Фаягөлдө бәхетһеҙ ҡатын тип күрәм мин. Һәр ваҡыт йөҙө бойоҡ. Йәш кенә булһа ла, таушалғаны, тормош ауырлығы баҫҡаны күренеп тора. Ул улын яңғыҙы тәрбиәләй. Ире булмағанға шулай ауырмы икән үҙенә?
Уның улы минең ҡыҙҙарым менән бергә уйнай. Шуға балалар майҙансығында йыш осрашабыҙ. Ғәҙәттә, ул шым ғына ситтән күҙәтә, кеше менән бик аралашмай. Ә был юлы үҙе яныма килеп торҙо, һөйләшергә теләгәне күренеп тора.
– Һиңә рәхәт, балаларыңдың атаһы бар, ауырыһалар, өләсәһе килеп ярҙам итә, һеңлең ярҙамлаша... Ә минең бер кемем дә юҡ, – тип башланы ул һүҙен.
Нимә тип яуап бирергә лә белмәй торған саҡта ул яҙмышын һөйләй башланы.
Фаягөлдө әсәһе ҡырҡты үткәс таба. Апаһы иһә унан 15 йәшкә өлкәнерәк. Һеңлеһенең нисек үҫкәнен артыҡ күрмәй ҙә ул, Фаягөлгә өс йәш саҡта ҡалаға уҡырға китә, аҙаҡ шунда эшкә тороп ҡала. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, кейәүгә сыға. Ауылға байрамдарҙа ғына ҡайтып йөрөйҙәр. Ара йыраҡ булғанғамы, йәш араһы һиҙҙерәме, апай менән һеңле мөнәсәбәте артыҡ йылы булмай. Юҡ, апаһы уны ҡырға ла типмәй, тик әллә ни яҡынламай ҙа.
Иркәләнеп кенә үҫкән Фаягөлгә күп нәмә рөхсәт ителә. Егеттәр менән дә иртә ҡыҙыҡһына башлай. 17 йәшендә ауырға ҡалғас, бөтәһе лә “аһ” итә, тик һуң була. 18 йәш тулып та өлгөрмәҫтән малай таба. Баланың атаһына бер ниндәй ҙә өмөт булмай сыға. Себерҙәге ҡаланан йәйгә ҡунаҡҡа килгән егет Фаягөлдөң ауырға ҡалғанын белеү менән юҡҡа сыға. Был ваҡытта ҡыҙҙың атаһы үлгән була, ә ҡартайған әсәһенең үҙ хәле үҙенә саҡ...
Бәпес тыуғас, Фаягөл аптырап ҡала. Нисек уны үҫтерергә, тәрбиәләргә? Ни үҙе уҡып бөтмәгән, һөнәре лә юҡ. Ҡарт әсәй пенсияһына өсәүләп йәшәп булмай бит инде. Шул саҡта ярҙамға апаһы килә. Ул ун йылдан ашыу ире менән торһа ла, балалары булмай. Шуға бәпес бәләкәй саҡта үҙенә алып торорға, был ваҡытта Фаягөлгә уҡыуын бөтөп, берәй училищеға булһа ла уҡырға инергә тәҡдим итәләр. Йәшлеге менән ул шатланып ризалаша. Ҡайһы еренән тотоп, нисек тәрбиәләргә белмәгән ҡырҡ көнлөк сабыйын апаһына биреп ебәрә. Үҙе ауылда ҡалып мәктәпте тамамлай. Аҙаҡ ҡалаға китеп ашнаҡсыға уҡырға инә. Был саҡта Арыҫланға өс йәш тула яҙа.
Апаһына йышыраҡ бара башлай, балаһы менән ныҡлы яҡыная. Уҡып бөтөп, кафела эш башлай. Үҙенә бүлмә лә биргәс, балаһын алырға була. Ошонда проблемалар башлана ла инде. Арыҫланға эҫенеп өлгөргән апаһы менән еҙнәһе уны биреүҙән баш тарта. Тәүҙә ялына, аҙаҡ янағас ҡына улын бирәләр. Тик тыныс тормош бөтә. Апаһы көнө-төнө шылтырата, баланы кире биреүҙе һорай. Һеңлеһен бер нисек тә тыңлата алмағас, үсләшә башлай. Опека органдарына шылтыратып, Фаягөлгә бер нисә тапҡыр тикшереү ебәрә. Имеш, уның йәшәү шарттары насар, балаһын йүнләп ҡарай алмай, ире лә юҡ. Бындай янауҙар, йөрөүҙәр артҡас, ҡыҙ телефон номерын алмаштыра һәм ҡаланың бөтөнләй икенсе яғынан ҡуртымға бүлмә ала.
Һүҙ ҙә юҡ, уға ауыр. Балалар баҡсаһына йөрөгән бала йыш ауырый. Ә кем сирле бәләкәй балаһы булған хеҙмәткәрҙе яратһын? Больничныйға йыш сыға башлағас, уны эшенән ҡыуалар. Әле икенсе ергә урынлашҡан, тик шарты шул уҡ – көн ҡалдырмаҫҡа.
"Апайым әҙәмсә мөнәсәбәттә булһа, мин баламды йәшермәҫ, бергә үҫтерер, уларға ебәреп торор инем. Юҡ бит... Балалар йортонан сабый алығыҙ тим, сит ҡан кәрәкмәй, Арыҫланды яратабыҙ, тиҙәр. Исмаһам, бер етемде бәхетле итерҙәр ине лә бит. Апайым арҡаһында әсәйем дә минең менән аралашмай. Хис-тойғоларым тураһында уйлап та бирмәйҙәр. "Еҙнәң менән мине саҡ ҡына ла йәлләмәйһеңме ни? Һин бит йәш, яңынан бала табырһың", имеш... – тип көрһөнөп һүҙен тамамланы Фаягөл.
23 кенә йәшлек ҡатынды бына ошондай ҙур проблемалар борсой икән. Уға бер ниндәй кәңәш тә бирә алманым. Нимә тиһең инде бындай осраҡта?..