Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шундай тынғыһыҙ бер зат ул..

– Халыҡ эш бөткәс яйлап ҡына концертҡа йыйыла. Зал туп-тулы. Дәррәү ҡул сабалар.

Шундай тынғыһыҙ бер зат ул..
Шундай тынғыһыҙ бер зат ул..

Илеш башҡорто, Үрге Мансар ауылы егете, үҙе талантлы, үҙе тырыш, үҙе баҫалҡы Илшат Сибәғәтуллиндың ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны йылдан-йыл арта. Халыҡ йырҙарын да, композитор әҫәрҙәрен дә үҙенә генә хас эске бер моң менән еренә еткереп башҡарыу маһирлығына эйә ул. Хәйер, уның һәләтен оҫталыҡ йә маһирлыҡ тип атау ғына ла аҙ һымаҡ. Аллаһы Тәғәлә был егетте тиңһеҙ хазина – ҡабатланмаҫ тауыш менән бүләкләгән. Йырҙарын күпме генә тыңлаһаң да, һис ялҡытмай. Киреһенсә, күңелгә әйтеп аңлатып бөткөһөҙ ләззәт, сихәт алаһың. Үҙеңде алыҫтан сарсап килеп, сафтан-саф инешкә тап булып, һыуһынын ҡандыра алмаған юлаусылай тояһың. Һәм, ирекһеҙҙән, уның моңо, уның йөрәк хисе, уның йөрәк ялҡыны үҙенә генә түгел, тотош кешелеккә тәғәйенләнеүен аңлайһың. Был моңдо үҙеңдә генә ҡалдырыу мөмкин түгелдер, һәм, бәлки, тауыш эйәһенең быға хаҡы ла юҡтыр... Шуға ла Хаҡ Тәғәлә Илшат Сибәғәтуллинды, бер аҙ урауыраҡ юлдар аша булһа ла, үҙ тәғәйенләнешенә яҡынайтҡандыр ҙа.

 

Урау юлдар аша булһа ла...

...Ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килә Илшат. Әммә уларҙың йортонда китап, гәзит-журнал уҡыу изге йолаға әүерелә. Ғаиләләре менән йыр-моңға ғашиҡ була улар. Атаһы гармунда уйнаһа, әсәһе моңло итеп йырҙар һуҙа. Ғаиләләрендә өс бала (Илшат, апаһы (хәҙер мәрхүмә) һәм ҡустыһы) үҫә. Бала сағынан йырсы булырға хыялланған Илшат туғыҙынсы синыфтан һуң Өфө сәнғәт училищеһына имтихан тотоп ҡарай. Әммә, үкенескә күрә, музыкаль сольфеджио буйынса һынауҙы үтә алмай. Тормошонда тәүге тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа тарып, тамам кәйефе ҡырылған егет ҡабаттан мәктәпкә барып тормай. Районға ҡайтып, һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Һәм, күп тә үтмәҫтән, атаһы мәрхүм булып ҡала. Илшат, ғаиләлә өлкән ир бала булараҡ, әсәһенә ярҙам итер өсөн эшкә урынлашырға кәрәк тигән уйға килә. Шулай итеп, бала саҡтан уҡ һәр нәмәгә яуаплы ҡарап, ете ҡат үсләп эшләргә ғәҙәтләнгән егеттең ун алты йәше лә тулыр-тулмаҫтан хеҙмәт юлы башланып китә. Аттар ҡарай Илшат. Ысынлап та, бик иртә өлкәнәйә ул. Бала ғына килеш типһә тимер өҙөрлөк ирҙәр менән бер рәттән тороп эшләй. Ул мәлдә эскелек сәскә атҡан осор. Өлкән ағайҙар әле малайлыҡтан да сығып бөтмәгән Ил­шатты араҡыһын да, тәмәкеһен дә тәмләп ҡарарға өгөтләй. Тик ул ҡаты тора. Ундай нәмәләрҙе бөгөнгәсә ауыҙына ла алып ҡарағаны юҡ.
Йырға маһир егет ауыл, район кимәлендә үткән концерттарҙа ла теләп ҡатнаша. Өс йыл колхозда эш­лә­гәндән һуң Илшатты у­лар­­­­­­­­­­­­­­­­­­ҙың ауылынан өс саҡрымда ятҡан Дүртөйлө ра­йонының Семилетка ҡасабаһы мәҙәниәт йор­то директоры итеп эшкә саҡыралар. Ризалаша егет. Ул осорҙа шул төбәктә – Илештә, Дүрт­өйлөлә, Краснокамала, Нефтекамала йыш концерттар бирәләр. Барлыҡ мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар.

Йәнеңә оҡшаған өлкәлә эшләүе күңеленә илһам бирә лә бит...

– Халыҡ эш бөткәс яйлап ҡына концертҡа йыйыла. Зал туп-тулы. Дәррәү ҡул сабалар. Беҙҙе баянға бейеп оҙатып ҡалалар, бик күңелле була торғайны, – тип хәтерләй бөгөн Илшат. Йәнеңә оҡшаған өлкәлә эшләүе күңеленә илһам бирә лә бит, тик аҡсаһы аҙыраҡ шул, тип уйлай йәш кеше. Ә уның бит ҡустыһы ла бар. Төп йорт кинйә малайға ҡалырға тейеш. Ғүмер буйы яңғыҙ ҙа йөрөмәм әле, мәле еткәс, ғаилә ҡороп ебәрермен, киләсәк хаҡында бөгөндән уйлай башлау фарыз тип, үҙенә йорт һалырға тигән маҡсат ҡуя ла, мәҙәниәт йортонан китеп, урындағы нефтселәр ойошмаһына эшкә урынлашырға ҡарар итә. Китеүен китә лә, тик тегендә, көрсөк мәленә тура килдең тип, бер аҙ көтөргә ҡушалар.
Тап шул мәлдә уны Дүртөйлө мәҙәниәт идараһынан саҡыртып, Нефтекамала үтәсәк “Дуҫлыҡ моңо”нда ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Башта ризалығын бирмәһә лә, райондан кем дә булһа ҡатнашырға тейеш, тип ныҡышҡастар, бер ниндәй әҙерлекһеҙ Нефтекамаға юллана Илшат. Нур Дауытов менән Вәхит Хызыров уны тыңлап ҡарай ҙа: “Бар, сәхнәгә сыҡ, ҡустым, профессиональ музыканттар ғына уйнаһын, тауышыңды боҙоп ҡуймаһындар”, – тип фатиха биреп ҡала. Баянсылар Редик Фәсхетдинов, Фирдүс Шәрифуллин, ҡурайсы Айбулат Рәхмәтуллин оҙатыуында сығыш яһай егет. Башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”ды, татар халыҡ йыры “Ҡара урман”ды эстрада өлгөләренән “Аҡҡош күле”н һәм “Хушлашырға ашыҡма”ны башҡара ул. Тәүге көндә бик ныҡ хафалана. Төнөн оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай уйланып ята. Вокал буйынса бер педагогта ла белем алғаны юҡ. Барыһын да үҙе белгәнсә генә башҡара. Ҡайтарып ҡына ебәрерҙәрме икән инде, тип тә уйлап бөтә. Әммә иртәгеһен киләһе турға үтеүселәр араһында үҙенең фамилияһы булыуын күреп, тыныслана. Башҡаларҙан айырылып торғандыр, күрәһең, егеткә жюри ағзалары ла, конкурсанттар үҙҙәре лә шунда уҡ иғтибар итә. Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова уны хатта сәнғәт училищеһына уҡырға саҡыра. Әммә егет кеше бер аҙ уйлап тора ла тураһын әйтә: “Уй-ниәттәрем башҡасараҡ бит әле, нефть сәнәғәте өлкәһенә эшкә урынлашырға йөрөйөм, уҡырға барып булмаҫ”, – ти. Был хаҡта белеп ҡалған конкурсанттар: “Кеше шундай тәҡдимдән баш тартамы, былай булғас, Гран-приҙан ҡолаҡ ҡағыуың да ихтимал”, – тиҙәр. Илшат аптырап ҡала. Уның Гран-при хаҡында уйлағаны ла юҡ та баһа! Башҡалар иһә һәр кемдең мөмкинлеген самалап өлгөргәндер инде. Был бәйгелә, ысынлап та, лайыҡлы рәүештә Илшат Сибәғәтуллин еңеү яулай. “Жюри ағзалары үҙ эшенә шул тиклем яуаплы мөнәсәбәттә булды, ғәҙелһеҙ баһалап ҡуймайыҡ тип, беҙҙе, биш кешене, саҡырып алып, ҡабат-ҡабат тыңлап ҡаранылар”, – ти ул. Шулай итеп, Илшатыбыҙ “Дуҫлыҡ моңо”нда Гран-при яулап, туғыҙынсы моделле автомобилгә эйә булып ҡайта.

Башҡорт халыҡ йырҙарын
айырыуса ҙур мөхәббәт менән башҡара

Кеше тормошонда, ғәҙәттә, шундай ваҡиғалар була. Ниндәйҙер бер мөһим баҫҡысты аша атлап үткәндән һуң, һинең юлдарың асыла. Әлеге йыр бәйгеһенән һуң Илшаттың да офоҡтары киңәйә. Көнит­ме­шен­дә бер-бер артлы ыңғай үҙгә­рештәр күҙәтелә башлай. Был концертты “Башнефть”тең ул саҡтағы генераль директоры Ампир Сырт­ланов та ҡараған була. Ошо егет Өфө дәүләт ави­а­ция техник университетының ректоры, профессор Салауат Кусимовтың юби­лейына килеп “Уйыл”ды башҡарһа, ҡайһылай шәп булыр ине, тип уйлай ҙа, Семилетка ҡа­са­баһындағы “Нефтяник” НГДУ-һының генераль директоры Флүр Хәтмуллинға хәбәр итә. Шулай итеп, нефтселәр Илшатты үҙҙәре үк эҙләп таба. Юбилейҙа ла сығыш яһай, ниәт иткән урынына эшкә лә урынлаша ул. Сәнә­ғәт­тәге хеҙмәте менән генә йәшәмәй тырыш егет. 2003 йылда Татарстанда үткән Илһам Шакиров исемендәге татар халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында еңеү яулай. 2004 йылда – Сибайҙа “Ирәндек моңдары”нда, 2007 йылда Туймазыла “Оҙон көй”ҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бынан тыш Мәскәүҙә “Роснефть йондоҙҙар ҡабыҙа” тип исемләнгән конкурс­та башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты башҡарып, беренсе урын алып, жюри ағзаларын тауышының үҙенсәлеге менән хайран итеп ҡайта. Ҡаҙағстанда халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында ла “Азамат” менән сығыш яһап, беренсе урын ала.
Башҡорт халыҡ йырҙарына айырыуса ҙур мөхәббәт менән ҡарай Илшат. Бала саҡтан Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Мәғәфүр Хисмәтуллиндарҙы тыңлап үҫкәнгәме, уларҙың репертуарҙарындағы бик күп йырҙарҙы ҙур тулҡынланыу менән яратып башҡара. Әйт­кән­­дәй, Илшат Сибәғәтуллиндың йырлауын Рес­пуб­ликабыҙҙың тәүге президенты Мортаза Ғө­бәй­ҙулла улы Рәхимов та үҙ итә икән. Үҙ мәлендә ул Илеш, Дүртөйлө тарафтарына килһә, мотлаҡ Илшатты саҡыртып йырлатыр булғандар. “Мортаза Ғөбәйҙулла улы башлыса ялан-ҡырҙарҙа йөрөнө бит. Оҙатҡан саҡта башҡорт халыҡ йырын һуҙып ебәрһәм, мин йырҙы тамамламайынса китмәй ине. Ул урынынан ҡуҙ­ғалмағас, тотош делегация аяғүрә баҫып тыңлай”, – тип һөйләй ул бөгөн. Нәҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы талантлы егеткә уҡырға инергә тәҡдим итә. Ил ағаһының кәңәшенә ҡолаҡ һалмай булдыра алмай Илшат. Өфө сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Унда вокал буйынса дәрестәр ҡаралмаған. Әммә Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина килеп, Илшат өсөн генә махсус дәрестәр бирә. Егеттең тауышын ярата талантлы педагог. “Бына ошолай йырларға кәрәк, ул йылына ике тапҡыр ғына килә”, – тип Миләүшә Ғәли ҡыҙы уны вокал бүлегендә уҡыған студенттар алдында ла сығыш яһатыр була. “Эх, теге саҡта Сәнғәт училищеһына алған булһалар, бынамын тигән опера йырсыһы яһар инем үҙеңдән”, – тип үкенес тә белдереп ҡуя ул. “Филар­монияға эшкә бар, үҙем һөйләшермен”, – тип тә тәҡдим итеп ҡарай. Тик йорт төҙөп ауылда төпләнеүҙе ниәт иткән Илшат йәнә ризалашмай.
Хәҙер инде Илшат үҙе лә йырҙар ижад итә. “Ни ғәжәптер, Гөлфиә Юны­сованың, шиғырҙарын уҡыһам, үҙенән-үҙе көй тыуа. Зөһрә Рәхмәтуллинаның да әсәйҙәр хаҡындағы бер шиғырына көй яҙып, ул йырҙы бик яратып башҡарам. Хәҙер Зөһрә ханым махсус минең тауыш өсөн шиғырҙарын да, көйөн дә үҙе яҙа. Репертуар туплау мәсьәләһенә етди ҡарайым. Быға тиклем бер ҡайҙа ишетелмәгән, мәғәнәле йырҙар башҡарғы килә. Ундай йырҙарҙы табыуы анһат түгел бит хәҙер. Шуға ла был йәһәттән мин бәхетле кеше”, – ти ул.

Өйләнеүе

55 йәшлек кенә сағында юғары ҡан баҫымы менән яфаланған әсәһе лә мәрхүмә булып ҡала Илшаттың. Был юғалтыуҙы бик ауыр кисерә егет. Инде йорто ла әҙер була. Тик әсәһе лә китеп барғас, донъяһының ҡото юғала. Шул осорҙа Илеш районының Иҫәнбай ауылында йәшәгән ике туған Рәйсә апаһы менән йыш аралаша ул. Уларға әленән-әле барғылап йөрөй. Һәм бер көндө юлда машинаһына Зирина исемле матур ғына ҡыҙҙы ултыртып ала. Ул да ошо ауылда тыуып-үҫкән икән. Атаһы янына ялға ҡайтҡан. Үҙе Черниковка биҫтәһендә дарыуханала фармацевт булып эшләп йөрөй. Телефон номерҙары менән алмаша йәштәр. Илшат был хаҡта апаһына һөйләй. Ә уныһы был ҡыҙҙың уҡытыусыһы булып сыҡҡан. Бик яҡшы ғаиләнән ул, ҡустым, дуҫлашып китһәгеҙ, һис тә хата­лан­маҫһың, тип кәңәш бирә. Ҡыҙ менән егет шулай яйлап аралашып китә лә, күп тә үтмәҫтән, ғаилә ҡороп ебәрә. Хәҙер инде улар 12 йыл бергә та­тыу ғүмер кисереп, ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Ҡыҙ­ҙа­ры Гөлшат атаһы һымаҡ баш­ҡорт халыҡ йыр­ҙа­рын яратап башҡара. Әле иһә аталы-ҡыҙлы Сибә­ғәтуллиндар йәнә бер тапҡыр Мәскәүҙә үтәсәк “Роснефть” йондоҙҙар аса” тигән конкурста үҙ бәхеттәрен һынап ҡара­маҡсы. Улдары Илһам һис тә компьютерға, телефонға ҡап­ла­нып ултырмай, хужалыҡтағы барлыҡ эштә лә атаһына ярҙам итергә әҙер тора. Бесән дә йыйып тейәшә, ҡарын да көрәп ҡуя.

Филармонияға эшкә урынлашһам да,
ташлап ҡайтыр инем

Әйткәндәй, Илшат әле лә нефть сәнәғәте өлкәһендә хеҙмәт итә. Ике көн эшләп, ике көн ял итеү ижад кешеһе өсөн бигерәк уңайлы икән. Яңы йырҙар яҙҙырырға ла, башҡа эштәргә лә ваҡыты ҡала. Өфөгә лә йыш килә ул. Тик ҡала тормошон ғына өнәп бөтмәй. “Оҙағыраҡ тотҡарланһам, һауа етмәй, тыным ҡыҫыла башлай. Теге саҡта, Миләүшә Ғәлиевнаның кәңәшен тыңлап, филармонияға эшкә урынлашһам да, барыбер ташлап ҡайтып китер инем”, – ти. Ысынлап та, күңеле тәбиғәткә тартыла ла тора икән. Йорт эштәре менән булырға, бал ҡортт­а­рын ҡарарға, йәшелсә-емеш, хатта бәшмәк үҫте­рергә ярата ул. Ҡыҫҡаһы, эшһеҙ йәшәй алмай. Тағы аш-һыуға ла оҫта, ялы тура килһә, ҡатынының эштән, балаларының уҡыуҙан ҡайтыуына тәмле һый ҙа әҙерләп ҡуя.
Күптән түгел йәнә лә бер изге бурыс йөкмәтелде Илшатҡа. Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп һай­лан­ды булдыҡлы ир-уҙаман. Был эште лә ул бик яратып, бик теләп башҡара. Төрлө мәҙәни, әҙәби саралар үткәрә.
“Илештә башҡорт ауылдары бихисап. Беҙҙең Үрге Мансар ауылы ла башҡорт ауылы иҫәпләнә. Йәлдәк ырыуына ҡарайбыҙ. Әле бына үҙебеҙҙең шәжәрәне өйрәнеү менән шөғөлләнәм. Ауылдың тарихы тергеҙелде инде. Бик күп йылдар элек бер башҡорт кешеһе урынлашып йәшәп киткән. Тарихты белеү бик мөһим. Хәҙер күптәр тамырҙарын өйрәнеп, шәжәрәһен барлай – шуныһы ҡыуандыра”, – ти.
Илшат, ғөмүмән, шундай кеше: бер нәмәне лә ныҡлы уйламайынса, йөрәк һалмайынса эшләй алмай. “Кешене яңылыш ҡына булһа ла рәнйетеүҙән ҡурҡам. Әммә ҡайһы берҙә тураһын әйтә торған ғәҙәтем дә бар”, – ти йырсы. Ошо осраҡтан ғына ла уның ниндәйерәк кеше икәнлеген аңларға була: бер саҡ ауылдаш апайы эшкә киткән мәлендә, дарыу алырға тип, уға аҡса биреп ебәрә. Әммә ул һораған дарыу Семилетка дарыуханаһында булмай сыға. Апайға аҡсаһын кире ҡайтарырға уңайһыҙланған егет 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Илешкә барып етеп, барыбер уны табып алып ҡайтып бирә. Ул саҡта үҙенең машинаһы ла булмай әле...

Бына шундай тынғыһыҙ бер зат ул Илшат Сибәғәтуллин. Ундағы дәрт-дарман, илһам, тормошҡа булған мөхәббәт!.. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ шул: ижадта ла һынатмай, сәнәғәттә лә алдынғылар иҫәбендә, йәмәғәт эшен дә бик яратып алып бара, көткән донъяһы ла бынамын тигән. Былай барһа, бала сағында Фәрит Бикбулатов ижадына ғашиҡ булып, берәй мәлде мине лә “Башҡортостандың халыҡ йырсыһы – Илшат Сибәғәтуллин” тип иғлан итһендәр ине, тип теләгән малайҙың хыялы ла тормошҡа ашыр тигән ышаныс бар...

 

Гөлшат Ҡаһарманова.

Автор:
Читайте нас: