"Минең ҡыҙым да һинең йәштәрҙә, - тип башланы һүҙен апай. - Уны яңғыҙым үҫтерҙем, тормошомдо уға бағышланым. Тыңлаусан, аҡыллы булды, һүҙемдән сыҡманы. Мин уның өсөн һәр ваҡыт беренсе урында булдым.
Беренсе тапҡыр кейәүгә сығып, оҙаҡ йәшәй алманылар, әллә ғәйеп миндә булды, тип тә уйлап ҡуям.
Айырылышыуҙы ауыр кисергән балам психотерапевҡа йөрөй башланы. Шунда үҙенән ярайһы ғына өлкән кеше менән танышты һәм уға кейәүгә лә сығып ҡуйҙы. Мин, әлбиттә, уларҙың бәхетле йәшәүен теләйем, үҙ кешеһен осратҡанға ҡыуанам ғына. Тик бына кейәүгә сыҡҡас, ҡыҙым минән нисектер йыраҡлашты кеүек. Хәҙер ул айына бер генә шылтыратып хәлемде белешә. Үҙҙәренә ҡунаҡҡа ла бик саҡырмайҙар. Берәй нейтраль урында ғына осрашабыҙ, ул ваҡытта ла кейәү беҙҙең менән бергә.
Үткән Яңы йыл байрамы менән ҡотларға килгәндәрендә, ҡан баҫымым күтәрелеп, йығылғайным. Янымда ҡалырҙар, табип саҡырырҙар тиһәм, улар дуҫтарына сыҡты ла китте. Икенсе, өсөнсө көнгә лә шылтыратыу юҡ. Үҙем шылтыратһам, һуң, бер ни ҙә булмаған даһа, тине, аптырап та тормай. «Әсәй, бер ҙә ауырымайһың һин. Алдама. Тик мине төрлө юлдар менән үҙеңә бәйләп ҡуйырға теләйһең. Ҡыҫылма тормошома», - ти.
Психолог кейәүҙең ҡотҡоһо икәнен аңлаһам да, миңә бик ҡыйын, йөрәгем әрней. Яңынан кейәүгә сығып, тағы берәй малай йә ҡыҙ тапмағаныма бик үкенәм, исмаһам, һөйләшеп ултырырға кешем булыр ине..."