Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
12 Август 2023, 11:00

Донъяны матурлай Зөһрә

Бөгөнгө көн матур, ә иртәгә тағы ла матурыраҡ булыуына ышанырға кәрәк.

Донъяны матурлай Зөһрә
Донъяны матурлай Зөһрә

Һәр ҡатын-ҡыҙ матурлыҡҡа, камиллыҡҡа ынтыла. Был сифат беҙгә тәбиғәт тарафынан һалынған. Йомшаҡ күңел, нәфислек, нәзә­кәтлелек, әсәйҙәргә хас ҡурсалау инстинкты һәм уңғанлыҡ менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙға матур булыу ҙа шарт. Бөгөн замандың мөмкинлектәре киң, юғары көстәр биргән матурлыҡты оҙаҡ йылдар буйы һаҡларға, бирмәгәнен – төҙәтергә, йәшлекте оҙайтырға мөмкин. Был йәһәттән Зөһрә МӨХӘРӘМОВАНЫҢ “Hobbi” матур­лыҡ салоны һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Ишектәрен яңыраҡ ҡына асыуға ҡарамаҫтан, хужабикәнең был йүнәлештә байтаҡ тәжрибәһе, оҫталығы бар. Хәҙер инде ышаныслы команда тупланған, заман талаптарына яуап бирерлек бина һәм йыһаздар бар. Донъяны матурлап йәшәргә, тигән маҡсатлы ҡыҙҙың хыялдары яйлап тормошҡа аша. Был матурлыҡ салоны – уның тәүге аҙымы ғына.

Һәр эштең башланғысы ауыр

Һомғол буйлы, мөләйем йөҙлө 23 йәшлек кенә ҡыҙҙың үҙ эшен асып ебәреүен оло батырлыҡҡа тиңләйем. Бер кемгә лә сер түгел: бөгөнгө көндә бизнес, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел. Донъя күргән ханымдар, хатта ҡаты ҡуллы ир-егеттәр ҙә ауырлыҡтар, бөтмәҫ мәшәҡәттәр алдында туҡтап, хыялдарына ҡул һелтәп ҡуя. Ә бында нескә күңелле, оло тормошҡа аяҡ баҫып ҡына торған Зөһрә Өфө ҡалаһының үҙәгендә бөтә уңайлыҡтары булған матурлыҡ салоны аса алды.
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр артынан сабыу, бәләкәй генә проблемаларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмау, ҡул аҫтыңда эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн яуаплы булыу, бюджетты, килем-сығымдарҙы дөрөҫ билдәләү, хоҡуҡ һәм документтар эшен өйрәнеү – бәләкәй бизнестың да эше бик-бик күп шул. Ошо даирәгә инеп ҡарамаған кеше генә бизнеста аҡсаны рәхәт эшләп була, тип уйлай. Әлеге ваҡытта Зөһрәнең эш көнө иртәнге сәғәт 6-ла башланып, өйгә хәлдән тайып ҡайтып, ятҡансы дауам итә. Ваҡыт етмәү сәбәпле ҡайһы бер яратҡан шөғөлдәренән баш тартырға ла тура килгән. “Күптән кино ҡарағаным, китап уҡығаным юҡ, хатта телевизорҙы ла тоҡандырып ҡуям да, арыуҙан йоҡлап китәм”, – ти ул көлөп. Дуҫтары менән аралашыу ҙа күпселек социаль селтәрҙәр аша бара. Әлбиттә, Зөһрә лә башҡа йәштәштәре кеүек ата-әсәһенең ярҙамы менән уҡыуын тамамлап, сәғәтле эшкә урынлашып, тыныс ҡына йәшәй ала. Әммә бындай тормош уның булмышына тап килмәй. Ҡыҙ бала саҡта уҡ фотоаппараты ярҙамында аҡса таба башлай, уҡыған ваҡытта ла йәйге ялдарын эшләп үткәрә. Бер уйлап ҡараһаң, берҙән-бер ҡыҙҙары өсөн Лиана апай менән Йәмил ағай аҡсаларын да йәлләмәҫ ине. Тик ҡыҙҙары мөмкин тиклем үҙ аллы булырға тырыша.
Ул үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡараған. Сит илдә эшләп ҡайтҡан, фотограф булараҡ та танылыу яулаған, бөгөн үҙ эше менән бергә модель һөнәрен алып бара. Бер нисә йыл элек, франшиза ярҙамында арендаға алынған бинала матурлыҡ салоны аса. Хәҙер инде эшмәкәрлегендә яңы этап – үҙенә бина һатып алып, тулы хоҡуҡлы хужабикә булған.
– Бала саҡтан тынғыһыҙ кеше булдым, үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡараным. Уңышһыҙлыҡтан, еңелеүҙән ҡурҡа белмәнем. Ошо характерым үҙ эшемде башларға ярҙам итте лә инде. Башҡорт ҡыҙҙарының, айырыуса милли батырыбыҙҙың тыуған ере – Салауат районында тыуып үҫкәндәрҙең ҡанында көрәш рухы йәшәй. Һәр хәлдә, мин ауырлыҡтарҙан сигенә йәки ҡул ҡаушырып ултыра торған кеше түгелмен, – ти Зөһрә үҙе тураһында. – Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға ингәйнем. Тик биш йыл дауамында көндөҙгө бүлектә уҡып, ваҡыт әрәм иткем килмәне. Һәр башланғысымды хуплап, ҡеүәтләп торған әсәйем шул саҡта ғына ҡаршылыҡ күрһәтте. Ситтән тороп уҡығанда ла белем алырға мөмкин икәнен иҫбатлай башлағас ҡына фатихаһын бирҙе. Әлбиттә, эш булғас, ауырлыҡтар ҙа юҡ түгел. Үҙем һайлаған юл, тип зарланмай ғына уларҙы еңергә тырышам. Мәҫәлән, франшиза ярҙамы менән башланған эш ҡатмарлы булмаҫ, тип уйланым. Ни тиһәң дә, хеҙмәт пакетында күрһәтелгәнсә, әҙер бизнес өлгөһөндә яңыһы төҙөлә. Тик тормошта төрлө осраҡтар булып тора, ҡағиҙәләр үҙгәрә. Үҙемде төпһөҙ йылғаға ташланған бала кеүек хис иттем. Әйтәләр бит, баланы һыуға еллә, үҙе йөҙөргә өйрәнәсәк тип. Был – тәбиғәт ҡануны, күп ораҡта ярҙам итә. Минең менән дә шулай булды. Инде баттым, юҡҡа сыҡтым, тигән мәлдә бер яйы сыға торҙо, тәжрибә арта барҙы. Ышаныслы дуҫтар, туғандар ярҙамға килде, кемеһе – кәңәш менән, кемеһе документ эштәрендә ярҙам итте. Һәм иң ҡыҙығы, үҙ бинамды асҡас, мәшәҡәттәр тағы ла артты. Етмәһә, пандемия ваҡытына тура килеп, салонды асыу кисектерелде. Аҡса һалынды, әммә эш башланмағас, килем юҡ, банктар кредит бирмәй. Көрсөктән сығыу юлдарын эҙләй башланым. Шундай ауыр мәлдәрҙә мин нисектер зарланып ултырырға яратмайым, киреһенсә, көрәш инстинкты уяна ла, алға барыр өсөн көс барлыҡҡа килә. Барыһы ла яҡшы барһа, күңелһеҙ була башлар ине.
Үҙ эшен башлау өсөн Зөһрәгә һәйбәт мөмкинлек асылған – ул 2018 йылда Дубайҙа үткән “Лучшая красота Вселенной” матурлыҡ конкурсында еңеү яулап, ҙур ғына суммала аҡсалата приз менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, юлға сыҡҡанда ҡыҙ конкурс тураһында бөтөнләй белмәй, уны мода күрһәтеү проектында ҡатнашырға ғына саҡыралар. Бүләккә үҙенең йыйған аҡсаһын ҡушҡас, эш асырға тап-таман булып ҡала.

Матурлыҡ – подиумда
ғына йөрөү түгел

Зөһрә Мөхәрәмованың иңендә – бик күп республика, халыҡ-ара матурлыҡ конкурстары. Ул үҙенең сибәрлеге менән генә түгел, белеме, булмышы һәм йәшәйеше менән дә башҡорт ҡыҙҙарының данын яҡлай. Башҡортостандың күрһәткесе, биҙәге, тип тә атарға мөмкин.
Ул бала сағында бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. 12 йәшендә ҡапыл үҫеп, ҡыҙға ансамблдә пар табылмай. Үҙенең оҙон буйынан ояла башлай, комплекстар барлыҡҡа килә. Ҡыҙ яҙмышы менән нимә булыр ине икән, әгәр ҙә шул йылдарҙа районға күп каналлы телевидение үтмәһә. Үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус каналдарҙы ҡараған мәлдә Зөһрә моделдәр тураһындағы тапшырыуға тап була. “Бына бит, донъя стандарттары буйынса оҙон буйлы ҡыҙҙар матур һанала. Тимәк, мин дә подиумда йөрөй алам!” – тип уйлай һәм йәшәү рәүешен ошо йүнәлешкә бора. Спорт, дөрөҫ туҡланыу, конкурстар алдынан диета тотоу, ялҡаулыҡҡа юл ҡуймау, матурлыҡты һаҡлау – былар барыһы ла хәҙер йәш ҡыҙ өсөн ғәҙәти.
Подиумға урамдан килгән кеше эләгә алмай. Зәңгәр экрандар аша ҡарағанда ғына матурлыҡ конкурсында ҡатнашыуҙың, йәки мода күрһәтеүҙең ҡатмарлы конструкция икәнен аңлап булмай. Айҙар буйы репетицияларҙа һәр аҙымды, кәүҙә торошон, йылмайыу, ым-ишараны яйға һалмайҙар бит! Бер генә яңылышлыҡ менән барлыҡ композицияны юҡҡа сығарыуың бар. Шуға ла был донъяға эләгеп китер, юғары бейеклектәрҙе яулар өсөн модель оҫталығын өйрәтерлек остаз, хатта ки һинең өсөн яуап тоторлоҡ кеше кәрәк. Был закондарҙы яҡшы белгән Зөһрә “Мисс Башҡортостан” моделдәр агентлығы етәксеһе Луиза Зәкирйәноваға мөрәжәғәт итә. Белеүебеҙсә, һигеҙ йыл эшләү дәүерендә, был агентлыҡ республика сиктәренән сығып, донъя кимәленә күтәрелде. Йыл һайын Башҡортостандан тиҫтәләп ҡыҙ сит илдәрҙә үткән матурлыҡ бәйгеләрендә еңеү яулай, мода индустрияһында эшләй. Был осраҡта Зөһрә – остазынан, остазы уҡыусыһынан уңған.
– Зөһрәне беҙҙең моделдәр мәктәбенә килгән ҡыҙҙарға һәр саҡ өлгө итеп ҡуям. Матурлығы, тырышлығы, һомғоллоғо тураһында һүҙ юҡ. Был тәбиғәттән бирелә. Ә ундағы тыйнаҡлыҡ, аҡыл, ихласлыҡ иҫ киткес! Мин сит илдәге конкурсҡа, нисек кенә сибәр булмаһын, тәртипһеҙ, әхлаҡи яҡтан тәрбиә күрмәгән ҡыҙҙы алып барып, бөтә республиканы, илде оятҡа ҡалдыра алмайым. Ә Зөһрә өсөн һәр саҡ күңелем тыныс: ул интригалар ҡормай, конкуренттары менән дошманлашмай, хатта сығырынан сығарырлыҡ ваҡиғаларҙы ла тыныс ҡына итеп үткәрә белә. Конкурстарҙа “Дуҫлыҡ” номинацияһы була, уны жюри ағзалары түгел, ә тауыш биреү юлы менән конкурсанттар үҙҙәре билдәләй. Зөһрә уға бер нисә тапҡыр лайыҡ булды. Тимәк, һәр береһе менән уртаҡ тел таба белә, – ти Луиза Зәкирйәнова үҙ тәрбиәләнеүсеһе тураһында. – Зөһрә хәҙер инде тәжрибәле модель булараҡ, агентлыҡта йәш ҡыҙҙар өсөн дәрестәр алып бара, минең ярҙамсым. Быйыл үҙе еңеү яулаған “Башҡортостан һылыуы” конкурсының кураторы, көҙ үтәсәк финалға ойоштороу эштәрен алып бара.
Ниндәй генә конкурс булмаһын, һәр кем еңеү артынан бара. Тик оноторға ярамай: ҡатнашыусылар – күп, ә еңеүсе берәү була. Һуңғы йылдарҙа республикала үткән ҡайһы бер матурлыҡ конкурстарының бәҫен төшөрөп, интернет селтәрендә йәмһеҙ, хатта оятһыҙ комментарийҙар килеп сыға, таж бүлешеү башлана. Былар барыһы ла еңелеүҙе ҡабул итә алмаған ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың ҡыланышы. Был йәһәттән дә Зөһрәне өлгө итеп ҡуйырға була. “Мин еңеү яуламаған осраҡта ғәйепте һәр ваҡыт үҙемдән эҙләйем. Тимәк, лайыҡлы сығыш яһамағанмын, нимәнелер эшләп еткермәгәнмен. Аҙаҡ видеояҙманан ҡарап, ысынлап та, үҙ хаталарымды күрәм, төҙәтеү өсөн тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә тотонам. Икенсенән, жюри ағзаларының зауығынан да тора бит. Кемдер һине матур һанай, кемеһелер – икенсе ҡыҙҙы. Еңеүсе булыуы рәхәт, күңелле, шул уҡ ваҡытта еңелеүҙе лә лайыҡлы ҡабул итә белергә кәрәк” , – ти ул.
Һәр нәмәнән тик ыңғай яҡты ғына күрергә өйрәнгән Зөһрәгә һоҡланмау мөмкин түгел. Ул, моделдәр агентлығында шөғөлләнгән саҡта, матурлыҡ салоны асырға ҡарар итә лә инде. Башҡаларҙың да донъя биҙәп йәшәүен теләй.

Хыялдары тағы ла
яҡтыраҡ, ҙурыраҡ

Бөгөнгө көн матур, ә иртәгә тағы ла матурыраҡ булыуына ышанырға кәрәк. Зөһрә ошо ҡағиҙәгә таяна. Шуға ла киләсәктә тормошҡа ашырыу өсөн, матур хыялдар менән йәшәй. Матур ғаиләлә матур тәрбиә алып үҫеү уға тормош юлын лайыҡлы үтергә ярҙам итә. Сәнғәтте, әҙәбиәтте һөйгән, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән Лиана апай менән Йәмил ағай балаларының һәр һәләтен үҫтерергә тырыша. Сәхнә артында һәм сәхнәлә үҫә Айнур менән Зөһрә. Йыр, бейеү, һүрәт төшөрөү, музыка ҡоралдарында уйнау, концерттарҙы алып барыу, шиғриәт – ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ. Бигерәк тә ҡыҙ бала һәр яҡлап камиллыҡҡа ынтыла.
Әйткәндәй, вокал һәләтен тағы ла үҫтереп, Зөһрә алдағы йылдарҙа “Голос” проектында ҡатнашып ҡарамаҡсы. Ҡытайҙа үткән “Матурлыҡ илсеһе – 2017” конкурсы барышында 60-тан ашыу ҡыҙ, шул иҫәптән героинябыҙ ҙа, ай дауамында камералар аҫтында йәшәй. Тәүге аҙнала ул үҙен уңайһыҙ тойһа ла, тора-бара бындай тормош оҡшай башлай. Шул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрһә, Зөһрәнең тележурналист булып та эшләргә теләге уянып ҡуя.
– Әлбиттә, хыялдар, уй-ниәттәр күп. Саҡыралар икән, модель булараҡ эшләйәсәкмен, ә бына матурлыҡ конкурстарына ҙур өмөттәр бағлай алмайым. Сөнки, 23 йәш күптәр өсөн ҡарт һанала. Тағы ла, эшемде киңәйтеп, Өфөлә матурлыҡ салондары селтәре булдырғым килә. Хыялдарымдың иң ҙурыһы, әлбиттә, әсәй булыу. Әлеге ваҡытта шәхси тормошҡа бөтөнләй ваҡытым ҡалмай, шулай ҙа миңә терәк булырҙай аҡыллы, иманлы кешене осратып, ғаилә ҡорорға кәрәклеген аңлайым. Кәм тигәндә өс балам булһын, тип теләйем. Һәм ҙур, йылы йортта бәхетле ғүмер кисереп, донъяны йәмләп йәшәгем килә. Алла бирһә, хыялдар тормошҡа ашһын.
Ниәттәрең матур, Зөһрә, мотлаҡ ҡабул булыр. Сөнки һин көтөп ултыра торған кеше түгел, маҡсаттарыңа табан тура бараһың.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

2020 йыл.

Автор:
Читайте нас: