Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәр студент – алтын бөртөгө!

Уҡыуға ла, фәнгә лә, төрлө сараларға ла өлгөрөү еңел түгел, әммә, тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Теләге булған студент төрлө яҡтан һәләттәрҙе үҫтереүгә лә, тырышып уҡырға ла ваҡыт таба.

Һәр студент –  алтын бөртөгө!
Һәр студент – алтын бөртөгө!

Күренекле шәхестәр менән дан тотҡан. Бөгөн бында башҡорт, татар һәм сыуаш милләтле студенттар белем ала. “Беҙҙең факультет – күп милләтле факультет”, – тип ғорурлана студент­тар. Сөнки тағы ла төрки теле студенттары араһында азербайжан­дар, ҡаҙаҡтар һәм ҡырғыҙҙар ҙа бар! Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты координаторы, студенттар башлығы Марсель НУРАСОВ факультет тормошо менән таныштыра.

Факультеттағы һәр студент алтын бөртөгөләй ҡәҙерле. Һәр береһе фәнни, тәрбиәүи-мәҙәни саранан ситтә ҡала алмай. 1 курсҡа уҡырға килеү менән уларҙы Торатау менән таныштырырға алып сығабыҙ. Октябрҙә “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” конкурсы үтә: кем матур бейей, йырлай, шиғыр һөйләй, сәхнәлә үҙен иркен тота – шунда беләбеҙ. Беренсе курстар араһында еңел атлетика буйынса кросс та уҙғарыла, шул рәүешле спорт менән дуҫтар барлыҡҡа килә. Яҙ һайын “Студент яҙы” конкурсында бөтә студенттар ихлас ҡатнаша. Быйыл беҙ һигеҙ факультетыбыҙ вуздағы һигеҙ факультет һәм колледж араһында өсөнсө урынды яуланы.
Фәнни конференциялар – йәш быуындың фәнгә тартылыу кимәлен күрһәтеүсе барометр ул. Йылда уҡыу йортонда уҙғарылған “Йәшлек. Прогресс. Фән” фестивалендә һәр студент теләп ҡатнаша. Ҡайһы саҡта бер нисә фәнни-тикшеренеү эшен тәҡдим итә. Быйыл күренекле ғалимдар Б. Ғафаров менән С. Галиндарҙың юбилейына арналған фәнни-ғәмәли конференцияларҙы ойоштороуҙа беҙҙең студенттар ҙа әүҙем ҡатнашты, үҙҙәре лә фәнни эштәре менән сығыш яһаны. Айырыуса Ләйлә Абдулова, Айһылыу Исхаҡова, Анфиса Васильева, Анастасия Федорова, Әлфиә Нәбиуллина, Айһылыу Өмөтбаева, Диләфрүз Латыпова кеүек ҡыҙҙарыбыҙ фән менән ныҡлап шөғөлләнә. Студенттарҙың фәнни ойошмаһын Ольга Никитина етәкләй. “Йәш педагог” тип аталған республика кимәлендәге студенттар конкурсында Регина Мәһәҙиева 3-сө урынға лайыҡ булды.
Республиканың башҡа уҡыу йорттары, белем усаҡтары менән дә тығыҙ аралашабыҙ. Сибай институты (филиалы), төрлө колледж студенттары конференцияларҙа, факультетта йыл да уҙған “Йәш журналист” республика конкурсында әүҙем ҡатнашалар.
Апрелдә Өфөлә милли кейемдәр буйынса үткән түңәрәк өҫтәлдәге сығыштарҙан үҙебеҙгә күп нәмә алдыҡ. Рәсәй фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына экскурсияға барҙы студенттар. Күренекле яҙыусылар, ғалимдарҙы күреү, тыңлау, боронғо китаптар менән танышыу – барыһы ла үҫеп килеүсе йәштәргә ыңғай йоғонто яһай.
Уҡыу йорто данын төрлө урында яҡлаған “йондоҙ”ҙарыбыҙ ҙа бар. Данил Сөләймәнов вокал буйынса республика кимәленә сыҡты. Камила Ғүмәрова матур йырлай, бейеүҙәр ҙә һала. Уның тырышлығы менән факультетта бейеүҙәр ҡуйыла. Мәҫәлән, “Студент яҙы”нда “Ете ҡыҙ” бейеүе барыһының да күңеленә хуш килде. Егеттәр араһында үткән “Мистер СФ УУНиТ” конкурсында Данил Сөләймәнов еңеү яуланы. «Мисс СФ УУНиТ»та һылыуыбыҙ Фидәлиә Әхмәтйәнова ла уңышлы сығыш яһаны. Факультетта һәр бүлектең мәҙәни яҡтан ойоштороусыһы бар: башҡорт бүлегендә – Рузана Сынбулатова, татар бүлегендә – Альбина Уразбахтина һәм Линария Мөхәмәтйәнова, сыуаш бүлегендә – Константин Петров. Константин – республика Башлығы стипендияһын ала. Һәр яҡтан өлгөр, тырыш студенттар араһында юғары академик стипендия алыусылар бихисап.
Уҡыуға ла, фәнгә лә, төрлө сараларға ла өлгөрөү еңел түгел, әммә, тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Теләге булған студент төрлө яҡтан һәләттәрҙе үҫтереүгә лә, тырышып уҡырға ла ваҡыт таба. Студенттар әҙәби ижад менән легендар “Ашҡаҙар” түңәрәгендә, бейеү менән “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. “Йондоҙ” вокал түңәрәгенә Наҙгөл Йәркинбаева, Диана Әхмәтова, Айһылыу Өмөтбаева, Регина Хәзиәхмәтова, Фидәлиә Әхмәтйәновалар яратып йөрөйҙәр. Туризм менән мауыҡҡан Юлиә Фәйзуллина менән Булат Байғусҡаров киләсәктә Башҡортостан тәбиғәтен ҡунаҡтарға ла танытыуҙарына шигебеҙ юҡ. Быйылғы беренселәр үҙҙәрен еңел атлетика, волейбол кеүек спорт төрҙәрендә иң яҡшылары итеп танытып өлгөрҙө. “Быйма” КВН командаһы, һәр йылда ла, составы яңырып торһа ла, һынатҡандары юҡ. Ильяс Ғүмәров, Айгизә Аҙнабаева, Булат Байғусҡаров янына Рөстәм Әмирханов килеп ҡушылды.
Факультетта милли музыка ҡоралдарына ла ҙур иғтибар бүленә. Ҡумыҙсылар ансамбле быйыл ғына төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, Наҙгөл Салауатова, Розалина Булатова, Диана Вәхитова, Фаягөл Салауатова, Ҡарлуғас Назарова, Алһыу Муллабаева Аяз Яҡуповтар үҙҙәрен оҫта ҡумыҙсылар итеп танытып, төрлө сараларҙа ҡатнашып өлгөрҙө.
Беҙҙең студенттар оло йөрәкле булыуҙары менән дә билдәле. “Алтын йөрәк” исемле филиалдың ирекмәндәр командаһын II курс студенты Фидәлиә Әхмәтйәнова етәкләй. Диана Әхмәтова, Айһылыу Өмөтбаева, Наҙгөл Йәркинбаева, Рузана Сынбулатова, Азалия Бикбулатовалар һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ирекмәндәр иҫәбендә. Улар – “Йәш педагог көнө”, “Вакансиялар йәрминкәһе” кеүек күләмле сараларҙы, хакатон, спорт ярыштарын уҙғарғанда ойоштороусыларҙың уң ҡулы.
Факультетта йәш журналистар клубы эшләй, Айгөл Ғафарова, Рената Ҡорманғолова, Айгөл Шафиҡова, Рузана Сынбулатова, Наҙгөл Салауатова, Кристина Никифорова, Элина Мусина төрлө сараларҙы фото һәм видеоға төшөрә, монтажлай. Текст өҫтөндә Илмир Ҡотлогилдин эшләй.
Бакалавриатты тамамлағас, артабан да бәйләнеште өҙмәй сығарылыш студенттары һәм уҡыуҙарын факультетта дауам итәләр, Наҙгөл Вәлиева, Гөлназ Мөхәмәтйәнова, Зунира Ғәлиуллина, Илһөйәр Шәрәфетдиновалар журналистар клубында шөғөлләнде, әле магистратурала белем алыуын дауам итәләр.
Алтын бөртөгөләй булған студенттарыбыҙ шулай нығына, төрлө яҡтан үҫешә.

“Йәш журналистар клубы”

Ижад донъяһы артабан да йәшәр

Илмир Ҡотлогилдин – Күгәрсен районы Бикес ауылы егете. Теләүембәт урта мәктәбен тамамлаған. Альбина апаһы өлгөһөндә факультетҡа уҡырға килә. Бөгөн ул III курс студенты. “Ашҡаҙар” түңәрәге ағзаһы. Бала саҡтан башҡорт һәм рус телдәрендә яҙыша. Поэзия, проза жанрҙарында эҙләнә. Шиғырҙары “Шоңҡар” журналында баҫылды. Илмир «Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла…» ижади конкурсы, МХО-ла һәләк булған яугир-шағир Валентин Волочаев иҫтәлегенә үткәрелгән «Беҙ – бергә» асыҡ ҡала шиғыр конкурсы еңеүсеһе булды.

– Илмир, беренсе шиғырыңды ҡасан яҙҙың?
– Тәүге шиғыр бала саҡта яҙылған булғандыр ҙа ул, уны иҫләмәйем. Ғөмүмән, ҡулға ҡәләм алыуым 10 класта булды, беренсе курста шиғырҙарымды үҙемдең социаль селтәрҙәрҙә сығара башланым.
– Ижадҡа тотонорға нимә этәргес бирҙе?
– Ижад менән шөғөлләнеүем, бер яҡтан, китап уҡырға яратыуыма, йырҙар тыңлап, уларҙың һүҙҙәрен тикшереп, анализларға ынтылышыма бәйлелер. Һүҙҙәргә ниндәй мәғәнә һалыныуы, кинәйәгә нимә йәшерелеүе миңә һәр саҡ ҡыҙыҡ ине. Ошо мауығыуым шиғыр яҙыуыма этәргес бирҙе. Ә тәүге шиғырым беренсе мөхәббәтем хаҡында булды.
– Ниндәй жанрҙарҙа эшләйһең?
– Күбеһенсә, мөхәббәт хаҡында шиғырҙар яҙам, улар ижадымдың иң ҙур өлөшөн билдәләй, сөнки был үлемһеҙ тема йәштәргә ныҡ яҡын. Проза өлкәһендә лә эшләйем, минең өсөн яңы жанр, яйлап эҙләнәм. Әлеге мәлдә жанры күңелемә яҡын.
– Ниндәйҙер яҙыусы ижады, бәлки, китабы, әҫәре һине ижадҡа рухландыра аламы?
– Яратҡан китабым – Джек Лондондың «Мартин Иден»ы. Был роман шәхестең шағир булараҡ үҫешен, формалашыуын бик яҡшы күрһәтә. Ә ижадҡа мине үҙем кеүек йәш авторҙар, уларҙың шиғырҙары рухландыра. Уларҙың әҫәрҙәрен уҡып, мин үҙемә фәһем алам. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙы уҡыған һайын ҡыуанам, ижад донъяһы артабан да йәшәр, тип ихлас ышанам.
– Һин ике телдә лә яҙышаһың бит?
– Эйе, башҡорт һәм рус телдәрендә яҙам. Үҙемдең бәләкәй генә булған аудиториямда шулай уҡ төрлө милләт кешеләре йыйылған. Миндә ике телдә яҙыу оҡшай, һәр телдең үҙенсәлекле яҡтары бар.

“Бейей-бейей, һөйләшә-һөйләшә оҫтарам”

Беренсе курста ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, Алина Һөйәрғолова вузда, факультетта танылып та өлгөрҙө. Ул – оҫта бейеүсе, “Бөрйән ҡыҙҙары” менән таң ҡалдырҙы. Алсаҡлығы менән дә үҙенә тартып тора.

– Алина, һин ҡайһы яҡтың һыуын эсеп үҫтең?
– Мин – Эйек буйынан. Күгәрсен районы Мораҡ ауылында тыуҙым, 1-се урта мәктәпте тамамланым.
– Яратҡан шөғөлдәрең бармы?
– Ун йыл самаһы бейеүҙән айырылғаным юҡ. Мораҡтағы музыка мәктәбен тамамлағас, “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә ныҡлап шөғөлләнә башланым. Беренсе курсҡа уҡырға килгәс тә “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә барҙым. Сыуаш егете Родион Павлов та беҙҙең башҡорт халыҡ бейеүҙәрен ихлас өйрәнә.
– Уҡыу йортона беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡас, ниндәй тойғолар кисерҙең?
– Бында уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа ихлас. Яңы килгән студенттарҙы йылы ҡабул иткәс, өйрәнеүе еңел һәм тиҙ булды.
– Актив студент булараҡ уҡыу йортоноң бүләгенә – сәйәхәткә сығырға ла өлгөргәнһең...
– Беренсе курс студенттары араһында «аллошка»ла факультет призлы урын алғас, уҡыу йорто иң актив студенттарға өс көнгә Екатеринбург ҡалаһына бушлай экскурсия ойошторҙо. Мин факультеттан һайлап алынған ике студенттың береһе, имеш. Ныҡ оҡшаны: матур ҡунаҡхана, көн һайын экскурсиялар. Яңы ҡаланы күрҙек, яңы урындарҙа булдыҡ, яңы тәҫьораттар менән матур ял итеп ҡайттыҡ.
– Бында уҡыуы нисек?
– Уҡыу еңел тип әйтмәйем. Юғары кластарҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡымау үҙен һиҙҙерҙе. Әле белгәндәрем иҫкә төшә, белмәгәнен өйрәнәбеҙ. Инглиз телен дә ентекләп уҡыйбыҙ. Башҡортса ғына һөйләшеүе ауырлыҡ ине башта. Хәҙер туған телебеҙҙә аралаша-аралаша уның нескәлектәренә, матурлығына төшөнәбеҙ.
– Мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларға ниндәй теләктәрең булыр?
– Оло тормош юлына баҫҡанда хәл иткес мәлдә һынатмаһындар. Иң мөһиме: үҙҙәренә ышанһындар һәм хыялдарына табан барһындар. Киләсәктә үҙҙәрен башҡорт, инглиз телдәре уҡытыусылары итеп күрәләр икән, һис тә икеләнмәйенсә беҙҙең факультетҡа уҡырға килһендәр. Бында уҡырға ла, бейергә лә, йырларға ла, шиғыр яҙырға ла мөмкин!

Айһылыу ӨМӨТБАЕВА менән Наҙгөл ЙӘРКИНБАЕВА әңгәмәләште.

Игеҙәктәр – илгәҙәктәр

Беҙҙең башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында бер нисә игеҙәк уҡый. Әлеге ваҡытта 1-се курста Наҙгөл менән Фаягөл Салауатовалар белем алһа, 2-се курста – Диана менән Лиана Ғәлиналар. Башҡорт-тарих бүлегенең һуңғы сығарылышында Гөлиә менән Зилиә Мәмбәтовалар уҡыны, магистратураны ла бергә тамамланы тырыш ҡыҙҙар. Уларҙан алда белем алған Вәсилә менән Йәмил Сыңғыҙовтар, Диана менән Лиана Турғановалар ҙа уҡыуҙа һынатманы.
Диана менән Лиана Архангел районынан килһә, Салауатовалар – Ғафури районы ҡыҙҙары. Әйтергә кәрәк, игеҙәктәр бик тырыштар, факультетта бер тәрбиәүи-мәҙәни, фәнни сара ла уларһыҙ үтмәй.
Игеҙәктәрҙең береһе һыу булһа, икенсеһе – ут, тиҙәр. Ғәлиналар бейергә яратһа, Салауатовалар ҡумыҙҙа матур сиртә, волейбол уйнай. Фаягөл еңел атлетика менән шөғөлләнә, Наҙгөл һүрәт төшөрә. Игеҙәк ҡыҙҙарҙың хыялдары төрлө булған: кемдер табип, кемдер хоҡуҡ органдарында эшләргә теләгән. Ғәлиналар бер йыл Өфөлә Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге сәнғәт мәктәбендә алған.
Ҡыҙҙар әйтеүенсә, улар бер-береһен яҡшы аңлай, яҡлаша, йыраҡта булһалар ҙа, хәлдәрен белеп-һиҙеп торалар.
Бөгөн улар көндә ихлас итеп башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, инглиз телен өйрәнәләр. “Факультетта уҡыу оҡшай”, – ти ҡыҙҙар. Игеҙәк булыу, әлбиттә, үҙе бер һынау, сөнки тәүҙә йыш ҡына ҡыҙҙарҙы бер-береһе менән бутайҙар, аҙаҡ сағыштыралар.
Диана ҒӘЛИНА.

Атай менән әсәйгә

Яҡты юлға гел атланым һеҙҙең менән,
Ҡараңғынан ҡурҡҡан саҡта атай әйтте:
“Улым, мин эргәңдә, ҡурҡма бер нәмәнән!”
Йомшаҡ ҡулдар, әсәйҙеке, күҙ йәштәрен һөрттө.
Иң яҡшы ул түгелмендер, беләһегеҙ,
Булды инде тормошомда төрлө саҡтар.
Атай, һин мине ысын ир булырға өйрәттең,
Әсәй, иң йылыһы – һинең ҡосаҡтыр.
Уҡытыусы, яҡын дуҫ та бит һеҙ минең,
Мәңге булһағыҙ икән янымда.
Түләп бөтөп булмаҫ һеҙгә бурысты,
Етмәҫ бының өсөн хатта быуат та.
Был донъяла башҡа кеше юҡтыр,
Бер дәғүәһеҙ мине яратҡан.
Рәхмәтлемен һеҙгә ғүмер буйы,
Мин дә һеҙҙе ныҡ-ныҡ яратам.

Һалдат йыры

Ҡояш нурындай сәстәр йөрәкте йылыта,
Бармаҡтарым уларҙы һыйпаған һайын.
Окопта ултырып инде нисәнсе таң ата?
Нисек һинең яныңа мин ҡайтайым?
Күкрәк кеҫәһендә, йөрәк эргәһендә
Һинең фото. Бер яҡтылыҡ был ерҙә.
Бирмәҫмен уны мин бер кемгә лә,
Ҡайтһам, төшөрбөҙ беҙ икәү бергә.
Һағындыра. Күрһәм ине, төштә булһа ла.
Йоҡлап китеү ҙә бит ауыр, ҡосаҡта АКМ.
Ярҙам итә ауыр саҡта мөхәббәтем,
Йөрәгемә булыр дарыу һиңә ҡайтыуым.
Һин дә минең кеүек һағынаһыңмы?
Киләсәккә өмөтлөмө уйҙарым?
Мин ышанам. Иламаҫһыңдыр?!
Ҡайтармаһа мине яу ҡыры.
Мин алыҫта.
Һин һуғышты күрмәйһең,
Күрмәһендәр ине уны әсәйем һәм атайым.
Йәшлек үтә тиеп ҡайғырырға түгел,
Ҡайтырмын һинең эргәңә, тик ҡайтайым!

 


Илмир ҠОТЛОГИЛДИН шиғырҙары.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: