Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
10 Август 2023, 22:05

Консервала ит йәки балыҡ бармы?

Тап ошо ваҡытта магазиндан йыш ҡына консерва алырға тырышабыҙ, сөнки ҡыҙыу эш мәлендә уңайлы – оҙаҡ бешереп хитланаһы түгел. Шулай ҙа уның ҡулайлылығына ҡыҙығып, үҙебеҙҙе алдамайбыҙмы икән?

Консервала ит йәки балыҡ бармы?
Консервала ит йәки балыҡ бармы?


Йәй миҙгеле етте. Күптәр тап ошо ваҡытта ялан-ҡырҙарға сәйхәткә сыға. Йәнә йәй йүнсел хужалар өсөн төп эштәрен башҡарып ҡалыу осоро ла: берәүҙәр урманда бура бурай, икенселәр бесән әҙерләй. Тап ошо ваҡытта магазиндан йыш ҡына консерва алырға тырышабыҙ, сөнки ҡыҙыу эш мәлендә уңайлы – оҙаҡ бешереп хитланаһы түгел. Шулай ҙа уның ҡулайлылығына ҡыҙығып, үҙебеҙҙе алдамайбыҙмы икән?

"Росконтроль"дың эксперт йүнәлеше етәксеһе Андрей Москов билдәләүенсә, экспертизалар әҙер паштеттарҙың ысын, файҙалы аҙыҡ булыуына шик тыуҙыра. “Уларҙы хатта аҡһымлы аҙыҡ тип әйтеп тә булмай, – ти ул. – Сөнки паштеттарҙа бик күп үҫемлек компоненттары ҡушыла: клетчаткалар, соя, он, крахмал. Ә бына тикшерелгән "тәбиғи горбуша" өлгөләре бөтөнләй сифатһыҙ, ят тәмләткестәр ҡушылыуы менән шаҡ ҡатырҙы. Шпроттарҙың яртыһы тиерлек май менән тултырылған. Ҡайһыларының маркировкаһындағы яҙма ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Һыйыр итенән яһалған тушенкалар айырыуса ҙур хәүеф тыуҙыра. Һаҡсыл эшҡыуарҙар итте аҙ ҡушыу маҡсатынан банкаларға желе, крахмал кеүек ҡушылмалар тултыра. Бындай аҙыҡ һаулыҡ өсөн ҡурҡыныс булмаһа ла, продукт булараҡ уның файҙаһы үҙгәрә, консерваларҙа аҡһым аҙыраҡ, ә еүеш әйберҙәр, углевод күберәк була. Йыш ҡына һыйыр итен тулыһынса йәки өлөшләтә ҡош ите менән алмаштыралар, ә бындай составлы аҙыҡ күпкә арзан булырға тейеш", – тип аңлата эксперт.
Тушенка һайлағанда нисек яңылышмаҫҡа һуң? Ысын консерва ГОСТ буйынса 32125–2013 йәки ГОСТ буйынса Р 54033–2010 һандары менән билдәләнергә тейеш. Дөрөҫ, һуңғыһы 2015 йылдың февраленән бөтөрөлгән, шулай ҙа уның буйынса сыҡҡан продукция әле лә һатыла. "Уның составында ит, тәмләткестәр, тоҙ, майҙан башҡа әйберҙәр булырға тейеш түгел. Әлбиттә, өҫтөнлөктө юғары сортлы консерваларға бирергә кәрәк, уларҙа ит күберәк, май аҙыраҡ", – тигән һығымта яһай Москов.

Ысын балмы икән?

“Бал һатып алғайным, ашап ҡарағас, уның саф булыуында бер аҙ шик тыуҙы. Шәкәр ҡушылған, буғай”, – ти ҡайһы берәүҙәр.
Белгестәр әйтеүенсә, магазин кәштәләренә сығарылған балдың 50–70 проценты – яһалма, йәғни сауҙаға шәкәр сиробы ҡушылғаны күберәк эләгә. Тимәк, ҡорттарҙы болонға һирәк сығарып, күберәк сироп менән туҡландырғандар. Балда глюкоза менән фруктоза нисбәте нормаға тура килмәһә, дауалау сифаты ҡалмай, ул тәмләткес “кәнфит” кеүек булып сыға.
Йыш ҡына яҡшы балды, “тауар йөҙө” булдырыу өсөн сироп ҡушып, яңылыш боҙоп ҡуялар. Һатып алыусылар ни өсөндөр үтә күренмәле шыйыҡ балды ярата, шуның менән алдана. Ысын аҙыҡ айыртҡандан һуң кристаллана башлай, шуға ла һатыусылар, шыйығайтайым тип, уны йылыта. Был һис кенә лә ярамай, сөнки 55 градус йылылыҡта бал файҙалы сифаттарын юғалта. Һатып алыусыға ул әле генә айыртҡан һымаҡ күренә.
Ошо юл менән алынған аҙыҡ башҡаса ҡуйырмай, шуның өсөн дә һатып алғанда кристалланғанды һайларға кәңәш итәбеҙ. Ысын бал иһә өс-дүрт ай эсендә ҡуйыра. Ошо ваҡыт үткәндән һуң да банкаға һалғанда әле бер, әле икенсе яҡҡа сайҡалһа, шәкәр сиробы ҡушылған йәки һыу өҫтәлгән тигән һүҙ.
Тағы бер үҙенсәлек: бал аҫтан кристаллана башлай, шуға банка төбөндә — ҡуйы, ә өҫкө яғында шыйығыраҡ икән, шикләнергә түгел.
Тәм-том алғанда умартасыларҙың сертификатлы тауарын һайларға кәрәк, сөнки һәр оҫта үҙенең “марка”һын хурламаҫҡа тырыша. Ә осраҡлы урындан алһағыҙ, төрлө мутлыҡҡа юлығыуығыҙ бар: тауар “йөҙө” булдырыр өсөн аҡбур, шәкәр, аҡһым, он ҡушыуҙары ихтимал, шыйығайтҡансы йылытыу ҙа файҙаға түгел. Ҡайһы береһе шул тиклем оҫтарған, хатта ысын балды яһалмаһынан айырмаҫһың да.

Колбасаны ашарғамы, юҡмы?

Колбаса һатып алыр алдынан белгестәр унда күпме тоҙ, тәмен көсәйтеүсе консерванттар һәм башҡа зарарлы компоненттар барлығын иҫегеҙгә төшөрөргә ҡуша.
Даими колбаса ашаған кешеләрҙең шәкәр диабеты менән 20 процентҡа йышыраҡ ауырыуы күптән иҫбатланған. Сөнки уны әҙерләгәндә етди ауырыуҙарҙың үҫешенә булышлыҡ иткән май кислоталары саманан тыш күп ҡушыла. Бынан тыш, колбаса аҙыҡтарын ҡулланыу аҙыҡ эшкәртеү системаһына насар тәьҫир итә, был иһә артыҡ һимереүгә килтерә.
Ғалим-онкологтар ярым ит фабрикаттары эсәк рагы башланыуға ла булышлыҡ итеүен асыҡлаған. Колбаса менән сосискала күп күләмдә канцерогендар ҡушылған. Уларҙы даими ҡулланыу ҡан тамырҙарының һәм йөрәктең эшмәкәрлегенә кире тәьҫир итә. Был аҙыҡтарҙың кеше һаулығына йоғонтоһон никотин, иҫерткес эсемлектәр һәм мышьяктың ағыуы менән сағыштырырға мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, намыҫһыҙ етештереүселәр колбаса әҙерләгәндә, табыш артынан ҡыуып, уға төрлө хәүефле матдәләр өҫтәй. Бынан тыш, малды туҡландырғанда  антибиотиктар, үҫтереү гормондары ҡушыуҙарын да оноторға ярамай. Былар үҙ сиратында кеше организмында гормональ фонды емереү хәүефен тыуҙыра.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/front-view-preserved-foods-in-cans_11629921.htm#query=консерва&position=2&from_view=search&track=sph

 

Автор:
Читайте нас: