Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
9 Февраль , 11:33

Уның бит ире юҡ?

Кисә бер яҡын танышым,минең яҡҡа һауалы ҡараш ташлап, шулай тине... Бер биҙрә һалҡын һыуҙы өҫтөмә ауҙарҙымы ней??!!!...Тыштан һиҙҙермәһәм дә, эсемдән, бар күҙәнәктәремде әсе һулҡылдатып ҡатҡыу бөрөп алды...

Уның бит ире юҡ?
Уның бит ире юҡ?

Бәғзе берәүҙәрҙең шулай бәғерһеҙ, уҫал, ҡайсаҡта телдәренә хужа була алмай, һаҡһыҙ һүҙ әйтеп рәнйетә алғандарын элек-электән белә инем мин... Тик бына ошо ,йылан ыҫылдауылай, ҡолаҡтарымды йыртып килеп ингән бер кәлимә һүҙ, бәғеремде тамам ҡаҡшатты, көнө буйы һушыма килә алманым... Иғтибар итмәҫкә булыр ине, әлбиттә ... Ирһеҙ, булғас, ирһеҙ инде... Дөрөҫө шул булғас, ҡалайтаһың??!... Тик, үземә генә түгел, бихисап кешеләр алдында шулай яр һалыуы ныҡ аптыратты... Тимер киҫәген ҡыҙҙырып мөһөр баҫҡандан да яман үҙәккә үтеп һыҙлау менән ҡабул иттем мин был һүҙҙе....
Ҡаршы өндәшмәнем, шымдым..Аллаһыма ғына тапшырып ҡуйҙым әлбиттә... Аңын-тоңон белмәй тороп, улай әйтергә хаҡы юҡ ине уның ... Йәшләй табышып ҡауышкан ирем бар ине минең!!! 20 йыл бергә ғүмер иткәндән һуң, юлдарыбыҙ айырылып китеүе бер кемгә лә ҡағылышлы түгел - икебеҙҙең генә шәхси эшебеҙ ине... Яҙмыштар шулай һынаны беҙҙе... 8 йылдан һуң, ҡыҙымдың атаһы яҡты донъяларҙан уҙып китте, Йәннәттәрҙең түрҙәрендә булһын инде мәрхүм!!! ... Ирһеҙ түгел, тол ҡалған ҡатын мин хәҙер! (Законлы айырылышып өлгөрмәгән инек беҙ). Бер кемгә лә ауырлыҡ һалмай ғына йәшәй бирәм, усағымды үҙем яғып,үҙем төтәтәм!!! Бер кемгә лә зарланмайым.., хатта, Аллаһыма мең шөкөрҙәр әйтеп кенә һәр көнөмдө йәшәп киләм... Йәнемдәй күҙ нурым - ҡыҙым, улымдай күргән кейәүем, тубырсыҡтай тупылдап, өләсәй, ултыр әле, һиңә йыр йырлайым, тип югереп кенә йөрөп, үҫеп килгән ейәнсәрҙәрем эргәмдә... Тағы нимә кәрәк?!!! Барыһы ла етә!!! Аҙым баҫҡан һайын шөкөр,тип кенә торам мин... Донъям теүәл,күңелем көр,йөрәгем тулы һөйөү хисе минең... Берәүҙән дә кәм түгелмен мин... Үҙем ятып,үҙем торамсы... Бөтәһенә лә мотлаҡ ир менән торорға тимәгән бит?!!! Ирлеләргә ирҙәренең ҡәҙерҙәрен нығыраҡ белһендәр өсөн, ҒИБРӘТ өсөн ирһеҙ ҡатындарҙың донъяла булыуы кәрәктер ҙә бәлки???! ... Юғиһә...-төрлө хәлдәр килеп сығыуы мөмкин бит???!!!...Ирле булғандарға оҙон-оҙаҡ йәшәп, тиң. ҡартайыуҙарын ғына теләп торам гелән... Әйтәләр ул, ирле ҡатындар ирҙәре булмағандарҙы ене һымаҡ күрә, тип... Ауылымда йәшәгәнемдә, ирҙәре һуңға ҡалып ҡайҙалыр тотҡарланып өйҙәренә ҡайтмай ҡалғандарында, күп ҡатындарҙың уларҙы эҙләп, бизғәйбә, яңғыҙ ҡатындарҙың ишек-ҡапҡаһын туҡмап йөрөгәндәренә күп тапҡырҙар шаһит булырға тура килә ине... Ғаиләләрендә ыҙғышһалар ҙа, яңғыҙ ҡатындың исеме, яңғырап-яңғырап ала торған ине... Ҡалала бындай күренештәр күҙгә ташланып бармай, әлбиттә ... Ситкәрәк киттем, ахырыһы...
Әлеге шул кисәгеңге һүҙ... Насар һүҙ, тоҙһоҙ, мәғәнәһеҙ һүҙ!!! Ҡыйырһытмаһағыҙ ине кеше күңелдәрен, шулай һаҡһыҙ һүҙҙәр әйтеп??! Донъялар бит ул,күҙ асып-йомған арала ғына төрлөсәгә әйләнеп китеүе ихтимал бит ул ... Йырҙағыса,бөгөн һин бәхетле,иртәгә -мин... Тыуған бар..,тыумаған бар...
Ауыҙыңды үлсәмәй асып Йыһанға ебәргән һүҙҙәребеҙ, ҡаҡлығып, ҡасан дә бер үҙебезгә кире әйләнеп ҡайтыу ҡурҡынысы бар икәнен дә онотмаһаҡ ине... Гонаһтар өймәйек үҙебеҙгә үҙебеҙ!!! Ете быуыныбыҙға тиклем эҙәрлекләп, бер ғәйепһеҙ булған тоҡомдарыбыҙ баштарына төшмәһен берүк!!!
Бәхетле булығыҙ!!
Ирлеләр ҙә, ирһеҙҙәр ҙә,берҙәй бәхетле булығыҙ!!!
Бәхетле булырға барыбыҙ ҙа хаҡлыбыҙ!!!

Мәғлүмәт һәм фото интернет селтәренән.

Автор:
Читайте нас: