Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
17 Июнь 2025, 10:39

Ғәйбәттән туйып, сығып китергә мәжбүр булдым

Мин киткәндә эсеп, иҫереп йоҡлап ҡалған ир, йоҡоһон туйҙырып, торған ине инде. Ҡапҡа төбөнә сығып баҫҡан. Өйгә ингәс: “Бөгөн оҙаҡланың! Үҙеңде йырлап оҙатып ҡуялар, ә! Кемдәр ине улар? Артистар килдеме? Нишләп мин белмәйем? Инде әйтеп тә тормайһыңмы?”—тип тауыш ҡуптарҙы.

Ғәйбәттән туйып, сығып китергә мәжбүр булдым
Ғәйбәттән туйып, сығып китергә мәжбүр булдым

Кем йырланы?

Был тормош бигерәк мәшәҡәтлегә әйләнде. “Рәхәтләнеп йәшәй башлайбыҙ,”-- тип уйларға ла өлгөрмәйһең, ниндәй ҙә булһа ҡаршылыҡ килеп сыға. Пенсияға сыҡҡас төрлө ерҙәргә йөрөрбөҙ, ял йорттарына, санаторийҙарға барырбыҙ тигән уйҙар хыялда ғына ҡала. Етмәһә, ковид арҡаһында һәр кем өйөндә ултырырға мәжбүр булды. Бер ергә сыҡма, йөрөмә, кеше менән аралашма. Ярай әле һөйләшергә телефон бар. Шундай заманаға ҡалдыҡ. Кешеләрҙең бер-береһенә мөнәсәбәте үҙгәрҙе хатта. Бәлки, ул элек тә шулай булғандыр, хәҙер икенсе күҙлектән ҡарай башлағанбыҙҙыр.

Үҙебеҙ өсөн йәшәргә ваҡыт етте, тип уйлап, тыуған яҡҡа ҡайтып фатир алдым. Йәй көндәрен шунда үткәрәм, ҡыш сығырға себергә киләм. Таныштарым мине бөтөнләйгә ҡайтып киткән тип уйлағандар. Әммә себерҙе тиҙ генә ташлап булмай әле. “Һаҙлыҡ үҙенә тарта” тигәндәре дөрөҫ буғай: бер ҙә ебәргеһе килмәй. Юғиһә, балаларым да пенсия йәшенә яҡынлашалар инде. Ә бит бында килгәндә мәктәпкә генә барғандар ине. Бер һүҙ урыҫса белмәгән башҡорт балалары, һәйбәт кенә белем алып, һәр ваҡыт яҡшы уҡыусылар рәтендә һаналдылар. Үҙем дә оҙаҡ ваҡыттар мәктәптең ата-әсәләр комитеты ағзаһы булдым.

Алдағы тормошта ни булаһын бер кем дә белмәй. Ни хәлдә ҡалғаныңды яҙмышың менән күҙгә-күҙ осрашҡас ҡына аңлайһың. Ярай, үкенесле тормошта йәшәмәгәнмен тип, үҙ-үҙемде тынысландырам. Кем белә, ауылда ҡалһам тормошом нисек булыр ине. Тыуған ерен ташлап сығып киткән һәр кешенең үҙ сәбәбе була торғандыр инде. Кемдер—бер аҙ аҡса эшләп ҡайтыу ниәте менән, икенсе берәүҙәр тормошон үҙгәртеп ҡормаҡсы булып, кемдер бәхет эҙләп себер яғына юл алған. Бер-ике йылдан әйләнеп ҡайтырбыҙ, тигән бик күптәр әле һаман да бында йәшәп яталар. Хәҙер инде бер аҙ булһа ла балаларға ярҙам итәйек, тиҙәр. Әҙәм балаһы шулай нисек тә тырыша инде.

Йәш саҡ эш менән үтеп китте, балалар, ейәндәр тинек. Улар беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәһендәр, уҡып кеше булһындар, тип тырыштыҡ. Борсоу-мәшәҡәттәрҙе яңғыҙым атҡарып, ғүмер йомғағын һүтә-һүтә, донъя көтөлдө. Хәҙер барыһы ла артта ҡалды кеүек. Балаларымдың тормошо зарланырлыҡ түгел. Хоҙайға рәхмәт әйтеп, шөкөр итеп, ғүмер юлын үтеп барам. Ҙур аҡсалар эшләй алманым, әммә тормошом кешенекенән кәм түгел. Балалар бәхетле булһа, ата-әсә икеләтә бәхетле була тип, юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Йәшәргә фатирҙары, ултырып йөрөргә машиналары бар. Балаларын уҡыталар, үксәләренә баҫып, ейәндәр үҫеп килә.

Ситтә йәшәһәк тә, ауылдан айырылманыҡ. Ауылдағылар эшләгәнде ял ваҡыттарында ҡайтып эшләнек. Бесән ваҡыты беҙҙе көтөп тора ине. Баҫыу-болондарҙа бесән сапҡан, йыйған көндәр бик рәхәт, йәнгә яҡын миҙгелдәр булып хәтерҙә һаҡлана.

Ә бит ауылда ла йәшәргә мөмкин ине. Тик, ғәйбәттән туйып, сығып китергә мәжбүр булдым. Ирем көнсөл булды. Ауыл кешеләре, уның ғәҙәтен белгәнгә, ҡыҙыҡ итеп, юҡ-бар һөйләп. ирештерергә яраттылар. Мин ауыл клубында эшләй инем. Унда эш кистәрен алып барыла. Бер кеше урынына ирем менән икәү эшләнек, тиһәң дә була. Мин эшкә барам, ә ул—мине ҡарауылларға. Ҡайтҡас, ниңә фәләнгә былай тип әйттең, ниңә тегеләй, тип һорау ала. Эсергә ярата торған бәндә, бәйләнергә, ғауға сығарырға шәп ине.

Ул көндө клубта ике сериялы һинд киноһы күрһәттеләр. Бындай фильмдар килгәндә клуб халыҡ менән тулы була. Ул саҡта телевизор һирәк кешеләрҙә генә. Халыҡ кино ҡарарға ярата, айырыуса һинд фильмдарын. 16 йәшкә тиклемге балаларҙы индермәйҙәр, улар урам яҡтан тәҙрәгә ябырылалар. Эс яҡтан ҡара ҡорғандар ҡоролған, нимә күрә алғандарҙыр инде.

Ул көндө ниндәй кино булғандыр, хәҙер иҫтә ҡалмаған. Был кис минең тормошомдо үҙгәртергә ҙур этәргес булды. Уны бер ҡасан да оноторлоҡ түгел.

Кино һуң ғына бөттө. Клуб эсен ҡараштырып, сәхнә артын тикшереп төшкәнсе (берәй хәл булып, ут-күҙ сыҡмаһын тип ҡурҡаһың бит инде), халыҡ таралған ине. Ишекте бикләп, ҡайтырға сыҡтым. Күҙгә төртһәң күренмәҫлек дөм ҡараңғы төн. Йүгерә-атлай өйгә ашығам. Минән алда ике кешенең ҡулға-ҡул тотоноп барғанын шәйләп ҡалдым. Шул саҡ ир кеше: “Ниңә икән һинең исемеңде, ҡушам һаман моңло йырҙарға...”—тип йыр башланы. Ул шул тиклем моңло итеп йырланы. Ҡунаҡтан, аштан сыҡҡан кешеләрҙер тип уйлағайным. Ауылда былай йырлаусы бер генә кешене лә хәтерләмәйем. Арттарынан яй ғына ҡайтам, Улар мине күрмәйҙәр, аяҡ тауышымды ла ишетмәйҙәр. Әйтерһең, былар урамда икәү генә. Мин йәшәгән яҡҡа табан атлайҙар. Уларҙы уҙып китергә ҡыйыулығым етмәй, һаман эйәреп бара бирәм. Был пар, шулай йырлап, өй эргәһенән генә үтеп китте.

Мин киткәндә эсеп, иҫереп йоҡлап ҡалған ир, йоҡоһон туйҙырып, торған ине инде. Ҡапҡа төбөнә сығып баҫҡан. Өйгә ингәс: “Бөгөн оҙаҡланың! Үҙеңде йырлап оҙатып ҡуялар, ә! Кемдәр ине улар? Артистар килдеме? Нишләп мин белмәйем? Инде әйтеп тә тормайһыңмы?”—тип тауыш ҡуптарҙы. “Мине бер кем дә оҙатып килмәне. Улар ауыл осона табан киттеләр. Кемдәр икәнен дә таныманым. Беҙҙең ауылдыҡылар түгел. Ышанмаһаң, арттарынан барып ҡара,”—тип иларға, аҡланырға тотондом. Тауышҡа балалар уянды.

Ир менән тороп, һөйөү-наҙ күргәнем булманы минең. Көн һайын эскән, тауышланған кеше янында ҡәҙерһеҙ, кәрәкһеҙ ҡатын булып ғүмер кисерҙем. Әллә ошо йыр тәьҫир итте... Ошо кистә үҙемә-үҙем: “Бөгөндән башлап бының менән йәшәмәйем,”—тип һүҙ бирҙем. Икенсе көндө себерҙә йәшәгән ағайыма:”Ирем менән айырылышам. Һеҙгә килергә мөмкинме?”—тип хат һалдым. Шулай итеп, себергә китергә ҡарар иттем. Тик ир минән ҡалырға теләмәне. Шул китеүҙән был яҡтар тыуған төбәгемә әйләнде. Ир барыбер ауылға тартылды, ҡайтып китте. Балалар үҫтереү минең ҡулға ҡалды.

Был хәлде бер танышыма һөйләгәйнем, ул да: “Мин дә ауыл ғәйбәтенән ҡасып сығып киттем. Ир йөк машинаһында шофер булып эшләне. Кемгә--утын, кемгә бесән алып ҡайта. Ҡатын-ҡыҙҙар менән дә шаярырға ярата ине. Миҙхәтең бөгөн ҡайтманы, ахыры, машинаһы фәлән ҡатындың ҡапҡа төбөндә тора ине.”—тип, ҡанға тоҙ һалған кешеләрҙең һүҙенән туйып, сығып китергә мәжбүр булдым. Һуңынан ирҙе саҡырып та ҡараным. Мин һине ҡыуып ебәрмәнем, үҙең ҡайт,--тине. Ауылдағы бисәләрен ташлап китә алманы. Малай менән ҡыҙҙы уҡытырға ла ярҙам итмәне.”—тип һөйләне. Себер ере бына шундай яҙмышлы кешеләрҙе лә үҙ ҡуйынына һыйындыра.

Йылдар үткәс, теге ваҡытта клубтан йырлап ҡайтыусыларҙың да кем икәнлеген белдем. Өфө ҡунаҡтары булған икән улар. Береһе--ирен, икенсеһе ҡатынын ҡалдырып, ауылға ҡайтып осраша торған булғандар. Уларҙы һөйәркәләр тип тә һөйләнеләр. Булһа--булыр, кеше хәлен ҡайҙан беләһең. Бәлки, йәш саҡтарында бер-береһен яратып та, ҡауыша алмаған пар булғандыр. Уларҙаң хатта исемдәре лә бер-береһенә оҡшаш икән. Әле лә, был йыр ҡолағыма сағылған һайын, дөм ҡараңғы август төнө, ниңә был кеше артист булмаған икән, нисек матур йырлай бит тип, үтеп китергә ҡыймайынса эйәреп ҡайтҡаным иҫкә төшә. Шул йырҙы тыңлап барған ҡыҫҡа ғына ара тормошома айыҡ аҡыл менән ҡарарға мәжбүр итте. Бар икән бит ул ысын, матур мөхәббәт. Берең—иҙеп, икенсең иҙелеп йәшәү түгел.

50 йыллап ваҡыт үтһә лә, ғазапта үткән йәшлек йылдарын онотоп буламы һуң? Көнсөл йәштәрҙе үсектереп, ҡыҙыҡ табыусылар бар тип яҙған инем. Ир менән ҡатынды һуғыштырып, төрмәгә тиклем алып барып еткереүселәр ҙә осрай. Тормош боҙоп, балаларҙы етем ҡалдырыу бер ни тормай улар өсөн. Матур йәшәүҙән көнләшеп, шулай уҡ үс алыусылар бар.

Йәшәүебеҙҙең былай киҫкен боролош алыуына минең ир әҙер түгел ине. Ғүмер буйы үҙе баш, үҙе түш булып йәшәргә уйланы. Уның холҡо, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, шулай булып ҡалды. Тик яҙмыштың үҙенең иҫәп-хисабы бар шул. Беҙҙең 25 йыл йәшәгән тормош айырылышыу менән тамамланды. Ҡайнар хистәр урынына күңелдә бары бушлыҡ ҡалды. “Мин һине ныҡ яраттым, тик ярата белмәгәнмен. Һине юғалтыуҙан ҡурҡып йәшәнем, ә юғалтҡанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым”. Иремдең һуңғы күрешеүҙә әйткән һүҙҙәре шул булды.

Рәсимә.

"Һаҡмар" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас