уларҙы ябай ғына әсәйле булыу бәхетенән мәхрүм итеү – ҡатын-ҡыҙҙың был донъяла яһай алған иң ҙур гонаһылыр, моғайын. Хоҙай ҡөҙрәте булып, шул ҡатындың йөрәге асылып китһен ине.
Миләүшә Ҡаһарманова.