Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
12 Октябрь 2023, 11:59

Яңғыҙлыҡтың сәбәптәре төрлө

– Сихырҙы туҙға яҙмаған нәмә тип ҡарау кәрәкмәй. Һин үҙең сихырсыға бармағанһың икән, был әле сихыр һиңә ҡағылмаған тигән һүҙ түгел бит. Бәлки, нәҫелеңдә башҡа берәйһе сихыр менән булышҡандыр, берәй им-томсо ҡарсыҡҡа барғандыр… Сихыр ул ете төн уртаһында ҡара урманда ҡомаҡ ҡойроғо бутап эсемлек әҙерләү түгел. Ул һүҙ ярҙамында эшләнә. Әйтелгән һүҙ – атылған уҡ. Мин быларҙың барыһын да ул ҡыҙға аңлатырға тырыштым. Әммә ҡайтҡас, әсәһе менән ул турала уйлашҡандар ҙа, туҙға яҙманғанды һөйләй тигән һығымтаға килгәндәр. Ышанмайбыҙ, тиҙәр. Тик был осраҡта һеҙҙең ырымға ышаныу-ышанмауығыҙ мөһимме, әллә 40 йәштә булһа ла ир-егеттәр менән мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеүме? Ҡатын-ҡыҙҙан һәр ваҡыт ниҙер теләйҙәр: кем менән бер төн үткәрергә, кем менән ғаилә ҡороп балалар үҫтерергә. Әммә ни ҙә булһа теләйҙәр. Ә бер кем дә теләмәй икән, уйланырға кәрәк, – ти ул.

Яңғыҙлыҡтың сәбәптәре төрлө
Яңғыҙлыҡтың сәбәптәре төрлө

Яңғыҙлыҡтың сәбәптәре төрлө

Рәсәйҙә яңғыҙҙар һаны арта. Статистикаға күҙ һалһаң, ҡотоң осорлоҡ. Әле ни бары 90-сы йылдарҙа парһыҙҙар 22 % тәшкил иткән булһа, бөгөн инде 40 %. Мәскәүҙә иһә 50 % -ҡа етә. Етмәһә, һүҙ парлы ҡартлыҡ насип булмаған әбей-бабайҙар тураһында бармай. Яңғыҙлыҡ йәштәр араһында “сәскә ата”. Ни өсөн?

Рәсәйҙә ирҙәр етмәй. Был яңылыҡ түгел, ә тиҫтә йылдар, быуаттар буйы дауам иткән етди проблема. Ниҙәр менән генә бәйләмәнеләр уны: һуғыштар, ир-аттың ғүмер оҙонлоғо, генетика, хатта астрологик процестар менән. Ысынлап та, 1926 йылда ҡатын-ҡыҙҙар менән ир-аттарҙың һан айырмаһы ни бары 6 % тәшкил иткән. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ир-ат 4 %-ҡа кәмеп, дөйөм айырма 10 %-ҡа барып баҫҡан. Әммә 1990 йылда хәлдең стабилләшеүен һәм әлеге һандың йәнә 6 %-ҡа әйләнеүен билдәләгәндәр. Тик оҙаҡҡа түгел. 2008 йылда әлеге һан йәнә артыуға табан киткән, йәғни 8 %-ҡа күтәрелгән. Инде һуғыштар ҙа юҡ кеүек… Тик был һан әле лә артыуын дауам итә. 2014 йылда ирҙәр һаны 66547 мең булһа, ҡатын-ҡыҙ 77120 мең тәшкил иткән. Ҡыҙҙарҙың яңғыҙ ҡартайыуы ғәжәп тә түгел. 30 йәштән уҙыуға уларға ирһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янай башлай. Ә бит статистиканы ныҡлап өйрәнһәң, тыуғандан алып 4 йәшкә тиклем булғандар араһында 1 мең малайға – 947 ҡыҙ, ә 30-ға еткәндә 1 мең ир-атҡа 1023 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Тыуған, үҫкән, бәлиғ булған егеттәр ғаилә ҡороп, кемделер бәхетле итергә өлгөрмәй китеп бара.

Тик үлемгә генә һылтап ҡалдырып булмай. Статистика иҫән-һау 30 йәшкә еткән егеттәрҙең дә күбеһе өйләнеү түгел, етди мөнәсәбәт ҡорорға йыйынмауы тураһында һөйләй. Ҡыҙҙар кейәүгә сығырға теләп тилмерә башлағанда йәштәш егеттәрҙең был уйына ла инеп сыҡмай әле. 40-тан уҙғас ҡына өйләнеүселәр һаны арта. Әммә барыбер йәштәш ҡыҙҙарына һөйөнөргә сәбәп юҡ.

Тик эксперттар быны ла төп сәбәп тип атамай. Улар билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат яңғыҙлығы йәшкә лә, һанға ла түгел, ә баш һәм уның эсендәге уйҙарға, йәғни тормош ҡиммәттәренә булған мөнәсәбәткә ҡарай, ти. Ә ғаиләгә бәйле мөнәсәбәттәрҙә Рәсәй иң тотороҡһоҙ ил һанала. Беҙҙә күптән билдәле бер йәшкә етеүгә мәжбүри өйләнешеү законын индерергә кәрәк тип һанайҙар. Әммә… шул уҡ статистикаға күҙ һалһаҡ, мәжбүри өйләнештереү ҙә мәсьәләне хәл итә алмаясаҡ. Сөнки 1950 йылда һәр 1000 кешегә 12 ғаилә ҡороу осрағы теркәлһә, 2000 йылда был һан ни бары 6-ға әйләнгән. 2011 йылда  9-ға менгән. “Ура!” ҡысҡырырға булыр ине, әгәр 50-се йылдарҙа айырылышыусылар 4 % ҡына, ә бөгөн ул күрһәткестең 50 % икәнен белмәһәң. 2002 йылда бөтөнләй рекорд ҡуйғандар: 100 ғаилә барлыҡҡа килгән, 84-е тарҡалған.

Бер беҙҙең ил генә түгел түгеллеген. Австралияла ла шундай уҡ хәл, мәҫәлән. Унда 11281 мең ир-атҡа 11403 мең ҡатын-ҡыҙ тура килә. Греция, Венгрия, Болгария, Украина, Литва, Польша, Әрмәнстанда ла шул уҡ хәл. Барыһында ла ғаиләгә артыҡ еңел ҡараш. Ни бары Ҡытай менән Һиндостанда ғына башҡаса. Унда ир-ат та күберәк, ғаиләгә мөнәсәбәт тә башҡаса.

Белгестәр менән бер рәттән әлегә төпһөҙ ҡойоға тиң проблеманың төбөнә төшә яҙып тикшергән димселәр иһә үҙ сәбәптәрен атай.

“Күптән түгел йәш кенә ҡатынҡай килде. Бер тапҡыр кейәүҙә булған – айырылған. Нисек йәшәүҙәрен, ғаилә тарҡалыуҙың сәбәптәрен һорай башланым һәм… ғаиләнең ғөмүмән булмауын аңланым. Ир – үҙ донъяһында, ҡатын үҙ донъяһында йәшәгән. Тегеһе кредиттар алып йөрөгән, быныһы бала ҡарап өйҙә ултырған. Кредиттарҙың ниндәй маҡсатта, ҡасан алынғанын – ул белмәй. Ҡыҙыҡһынмаған да! Бары тик үҙ бизнесын башлап ебәрергә йыйынып йөрөгән иренең эше барып сыҡмайынса, бурысҡа батҡанлыҡтарын белгәс кенә асыҡларға керешкән. Ә кредит түләгеһе килмәй. Үҙен тейешле тип һанамай. Имеш, кредитты ул алмаған. “Минән һорап торманы бит”, – ти. Аңлайһыңмы: улар икеһе бер өйҙә йәшәгән, бер түшәктә йоҡлаған, бер табаҡтан ашаған, әммә һәр ҡайһыһы үҙ донъяһында ҡалған. Ғаилә юҡ, уртаҡ темалар, уртаҡ эштәр ике сит кешене берләштерә. Ә бит берләшер өсөн ике яҡ та тырышырға тейеш. Һин һораған сәбәптәрҙең береһе – бөгөн йәш ҡыҙҙар ғаилә тормошон аңлап бөтмәй. Әҙерләнмәйҙәр улар уға. Әлбиттә, ашарға бешерә беләләр, иҙән йыуалар, өй ҡарайҙар. Әммә ғаилә тормошонда юҡтар. Уртаҡ түшәктә йоҡлау ғына ғаилә тигән һүҙ түгел. Ниндәйҙер фантазия илендә йәшәү рәхәт, тик ул ысынбарлыҡ түгел. Йәштәр бик иркен ҡуллана торған Интернет – фантазияның бер төрө. Бәлки, шуға бәйлелер реаль тормошта йәшәй белмәүҙәре”, – ти береһе.

“Ирҙәрҙән артыҡ күпте талап итәләр. “Ул ир кеше бит, ул тейеш!” – тиҙәр. Ә ҡатын-ҡыҙ ни тейеш икәнен белмәйҙәр. Бер миҫал килтерәм. Ире эшләмәгән. Ҡыҙҙың әсәһе исеменә ипотека алғандар. Шунан һуң ир ситкә йөрөй башлаған, ғаилә тарҡалған. Һорау тыуа: өйҙә ир кеше бар икән, ни өсөн ипотека әсәй исеменә алынырға тейеш. Яратаһың икән, унан бала тапҡанһың икән, иреңде нисектер ҡыймылдатыу яйын да тап: көйлә, дәртләндер… Тик быларҙы уға хөрмәт аша эшлә. Бөгөнгө йәш ҡыҙҙарҙа ирҙәрҙе йә ҡол йә йыһаз урынына тотоу ғәҙәте бар. Беренсе осраҡта улар батшабикә, ҡалғандар хеҙмәтсе. Икенсе осраҡта, алда әйтелгәнсә, ир бар, әммә донъя йөгөн ҡатын-ҡыҙ һөйрәй. Һәр икеһендә лә ирҙәр быға ҡарыша. Һөҙөмтәлә, ғаилә тарҡала. Ул ғына түгел, бер ауыҙы бешкән ир ғаилә тормошонан йырағыраҡ булыуҙы хуп күрә башлай”, – ти икенсеһе.

Ҡыҙҙарҙың ҡорған ғаиләләрен һаҡлай белмәүе бер мәсьәлә булһа, икенсеһе улар уны ғөмүмән төҙөй белмәй. Төҫкә-башҡа ярайһы ғына, ҡарап тороуға аҡыллы, тәртипле ҡыҙ 37 йәшкә етеп, бер таҡыр ҙа ғашиҡ булмаған, ир-егеттәр менән осрашып ҡарамаған. Хатта бына шунда яңылышҡанһың,тип әйтерлек тә түгел.  Беҙҙең заманда бындай хәлдең булыуы мөмкинме? Бәлки, ”Тәртипле ҡыҙ ҡалманы, тип лаф орорға яратҡан егеттәрҙе аптыратырмын, әммә димсе апайҙарға нәҡ шундайҙар мөрәжәғәт итә һәм уларҙың анкеталары менән ҡалын-ҡалын папкалар тула икән.

Яңғыҙлыҡҡа хатта сихыр сәбәпсе булырға ла мөмкин тип һанай  8 йыл димселек шөҫғөлләнгән Зимфира Ҡолмөхәмәтова.

– Сихырҙы туҙға яҙмаған нәмә тип ҡарау кәрәкмәй. Һин үҙең сихырсыға бармағанһың икән, был әле сихыр һиңә ҡағылмаған тигән һүҙ түгел бит. Бәлки, нәҫелеңдә башҡа берәйһе сихыр менән булышҡандыр, берәй им-томсо ҡарсыҡҡа барғандыр… Сихыр ул ете төн уртаһында ҡара урманда ҡомаҡ ҡойроғо бутап эсемлек әҙерләү түгел. Ул һүҙ ярҙамында эшләнә. Әйтелгән һүҙ – атылған уҡ. Мин быларҙың барыһын да ул ҡыҙға аңлатырға тырыштым. Әммә ҡайтҡас, әсәһе менән ул турала уйлашҡандар ҙа, туҙға яҙманғанды һөйләй тигән һығымтаға килгәндәр. Ышанмайбыҙ, тиҙәр. Тик был осраҡта һеҙҙең ырымға ышаныу-ышанмауығыҙ мөһимме, әллә 40 йәштә булһа ла ир-егеттәр менән мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеүме? Ҡатын-ҡыҙҙан һәр ваҡыт ниҙер теләйҙәр: кем менән бер төн үткәрергә, кем менән ғаилә ҡороп балалар үҫтерергә. Әммә ни ҙә булһа теләйҙәр. Ә бер кем дә теләмәй икән, уйланырға кәрәк, – ти ул.

Уның фекеренсе, яңығыҙлыҡҡа сәбәпсе булған тағы ла  тағы бер күренеш – кемде лә булһа рәнйетеү. Мәҫәлән, ҡыҙ егет менән осараша башлаған, оҡшамаған да, араларын ҡырт өҙгән. Ә егет рәнйеп: “Минеке булмайһың икән, бер кемдеке лә булма”, – тигән. Ул ҡыҙҙы сихырламаған, әммә йөрәгенән сыҡҡан шул һүҙҙәре ҡыҙҙың аңына инеп ултырған. Берәй ир-егет менән мөнәсәбәт ҡормаҡсы булһа, блок булараҡ арҡыры тора ла ҡуя. Икенсе бер ҡыҙ мәктәп йылдарында уҡ осрашып йөрөгән егете менән араларын өҙгән. Егет үҙе бик бөтөрөнмәһә лә, уның әсәһе ҡыҙға бик рәнйегән. “Бәхетһеҙ булһаң ярар ине”, – тип теләгән. Тимәк, был йәнә кәртә булараҡ аңына һеңеп ҡалған. Ҡыҙҙарҙың хәтере ҡыҫҡа булыусан, күбеһе бындай осраҡтарҙы тиҙ генә иҫенә төшөрмәҫкә мөмкин. Әммә шунан ҡотолмай тороп, улар яңғыҙлыҡ статистикаһында бер берәмек булып йөрөүҙәрен дауам итәсәк.

Шуныһы ҡыҙыҡ, димселәрҙән айырмалы, белгестәр яңғыҙлыҡтың сәбәптәрен кешенең үҙенән эҙләмәй. Улар һанаған сәбәптәр араһында сексуаль революция, ғаилә ҡиммәттәре юғалыу менән бер рәттән етеш тормош та бар. Быныһы нисек була, тиһегеҙме? Төрлө тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, үҫешкән илдәрҙә ғаилә культы махсус юғалтыла. “Идеаль ҡулланыусы берәмек булараҡ тулы ғаиләнең көндәре һанаулы ғына ҡалды”, – ти яҙыусы Эван Моррисон үҙенең блогында. Капитализм яңғыҙлыҡты һайлай, тип иҫәпләй ул.

Бер ғаилә булғансы, ике яңғыҙ айырым-айырым йәшәй икән, тимәк, ике машина, ике фатир, ике телевизор, ике кер йыуыу машинаһы һ. б. Яңғыҙлыҡ бизнесҡа отошло. Мичиган университеты ғалимы Цзяньго Лю тикшереүҙәре дүрт кешелек ғаилә менән сағыштырғанда, яңғыҙ кешенең 38 %-ҡа күберәк продукция, 42 %-ҡа төрөү материалдары, 55 %-ҡа күберәк электр энергияһы һәм 61 %-ҡа күберәк газ ҡулланыуын асыҡлаған. Кем белә, бәлки, ысынлап та яңғыҙҙарҙың артыуы күктәрҙә яҙылған яҙмыштарға түгел, ә аҡса яратҡан ағайҙарҙың бизнес-планына бәйлелер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  тегенеһе лә, быныһы ла ябай кеше күҙенә күренмәй шул. ..

Эйе. Яңғыҙлыҡтың сәбәптәре күп һәм төрлө. Әммә нисек һанаһаң да, ҡайһы яҡлап ҡараһаң да, ул ыңғай күренеш түгел. Шуныһа ла бар: 50 йәшкә ҡәҙәр яңғыҙ ҙа бәхетле булырға мөмкин, әммә ярты быуатлыҡ сикте үтеү менән кеше фекере киҫкен үҙгәреүсән.

Айзирәк.

Автор:
Читайте нас: