

Алғы тәгәрмәс нисек тәгәрләй, артҡылары ла шулай бара, тиҙәр. Һәр ғаиләләге өлкән балаға ҡарата әйтелгән мәҡәл ул. Биш бала араһында иң өлкәне булған Таңсулпан да өс һеңлеһенә, бер ҡустыһына бала сағынан матур өлгө күрһәтә.
Тыуған ауылы Яңы Мөсәттә урта мәктәптә туғыҙынсыны тамамлағас, Сибай педагогия колледжына уҡырға керә. Ҡулына диплом алған йәш белгес, Иҫке Собханғолдағы урта мәктәптең тирә-яҡты өйрәнеү музейында хеҙмәт юлын башлай. Бер үк ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға башҡорт филологияһы факультетына ситтән тороп уҡырға керә. Оҙаҡламай тормош иптәше Салауат менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр.
– Тормошомда ҙур үҙгәрештәр әсәй булғас башланды. Әҙилә ҡыҙыбыҙ тыуҙы, бер нисә йылдан һуң Ишморат менән Шайморат исемле игеҙәк улдарыбыҙ был донъяға ауаз һалды. Өс бала менән биш йыл декрет ялында саҡта ла Өфөлә уҡыуымдан туҡтаманым. Ошо мәлдә дөрөҫ ҡулланһаң, ваҡыттың һинең файҙаға эшләүен, ғүмереңдең бер осорон да ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәклегенә ныҡлап төшөндөм. Сөнки ваҡыттың нисек үткәнен күргең килһә, балалар тап, тиҙәр бит. Йәшлек, көс-дәрт ташып торған саҡтар бер генә мәл икән ул. Һуңғараҡ юғары уҡыу йортон тамамлап, балалар ижады үҙәгендә эшләй башланым. Дүртенсе ҡыҙыбыҙ Йәмилә тыуғандан һуң, декрет ялына сыҡҡас, үҙемде төрлө яҡтан һынап ҡарарға тотондом. Яңы идеялар эҙләп йөрөмәнем. Ә үксәбеҙгә баҫып тиерлек үҫеп килгән ҡыҙ һәм улдарыбыҙ быға этәрҙе, дәртләндерҙе, –ти Таңсулпан.
Үҫмерлек осорона кергән Әҙиләнең ҡыҙыҡһыныуҙары күп һәм төрлө. Данлы Шүлгәнташ мәмерйәһе, Йылҡысыҡҡан күле янында үҫкән баланың милли рух тойғоһо бәләкәс сағынан тиерлек асыла. Әсәһенә милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтеүен теләй. Таңсулпан быға тиклем был шөғөл менән булышҡаны булмаһа ла, бала хаҡына тотона. Интернеттан төрлө өйрәтеүсе видеолар ҡарайҙар. Әлбиттә, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө һымаҡ та булып күренә үҙҙәренә башта. Әммә бер иштән эшләнгән алҡа, беләҙек, муйынсаҡ, йөҙөк, брошка, сәс өсөн сулпыларҙы һораусыларҙың һаны көндән-көн арта бара. Бер тотонғанда күмәртәләп эшләп ҡуйырға күнеккәндәр улар. Башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһынған Әҙилә уларҙы башлап тағыусы ла, реклама яһаусы ла булып тора.
Ҙур ҡурсаҡтар, әкиәт геройҙары кейемендә байрамдарҙа сығыш яһау идеяһы Баймаҡ районында йәшәгән ике туған апаһына ҡунаҡҡа барғас, тыуа. Дөрөҫөрәге, был эш менән шөғөлләнгән апаһы үҙенең балаларының тыуған көнөндә сығыш яһарға ярҙам итеүен Таңсулпандан һорай. Балаларға уйынсыҡтарҙың үҙҙәре менән йырлап-бейеп, ҡосаҡлашып бергә фотоға төшөүҙәре оҡшай. Апаһы менән кәңәшләшә лә, Бөрйән районында был эшкә тотона. Башта кредитҡа ҡуян менән айыу кейемдәрен ала. Уларын түләп бөткәс, икенсеһен, өсөнсөһөн дә ошо уҡ юл менән үҙенеке итә. Әлеге ваҡытта Таңсулпандың командаһындағы ҡурсаҡ, ҡуян, айыу, чебурашка, панда байрамдарҙы биҙәй. Балалар менән төрлө уйындар ҙа уйнайҙар. Әлбиттә, бер нисә кейемдә бер үҙе бер юлы сығыш яһай алмай. Был мәлдә үҙенең бер туғандары, ҡәйнештәре ярҙамға килә. Тере асылма булып йөрөү менән бергә, ул заказ биреүсеһенең теләген үтәп, тыуған көнөн байрам итеүсегә торт, сәскә кеүек әйберҙәрҙе лә алып бара.
Замана балаларын нимә менәндер ҡыҙыҡһындырыу, шаҡ ҡатырыу ауырға тура килә. Йәнле ҡурсаҡ, йәнлектәр менән дә туғыҙ йәшкәсә балаларға ғына бергә йырлап-бейеүе, уйындар уйнауы ҡыҙыҡ. Ҙурыраҡтар асылып китеп уйнарға оялалар. Ә бына өлкәндәр, илленән уҙғандар Таңсулпандарҙың командаһын үҙҙәренең мәжлестәрендә күреүгә һәр ваҡыт шат. Яҡындарының изге теләктәрен еткергән мәлдә, күптәрҙең күҙҙәре йәшләнә. Рәхмәт әйтеп, оҙатып ҡалалар.
Таңсулпан ирекмәнлек эшенә лә тотонған. Балалар йортонда йәшәүсе балаларҙың байрамдары ла ҡәҙимге көндәрҙән әллә ни айырылмауы барыбыҙ өсөн дә мәғлүм. Был тормошта ата-әсә наҙынан иртә айырылған балаларҙың күңелдәренә әҙ генә булһа ла йылы өҫтәр өсөн ул Яңы йыл кеүек байрамдарҙа барып, йәнле ҡурсаҡтар менән күңелдәрен күтәреп китә. Беренсе тапҡыр, туғандары менән үҙҙәре генә барып ҡайтҡандан һуң, Иҫке Собханғолда “Бәрәкәт” хәләл магазины хужаһы, яҡын еңгәһе Сәймә Ғүмәрова ла был изге эшкә ҡушыла. Үҙҙәренең эше тураһында интернет селтәренә һалғас, ярҙам итергә теләүселәрҙең һаны тотош республика буйлап барлыҡҡа килә. Күҙҙәренә генә ҡарап торған, бәләкәс кенә бүләктәргә лә шатлана белгән балалар янына байрам ваҡыттарында барыуҙы улар ғәҙәт итеп алалар. Шулай уҡ, Таңсулпан райондарында төҙөлгән мәсеттәргә лә тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Бының менән үҙе эшләгән биҙәүестәр менән лотереялар уйнатып, йыйылған сумманы төҙөлөш эшенә тапшыра.
Һәр ғаилә – бәләкәй генә бер дәүләт. Тап шунда осор ҡанаттарын нығытҡандар йәмғиәттә үҙ урынын таба, башҡаларҙы үҙенең артынан әйҙәй ала. Арбаның алғы тәгәрмәсе кеүек алдан барған Таңсулпандан, ысынлап та, бер туғандары матур өлгө алыу менән бергә, был тормошта бер урында, бер ерҙә тапанып ҡына торорға ярамағанлығына төшөнгәндәр. Һәр береһе уҡып, төрлө һөнәр эйәләре булһалар ҙа, өҫтәлмә һөнәр ҙә алғандар. Апаһы кеүек башҡорт теле уҡытыусыһына юғары белем алған Гөлзидә исемле йыуынғыстар бәйләй. Экономист белеменә эйә Нәркәс төрлө аҙыҡтарҙан, әйберҙәрҙән гөлләмә эшләү оҫтаһы булараҡ күптән билдәле. Әлеге ваҡытта Белорет медицина колледжында белем алыусы Ҡәҙриә лә, апаларына оҡшаған. Ул да ҡул ҡаушырып ултырмай. Тырнаҡтар эшләү менән шөғөлләнә. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, бер бөртөк Ҡәҙим ҡустыһы атаһына оҡшап, тимер атты ауыҙлыҡлау менән бергә, уны энәһенән-ебенә тиклем белә. Машиналарға диагностика үткәреп, боҙолоу сәбәбен таба һалып, йүнәтеп тә ҡуя. Уға ауылдарҙан, яҡын-тирә райондарҙан сиратҡа тороп яҙылалар. Ғүмере буйы Яңы Мөсәттә башланғыс класс уҡыусыларына белем биргән әсәһенә лә Таңсулпан ҙур ярҙамсы. Светлана Сәбирйән ҡыҙын тирә-яҡта аш-һыу бешереүгә оҫта итеп беләләр. Буҙа кеүек милли аш-һыу менән дә ҡыҙыҡһына. Әсәһе ҡайнатҡан был файҙалы эсемлекте күптәр яратып эскәнен белгәс, уны һатыуға ҡуя башлай. Хәҙер әсәһенең әҙерләп кенә өлгөрөүе кәрәк. Таңсулпандың: “Яңы ҡайнатылған буҙа бар”, – тип социаль селтәргә яҙып һалыуы ғына етә. “Һә” тигәнсе һыпырып алалар. Ғүмере буйы водитель һөнәренә тоғро ҡалған аталары Әғләм Сәйфулла улы биш балаһына ла техникаға һөйөү тәрбиәләй. Барыһы ла машина йөрөтә. Йәнле ҡурсаҡтары менән район буйлап йөрөгәндә, Таңсулпанға был һөнәре лә ярап ҡала.
Таңсулпан менән Салауат Буранбаевтар биш балаһын оло тормошҡа үҙ аллы аяҡ баҫыуға ла етди ҡарайҙар. Ҡыҙ кешене ҡырҡ ерҙән тый, тиһәләр ҙә, әсәләре ҡыҙҙарының һәр эшен хуплап, дәртләндереп торорға күнеккән. Атаһының бер туған апаһы Гөлирәгә оҡшап дизайнер булырға хыялланған Әҙилә үҙенсәлекле кейемдәр тегеп ҡарайым тип, ҡырҡылаған туҡымаларҙың иҫәбе-һаны юҡтыр. Интернеттан ҡарап ят ризыҡтар бешерергә лә әүәҫ үҫмер ҡыҙ. Өйҙәгеләрҙең уның тәмлекәстәрен маҡтап-маҡтап ашаһалар, күңеле үҫеп йәнә был эшкә тотона. Шайморат менән Ишморат игеҙәктәр булһалар ҙа, тормошҡа ҡараштары айырыла. Ҡыҙыҡһыныуҙары ла башҡа. Шайморат әле үк йорт эштәрен үҙ элкәһенә алып, мал-тыуар тирәһендә үҙен яуаплы тоя. Өлкәндәр ҡул аҫтындағы әйберҙәрен таба алмаһалар, унан һорайҙар. Ҡайҙа нимә ятҡанын унан да яҡшыраҡ белеүсе юҡ. Ишморатҡа иһә бәләкәс сағынан техника ене ҡағылған. Телефондарҙа теге йәки был функцияларҙы таба алмаһалар ҙа, уға мөрәжәғәт итәләр. Кескәй Йәмилә иһә ата-әсәһенең, апаһы-ағаларының наҙына төрөнөп үҫеп килә. Уларға ҡарап киләсәктә бейеү түңәрәктәренә йөрөргә, сәхнәләрҙе дер һелкетеп башҡорт милли бейеүҙәрен бейергә хыяллана. Балаларға төп тәрбиә хеҙмәт, үҙеңдең күркәм өлгөң аша икәнлеген дә, үҙҙәре лә күп балалы ғаиләлә үҫкән ир менән ҡатын яҡшы аңлай. Бәләкәс саҡтарынан эш мәғәнәһе белеп үҫеүҙәрен теләйҙәр. Мал, ҡош-ҡорт тоталар. Баҡса үҫтерәләр. Төп ярҙамсылары балалары. Хеҙмәте – ҡаты, емеше – татлы, икәнлеген Буранбаевтар ғаиләһендә үҫкән балалар яҡшы аңлай.
Күптәр Таңсулпан Буранбаева менән интернет селтәре аша таныш. Өлгөр әсәй балалары менән бергә булған саҡтарҙы, эшләгән эштәрен, йәнле ҡурсаҡтар менән ҡотлауҙарға йөрөгән мәлдәрен видео, фотоға төшөрөп һала һала. Берәүҙәр, үҙҙәренә кәрәкле биҙәүес ала, икенселәр, байрамдарының биҙәге булырға саҡыра, өсөнсөләр, уның менән бергә ирекмәнлек эшенә ҡушылып, әҙ генә булһа ла, изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша, дүртенселәр, һоҡланып, шундай рухлы, аҡыллы, тырыш, уңған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары беҙҙең арала барлығына шатланып ҡарай. Эйе, оҫта ҡулла ирекмән дә, эшҡыуар ҙа, шәп әсәй ҙә Таңсулпан...