Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үҙ юлын тапҡан йырсы

Үҙе йырламаһа ла, минең һәләтемде тойомлап, уны үҫтереү өсөн ифрат күп көс һалған, биш йәшемдә тәүгә сәхнәгә баҫтырған кешем дә нәҡ ул булды.

Үҙ юлын  тапҡан йырсы
Үҙ юлын тапҡан йырсы

Йәш йырсы Тимур Рамазановтың ижади үҫешен бала саҡтан байҡап барам. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй ҡалала­рында ғына түгел, сит илдәрҙә лә йыш сығыш яһай ул. Класташым, яҡташым булараҡ та ҙур ғорурлыҡ хисе уятҡан егеттең ижад юлы фә­һемле лә, үҙенсәлекле лә.

– Тимур, яңыраҡ һиңә “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Бар күңелдән оло ҡаҙанышың өсөн һөйөнәм. Ниндәй генә өлкәлә уңыштарға өлгәшкән шәхес булмаһын, һәр ваҡыт уның ғаиләһе, ата-әсәләре менән ҡыҙыҡһыналар. Уңыштарҙың, һәләттең башын шунан эҙләйҙәр. Тыуып үҫкән ғаиләң хаҡында һөйлә әле.
– Атайым Ирғәле Хөсәйен улы Әбйәлил районының Туйыш ауылында тыуған. Ул – уҡымышлы, белемгә ынтылыусан кеше. Заманында Стәрлетамаҡ ҡалаһында ветеринар һөнәрен үҙләштергәндән һуң, республикалағы иң көслө хужалыҡтарҙың – Әбйәлил районының Красная Башкирия ҡасабаһына эшкә ебәрелә. Шунда әсәйем Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы менән таныша. Алдынғы ҡарашлы, яҡшы хеҙмәте өсөн атайыма Мәскәү ҡалаһына академияға белемен камиллаштырыу өсөн уҡырға йүнәлтмә бирәләр. Мәскәүҙә фатир ғына түгел, хатта ҙур йорт, ә әсәйемә эш тәҡдим итәләр. Әсәйемдең миңә ауырлы сағы була, баш ҡала һауаһы килешмәгәс, ауырый башлай һәм Башҡортостанға ҡайтып китә. “Ғаиләһеҙ йәшәй алмайым” тип, атайым да артынса уҡ, уҡыуын ташлап, тыуған яғына килеп төшә. Шулай итеп, улар Баймаҡ районының Басай ауылына барып төпләнә.
– Һиндә булған моң ҡайҙан килә?
– Башлыса, балалар, үҫмерҙәр рус һәм сит ил эстрада йырҙарын тыңлап, уларҙың клиптарын ҡарап үҫәләр. Ә мин бала саҡтан башҡорт халыҡ йырҙарын тыңларға яраттым. 10–12 йәшлек малай көйөнсә дәрес әҙерләгәндә лә Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәковтың аудио кассеталарын тыңлай торған инем. Халыҡ йырҙарының ҡабатланмаҫ боролоштары мине бейек-бейек тауҙар араһына, ҡоштар һайрар урман эсенә алып китә кеүек ине. “Төйәләҫ”те ошо кассеталар аша өйрәндем. Бөйөк шәхестәребеҙҙе тыңлап үҫкәнгә лә, бәлки, халыҡ йырҙарына, ғөмүмән, йыр сәнғәтенә һөйөү уянғандыр тип һанайым.
– Тәүге сығышың, моғайын, хәтереңдәлер?
– Әлбиттә. Әсәйемдең атаһы Яҡуп олатайым, уҡытыусы, мәктәп директоры, ауыл советы башлығы булып хеҙмәт итһә лә, сәнғәткә ғашиҡ, мәҙәниәтте үҙ иткән кешеләрҙең береһе ине. Үҙе йырламаһа ла, минең һәләтемде тойомлап, уны үҫтереү өсөн ифрат күп көс һалған, биш йәшемдә тәүгә сәхнәгә баҫтырған кешем дә нәҡ ул булды. Атайым менән әсәйемдең Магнитогорск ҡалаһына киткән саҡтан файҙаланып, ярты көн эсендә “Суҡ муйыл” йырын өйрәтеп, ауылдағы Яңы йыл байрамына алып барып йырлатты. Унда миңә ҡыҙыл төҫтәге “Джип” машинаһын бүләк иттеләр. Шунда ҡыуанғанымды әле булһа хәтерләйем. “Йырлап та бүләк алып була икән” тигән уй башымда йүгереп үтте. Һуңынан репетицияларға ла, барлыҡ конкурстарға ла мине Яҡуп олатайым йөрөттө. Тәүҙә Баймаҡ ҡалаһында үткән бәйгелә үҙемде һынап ҡарарға булдым. Ул конкурсҡа мәктәбебеҙҙең директоры Ришат Фәтхуллин әҙерләне. Гран-при алғас, үҙемә ышаныс артҡанын тойҙом. Һуңынан әсәйемдең әхирәте Мәҙинә Сафина башҡорт халыҡ йыры “Һандуғас”ты өйрәтте. Учалы ҡалаһында уҙғарылған “Башҡортостан ынйылары” конкурсына барып, бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина менән 1-се урынды яулап алып ҡайтҡас, иңемдә ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай булды. Шунан мәртәбәле бәйгеләрҙең береһе “Ирәндек моңдары”на әҙерләнә башланым. “Ай, Уралтау, Уралтау”, “Һандуғас” йырҙары менән сәхнәгә сығып, йәнә лә юғары дәрәжәле дипломға эйә булдым. Бүләк итеп йомшаҡ уйынсыҡ фил биргәндәре ул заман балаһы өсөн ҙур һөйөнөс булғандыр. Ул уйынсыҡ әле лә ауылда ҡәҙерле әйбер булараҡ һаҡлана. Унан бигерәк жюриҙа ултырған Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Азамат Тимеров, Вәхит Хызыров, сығышымды юғары баһалап, Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка гимназияһына имтиханһыҙ уҡырға алыу тураһында йүнәлтмә тапшырҙылар. Шуның менән 7-се кластан алып баш ҡалала уҡый башланым. Яҡуп олатайым мин гимназияла уҡыған осорҙа ла, һуңынан да үҙ ярҙамынан ҡалдырманы, ҙур өмөттәр бағланы. Профессиональ сәнғәт юлымдың беренсе аҙымы булған “Гәлсәр һандуғас” проекты өсөн яҙылған тәүге “Сейәләрем” йыры ла уның аҡсаһы менән тормошҡа ашты. Тик шуныһы үкенес, бәғерҙе ҡыра, тапшырыуҙың эфирға сығыуына ни бары ике көн ҡалғас, олатайым арабыҙҙан китеп барҙы, мине ҙур сәхнәлә күрә алманы. Әммә уның һәр ваҡыт ҡабатлап торған: “Һин йырсы буласаҡһың”, “Һин ҙур кеше буласаҡһың” тигән ышаныслы һүҙҙәре әле булһа ҡолаҡта сыңлап, этәргес көс биреп тора.
– Ә Туғандарың араһында сәнғәт әһелдәре бармы?
– Яҡуп олатайымдың бер туған ағаһы – атаҡлы ҡурайсыларҙың береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың үҙе менән Башҡортостан, Себер ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөгән Кәрим Дияров. Башҡорттарҙың онотолоп барған бик күп халыҡ өлгөләрен нотаға һалып, легендаларын яҙып алып ҡалған шәхес. Унан башҡа йыр-моңға һәләтле туғандарым юҡ. Бер туған апайым Лилиә лә табип һөнәрен үҙләштереп, әлеге көндә Мәскәү ҡалаһында эшләй. Фәһим исемле ҡустым Сибай башҡорт гимназияһының 9-сы класын тамамланы.
– Тимур, гимназияла уҡығанда һинең менән бәйле күңелһеҙ ваҡиға хәтерҙә ҡалған – буранда аҙашып ҡалыуың. Ул мәлдә беҙ, класташтар, һинең өсөн ныҡ борсолдоҡ.
– Интернатта уҡығанда алыҫ райондарҙан килгән уҡыусылар бик һирәк ҡайта инек. “Оҙон көй” конкурсында еңеү яулағас, шатлығым эсемә һыймай, ата-әсәйем, туғандарым менән бүлешкем килде. Февраль буранына ҡарамай, поезға билет алып, Сибайға юлландыҡ. Сибай ҡалаһына ҡайтып еткәс, һауа торошо боҙолоу сәбәпле, автобус йөрөмәй, юлға сығырға ярамай, тинеләр. Барлыҡ иҫкәртеүҙәргә ҡарамай, сәғәт киске 9-ҙа ат менән ауыл яғына 30 километрлыҡ юлға сыҡтыҡ. Үҫмер саҡтың дыуамаллығы инде. Буран юлды күмгән, ҡола яланға барып сыҡҡас, артабан атлауҙың файҙаһыҙ икәнен аңланыҡ. Толоптар ябынып, ат санаһына ятып, ярҙам көтөргә генә ҡалды. Алты сәғәт ҡола яланда буран ажғырып, туҡтауһыҙ яуған ҡар аҫтында ятып, ҡәҙерле кешеләрем менән хушлашып, үлем менән күрешергә әҙерләнгән мәлдә, төнгө 3-тә генә күрше ауыл халҡы табып алды. Тап ошо ваҡиға, һуңынан оҙайлы дауаланыуҙар тормошҡа ҡарашты ҡырҡа үҙгәртте, яуаплылыҡты арттырҙы, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәтте.
– Кәртәләр булмаһа, ҙур уңышҡа өлгәшеп булмай, тиҙәр. Һин ошо фекер менән килешәһеңме?
– Килешәм. Кәртәләрҙе үтмәйенсә, тәжрибә алмайынса, бер кем дә бер ниндәй өлкәлә лә уңышҡа өлгәшә алмай. Хаталар, яңылышыуҙар аша ғына бейек үрҙәргә менергә мөмкин.
– Остаздарың тураһында нимә һөйләрһең?
– Остаздарымдан уңдым. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла уҡыған йылдарҙа тәүге остаздарымдың береһе – тәрбиәсебеҙ Хариса Усманова булды. 12 йәштән алып интернатта, атай-әсәйҙәребеҙҙән алыҫта йәшәйбеҙ. Тыуған яҡҡа ҡайтыу йылына 3-4 мәртәбә генә эләгә. Бына шул мәлдәрҙә тәрбиәсем миңә икенсе әсәй булды. Күңел йылыһын да өләште, уҡырға ла өйрәтте, тәрбиәһен дә бирҙе.
Гимназияны тамамлағас, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына театр бүлегенә уҡырға индем. Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева, Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов ижад юлымда ҙур роль уйнаны. Таңсулпан Даһи ҡыҙы сәхнәлә лә, тормошта ла үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға өйрәтте, сөнки мин кеше менән хатта һөйләшергә лә ояла инем. Ул барлыҡ һәләтемде аса алды. Азат Нәҙерғолов сәхнәлә нисек торорға, халыҡ алдында актерҙарса йырларға өйрәтте. Филармонияла Нурия Вәкил ҡыҙы Басырова йырҙарҙы дөрөҫ йырларға, дөрөҫ тын алырға һәм башҡа серҙәрҙе төшөндөрҙө. Уның менән әле лә шөғөлләнәбеҙ. Иҙрис Ғәзиев вокал өлкәһендә белемемде камиллаштырҙы. Барыһына ла мең рәхмәт әйткем килә.
– Әле филармонияла һинең үҙ төркөмөң бар...
– Эйе, филармонияла шәхси эстрада төркөмө булдырҙым. Йырсы Лилиә Ишемйәрова, ҡурайсы Азат Биксурин, йәш йырсы Илдар Абдуллин, бейеүсе Сабина Дадашова, саксофонсы Аурика Уршеева, тауыш режиссеры Тимур Юлдашев менән республикабыҙҙың ҡала-райондары буйлап гастролдәрҙә йөрөп килдек. Халыҡ оҡшатты. Тамашасыларҙың һөйөүенән йәнә лә илһамланып, артабан эшләү өсөн дәрт алып ҡайттым.
– Тамашасыңа килгәндә, рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетергә тура киләме?
– Эйе, тамашасыларымдың һөйөүен тойоп йәшәйем. Әйткәндәй, бер тарих һөйләйем әле. 2018 йылда Бөрйән районына бер ғаилә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Уны-быны уйламай барып еттем, мәжлес бара. Шул мәлдә ғаилә башлығы һүҙ алды. Баҡтиһәң, ул яман шеш ауырыуы менән ауырыған. Сир был ғаиләнең барлыҡ пландарын, бәхетле тормошон селпәрәмә килтергән. Махсус дауа алыу өсөн ҡатыны менән Өфөгә йөрөгәндәр. Шулай төшөнкөлөккә бирелеп, һуңғы дауаланыу курсына китеп барған ваҡытта радио аша минең “Йәшәйбеҙ” йырын яңғыратҡандар. Йырҙың һүҙҙәренә иғтибар иткән ир машинаны туҡтатып, уны аҙағынаса тын да алмай тыңлап бөтәләр. “Йәшәйбеҙ” йыры киләсәккә өмөт сатҡыларын уятты. Йәшәү теләге көсәйҙе. Хатта үҙебеҙгә һүҙ бирҙек: “Әгәр ҙә ошо яман сирҙе еңеп сыға алһаҡ, йырсыны мотлаҡ өйгә саҡырып ҡунаҡ итәсәкбеҙ”, – ти ул.
Һәм ысынлап та, был мәкерле сирҙе ир еңеп сыға. Һүҙендә тороп, мине ихлас ҡунаҡ итеп, һыйлап ҡайтарҙылар. Бына шулай, йырҙың әһәмиәте күпкә көслө, ҡаты ауырыуҙарҙы ла еңергә ярҙам итә.
– Ике йыл рәттән “Батырҙар ваҡыты” тип аталған Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсында композитор булараҡ “Башҡортостан”, “Тыуған ерҙең тауышы” йырҙары өсөн I һәм III урын алған инең. Йырҙар күңелеңдә нисек тыуа? Үҙең яҙған нисә йырың бар?
– Тәүге йырымды гимназияла уҡығанда һинең менән бергә яҙҙыҡ бит инде. Бер һылыуҡайға ғашиҡ сағымда күңелемдә көй яралды. “Мөхәббәтем” йыры ваҡытында популяр емештәремдең береһе булды. Ғөмүмән, көйҙәр уйламаған мәлдә тыуа. “Башҡортостан” йырының көйө, мәҫәлән, Өфөнән Баймаҡҡа ҡайтып барғанда Белорет тауҙарына, Башҡортостан тәбиғәтенә һоҡланып яҙылды. Һүҙҙәрен Наилә Сәфәрғолова бер көн эсендә ижад итте. Юлда ғына түгел, өйҙә лә, йоҡлап ятҡанда ла, концерт барышында ла башҡа килә. Һуңғы йырҙарымдың береһе “Ты вернешься” тип атала. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттең хәтриәләрен тыңлағандан һуң грим бүлмәһендә яҙылды. Мунсала яҙылған йырым бар. Бесәндән ҡайтып мунса төшкән мәлдә “Россия – Беларусь” йырының көйө тыуҙы. Ул Рәсәй – Беларусь төбәктәренең X форумының гимнына әүерелде. Уны белорус йырсыһы Ирина Дорофеева менән башҡарған инек. Ошо йырға авторлыҡ хоҡуғын алып, ул хәҙер уны үҙҙәрендә йырлап йөрөй. Әлеге мәлдә 20-гә яҡын йырым бар.
– Йырҙарыңды тәүҙә кем тыңлай һәм баһа бирә?
– Кәләшем тыңлай, ижадташ дуҫтарым да тәүгеләрҙән булып баһалай. Һүҙҙәренә көйө тап киләме, аранжировкаһы бөгөнгө заман талаптарына яуап бирәме һәм башҡа төрлө кәңәштәрҙе тыңлайым. Һуңынан ғына эшкәртеп, тамашасы хөкөмөнә сығарам.
– Йырҙың һүҙҙәрен яҙып, көйгә һалыу ғына етмәй, тамашасыны арбай алырлыҡ аранжировка ла кәрәк. Уларҙы кемдәрҙән эшләтәһең?
– Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙә юғары кимәлдә аранжировка эшләгән белгестәргә ҡытлыҡ бар. Үҙ өлкәһендә юғары белгес булған дуҫым Илдус Дәүләнов биш йыл тирәһе элек Ҡазанға күсеп китте. Башҡортостан йырсылары өсөн ҙур юғалтыу булды тиһәм дә, шаштырыу булмаҫ. Хәҙер Ҡазанға барып, унан йырҙарыма аранжировкалар эшләтеп алам.
– Кәләшең менән ҡайҙа таныштың?
– Йәмле яҙғы мәл ине. Ул ваҡытта башҡорт дискотекалары бик популяр була торғайны. Адресын әле булһа ла хәтерләйем. Цюрупы урамындағы, 17-се йортта – “Иҙел” кафеһында үтә ине. Бер көндө егеттәр менән дәрестәрҙән һуң беҙ ҙә шунда барҙыҡ. Бер мәл 13–15 ҡыҙ килеп инде. Шул ҡыҙҙар араһында Гузәлиәне күреп оҡшаттым. Танышып алдыҡ һәм бер ни тиклем осрашып йөрөгәс, ғаилә ҡороп ебәрҙек. Бөгөн, мөхәббәт емештәребеҙ – ике ҡыҙыбыҙ үҫә. Оло ҡыҙым Алтынайға 14 йәш булһа, Айсулпанға 5 йәш. Гүзәлиә, һәр башлаған эшемдә дөрөҫ баһа биреп, яңы үрҙәргә үрләргә көс һәм илһам бирә.

Айгөл ҠУЖӘХМӘТОВА әңгәмәләште.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: