Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең интервью
10 Июль 2023, 15:48

Исем ҡушыу тарихы

Бер ваҡытта ла атайым-әсәйемдән һорағаным булманы, бәлки, ысынлап та, ул ҡәҙәрем үк көтмәгәндәрҙер. Ике ҡыҙҙан һуң малай тип өмөтләнгәндәрҙер, тип уйлайым, атай кеше айырыуса.

Исем ҡушыу тарихы
Исем ҡушыу тарихы

"Мин ғаиләлә өсөнсө ҡыҙ бала булып тыуғанмын. Бер ваҡытта ла атайым-әсәйемдән һорағаным булманы, бәлки, ысынлап та, ул ҡәҙәрем үк көтмәгәндәрҙер. Ике ҡыҙҙан һуң малай тип өмөтләнгәндәрҙер, тип уйлайым, атай кеше айырыуса. Мин март айында, аҡман-тоҡман мәлендә, өйҙә тыуғанмын. Кендек инәйем, аҙаҡ тәүге уҡытыусым да булды, бәләкәйҙән мине ҡурсаланы. Шулай, тыуғас, бер ай тирәһе исемһеҙ ятҡанмын. Атай, был балаға барыбер исем ҡушырға кәрәк, үҙемдеке, тигәндер инде. Ибрай ауыл советына барып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға була. Ауылдан сығып барғанда дуҫы Тәлғәт ағай осрай. Тәлғәт ағайҙың шул мәлдә ҡыҙы тыуған булған. Ә уның ике малайҙан һуң ҡыҙ бала булғас, ҡыуанысын йәшермәй: “Апуш (атайымды шулай тип йөрөтәләр ине), минең ҡыҙым тыуҙы! Миңә лә таныҡлыҡ алып ҡайт!” — тип үтенесен әйтә. Атай: “Кем тип исем яҙҙырырға?” — тип һораған. Тәлғәт ағай әйтеп ебәргән инде. Атайым аптырап ҡалмаған, ауыл советында икебеҙгә лә бер исем яҙҙырып алып ҡайтҡан. Ул Тәнзилә менән беҙ ғүмер буйы әхирәт булдыҡ, әле лә аралашып йәшәйбеҙ. Икебеҙгә лә исемебеҙ оҡшай, беребеҙ ҙә үҙгәртмәнек. Беҙҙе бутаманылар ҙа, исемдәребеҙҙе ҡыҫҡартып та әйтмәнеләр, фамилия менән дә йөрөтмәнеләр. Исем,бәлки, ысынлап та, риза булмай ғына ҡушылғандыр, әммә үҙемә оҡшай һәм һәр хәлдә атайымдың яратҡан ҡыҙы инем мин", - танылған журналист, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Тәнзилә ҮЛМӘҪБАЕВА

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: