Әсәйемдең яңғыҙ ҡыҙымын. Бала саҡтан: “Һин ҙурайғас мине ҡарарға тейешһең!” -тип үҫтерҙе. Улайтып ҡына әйтеп ҡалһа әле! Һәр һатып алынған кейем, әҙерләнгән аҙыҡ “Хәҙер мин һине ҡарайым, ә ҙурайғас һин мине ҡарарға тейешһең” -тигән һүҙҙәр менән оҙатылып килде. Ысынлап та шулай булырға тейеш тип үҫтем.
Үҫмер осорона еткәс, малайҙар менән дуҫлашҡым килә башланы. Һылыу ҡыҙыҡай булараҡ малайҙар эргәмдә күп өйөрөлдө. Тик әсәйем уларҙың барыһын да ҡыуып ебәрҙе. Институтҡа ингәс еңел тын алып ҡалдым. Тик ҡайҙа ул! Тиҙҙән әсәйем өйөн алмаштырып, яныма күсеп килде. Тағы башланды. Шулай ҙа буласаҡ иремде осратҡас әсәйемде тыңламай башланым, уның ҡоллоғонан сыҡтым. Әсәйем илай-ҡарғай беҙҙең өйләнешеүгә ризалашты бер шарт менән – бергә йәшәйбеҙ тип. Ярай, риза булдыҡ. Тик ирем бер айҙан беҙҙән ҡасты. Сөнки әсәй беҙҙең нимә ашаған-эскәнде генә түгел, ә йоҡлағанды ла тикшерә башланы. Инде генә йоҡларға ятһаҡ, беҙҙең бүлмәгә килеп инә лә, утты яндыра. Йәки шым ғына тора. Ә бер көн: “Минең бүлмәлә һыуыҡ, һеҙҙең бүлмәләге мөйөштәге креслола йоҡлайым”,-тигәс, ирем бер һүҙһеҙ әйберҙәрен йыйҙы ла, сығып китте.
Телефонын алмағас, эшенә барҙым.
Ул: “Әсәйең генә түгел, һин дә аҡылдан яҙғанһың. Сөнки уның үҙеңә ҡарата ҡыланғандарын түҙеп йәшәйһең. Миңә ундай ауырыу ҡатын кәрәкмәй”,-тине.
Мин иремде бик яратам, һағынам. Уны нисек ҡайтарырға икән? Ә әсәй “һин барыбер минән башҡа бер кемгә кәрәкмәйһең”,-ти.
А.