Ғәжәйеп, ысын мәғәнәһендә илаһи көскә эйә ул йыр-моң. Бала тыуғас уҡ әсәһенең бишек йырын тыңлап үҫә, артабан да уны тормошонда ошо көй-моң оҙатып бара, илһамландыра, дәртләндерә, хатта уның сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫир итә. Шулай итеп, йыр-моң кешенең ғүмерлек юлдашына әүерелә. Х. Әхмәтов исемендәге Өфө дәүләт филармонияһы артисы Салауат МӨХӘМӘТЙӘРОВ менән әңгәмәбеҙ – ошо сихри моң донъяһы хаҡында.
– Һәр талант эйәһенең ижадҡа килеү сәбәбе бар. Салауат, сәнғәт донъяһына һөйөүең бала саҡтан киләме?
– Яуабым ғәҙәти яңғырар, моғайын. Бала саҡта йыр-моң менән ҡыҙыҡһынманым, кинәт кенә йырларға тотондом, мәҫәлән, 10 йәштән сәхнәгә ашҡынып сыҡтым, тип әйтә алмайым. Ысынлап та, бәләкәйҙән ошо үҙенсәлекле донъяға ылыҡтым, уға һөйөүем ана шул бала саҡтан. Шөкөр, әле лә йырға ҡарата һөйөү һүрелмәй, киреһенсә, артҡандан-арта, көсәйгәндән-көсәйә бара.
– Ә шулай ҙа барыһы ла нимәнән башланды? Бәлки, ниндәйҙер ғәмәл этәргес булғандыр?
– Ғаиләбеҙҙә – дүрт малай, мин өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Әсәйем Ғәзимә Кәтип ҡыҙы һәр беребеҙҙе бәләкәйҙән йыр-бейеү түңәрәктәренә йөрөтөргә тырышты, тик ике ағайым менән ҡустым сәнғәт донъяһына ылығып китмәне, түңәрәккә барыуҙан, йөрөүҙән баш тартты, ҡыҙыҡһыныуҙары уянманы. Ә мин бәләкәйҙән ҡурайҙа уйнаным, унан тыш, флейтаны үҙләштерҙем. Тағы бейеү түңәрәгенә бик ихлас йөрөнөм. Барыһы ла шул тиклем ҡыҙыҡ ине, хатта “ҡайнап” йөрөнөм тип әйтергә мөмкин (йылмая – авт.).
Шулай итеп, балалар баҡсаһынан, 1-се кластан сәнғәт донъяһына барып эләктем. Электән йыл һайын ауыл ерендә һабантуйҙар үтә торғайны. Ошо байрамдарҙа йыл һайын әсәйемдең ҡустыһы, үҙешмәкәр артист Әҙип Ханов ҡатнаша ине. Төрлө табын-мәжлестәрҙә лә баян уйнар ине. Ағайыма ҡушылып йырлай торғайным. Ул ваҡытта йырҙарҙың мәғәнәһен аңламаһам да, ихлас ҡушыла инем. Ҙур тамашасы алдында сығышым да шул алты-ете йәш тирәһендә булғандыр, моғайын. Был тыуған ауылымда үткәрелгән һабантуй ине. Ошо мәл бөгөнгөләй хәтеремдә, күҙ алдымда.
– Ғаиләгеҙҙә йырлағандар бар инеме?
– Әсәйем дә, атайым да артыҡ йырламаны былай. Ә бына, үрҙә әйтеүемсә, әсәйемдең ҡустыһы Әҙип ағай баянын ҡулынан төшөрмәй, уйнай һәм йырлай торғайны. Ауылыбыҙҙа яңғырап торған шәп йырсы ине. Ул миңә төрлө йырҙар өйрәтте. Уларҙың иң беренселәре – “Сыңрау торна”, “Башҡорт ҡымыҙы”.
– Ҡайҙа белем алдың?
– I – II кластарҙа тыуған ауылымда уҡыным, йәнә бейеү, йыр түңәрәктәренә йөрөнөм. “Ирәмәл” балалар бейеүҙәр ансамблендә кинәнеп шөғөлләндем. Шулай бер йәй миҙгелендә ауылыбыҙҙа Сибай музыка лицей-интернатынан комиссия йөрөнө. Хәҙер бындай хәлде күҙ алдына килтереп булмай, әммә беҙҙең бала саҡта был ғәҙәти күренеш ине. Шулай итеп, ике ҡатын, беҙҙе фортепиано алдына ултыртып, һәләттәребеҙҙе тикшереп ҡараны. Һөҙөмтәлә ауылыбыҙҙан музыкаль белем усағына өс баланы һайлап алдылар: уларҙың береһе өс туған ҡустым һәм икенсеһе бер класта уҡыған ҡыҙыҡай ине, өсөнсөһө – мин. Шулай итеп, Сибайҙағы музыка лицейында I класта белем ала башланыҡ һәм III класҡа тиклем уҡыныҡ.
Бала саҡтан тыуған йорттан сығып киттек, атай-әсәйһеҙ белем алдыҡ. Бәләкәй генәбеҙ, ҡустым менән класташ ҡыҙыҡай был хәлде бик ауыр кисерҙе. Ә мин әллә ни ҡыйынһынманым. Аҙағыраҡ ауылдаш ҡыҙыҡайҙы ата-әсәһе алып ҡайтырға мәжбүр булды. Ә ҡустым менән икебеҙ уҡып бөттөк, шул уҡ ҡурай, флейта түңәрәктәренә йөрөнөк. Бынан тыш, тағы театр серҙәренә лә төшөндөк, ғөмүмән, барыһына ла өлгөрҙөк. Тап ошо музыка лицейында музыкаль грамотаға ныҡлап өйрәнә башланыҡ.
Сибайҙа уҡығандан һуң, ата-әсәйем мине Өфөләге Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәп-интернатына уҡырға ебәрҙе. Был хәлгә ҡаршылашманым һәм бында музыка серҙәренә ныҡлап төшөнә башланым. Тиңдәштәрем менән фортепиано, тромбон, театр, бейеү түңәрәктәрендә бик ихлас шөғөлләндек. Шуны әйтергә кәрәк: бейеү серҙәренә иһә ошо сәнғәт, РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке солисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшиҙә Туйсина өйрәтте.
Шулай итеп, 1998 йылда был гимназияға уҡырға ингәйнем һәм V – XI кластарҙа белем алдым. 2006 йылда ошо белем усағын тамамлағас, ошо уҡ йылда Өфө сәнғәт академияһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Ике йыл әҙерлек, биш йыл төп курсты үҙләштерҙем, тик был да етмәне, артабан да аспирантурала ике йыл белем алырға теләнем. Һөҙөмтәлә 2015 йылда Өфө сәнғәт академияһын тамамланым. Бында вокал буйынса минең уҡытыусым Башҡорт дәүләт опера театры солисы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов булды.
Уҡыған ваҡытта шәхси тормошомда ла яңылыҡ теркәлде: Гөлназ исемле һылыуға ғашиҡ булып, кәләш итеп алдым. Сәнғәт академияһының ятағында татыу ғына тормош ҡорҙоҡ. Тап ошо ятаҡта беренсе улым тыуҙы, уға Рамазан тип исем ҡуштыҡ.
– Ҡайҙа эш башланың?
– Ғаиләле кеше булғас, ныҡлап аҡса эшләргә кәрәк бит инде (йылмая – авт.). Шуға Х. Әхмәтов исемендәге Өфө дәүләт филармонияһына эшкә төштөм, параллель рәүештә уҡып та йөрөнөм. Бер йыл үткәс, Өфөләге ҡала мәҙәниәт һарайында “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбле ойошторолдо. Унда һынау үткәс, эшкә төштөм. Ансамбль составында Европа менән Азияның күп кенә илдәрендә сығыш яһау бәхете тейҙе. Австрия, Италия, Англия, Төркиә, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәр мәҙәниәттәре менән таныштыҡ. Тик бына Ҡытайға ғына барыу насип итмәне. Ошо илдең төрлө йырҙарын өйрәнгәйнек былай.
Бында һигеҙ йыл эшләгәс, йәнә Өфө дәүләт филармонияһына эшкә ҡайттым: “Каруан” төркөмөнә дүртенсе солист булып килгәйнем. Шулай уҡ төрлө ил сәхнәләрендә сығыш яһаныҡ. Филармонияның художество етәксеһе Сулпан Асҡарова эшкә солист итеп саҡырҙы. Мин ул ваҡытта танылған йырсы инем. 2007 йылда “Гәлсәр һандуғас” проекты бик ныҡ күтәргәйне, үҫтергәйне мине. Уның етәксеһе Земфира Байбулдинаға рәхмәтлемен. Элек был концерттар үткәрелгәндә зал шығырым тулы була торғайны. Тағы Рита Өмөтбаеваға рәхмәтем ҙур: яңы йырҙар ижад итеп, “Башҡорт йыры”нда ҡатнашабыҙ, шунан йыл һайын Яңы йыл тапшырыуын ғаиләм, яҡындарым менән бергә ҡарайбыҙ.
Әле Х. Әхмәтов исемендәге Өфө дәүләт филармонияһында эшләйем, быйылдан алып барыусы вазифаһын да йөкмәттеләр.
– Репертуарың ниндәй йырҙарҙан тора?
– Төрлөһө бар: шаян, дәртле йырҙарҙы башҡарырға яратам, характерлыһы ла оҡшай. Әлбиттә, лирика, романстар – репертуарымда, сөнки тап улар аша йырсы күңелендәге барлыҡ хис-тойғоно сағылдыра ала, әммә заман алға барған һайын йырсылар ҙа, стилдәр ҙә үҙгәрҙе. Минең йәштәге йырсылар, ошо йәштәргә ҡарап, үҙен иҫке модалы йырсы тип күрә кеүек, сөнки беҙ халыҡ йырҙарын, ретро-йырҙарҙы башҡарып үҫкәнбеҙ. Хәҙергеләр халыҡ йырҙарын башҡарып бармай. Әммә беҙ ҙә ошо ваҡыттан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ, аранжировкаларыбыҙҙы заманлаштырырға ынтылабыҙ. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыңлаусы йырҙарҙың һүҙҙәренә иғтибар итеп бармай. Уның өсөн беренсе планда – аранжировкаң стилле, заманса булһын. Ошо – беренсе урында, шунан һуң ғына – текст менән йөкмәтке. Ә элек барыһы ла киреһенсә ине. Шулай итеп, репертуарымда төрлө йырҙар бар, замансаларын да башҡарырға тырышам.
– Ғаиләң хаҡында ла һөйләһәң ине...
– Ике балалы атаймын. Ҡатыным Гөлназ да З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының театр бүлегендә белем алды. Әле әйтеүемсә, Рамазан исемле улыбыҙ бар. Уға – туғыҙ йәш. Ул Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡый. Тағы өс йәшлек Сара исемле ҡыҙыбыҙ бар. Ул балалар баҡсаһына йөрөй. Рамазанды йырлатырға тырышһаҡ та, яҡын да килмәне, китап уҡырға тырышты. Ә бына ҡыҙыбыҙ – артист, модель, йырлай. Ул, артист булам, ти. Тик бөтәһе лә алда әле, күҙ күрер.
Ҡатыным, Өфө сәнғәт академияһының театр бүлегендә белем алһа ла, икенсе юҫыҡта эшләй: макияж һәм прическалар яһау менән шөғөлләнә. Уның уҡытыусыһы илебеҙҙә барыһына ла таныш визажист Сердар Камбаров булды. Ҡатыным күп тренингтар үтте һәм эшләй. Үҙебеҙҙең “Актриса” тип исемләнгән матурлыҡ студияһы бар. Уның менән туҡтап ҡалманы ҡатыным, интернет аша төрлө тренингтар үтә, сауҙа итергә өйрәнә.
– Киләсәккә ниндәй пландар ҡораһың?
– Артистарҙа миҙгел тигән төшөнсә бар бит инде. Шул һәр яңы миҙгелгә яңы йыр әҙерләргә тырышаһың. Йыл һайын бер программа буйынса эшләмәйбеҙ, үҙгәртеп торабыҙ. Художестволы етәкселәр, режиссерҙар ниндәйерәк планда концерт программаһын әҙерләргә, тигән планды ҡуя. Һәр бер артист үҙе теләгән йырын башҡармай, ә тема буйынса программа төҙөй.
Айһылыу НИЗАМОВА.