Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
20 Март 2025, 10:49

"Ирем дә, уның элекке ғаиләһе лә минең елкәмдә ултыра"

Иремдең бер эш хаҡы уларға китә. Ул ҡыҙына алимент түләүҙән тыш, тағы өҫтәп аҡса бирә. Сөнки алимент ҡына етмәй икән, астан үлеүҙәре бар!

"Ирем дә, уның элекке ғаиләһе лә минең елкәмдә ултыра"
"Ирем дә, уның элекке ғаиләһе лә минең елкәмдә ултыра"

Мин иремдең икенсе ҡатыны. Беренсеһе менән ул миңә тиклем үк айырылған ине. Беренсе класта уҡыған ҡыҙы бар. Элекке ҡатыны бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм эшләргә йыйынмай ҙа. Быны ул ҡыҙына иғтибар күп кәрәклеге, мәтәптә программа ауырлығы, бала янында булырға кәрәклеге менән аңлата. Үҙе ишетеп йөрөүемсә кәйеф-сафа ҡороуҙан бушамай.

Иремдең бер эш хаҡы уларға китә. Ул ҡыҙына алимент түләүҙән тыш, тағы өҫтәп аҡса бирә. Сөнки алимент ҡына етмәй икән, астан үлеүҙәре бар! Нисәмә йыл бергә йәшәмәһәләр ҙә, элекке ҡатыны төрлө ярҙам һорап шылтырата (нимәнелер йүнәтергә, магазинға барып килергә, ҡайҙалыр алып барырға һ.б.). Төн, байрам, ял көнө тип тормай. Ирем тора ла, сығып китә. Мине тыңламай. Балаһына атай кәрәклеге менән аҡлана.

Ә минең бар бар эш хаҡым фатир өсөн түләүгә, аҙыҡ-түлек, кейем алыуға китә. Тимәк, ирем дә, уның элекке ғаиләһе лә минең елкәмдә ултыра килеп сыға бит. Уйлана торғас, яңы ғына шуны аңланым!

Бала табырға ла ҡурҡам. Сөнки мин эштән китһәм, беҙ астан үләсәкбеҙ. Һуңғы осор айырылышыу тураһында ныҡлап уйлана башланым. Нимәгә ул миңә ундай тормош?

К.

Автор:
Читайте нас