Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Артист булыу – бала саҡ хыялым...“

Шул саҡта ғына үҙемдең олоғайыуымды тойҙом: тәүге тапҡыр атай нигеҙенән айырылып сығып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтым, эш башланым. Берҙән-бер балаларын сит ерҙә ҡалдырып китеү уларға ла еңелдән булмағандыр.

“Артист булыу –  бала саҡ хыялым...“
“Артист булыу – бала саҡ хыялым...“

Йәнгүзәл... Исеменән үк күңелдә ниндәйҙер матур тойғо уяна кеүек. Ысынлап та, йәне лә, үҙе лә, йөҙө лә гүзәл ҡыҙ ул. Таланты ла күҙгә ташланып тора, тырышлығы ла бар. Һүҙебеҙ – Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры Йәнгүзәл Рифат ҡыҙы ХАЛИҠОВА тураһында. Унда башҡорт ҡыҙҙарына хас саялыҡ та, тыйнаҡлыҡ та, ихласлыҡ та бар.
Яңы диплом алып эш башлаған театр артистарына тәүге йылдарҙа төп ролдәр бирергә ашыҡмайҙар. Тәүҙә үҙен күрһәтергә, төп ролгә лайыҡлы икәнен иҫбатларға тейеш йәштәр. Бары тик һирәктәргә генә тейгән бәхет ул – тәүге ижад миҙгелендә үк героиня булып китеү. Бөгөнгө әңгәмәсем иһә ошо бәхеткә эйә ҡыҙ.

– Йәнгүзәл, Өфө ҡыҙы милли батырыбыҙ исемен йөрөткән ҡала менән яҙмышын бәйләргә нисек батырсылыҡ итте?
– Студент йылдарында уҡ уҡытыусыларыбыҙҙың Салауат театрын һәр саҡ маҡтап телгә алғанын ишетә йөрөнөк. Үҙенсәлекле тарихы булған, билдәле шәхестәр үҫтергән, фестивалдәргә бай, тип әйтә инеләр. Тәүҙәрәк Сибайға – бала сағым үткән ҡалаға ҡайтырғамы әллә тигән икеләнеү булып алды ул. Әммә атай-әсәйем янына ҡайтып йөрөүе уңайлыраҡ булыр тип Салауатты һайланым. Һис кенә лә үкенмәйем. “Йәштәр беҙгә кәрәк!” – тип эшкә ҡабул иткән театр директоры Айбулат Ҡотошовҡа рәхмәтлемен. Әлбиттә, тәүҙә күңелдә икеләнеүҙәр булды. Сит ҡала, ят коллектив. “Нисек ҡабул итерҙәр?” – тип тә борсолдом. Атай менән әсәй әйберҙәрем менән алып килеп, фатирға урынлаштырҙылар ҙа, ҡайтып киттеләр. Күңелде бер аҙ яңғыҙлыҡ тойғоһо биләп алды. Шул саҡта ғына үҙемдең олоғайыуымды тойҙом: тәүге тапҡыр атай нигеҙенән айырылып сығып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтым, эш башланым. Берҙән-бер балаларын сит ерҙә ҡалдырып китеү уларға ла еңелдән булмағандыр.
Ә инде эшкә сығып, ижад тормошо менән йәшәй башлағас, күңелһеҙләнеүҙәр бөтөнләй онотолдо. Бәләкәй генә булһа ла ролдәр бирелде, байрам сараларында ҡатнашам. Театр артистары, репертуары менән таныштым, ҡала ла яҡын тойола кеүек. Ситкә китеү үҙемде ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҫтерергә лә ярҙам итте: үҙ аллы донъя көтөргә өйрәндем.
– Атай-әсәйең ниндәй һөнәр кешеләре?
– Улар бик белемле, зыялы, тырыш кешеләр, миңә һәр яҡлап өлөгө булып торалар. Әсәйем Лилиә Рәшит ҡыҙы ғүмерен уҡытыусылыҡҡа арнаны. Бер нисә юғары белем алып, тәжрибә туплап, бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультеты деканы булып эшләй. Педагогия фәндәре кандидаты. Атайым Рифат Рафиҡ улы хәҙер хаҡлы ялда, отставкалағы юстиция подполковнигы. Ул да хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған. Артабан юридик белем алып, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләне. Ғаиләлә берҙән-бер, иркә генә ҡыҙ булып үҫтем. Атай-әсәйем икеһе лә ғаиләлә баш бала булғанлыҡтан, мин көтөп алған тәүге ейәнсәр. Ул яҡтан да һөйөү-наҙ күреп үҫтем. Апай-ағайҙарым Йәнгүзәл, тип өҙөлөп торҙо. Тик еңмешләнергә, мыжырға ирек бирмәнеләр. Үҙемде тәрбиәле тоторға, әҙәпле булырға өйрәттеләр. Ҡулымдан килгән тиклем өй эштәрендә лә бәләкәйҙән ярҙам иттем. Атай-әсәйемдең һөнәре мәшәҡәтле булғас, бәләкәйҙән ирекле, үҙ аллы булып үҫтем. Үҙем характерым менән дә, ҡиәфәтем менән дә икеһенә тигеҙ оҡшашмын. Ә бына әсәйем менән тауышыбыҙ бер иш, телефондан һөйләшкәндә күптәр бутай.
Әсәйем яҡлап нәҫелебеҙ белемгә ынтылыусан, зыялы заттарға бай булһа, атайым яҡлап таланттар күп. Ул үҙе лә матур йырлай, ҡурайҙа уйнай. Рафиҡ олатайымдың йыраусы тигән даны булды. Әсәйемдең әсәһе Флүрә өләсәйем ауыл мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте дәресенән уҡытты. Ул һәр ваҡыт гәзит-журналдарҙы күпләп алдырҙы, өй тулы китап була торғайны. Шуға күрә йәйге ялда ла уҡыуҙан айырылманыҡ. Әйткәндәй, мин Сибайҙа тыуып үҫһәм дә, тамырҙарым Баймаҡтан. Атайым – Үрге Иҙрис, Әсәйем Оло Төркмән ауылында тыуып үҫкән.

Әңгәмәне тулыһынса “Шоңҡар” журналның 7-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: