Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
24 Август 2023, 22:17

Хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндерергә ғәҙәтләнгән

Ун­дағы аура үҙе үк хужа ке­ше­нең юғары зауыҡлы, үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла та­лап­сан һәм шул уҡ ваҡытта хәстәрлекле булыуы хаҡында һөйләр...

Хыялдарын  ысынбарлыҡҡа  әйләндерергә  ғәҙәтләнгән
Хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндерергә ғәҙәтләнгән

Ҡатын-ҡыҙҙың һәр саҡ йәш һәм матур булып ҡалғыһы килә. Бөгөнгө геройыбыҙ – беҙгә ана шул хыялды тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе булдыҡлы заман­даш­та­ры­быҙ­ҙың береһе. Һеҙ тышлыҡта күргән сибәркәй – Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендә урынлашҡан бик күркәм матурлыҡ салоны хужабикәһе Гөлназ Гәрәева. Бөгөн нин­дәй ҙә булһа өлкәлә бизнес асып берәүҙе лә аптыратыу мөмкин түгел, матурлыҡ салондары ла аҙым һайын, тиеүселәр табылыр. Шулай ҙа Гөлназдың салонына килеү­се­ләр бында еңел-елпелеккә урын булмауын, иҫ киткес сер­ле, тыныс, арбағыс мөхит хө­көм һөрөүен тойор, их­ти­рам­­лы мөнәсәбәт күреп ҡы­уа­ныр, күңел ләззәте кисерер. Ун­дағы аура үҙе үк хужа ке­ше­нең юғары зауыҡлы, үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла та­лап­сан һәм шул уҡ ваҡытта хәстәрлекле булыуы хаҡында һөйләр...

“Рәсемем ошо журналдың
тышлығында донъя күрһен ине...”

Хәйер, салон хаҡында бәйән итерҙән алда Гөлназдың үҙе менән яҡынданыраҡ таныштырайыҡ әле. Ундағы аҡыл һәм тырышлыҡ, тормошҡа, тирә-йүндәгеләргә булған мөхәббәт, маҡсатҡа ынтылыш һәм шул уҡ ваҡытта иҫ киткес һөймәлекле ябай ҡатын-ҡыҙ булып ҡала белеү һәләте берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.
Студент йылдарында уҡ ошо өлкәлә үҙ эшен булдырыу хаҡында хыялланған Гөлназ Бөйөк Новгород ҡалаһында донъяға килгән. Заманында атаһы менән әсәһе, Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағас, шул тарафтарға эшкә юлланған икән. Ә бер ни тиклем ваҡыт ситтә йәшәгәндән һуң, Гөлназ сабый саҡта уҡ, Башҡортостаныбыҙҙың Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылына килеп төпләнгәндәр. Геройыбыҙҙың бала сағы шунда үткән. Иҫке Сибайҙа урта мәктәпте тамамлағандан һуң, нимәгә тотонһа ла ҡулынан килгән тырыш ҡыҙ, ата-әсәһенең юлын дауам итергә теләп, Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетына уҡырға ингән. Әйткәндәй, ауыл хужалығы институтын тамамлаһа ла, Гөлназдың әсәһе, китапханасы һөнәрен үҙләштереп, ғүмер буйы китапханала эшләгән. Ул бөгөн дә Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уҡыу залын етәкләй. Ә балалары уға һәр саҡ ярҙам итер булған. Китап кәштәләрен тәртипкә килтерһендәрме, матбуғат баҫмаларын матурлап туплап ҡуйһындармы, яңы китаптарҙы ҡабул итешһендәрме – бер эштән дә ситтә ҡалмағандар. Шуға ла Гөлназ бөгөн дә китапҡа, матбуғат баҫмаларына айырыуса ҙур ихтирам менән ҡарай. Ана шул мәлдәрҙә уҡыусы ҡыҙ бала фотолары “Шоңҡар” журналының тышлығында донъя күргән егет-ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланып: “Эх, минең дә рәсемем ошо журналдың тышлығында донъя күрһен ине”, ‒ тип хыяланған. Хәҙер инде был хаҡта онотҡан да булған. Һәм бына уның бала саҡ ниәттәре һис көтмәгәндә тормошҡа ашты. Ғөмүмән, Гөлназ ‒ һәр саҡ аныҡ маҡсаттар менән янған, үҫешкә ынтылған, хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндерергә ғәҙәтләнгән заттарҙан. Мәктәп йылдарында уҡ әүҙем тормош менән йәшәгән, барлыҡ олимпиадаларҙа, спартакиадаларҙа ҡатнашҡан, бейеү ансамблендә, музыка мәктәбендә шөғөлләнеп, төрлө кимәлдәге концерттарҙа сығыш яһаған ҡыҙ бала уҡыуҙа ла һынатмаған. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған.

Уҡырға ла, эшләргә лә, бейергә лә өлгөрә

Йәш саҡ – илһамлы саҡ... Арыу-талыуҙың ни икәнен дә белмәгән Гөлназ, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты булып киткәс тә, ундағы бейеү ансамблендә сығыш яһаған. Уҡыу менән бер рәттән эшләп тә йөрөгән. Бөгөнгө геройыбыҙҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасылары яҡшы хәтерләй торғандыр. Гөлназ беренсе курста уҡығанда уҡ театрға контролер булып урынлашҡан. Бер йылдан һуң уны өлкән контролер итеп күсергәндәр. Һәм булдыҡлы студент ҡыҙ уҡып бөткәнсе эшен ташламаған. Ә инде Башҡорт дәүләт аграр университетында бер йыл уҡығандан һуң Гөлназ, һөнәрҙе бер аҙ дөрөҫөрәк һайламағанмын, ҡыҙ кешегә тормошта башҡаса йүнәлеш кәрәк икән, тигән фекергә килгән һәм Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетына һынау тотоп ҡарарға булған. Һүҙ ҙә юҡ, бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшкән ҡыҙ бында ла имтихандарҙы уңышлы тапшырып, еңел генә студент булып киткән. Башта Башҡорт дәүләт аграр университетын ҡалдырырға уйлаған ул, әммә әсәһе: ”Һиңә уҡыуы ауыр түгел бит, балам. Яҡшы өлгәшеүең өсөн Президент стипендияһы ла, исемле стипендия ла алаһың, бейеү ансамблендә шөғөлләнгән өсөн дә түләйҙәр, әйҙә, ике уҡыу йортонда бер юлы белем ал”, ‒ тип кәңәш иткән. Студент ҡыҙ әсәһенең теләгенә ҡаршы килмәгән. Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡый башлаған. Шулай итеп, ул ике уҡыу йортонда уҡырға ла, бейергә лә, эшләргә лә өлгөргән. Шул йылдарҙа “права”ға ла уҡып сыҡҡан. Хатта, имтихандарҙы тапшырғас, водитель таныҡлығын ҡулға алыр өсөн ун һигеҙ йәше тулырын бер аҙ көтөргә лә тура килгән уға.
Шулай итеп, ике уҡыу йортон да бер үк йылда тамамлауға өлгәшкән ул. Әммә тәүге йылдарҙа ике һөнәренең береһе буйынса ла эшләмәгән. Театрҙа бик матур хеҙмәт итеүен, итәғәтлелеген, алсаҡлығын, яуаплылығын күргән етәкселәре уға яңы ғына асылған Конгресс-холға эшкә барырға тәҡдим иткән. Документтар менән эшләү ҙә, төрлө кимәлдәге саралар ойоштороу бурысы ла йөкмәтеләсәген белгәс, ошо даирәне үҙ иткән Гөлназ был тәҡдимгә бик теләп ризалашҡан һәм ике йыл самаһы шунда эшләгән. Һуңынан уны яңы асылған бер ойошмаға бухгалтер итеп саҡырғандар. Быға саҡлы үҙ һөнәре буйынса эшләп ҡарағаны булмаһа ла, Гөлназ артабанғы эшмәкәрлеген ошо йүнәлештә дауам итергә ниәтләгән һәм бухгалтер эшенең нескәлектәренә тиҙ үк төшөнөп киткән. Эйе, ошоғаса ултырып эшләргә ғәҙәтләнмәгән, һәр ваҡыт кешеләр менән аралашыуға бәйле булған тынғыһыҙ даирәлә хеҙмәт иткән һылыу ул саҡта үҙенә күрә ҡыйыу ҡарарға килгән. Әммә уның холҡоноң шул яғы ла бар: ул бөтә нәмәлә лә теүәллекте, тәртипте, бөхтәлекте ярата. Ә бухгалтер эше өсөн был мөһим шарт. Шуға ла Гөлназға бер йүнәлештән икенсеһенә күсеп, ул мөхиттә үҙ кешегә әүерелеүе һис тә ауыр булмаған. Бында биш йыл самаһы эшләй ул. Тик һәр ваҡыт яңы бейеклеккә ынтылған ҡыҙ бында оҙаҡ тотҡарланмаҫҡа кәрәклеген аңлай. Сөнки көн дә бер төрлө эш, барыһы ла күнегелгән ритмда башҡарыла... Эйе, эш хаҡы насар түгел, премиялар ҙа ваҡытында түләнә. Отпуск мәлендә донъя гиҙеп ҡайтыу мөмкинлеге лә бар. Әммә әүҙем тормош менән йәшәргә күнеккән, туҡтауһыҙ үҫешкә ынтылған шәхескә ниҙер етмәгән кеүек тойола. Ул, ғөмүмән, бер урында оҙаҡ тапанырға ғәҙәтләнмәгән. Тап ошо йылдарҙа тырнаҡ тәрбиәләү, маникюр, яңы ғына модаға ингән гель лактар менән файҙаланыу буйынса курстар ҙа үтә. Тәүге клиенттары әсәһе һәм һеңлеһе була уның. Хоҙай насип итһә, матурлыҡ салоным булырға тейеш минең, тигән хыялы әленән-әле үҙе хаҡында белдереп ҡуйһа ла, был маҡсатын тормошҡа ашырырға ашыҡмайыраҡ тора ул. Артабан да үҙ һөнәре буйынса үҫешергә ҡарар итә.

Халыҡ-ара компанияла эш башлауы

Эҙләнеүсәнлеге, үҙен төрлө ҡатмарлы мәсьәләләрҙә һынап ҡарарға теләүе уны аутсорсинг, аудит, консалтинг өлкәһендә хеҙмәт күрһәткән халыҡ-ара компанияға алып килә. Бында урынлашыуы анһат түгел икәнлеген яҡшы аңлай Гөлназ. Әммә күңеле төбөндә һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, ошонда эшләйәсәгенә ышаныс була. Компанияға урынлашыу өсөн өс этаптан торған һынау үтергә кәрәк икән. Етмәһә, инглиз телен дә яҡшы белеү талап ителә. Гөлназ инглиз телен юғары кимәлдә белмәһә лә, үҙ аллы яҡшы ғына үҙләштергән була. Шуға ла тәүәккәлләп ҡарарға ниәт итә. Һынауҙың тәүге этабында тест һорауҙарына яуап бирәләр. Уны уңышлы үткәндән һуң, икенсе турға саҡыралар. Уныһында инде һөнәри мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙар бирелә, инглиз телен белеү кимәле тикшерелә, Мәскәүҙә урынлашҡан төп офистағы коллегалары менән скайп аша һөйләшеү үтә. Һорауҙарға яуап биргәндән һуң, уға инглиз телендә ни ҙә булһа һөйләп ишеттерергә ҡушалар. Ә Гөлназдың ул мәлдә яңы Дубайҙан сәйәхәттән ҡайтып, шул тәьҫораттар шауҡымында йәшәгән сағы була. Инглиз телендә илһамланып Ғәрәп Әмирлектәренә сәйәхәте хаҡында бәйән ҡыла ул. Шулай итеп, был һынауҙы ла уңышлы үтә ҡыҙ. Уны өсөнсө турға саҡыралар. Был юлы инде Өфөләге офис директоры һәм бүлек етәксеһе менән аралашыу көтә уларҙы. Йәнә бихисап һорауҙар яуҙыралар. Гөлназ был юлы ла юғалып ҡалмай. Үҙен ышаныслы, етди тота. Ундағы бүлек етәксеһе быға саҡлы Төркиәлә эшләгән булған икән. Ошо хаҡта ишеткәс, был телде лә яҡшы ғына үҙләштергән Гөлназ, уның менән төрөксә аралашыуға күсеп китә. Ҡыҙҙың еңел генә бер телдән икенсе телгә күсеүе, ихласлығы барыһын да хайран итә. Шулай итеп Гөлназ ошондай үтә етди халыҡ-ара ойошмаға һис ниндәй ауырлыҡһыҙ урынлашып, һин дә мин эш башлап ебәрә. Әлбиттә, бик ҡатмарлы даирә була ул. Уның бер үҙенә генә һигеҙ ойошма хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы иҫәпләргә тура килә. Улары ла, нигеҙҙә, сит ил ойошмалары икән. Бындағы эш үтә иғтибарлы булыуҙы, теүәллекте, тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеүҙе, йыйнаҡлыҡты талап итә. Йыл һайын аттестация үтеү кәрәк була. Тик бер ваҡытта ла артҡа сигенергә ғәҙәтләнмәгән Гөлназ был юлы ла һынатмай.

Ир хәстәрлеген тойоу күңелгә ҡанат ҡуя...

Гөлназ ошо ойошмала эшләгән дәүерҙә буласаҡ тормош иптәше Иректе осрата. Был саҡта ул банк хеҙмәткәре була. Һәм әле лә вазифалы урында эшләй. Шулай итеп Гөлназ, мәле еткәс, кейәүгә сыға. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң иһә, улдары донъяға килә. Декрет ялына киткәс, һәр саҡ әүҙем тормош менән йәшәргә күнеккән йәш әсә, күңелендә күптән йөрөткән хыялы менән йәнә яна башлай: әлеге матурлыҡ салонын асырға ҡарар итә. Дөрөҫөрәге, уның был хыялын улар тормош иптәше менән берлектә тормошҡа ашыралар. Әлбиттә, һәр эштең үҙ нескәлектәре, үҙ ауырлыҡтары. Гөлназдың был әлегә тәүге бизнесы ғына бит. Шуға башта, салонды ябам, тип уйлаған саҡтары ла була. Етмәһә, улы бәләкәй саҡ. Ә үҙ эшеңде алып барыу күп ваҡыт талап итә. Барыһы ла стандарттарға, нормаға ярашлы булырға тейеш. Персонал туплауы ла үтә етди мәсьәлә. Эйе, матурлыҡ өлкәһендә эшләгән кешеләр күп хәҙер. Тик уның бик шәп мастер булыуы ла кәрәк бит. Клиенттар менән ихлас аралашыуы, уларға ҡарата яҡшы мөғәмәләлә булыуы шарт. Тормош иптәше Гөлназдың икеләнеүҙәрен, хафаланыу­ҙа­рын аңлап ҡабул иткән. ”Һөйөклөм, теләһәң, кире ябырбыҙ, әммә һин башта эшләп ҡара әле, күреп торорһоң, барыһы ла яҡшы буласаҡ”, ‒ тип тыныс­ландырған. Ғөмүмән, Гөлназ ҡәҙерле кеше­һенә һәр ваҡыт таяна ала, уның менән үҙен яҡлау­лы, һаҡлаулы тоя, ниндәй генә мәсьәлә килеп тыуһа ла, хәл итәсәген, ауыр мәлдә ярҙамһыҙ ҡалдырмаясағын белә. Бына шул сифаттары, иғтибарлылығы, изге күңеллелеге менән йөрәген яулаған да инде ул кәләшенең. “Эйе, ҡатын-ҡыҙ ирһеҙ ҙә йәшәй ала бөгөн. Аҡсаһын да емереп эшләй, балаһын да тәрбиәләй. Тик ир ҡанаты аҫтында йәшәү, үҙеңде кемдеңдер һөйөклө йәре итеп иҫәпләү, ир хәстәрлеген тойоу күңелгә ҡанат ҡуя. Мин үҫкән ғаиләлә лә атай кешегә ихтирамлы мөнәсәбәт хөкөм һөрҙө. Һуңғы һүҙҙе ул әйтте. Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙең ғаиләлә лә шулай. Ир абруйы, атай абруйы тигән төшөнсә бар. Һәм шулай булыуы барыһы өсөн дә яҡшыраҡ ”, ‒ ти иҫ киткес нәзәкәтле Гөлназ.

Клиенттар бында үҙҙәрен көтөп алынған ҡунаҡ итеп тоя...

Әйткәндәй, уларҙың салоны көнсығыш стилендә. Һәм унда үҙеңде, ысынлап та, көнсығыш әкиәтендәге һымаҡ хис итәһең. Салондың биҙәлеше лә, персо­нал­дың клиенттарға ҡарата мөнә­сә­бә­те лә, күрһәткән хеҙмәттәре лә күңелгә ята. Гөлназ башта уҡ шундай талаптар ҡуя: бында күрһә­тел­гән хеҙмәттәр урын-еренә еткерелеп, һәр клиенттың теләген күҙ уңында тотоп, юғары кимәлдә баш­ҡа­рылырға тейеш. Ысынлап та, килгән һәр кешегә айырым мөнә­сә­бәт күрһәтелә унда. Клиенттар үҙҙәрен көтөп алынған ҡунаҡ итеп тойоп, ысын мәғәнәһендә күңел ялы алып, ҡәнәғәтлек тойғоһо менән ҡайта. Салонда маникюр, тырнаҡтарҙы матур итеп лак менән ҡаплау, ҡаштарҙы ипкә килтереү, мехенди, шугаринг кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә. Әйткәндәй, улар Өфөлә тәүгеләрҙән булып хәләл ысул буйынса тырнаҡтарға маникюр яһау, ҡаштарҙы ипкә кил­тереү хеҙмәте булдырған. Гөлназ – был ысулдарға Ҡа­занға барып шәхсән өйрәнеп ҡайтҡан. Әл­биттә, салон хужабикәһе үҙе клиент­тар­ҙы хеҙ­мәт­лән­дермәй, әммә һәр эштең нес­кәлеген белә. Шуға ла, ниҙер оҡшап етмәһә, ҡул аҫтын­да­ғы­лар­ға иҫкәрмәләр яһай, уларға кәңәштәр бирә ала. Йәнә шуныһы ла бар: Гөлназ бик тыйнаҡ “бизнесвумен”. Үҙе хаҡында әллә ни һөй­ләргә яратмай. Бер йыл эшләү дәүерендә со­циаль селтәрҙәр аша ла матурлыҡ салоны хужабикәһе булыуы хаҡында һүҙ йө­рөт­мәгән. Үҙе аша салонға реклама бир­мәгән. Күптән түгел генә инстаграмда та­ны­шыу посы яҙып, үҙе хаҡында белгерткән.
– Бында көн дә киләм. Әммә хатта даими клиенттар ҙа минең салон хужабикәһе икәнемде белмәй. Барыһы менән дә матур итеп йылмайып иҫәнләшәм. Мин улар өсөн серле бер зат булып ҡалам әле һаман. Ғөмүмән, бала саҡта уҡ тыйнаҡлыҡ хас ине миңә. Атай-әсәйем ауылда йәшәгәндә лә матди йәһәттән ҡытлыҡ кисермәнек. Атайым ғүмер буйы умарта тотто, әле лә был өлкәлә яратып эшләй. Хәлле йәшәнек. Беҙҙе, өс баланы, һәр саҡ матур итеп кейендерҙеләр. Әммә, башҡа балалар алдында өҫтөнөрәк булып күренеүҙән уңайһыҙланып, яңы кейемдәрҙе тота килеп кейеп сығып китергә тартына инем. Күпмелер ваҡыт үткәс кенә кейә торғайным. Кеҫә телефонын атайым һеңлемә лә, миңә лә улар күпләп файҙаланыла башлағас та алып бирҙе. Уны ла, башҡалар күреп ҡалмаһын тип, тауышын һүндереп, сумкамдың төбөнә һалып ҡуя торғайным, – ти ул.

“Сәнғәт өлкәһен һайлаһам да,
юғалып ҡалмаҫ инем...”

‒ Тағы ла ниндәй хыялдарың бар? – тип һораным Гөлназдан.
‒ Элек-электән телевидениела алып барыусы булырға хыялландым. Хатта бер йылды бик ҙур конкурстан үтеп, Шәүрә Ғәббәсованан дәрестәр алыу мөмкинлеге лә тейҙе. “Сәләм” тапшырыуына кастингта ла ҡатнашҡаным булды. Тик әлегәсә был хыялым ниңәлер тормошҡа ашманы. Бындай мөмкинлек тыуһа, ҡулдан ысҡындырмаҫ инем, ‒ тип яуапланы әңгәмәсем.
Әйткәндәй, бала саҡтан йыр-бейеүгә маһир Гөлназды үҙ мәлендә сәнғәт өлкәһенән китергә әйҙәүселәр ҙә булған. Тик ул аңлы рәүештә был һөнәрҙе һайламаған. Мәктәп йылдарында төрлө концерттарҙа ҡатнашып, был эштең ни тиклем ауыр икәнлеген аңлаған. “Мин актриса һөнәрен һайлаһам, тормош иптәшем дә сәнғәт кешеһе булырға тейеш. Ә тормош иптәшең менән бергә гастролдән ҡайтып инә алмаһаң, ниндәй тормош инде”, ‒ тип ул был юлдан китеүҙән баш тартҡан. “Әммә сәнғәт өлкәһен һайлаһам да, юғалып ҡалмаҫ инем”, ‒ ти ул.
Тағы ла иҫ киткес уңған хужабикә икән Гөлназ. Һөйгәнен көн дә тәмле-татлы ризыҡтар менән ҡаршыларға, ике яҡлап та туғандарын саҡырып ҡунаҡ итергә ярата. Хатта яңы ғына өс йәшен тултырған улы ла уға ҡарата был йәһәттән талапсан, “бөгөн шундай-шундай ризыҡтар бешерәйек”, тип заказдар бирә һәм үҙе лә әсәһенә булыша икән. Ә Гөлназ өсөн яҡындарын тәмле-татлы ризыҡ менән һыйлау – үҙе оло бәхет.
Ғөмүмән, булмышынан нәзәкәтлелек, нескәлек бөркөлә, ҡыйыулығы, тәүәккәллеге һәм шул уҡ ваҡытта ифрат һығылмалы булыуы хайран итә был һылыуҙың. Үҙ-үҙен тотошонда яһалмалыҡҡа ла, һауалылыҡҡа ла һис урын юҡ. Тауышы ла йырлап торған кеүек. Ҡыҫҡаһы, ысын ҡатын-ҡыҙ тап беҙҙең журнал тышындағы Гөлназ кеүек булырға тейештер ҙә бына...

Гөлшат Ҡаһарманова.

2020 йыл.

Автор:
Читайте нас: