Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
3 Июль 2025, 11:30

Өйләндерҙе лә, ташланы

Өйләнергә бер ҡасан да уйламай инем. Кредит юҡ, әсәйҙән ҡалған фатирҙа йәшәйем. Эшем беҙҙең яҡтар өсөн аҡсалы тип иҫәпләйем. Көн һайын булмаһа ла, ай һайын тиерлек ҡыҙҙар алмаштырып, рәхәтләнеп байрам иттем.  

Өйләндерҙе лә, ташланы
Өйләндерҙе лә, ташланы

Өйләнергә бер ҡасан да уйламай инем. Кредит юҡ, әсәйҙән ҡалған фатирҙа йәшәйем. Эшем беҙҙең яҡтар өсөн аҡсалы тип иҫәпләйем. Көн һайын булмаһа ла, ай һайын тиерлек ҡыҙҙар алмаштырып, рәхәтләнеп байрам иттем.

Эш буйынса барғанда уйламағанда Уның менән таныштым. Йөрәгем, йәнем-тәнем шунда уҡ әллә нимә эшләне. Минән ун йәшкә өлкән, иренән айырылған, балаһы бар. Ипләп кенә һораштыра башланым. Яңғыҙы йәшәй, бер кем менән осрашмай. Өс айҙан ашыу артынан йүгерҙем. Көскә ҡаратып алдым. Төндәрен генә миндә осраша башланыҡ. Унан балаһы менән танышып үҙ кеше булып киттем. Өйләнешергә әллә нисә тәҡдим иттем. Юҡ, ҡырҡа баш тартты. Етмәһә: “Һиңә өйләнергә кәрәк, атай булырға, балалар үҫтерергә”,-тип йәнемде үртәй.

Бер йылдан һуң Н. менән таныштым. Минән һигеҙ йылға кесе. Дөрөҫөрәге, ул үҙе миңә смс яҙып, йөрөргә тәҡдим итте. Бара башланым. Унан һөйгәнемә бер ҡыҙ менән осраша башлауымды әйттем. “Бәхетле бул!”-тип ҡыуып сығарып, ишекте шарт ябып та ҡуйҙы.

Тәүҙә мин уны бөтөнләй уйламаным. Дөрөҫөрәге, уйламаҫҡа тырыштым. Әммә онота алманым. Ике ай түҙҙем дә, янына барҙым. Ул да мине һағынған ине. “Мин бит һине яратам”,-тинем. “Юҡ, һинең йөрөгән кешең бар”,-ти.

Ә мин Н.-ды ла ташлай алмайым, ә һөйгәнемде лә ныҡ ҡыҙғанам, берәйһе менән йөрөп китмәһен тип ҡурҡам. Тағы бер нисә мәртәбә уға килеп киттем. “Һин барыбер кейәүгә сыҡмайым, тейһең. Шулай булғас минең менән ҡал. Бергә булайыҡ”,-тинем. “Һинең йөрөгән ҡыҙың бар”,-тип ризалашмай.

Аптырағас Н.-ға өйләндем. Тик барыбер һөйгәнемде онота алмайым. Һәр саҡ уйлайым, ҡыҙғаныуҙан үлер сиккә етәм. Өйө эргәһенән барып әллә нисә боролоп китәм. Ул мине социаль селтәрҙәрҙән алып ташлап бөттө, смс-тарыма ла яуап бирмәй. Нимә эшләргә икән миңә? Үҙе һиңә өйләнергә кәрәк тине лә, кәләш алыу менән мине бөтөнләйгә ташланы.

Автор:
Читайте нас