“Кабинетыма әсәле-ҡыҙлы икәү килеп инде. Ҡыҙҙың яурынындағы миңе кейемгә ышҡылып боҙолған икән. Әсәһе дауаларға теләй. Миңде алып ташларға кәңәш иттем, сөнки гел дә йәрәхәтләнеп торһа, аҙаҡ ҡаты ауырыуға килтереүе ихтимал. “Юҡ-юҡ! — тине әсәһе. — Минең дә яурынымда шундай уҡ миң бар. Ул беҙҙе башҡаларҙан айырып тора, яҡыныраҡ та итә!..” Ҡатын менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Әсә менән ҡыҙҙы яҡынайтҡан башҡа төрлө шөғөлдәр табырға, йола булдырырға тәҡдим иттем. Ваҡыт үтте, икеһенең дә миңен алдыҡ. Хәҙер улар декабрь һайын тау шыуырға бара, ә йома һайын яратҡан кафеларында сәй эсә... Беҙҙе миңдәр түгел, ә уртаҡ шөғөл, ғаилә йолалары яҡынайтырға тейеш...” Был хәл хирург, онколог, лазер белгесе Ринат ЗАҺИҘУЛЛИН менән булған. Ун биш йыллыҡ эш тәжрибәһендә бындай тарихтар байтаҡ ҡына йыйылған. Ҡасандыр санитар булып хеҙмәт юлын башлаған Ринат Әмир улы бөгөн Өфөлә үҙенең “Эстет табибы” исемле клиникаһын асыуға ирешкән.
— Бәләкәйҙән табип булырымды белдем, — ти Ринат Әмир улы. Былай тип әйтеүгә үҙ сәбәптәре лә бар: ул — атаһының юлын дауам итеүсе.
Ринат Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләһендә улар икәү — апаһы Рүзилә БДПУ-ның сәнғәт-графика факультетын тамамлаған, әлеге көндә ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Аталары Әмир Ноғәмән улы 45 йылдан ашыу Сәйетбаба участка дауаханаһында терапевт булып эшләгән, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, хеҙмәт ветераны исемдәренә лайыҡ булған. Шуға ла ул атаһының кешеләрҙе дауалағанын, уларға һаулыҡ килтергәнен күреп үҫә, уға эйәреп дауаханаға йөрөгән саҡтары ла була.
— Балалар баҡсаһынан баш тартып, бер йыл буйы атайым менән эшенә йөрөнөм. Хатта юлда бәпәй тапҡан осраҡтарҙы күрергә тура килде, — ти Ринат Әмир улы. — Әлбиттә, табип һөнәре ауыр икәнен белеп үҫтем. Ул ваҡытта ашығыс машиналар бар ине, тик юлдар булмаһа, ат менән дә, йәйәү ҙә йөрөгән саҡтары иҫтә. Әммә үҙемде башҡа бер һөнәрҙә лә күҙ алдына килтерә алманым. Хирург булып тыуалар, тигәндәре шулдыр. Хәтерҙә, бала саҡта иптәш малайҙарҙың шешкән бармаҡтарын дауалай торғайным.
Әсәләре Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы — районда ихтирамлы, уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған педагог. 42 йыл эшләп, фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы”, “Башҡортос - тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, хеҙмәт ветераны исемдәренә лайыҡ булған. Балалары - на ул, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, бәләкәйҙән туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү уята. Быны һөйләшкәндән дә төҫмөрләп була: Ринат Әмир улы хатта медицина терминдарын саф башҡортса әйтә.
Тулыһынса "Шоңҡар"ҙың февраль һанында уҡырға була.