– Әминә, мин Италияға эшкә китергә уйлайым. Улымды үҙеңдең эргәңә алып тор әле. Оҙаҡҡа түгел, күп булһа бер йыл йөрөрмөн дә ҡайтырмын, – тип һүҙ башланы һеңлеһе Марина (дөрөҫөрәге Мәрйәм, ата-әсәһе ҡушҡан исемде үҙһенмәгәс, алмаштырырға ҡарар итте).
Һеңлеһенең һүҙенә аптырап, көтөлмәгән яңылыҡҡа нисек яуап бирергә лә белмәй албырғаны Әминә. Уның еңел аҡыллығын, елбәҙәклеген белә лә һуң... тик бер бөртөк балаһын ташлап әллә ҡайҙа, йәһәннәмгә юл тотоуын нисек аңларға? Ғүмер буйы бары үҙен генә уйлап йәшәгән, башҡалар өсөн ҡыл да ҡыбырҙатмаған һеңлеһенең холҡо йәненә тейһә лә, уға ҡаршылашып, еңеп булмаясағын белә ине.
– Нисек улыҡайыңды ташлап китергә уйлайһың? Тимур бит һине һағынасаҡ, әгәр ауырып китһә? Ҡалала эш бөткәнме ни? Мин уның сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ ала алмайым. Ә ирем, ҡыҙым нимә тиер? Риза булмаясаҡтар! – Әминә был юлы һүҙендә ныҡ торорға булды.
– Ирең менән үҙем һөйләшәм, ай һайын аҡса ебәреп торормон, тип әйтәм. Ҡайҙа барһын ул, һинең ризалығың ғына кәрәк. Ғүмерҙә бер тапҡыр тигәндәй, йөҙ-һыуыңды ҡойоп иңәләһең, ярҙам итәм, хәлеңде аңлайым, тигән кеше юҡ бит әй! Бот буйындай ҡыҙыңдан рөхсәт һорап тороп булмаҫ инде, үҙең аңлатырһың! – тине асыуынан ярһый башлаған Марина. – Ярар, улай булғас, иртәгә шылтыратырмын. Тимурҙы туғандары барҙа һис тә приютҡа биргем килмәгәйне...
Һеңлеһенең һуңғы һүҙҙәре Әминәнең йөрәгенә уҡтай ҡаҙалды. Ҡара һин уны, улын приютҡа биреп ҡалдырырға ла оялмаҫ ине, йүнһеҙ!
Ире лә Маринаның идеяһын хупламаны, тик ҡатындың ай һайын улын ҡарауға аҡса күсерәсәген ишеткәс, ыңғыраша-ыңғыраша ризалыҡ бирҙе. Шулай ҙа иң ауыры 14 йәшлек ҡыҙы менән уртаҡ тел таба алмау булды. Әминә хәлдең былай ҙа көсөргәнешле булырын, Ләләнең бүлмәһен ҡустыһы менән уртаҡлашырға теләмәүен күҙ алдына килтермәгәйне. Көс-хәл менән, эш күҙ йәштәренә барып еткәс, өҫтәүенә әсәһе тыуған көнөнә алтын алҡа ла бүләк иткәс, ҡыҙ тынысланғандай булды. Тәүге ике ай самаһы ваҡыт һәүетемсә, тын ғына үтеп китте. Марина ебәргән аҡса ла үҙ урынын тапты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс тормош оҙаҡҡа барманы, Марина аҡса ебәреү түгел, шылтыратмай ҙа башлағас, ғаилә башлығының мыйығы сыбала башланы, әйләнгән һайын Әминәгә ғәйеп тағырға, сит кеше балаһын аҫрарға тура килеүенә дәғүә белдерергә тырышты.
– Ниндәй сит бала булһын ти ул? Яратаһыңмы-яратмайһыңмы, Тимур – бер туған һеңлемдең улы! Мин дә эшләйем, ҡул ҡаушырып тик ултырмайым. Бер тәрилкә ашың йәлме ни? Тағы бер тапҡыр шул хаҡта ауыҙ асып ҡына ҡара! – тип иренә әйтергә һүҙ ҡалдырманы тегенеһе.
– Нисек теләйһең, шулай йәшә! – тип, ире ишекте ҡаты итеп ябып сығып китте...
Маринанан килгән һуңғы хәбәр көсһөҙ генә өмөт утын да юҡҡа сығарҙы. Баҡһаң, елбәҙәк һеңлеһе кейәүгә сыҡҡан, тыуған яҡҡа башҡаса әйләнеп ҡайтмаясаҡ... Әминә Тимурҙың моңһоу күҙҙәренә ҡарап, йөрәгенең йыш-йыш тибеүен тойҙо. Дөрөҫлөктө хәбәр итергә ҡыйынһынды.
– Кейәүгә сыҡҡан? Ә улын мин ҡарарға тейешме? Аҡылдан яҙҙығыҙмы әллә? Теләһә ни эшләгеҙ, тик өс көндә туғаныңдың эҙе лә булмаһын минең фатирҙа, – тип иҫкәртте ҡатынын ир. Хатта ҡыҙы ла өлкәндәр араһына ҡыҫылды: ”Әсәй, ни өсөн беҙҙе яратмайһың? Минең хатта айырым бүлмәм дә юҡ, ниңә мин ҡыҫынҡыла Тимур менән йәшәргә тейеш?”
Малайҙың өйҙә барлығын да бер кем тойманы. Мөйөштә бөршәйеп кенә илап ултырған бахыр бала үҙен күреүҙәрен дә, йәлләүҙәрен дә теләмәне.
– Ни өсөн мине бер кем дә яратмай, Әминә апай? Әсәйем дә, Сәхи ағай ҙа, хатта Ләлә апайым да... – тип һораны ул, паркка йөрөргә сыҡҡас.
– Юҡты һөйләмә, балаҡайым, мин һине яратам, әсәйең дә ярата, тик әле йыраҡта шул, – тип малайҙы ҡыҫып ҡосаҡланы Әминә. – Улыҡайым, әйҙә мин һине күп балалар йәшәгән матур урынға урынлаштырайым. Унда һиңә бик күңелле буласаҡ, ә ял көндәрендә тәмлекәстәр алып килермен үҙеңә.
– Ярай, апай, мин риза, – тине малай күндәм генә. – Әсәйем ҡасан килер икән?
– Килер тип өмөтләнәм!
Ысынлап та, балалар йортонда туғандар фатирындағыға ҡарағанда яҡшыраҡ та, ҡыҙыҡлыраҡ та тойолдо малайға. Әминә вәғәҙә иткәнсә аҙна һайын күстәнәстәр менән килеп йөрөнө, хатта байрамдарҙа өйҙәренә алып ҡайтҡыланы.
...Ғәлимовтарҙың ҡасандыр ҡыҫынҡы, тар тойолған фатирҙары ла хәҙер бушап ҡалғандай. Ләлә лә хәҙер көйһөҙ үҫмер ҡыҙ бала түгел, яңыраҡ тормошҡа сығып, күрше ҡалала йәшәй. Әминә һуңғы ваҡытта һаулығының ҡаҡшауын тоя, иртән карауаттан торорға ла хәле булмауы аптырата. Әллә ни ауыртҡан ере лә юҡ, сир билдәләре лә күҙәтелмәй. Дауаханала тикшеренеү үтеү эштең етди икәнлеген раҫланы – онкология. Доктор уға борсолмаҫҡа, бөтә әйтелгән тәҡдимдәрҙе үтәргә, табиптарҙы тыңларға ҡушты.
– Дауалау оҙаҡ буласаҡмы, доктор?
–Уныһын әйтә алмайым. Тәүҙә операцияға әҙерләйбеҙ, химия терапияһын үткәрәсәкбеҙ, барыһы ла яҡшы булыр.
Диагноз етди, сир хәүефле. Ҡатын тәүҙә ире менән кәңәшләшергә, ниндәйҙер терәк булырлыҡ йылы һүҙ ишетергә теләһә лә, көтөлгәне булманы. ”Табиптар күҙәтеүендә буласаҡһың, тимәк, ышаныслы ҡулдарҙа. Бер һин генә түгел операция үткәргән, ҡурҡма”, – тиеүҙән уҙманы. Ҡатын ҡайғыһын ҡыҙы менән уртаҡлашырға уйлап, үҙенә яман шеш диагнозы ҡуйылғанын, бер нисә көндән операция яһаясаҡтарын хәбәр итте.
– Ярай, әсәй, аңланым. Һауыҡ тиҙерәк! Ғәфү ит, оҙаҡ һөйләшергә ваҡытым юҡ, аҙаҡ шылтыратырмын, – тине лә телефонын ташланы.
Бер нисә айҙан Әминә, ысынлап та, һауыға башлауын, йәшәргә дәрт артыуын тойҙо. Дауахананан ҡайтҡас, өҫтәлдәге ҡош телендәй йөрәкте өшөтөрлөк яҙыу ҙа уның кәйефен боҙа алманы. “Мин башҡаны яратам, эҙләмә” тигән ире. Иң ауыр ваҡытта ҡыҙының килеп тә әйләнмәүен кисереүе ҡыйын булһа ла, Әминә бирешмәҫкә тырышты, сөнки уның йортонда бөгөн күптән һүнгән-һүрелгән ҡояш яңынан ҡалҡҡандай тойолдо. Дауаханаға уның хәлен ишетеп, борсолоп, көн дә килеп йөрөгән Тимур апаһын ташламаҫҡа вәғәҙә бирҙе.
Тик Әминә һаман да шуны аңлай алмай йонсой: ҡағылып-һуғылып, балалар йортонда үҫкән етем малайҙың ҡырыҫланмай, үпкәләмәй, бер кемгә лә асыу тотмай һиҙгер, йомарт күңелле булып үҫеүе башҡа һыйырлыҡ түгел. Хәҙер инде Тимур бына тигән программист, юғары эш хаҡы түләнгән компанияла үҙ кеше. “Артыҡ йөк” булыр тип уйлап ҡалай хаталандым, – тип өҙгөләнә Әминә элеккеләрҙе иҫкә алғанында. – Барыһы ла киреһенсә килеп сыҡты, ул минең берҙән-бер яҡын кешем, ҡотҡарыусым, шатлығым!”