Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
17 Октябрь 2022, 13:03

“Икенсе ҡатын эҙләйбеҙ...”

“Хәйерле көн! Һеҙ миңә оҡшанығыҙ. Ҡатыным менән ғаиләбеҙгә икенсе ҡатын эҙләйбеҙ. Һеҙгә нисә йәш?” — Ят ирҙән ошондай эстәлекле хәбәр алғас, көлөргәме әллә иларғамы тип, аптырап ҡалдым. Бындай хәлгә мине яҙмыш бөтөнләй әҙерләмәгәйне. Ирҙең сәхифәһенә инеп, кем, ҡайҙан икәнен ҡарап сыҡтым. Бәлки, иҫ киткес матур икән, ниңә икенсе ҡатын булмаҫҡа? Быныһы шаяртыу, әлбиттә. Сәхифәһендә ҡатыны, балалары менән фотолары бар. Статусына: “Ғаиләбеҙгә тыныс, ипле, тыңлаусан ҡатын эҙләйбеҙ. Ярата белгәс, ҡалай рәхәт!” — тип яҙылған. Ә миңә килгәндә, ярата белмәгәнгәме икән, иреңдең берҙән-бер ҡатыны булмау ҡырағайлыҡ һымаҡ күренде.

“Икенсе ҡатын эҙләйбеҙ...”
“Икенсе ҡатын эҙләйбеҙ...”

Ундай ғаиләләр бар

Өлкәнерәк быуын кешеләренән күп ҡатынлылыҡ тураһында ишеткәнем бар. Мәҫәлән, Йылайыр районынан бер инәй ошоларҙы һөйләгәйне: “Усаҡлыҡ кеүек кенә өйҙә ҡайным, ике бейем, мин, ирем йәшәнек. Ирешеп-талашып ултырманыҡ, татыу булдыҡ. Иремдең әсәһе — ҡайнымдың беренсе ҡатыны. Икенсеһе ҡайнымдың ағаһының ҡатыны булған. Ағаһы үлгәс, үҙенә алған. Әүәле шулай туғандарын ситкә ебәрмәгәндәр”.  

Хәҙерге көндә лә күп ҡатынлылыҡ бар. Тегендә-бында “Икенсе ҡатындың ғүмере” тигән блогтар осрай. Төркөмдәрҙә танышыу тәҡдим итеүселәр ҙа бар. Мәҫәлән, ошондайыраҡ иғланды күрҙем: “Аллаһ Тәғәлә ярҙамында иремә икенсе ҡатын эҙләйем. Иремә 35 йәш, көнсығыш ҡиәфәтле, һаҡалы бар. Буйы 175 см, ауырлығы 92 кг. Ғаилә ҡорғаныбыҙға инде 13 йыл, өс бала бар. Кәләшкә ошондай талаптар: 20—35 йәшлек, яулыҡ ябыныуы мотлаҡ, күсеп килергә риза булһын. Балаһы булһа ла ярай. Үҙемдең номерымды ҡалдырам. Ҡыҙҙар миңә яҙһын, ә ирем уның ата-әсәһе менән генә аралашасаҡ”.

Элекке союз илдәренән Рәсәйгә эшкә килеүсе ир менән йәшәгән ҡатындарҙы ла беләһегеҙҙер, моғайын. Күп осраҡта ул ирҙең тыуған илендә лә хәләле бар. Эшкә килгәнендә был ҡатын менән ғаилә булып йәшәй, ҡайтһа — икенсеһе көтә. Ир был турала йәшереп йөрөүе лә ихтимал. Бер танышыма иренең беренсе кәләше күлдәк ебәргән. “Башта, әлбиттә, ныҡ ҡына үпкәләнем. Араларҙы өҙөр сиккә еттем. Әммә бер аҙ тынысланғас, хәлдең ул тиклем үк алама түгел икәнен аңланым. Хәҙер ул ҡайтып китһә, ҡайҙа, кем менән, тип ҡыҙғанып, көнләшеп ыҙаламайым. Аҙып-туҙып йөрөмәгәнен дә, ҡараулы, туҡ, кемдә икәнен дә беләм. Беренсе ҡатыны ла шулай уйлап, миңә күлдәк ебәргәндер, тием”.

 

Тулыһынса "Шоңҡар"ҙың 10-сы (2022) һанында уҡырға була. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: