– Иң беренсе шуны белге килә — ижадҡа һөйөү ҡайҙан килә?
– Ижадҡа ынтылыш ҡанымда бар. Сибай кантоны нәҫеленән мин, атайым яғынан алтынсы быуында ул минең ҡартатайым. Әсәйем яғынан Абдулхаҡ Игебаев — олатайым. Ғөмүмән, ике яҡтан да шиғыр яҙған, йырлаған, бейегән, ижадҡа ғашиҡ кешеләр бик күп.
– Ни өсөн тап режиссер булыуҙы һайланығыҙ? Кино сәнғәте менән күптән ҡыҙыҡһына инегеҙме?
– Бала саҡта һәр бер ҡыҙ үҙен актриса, йондоҙ итеп күргеһе киләлер. Мин дә шулай инем. Хәтеремдә, “Оскар” премияһын тапшырғандарын төн булһа ла ҡарай торғайным. Ниндәй актер ниндәй номинацияла еңгәнен, ниндәй фильм награда алғанын дәфтәргә яҙам. Гәзит-журналдар килһә, йондоҙҙар тураһындағы мәҡәләләрҙе ҡырҡып, дәфтәремә йәбештерҙем. Унлаған дәфтәр йыйылғандыр ул.
Аллаға шөкөр, бала саҡтан атайым Мирза Сәфиулла улы менән әсәйем Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙы мине һәр яҡлап дәртләндереп, ярҙам итеп торҙо! Ғаиләлә булған мөхит, ата-әсәһе менән мөнәсәбәт, уларҙың яратыуын тойоу баланың артабанғы ғүмеренә, киләсәгенә ныҡ тәьҫир итә. Дөрөҫ тәрбиә биргәнгә, һәр саҡ янымда булғандарына атайым менән әсәйемә шул тиклем рәхмәтлемен!
Бөгөн режиссер былыуым менән бик ҡәнәғәтмен. Был һөнәр — минеке. Мин үҙ урынымда, тип ышаныслы итеп әйтә алам! Төшөрөү майҙансығында үҙемде һыуҙағы балыҡ һымаҡ тоям. Режиссер булыуы хәтәр нәмә: үҙең уйлап яңы донъя, ғүмерҙәр, тарихтар тыуҙыраһың, аҙаҡ, төшөрөп, уларҙы ысынбарлыҡҡа әүерелдерәһең. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, тамашасының “был фильмығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!”, “мин шуны аңланым, ошоға төшөндөм” тиеүҙәре генә ни тора! Хеҙмәтең бушҡа булмағанын аңлау — ижад кешеһе өсөн иң юғары ләззәт.
– Һеҙҙең бер коллегағыҙ: “Кинематограф ирҙәр эше, шулай ҙа уның ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ булыуы мөмкин түгел”, — тигән ине. Бының менән килешәһегеҙме?
– Элек, бәлки, ысынлап та шулай булғандыр. Ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ бер эште лә күҙ алдына килтереп булмай. Хәҙер заманалар башҡа. Гүзәл заттарҙың — ирҙәр, ирҙәр ҡатын-ҡыҙ эшен башлауы – ғәҙәти күренеш. Кинематограф — сәнғәт, ижад. Кем төшөргәне — барыбер. Иң мөһиме — һөҙөмтә. Эйе, ирҙәр донъяны башҡаса күрә, беҙ — икенселәй итеп. Был донъяға төрлө ҡараш, төрлө фильмдар кәрәк. Кешегә талант бирелгән икән, ир булһынмы, ҡатынмы, иң мөһиме, донъяға таратһын. Әгәр яна икән, үҙенә оҡшай икән, эшләй ала икән, ниңә үҙен сикләргә тейеш?
– Фильмдарығыҙ, ғәҙәттә, көтөлмәгәнсә бөтә. Ниңә шулай? Тамашасыны аптыратыр өсөн махсус алыммы был?
– Үҙем аптыратып, хайран ҡалдырған, көтөлмәгән боролошло фильмдарҙы яратам. Тыныс ҡына ҡарап ултыраһың да, сюжет ҡапыл бөтөнләй икенсе яҡтан асылып китә. Тамашасы уйлана башлай. Ә ваҡиғалар бер тигеҙ генә барһа, ҡарайҙар ҙа оноталар. Көтөлмәгәнсә бөтһә, аҙаҡ иҫләп, уйланып, анализлай башлайҙар, фильм күңелдәренә үтеп инә.
– Актерҙарҙы ролгә нисек һайлайһығыҙ?
– Сценарий яҙғанымда уҡ башымда яҡынса образдар тыуа, ниндәй кешеләр кәрәк икәнен төҫмөрләйем. “Ҡырағай” өҫтөндә эшләгәндә шунда уҡ күҙ алдымда Артур Кәбиров килеп баҫты. Икенсе фильмымда, рус телендә төшөрөлгән “Мине дауалаусы дошман”да төп ролдәрҙә Марат Ҡорбанғәлиев менән Айгөл Шәкирова ҡатнашты. Айгөлдө бер оҫталыҡ дәресендә күреп, иҫем киткәйне. Ниндәй энергетика, ниндәй матурлыҡ! Берәй заман уның менән эшләргә ине, тип уйлағайным.
– Һеҙгә Гөлли Мөбәрәкованы төшөрөү бәхете тейҙе. Уның кимәлдәге шәхес менән эшләүе нисек булды?
– Аллаға шөкөр, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы менән эшләп өлгөрҙөм. Хәҙер күптәр: “Яратҡан актрисабыҙҙы экранда күргәс, һағыныу баҫылғандай була. Был фильм — Гөлли апай тураһында иҫтәлекте һаҡлаусы”, — тиҙәр. Сөнки ул фильмдарҙа күп төшмәгән. Гөлли Мөбәрәкова шул тиклем рәхмәтлемен! Миңә ышанды, дебютант тип ҡарап тормай, фильмда ҡатнашты.
Гөлли Арыҫлан ҡыҙы менән эшләүе еңел булды. Актриса эҙләгәндә уға шылтыратҡайным, күптәнге таныштар һымаҡ матур итеп һөйләште, өйөнә саҡырҙы. Мин уға идеямды, пландарымды һөйләнем, сценарийҙы ҡалдырҙым. Бер нисә көндән шылтыратып, яуабын әйтте: “Ризамын, йәштәргә ярҙам итергә кәрәк”, — тине.
Беҙ аҙна буйына төшөрҙөк. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы иртәнән-кискә тиклем беҙҙең менән булды. Бер һүҙ өндәшмәне, зарланманы. Профессионал! Беҙҙең фильмдың бәҫен күтәрҙе ул! Үҙе лә килеп сыҡҡан
һөҙөмтәнән бик ҡәнәғәт ҡалды, оҡшатты. Аҙаҡ шылтыратһам, “һаумы, балаҡайым” тип кенә өндәшә ине. Шундай кешелекле, ябай, ихлас, алсаҡ кеше ине!
– “Ҡырағай” фильмының девизы — “Әсә күңеле — балала, бала күңеле — далала”, тигән инегеҙ. Хәҙер, үҙегеҙ әсәй булғас, был фильмға ҡарашығыҙ үҙгәрмәнеме? Ғөмүмән, әсәй булыу ижадығыҙға нисек тәьҫир итте?
– “Әсә күңеле — балала, бала күңеле — далала” тигәндәрен ишетеп үҫтем. Әсәйем ошондай мәҡәл-әйтемдәрҙе күп белә һәм һәр ваҡыт урынлы итеп ҡуллана. Бәләкәйҙән аңыма һеңдереп үҫтем, һәм фильмыма ошо һүҙҙәр тап килде. Ә, бәлки, киреһенсә, ошо мәҡәлдән яйлап-яйлап фильм тыуғандыр.
Үҙем әсәй булғас, фильмдың девизы, уның эстәлеге тормошобоҙға тулыһынса тап килеүенә тағы ла нығыраҡ инандым. Әсәйҙең күңеле — балала. Бәпес тыуғас, тулыһынса донъяға ҡарашың, ҡиммәттәрең үҙгәрә. Бар иғтибарың шул бәләкәстә. Бигерәк тә тәүге өс йылда бала тип кенә йәшәйһең.
Әсәй булыу мине тағы ла нығыраҡ асып ебәрҙе. Тәү сиратта ҡытын-ҡыҙ, шунан инде режиссер булараҡ. Сөнки бар нәмәгә икенсе күҙҙәр менән бағаһың. Балаларға, атай һәм бала проблемаһына башҡа төрлө мөнәсәбәт тыуа.
– “Ҡырағай”, ысынлап та, күптәрҙең йөрәгенә үтеп инерлек фильм...
– Фильм ниңәлер тап ир-егеттәргә ныҡ тәьҫир итә. Уны ҡарағанда эргәмдә ултырған таныш егет илап ебәрҙе. Аҙаҡ: “Әсәйемә өс йыл ҡайтманым, мотлаҡ ҡайтып киләм”, — тине. 40 йәште үткән бер ир-егет: “Фильмды ҡарағандан һуң әсәйемде ғәфү итә алдым, уның менән кире аралаша башланыҡ”, — тип рәхмәттәрен әйтте. Ижадым аша кешеләргә ярҙам итә алыу — минең өсөн иң юғары награда.
– Күптән түгел социаль селтәрҙәрҙә яңы фильм төшөрөүегеҙ хаҡында хәбәр иткәйнегеҙ. Нимә тураһында буласаҡ? Ҡасан күрәбеҙ?
– “Нигеҙ” тип аталған ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм өҫтөндә эшләйбеҙ. Был – тыуған йортоң менән хушлашыу, атайҙар һәм балалар проблемаһын күтәреп сыҡҡан картина. Фильмға сценарийҙы 2018 йылда уҡ “Атай йорто” тип яҙған инем. 2019 йылда грантҡа биреп ҡараным, үтмәне. Аҙаҡ инде декрет ялында булдым, ижадтан ситләшеп торҙом. Дүрт йыл үтте, донъялар үҙгәрҙе. Мин үҙем инде әсәй булараҡ үҙгәрҙем. Сценарий башҡа төрлөгә әүрелде. Алда уйланған һөлдә ҡалды, әммә икенсе уй-фекерҙәр, идеялар өҫтәлде. Ашҡа тоҙ, тәмләткестәр һалған һымаҡ, төрлө ерҙәрҙән илһам алып өҫтәй барҙым. Бына тиҙҙән, 4—5 йылдан һуң ғына, тамашасыға барып етә.
“Нигеҙ”ҙе беҙ “Росмолодежь.Гранты” тип аталған федераль программа буйынса һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” коностудияһы ярҙамында төшөрҙөк. Әле алда күп эштәр көтөлә. Премьераһын киләһе йылдың яҙына планлаштырабыҙ. Күгәрсен районы халҡы менән эшләгәс, Мораҡта, шулай уҡ Өфөлә, Сибайҙа мотлаҡ күрһәтәсәкбеҙ. Башҡа ҡала-ауылдарҙа ла булырбыҙ!
– Ни өсөн тап Күгәрсен районында төшөрҙөгөҙ?
– 1 октябрҙән 6 октябргә тиклем Күгәрсен районы Түләбай ауылында эшләнек. Ауылды оҙаҡ ҡына эҙләнек. Беҙгә бәләкәй генә, боронғо өйҙәр булған, эргәһендә кеше лә, машина ла менерлек бейек түгел тау булған ауыл кәрәк ине. Алты-ете район буйлап йөрөнөк. Осраҡлы ғына ошо ауылға барып эләктек. Түләбайҙы шунда уҡ оҡшаттыҡ! Күгәрсен районы халҡы беҙҙе шул тиклем йылы ҡаршы алды! Азат һәм Розалия Айытҡужиндар төшөрөү өсөн өйҙәрен бирҙе, Иртөбәк ауыл советы хакимиәте башлығы Зәкир Үзбәков бар яҡлап ярҙам итте. Күгәрсен районы мәҙәниәт бүлеге лә үтенсетәребеҙҙе кире ҡаҡмай, булышлыҡ күрһәтте. Рәхмәт барыһына ла! Тағы ла киностудия директоры Юнир Әминевкә оло рәхмәтлебеҙ!
– Яңы фильмда кемдәр төп ролдәрҙе башҡара?
– Ролдәрҙә Сибайҙан Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин, Стәрлетамаҡтан Рәсил Сынбулатов уйнаны. Улар менән бик күңелле эшләнелде. Дөйөм алғанда, өсөнсө фильмымды рәхәт төшөрҙөк. Майҙансыҡта атмосфера ла еңел булды. Беренсенән, инде тәжрибә бар. Барыһын алдан күҙаллап, планлаштырып ҡуяһың. Икенсенән, дөрөҫ команда тупланылды. “Бабич” фильмын төшөргән Дамир Ғәйетҡолов, ҡуйыусы оператор, рәссам Руслан Мәғәлимов, тауыш операторы Гөлнара Сәйетова һәм башҡалар менән эшләнек. Был кешеләрҙе юҡҡа ғына йыйманым. Барыһы ла – үҙ эштәренең белгесе, профессионалдар.
– Башҡорт телендә сыҡҡан фильмды таратыу, шулай уҡ фестивалдәрҙә ҡатнашыу ауыр булмаясаҡмы?
– “Ҡырағай” фильмы күп кенә Рәсәй, халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә ҡатнашты, приздар алды. Һуңынан интернетҡа һалғайным, халыҡ ихлас ҡараны. Тәржемәһе булмаһа ла, үзбәктәр, ҡаҙаҡтар, ғөмүмән, төрки халыҡтар ҡарай, комментарийҙар яҙып, миңә рәхмәт һүҙҙәре еткерә. Алла бирһә, буласаҡ фильмымды ла субтитрҙар менән инглиз, рус теленә тәржемә итәсәкбеҙ. Төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙә ҡатнашырға уйлаһаң, субтитрҙар мотлаҡ кәрәк.
– “Нигеҙ”ҙе төшөрөп бөткәс, тауға менеп рәхмәт әйттем, тип яҙған инегеҙ. Тәбиғәтте яратҡан кешеһегеҙ, тимәк?
– Эйе, тәбиғәткә ныҡ бәйле кешемен.“Нигеҙ”ҙе төшөрөп бөткәс, фильмды төшөргән тауға менеп, рәхмәт әйттем. Ул тау фильмда үҙе бер персонаждай булды! Беҙгә кәрәкле дүрт көндә һауа торошо шундай шәп булды! Бишенсе көн ямғыр яуҙы. Бер көн алда яуһа, бөтә пландарыбыҙ боҙолор ине. Тәбиғәт беҙҙең яҡта булғаны өсөн рәхмәтемде әйттем! Ер — әсә, һауа ата икәнен, һәр ағаста, һәр үләндә, хатта ташта йән барлығын беләм. Кешелә рухи үҫеш һәр саҡ булырға тейеш. Фильмдарыма ла ошоға бәйле филсәфәүи фекерҙәр һалам. Ҡарағас, бәлки, кемдер уйланыр, үҙенә ниҙер алыр, тип ышанам. Яңы фильмға ла кеше — кәүҙә генә түгел, ә йән, ижад, хистәр, уны уратып алған донъя, тыуған йорто тигән фекер индерҙем.
– Һеҙҙең тормош иптәшегеҙ ҙә ижад кешеһе. Ике ижад кешеһе нисек һыйыша?
– Ильяс менән 2015 йылда дуҫлаша башланыҡ һәм өс йылдан өйләнештек. Ул да ижад кешеһе, үҙенең “Малай-шалай” тигән панк-рок төркөмө бар. Тауышы бик матур! Матур ғына түгел, үҙенсәлекле. Йырлағанын ишетһәм, күңелем тула, йәнгә йылы йүгерә. Уның тауышы мине тынысландыра. Ильяс ижадымда һәр яҡлап ярҙам итә — был иң мөһиме. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ғаиләһенең ярҙамын тойоу кәрәк. Үҙ кешеңде табып, уңышлы кейәүгә сығыу ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерендәге иң мөһим аҙымдарының береһе тип уйлайым. Ошо аҙымдан һинең артабанғы ғүмерең тора. Мин Ильястан уңдым тип иҫәпләйем. Ул да минән уңғандыр, моғайын (көлә). Батыр тигән улыбыҙ бар. Алла бирһә, бәпестәр үҫтереп, артабан да бергә матур итеп йәшәрбеҙ, тип ышанам!
– Әлеге мәлдә ниндәй хыялдар менән янаһығыҙ?
– Алла бирһә, әлбиттә, фильмдар төшөрәсәкмен. Әйткәнемсә, был һөнәр — минеке. Үҙ урынымды тапҡанға шул тиклем бәхетлемен! 2016, 2017 йылдарҙа ике фильм төшөрҙөм дә ижадтан оҙаҡҡа ғына ситләшеп торҙом. Ә өсөнсө фильмды төшөрә башлағанда режиссерҙың экранындағы тәүге кадрҙарҙы күреүем булды, күҙемдән йәштәр тәгәрәне, сөнки ошо мәлде шул хәтлем көткән инем!
Бөтә пландарым режиссерлыҡ менән бәйле. Артабан тулы метражлы фильм төшөрә башларға кәрәк. Йәнһүрәт тә эшләп ҡарағым килә. Театр ҙа мине бик ҡыҙыҡһындыра. Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына минең сценарий буйынса Ярославлдән режиссер Владимир Вобликов ҡыҫҡа метражлы “Ку-ку” исемле социаль драма фильмын төшөрҙө.
Өс фильмды бергә альманахҡа йыйып, республика буйлап күрһәтергә тигән хыял да бар. Тик уларҙы бер юлы ҡарауы ауыр булыр ул, әлбиттә. Бөтәһе лә ғаилә — әсә — ул, ата — ҡыҙ, ата — ул мөнәсәбәттәре темаһына төшөрөлгән, тамашасыға ҡыйын бирелеүе ихтимал. Һәр бер фильмға тәрән, ҡайһы бер урындарҙа фәлсәфәүи фекер һалынған. Шулай ҙа был эште башҡарып ҡарағым килә.