

Тормошобоҙҙо йәмләр кешеләр менән аралашҡанда күңелдә матур тойғолар урғыла, көс-дәрт барлыҡҡа килә. Ҡояш менән сағыштыралар ундайҙарҙы. Ысынлап та, йылмайыуҙары ла ҡояш төҫлө бар донъяны яҡтырта, ә һүҙҙәре күңелде йылыта. Журналист, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының үҫтереү бүлеге белгесе Гөлдәр ВӘЛИЕВА-ХУЖАБИРГӘНОВА бына шундай матур замандашыбыҙ.
Тыуған йортта алған күңел йылыһы
Гөлдәр – Баймаҡ районының Йәнйегет ауылы ҡыҙы. Бәләкәйҙән әүҙем, илгәҙәк баланың кескәй саҡта уҡ донъяға үҙ ҡарашы төҫмөрләнә. Ғаиләлә кинйә бала булһа ла, ата-әсәһенә артыҡ иркәләнмәй. Биш йәшендә үк бер үҙе күрше ауылдағы дауаханала ятып сығыуына һоҡланырлыҡ та, аптырарлыҡ та.
– Ни сәбәптәндер дауаханала әсәйемә урын булманы, ҙур түгел ине ул. Үҙемде ҡарап-тәрбиәләп йөрөгәнмен, өлкәндәрҙән ярҙам һорағанмын, күрәһең. Ғөмүмән, ағайым менән икебеҙҙең бала сағыбыҙ атай-әсәй, ҡартәсәй янында бәхетле үтте. Ҡартәсәйем ҡырыҫыраҡ кеше булды, әммә мине бик яратты. Уға урамда уйнап йөрөп, донъяһын онотҡан шуҡ ҡыҙыҡайҙы эҙләп алып ҡайтыуы ла еңел булмағандыр инде. Атай көнө буйы баҫыуҙа иген сәсә, әсәй – мәктәптә ашнаҡсы. Шундай хәлдәрҙе хәҙер көлөп иҫләргә генә ҡалды, – ти Гөлдәр.
Ҡыҙ үҫә килә үҙенең был сифаттарын уҡыуға, сараларҙа ҡатнашыуға йүнәлтә. Уҡытыусыһы Рәсимә Хәмитова асҡан театр түңәрәгендә теләп шөғөлләнә, спектаклдәрҙә ҡатнаша. “Ел-ел, арбам!” әкиәтендәге малай ролен тап Гөлдәргә йөкмәтәләр. Ҡыҙ үҙенең образын тулыһынса аса. Был тамаша менән мәктәп коллективы “Башҡортостан ынйылары” төбәк-ара конкурсында беренсе урынды яулай. Ҡыҙға атаһынан спортҡа һөйөү ҙә күсә – йүгереүҙе үҙ итә, волейбол һәм баскетболды шәп уйнай. Бишенсе класта уҡығанда уҡ район ярышында 12 саҡрымлыҡ марафонда икенсе урынды ала.
– Атайым менән йүгереп ярышҡаным хәтерҙә. Был спортта еңеүҙәргә өлгәшергә ярҙам иткәндер. Үҫмерлек осоронда шуҡлығым кәмей башланы, 10-сы класҡа Баймаҡ лицей-интернатына уҡырға ингәс, бигерәк оҙон буйлымын, тип бөтөрөнгәнем, хатта шуның өсөн оялып йөрөгәнем хәтерҙә. Беҙ, ауыл балалары, тыйнағыраҡ булабыҙ шул. Хәҙер аптырап хәтерләйем шул ваҡытты. Лицей-интернат тормошҡа ҡараштарҙы нығытырға, киләсәккә ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итте, унда күп дуҫтар таптым, – ти ҡыҙ.
Тыуған йортта алған күңел йылыһы Гөлдәрҙе бөгөнгәсә тормош һуҡмағы буйлап оҙата килә. Ауырлыҡтар осрағанда ышаныслы атларға ярҙам итә. Бөгөн был йылы үҙенә генә түгел, уны уратып алған кешеләргә лә етә.
Уҡытыусынан – журналисҡа
Мәктәпте тамамлап, һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, яҡындарымды ташлап алыҫҡа китәһем юҡ тип, Гөлдәр яҡындағы Сибай институтын һайлай. Уҡытыусыларының кәңәшен тотоп, рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инергә ҡарар итә. Бында ла һынатмай Гөлдәр, институт тормошона башкөллө сума: конкурс-ярыштарҙа еңеп кенә ҡалмай, студенттар өсөн үҙе лә саралар ойоштороуҙа ҡатнаша. Уның әүҙемлеген күреп, шунда уҡ төркөмгә староста итеп ҡуялар. Һомғол буйлы ҡыҙ ҡалала үткән мәҙәни, спорт сараларын алып бара. Дүртенсе курсты тамамлаған йылда Сибайҙың 1-се мәктәбендә практика үтә. Тырыш, яуаплы, эшһөйәр Гөлдәргә шунда уҡ эшкә ҡалырға тәҡдим итәләр. Шулай итеп, ул ике йылға яҡын рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Гөлдәр – бөгөн инде хәстәрлекле әсә, һөйөклө кәләш. Теүәл биш йыл элек Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы егете Инсаф Хужабиргәнов менән сәстәрен сәскә бәйләгән. Бер райондан булғас, аралашмаһалар ҙа, бер-береһен беләләр, хатта мәктәп йылдарында бергә олимпиадаларҙа ҡатнашҡандар. Ә дуҫлыҡтары студент йылдарында интернет селтәре аша башлана. Тәүге осрашыуҙа уҡ Инсаф Гөлдәргә: “Һин минең буласаҡ кәләшем”, – ти. Егет һүҙе бер була: теүәл туғыҙ айҙан йәштәр никах уҡыта.
Бөгөн йәш ғаиләлә Ынйы исемле ҡыҙ бала үҫә. Әсәһенә оҡшап һүрәт төшөрөргә ярата Ынйыҡай, әле Өфө районының Михайловка ауылындағы балалар баҡсаһына йөрөй. Әйткәндәй, ғаилә башлығы ла Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағандан һуң журналистика юлын һайлаған. Бөгөн Хужабиргәновтар икеһе лә бер ойошмала эшләй: Инсаф башҡорт сайтын алып барһа, Гөлдәргә рус сайтын үҫтереү йөкмәтелгән. Ғинуар айында йәш журналист тырыш хеҙмәте һәм республика кимәлендә конкурстар ойоштороуы өсөн БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
– Ғүмерҙә лә матбуғат өлкәһендә эшләрмен, тип уйламағайным. Өфөгә күскәс, иремдең тәҡдиме буйынса “Башинформ”ға урынлаштым. Был – республиканың төп мәғлүмәт агентлығы, бурысым яуаплы ла, ҡыҙыҡлы ла, – ти Гөлдәр. – Көн дә мәғлүмәт үҙәгендә булаһың һәм уны дөрөҫ итеп кешеләргә еткерәһең. Эшеңдең һөҙөмтәһе шул минутта уҡ күренә. Әгәр уңышлы килеп сыҡһа, тағы ла дәртләнеберәк тотонаһың. Шулай уҡ төрлө кешеләр, геройҙар менән аралашыу ҙа күңелде байыта.
Бала саҡтағы спортҡа һөйөү уны бөгөн дә оҙата килә – Гөлдәр йүгереүҙе ташламаған. Шулай уҡ ғаиләләренең матур йолаһы бар: тәбиғәт ҡосағында ял итеү. Шифалы үләндәрҙән әҙерләнгән тәмле сәй, еләк-емеш ҡайнатмалары, тоҙланған бәшмәк – табын йәме булған был һый-хөрмәт ошо ялдарҙың һөҙөмтәһе лә инде.
Ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ өләшеүсе
Гөлдәр уҡыған саҡта маникюр эшләү буйынса курс үтә һәм буш ваҡытында ошо шөғөлө менән өҫтәмә килем ала.
– Бер саҡ хатта матурлыҡ салоны асырға ла ниәт иткәйнем, тик ғаилә мәшәҡәттәре менән был уйым икенсе планға күсте. Әммә шөғөлөмдө ташламаным: был минең өсөн үҙенә күрә бер ял кеүек, – тип һүҙен дауам итте алсаҡ ханым. – Ҡыҙҙарға, тырнаҡтарын матурлап, ҡыуаныс бүләк итеү оҡшай. Өсөнсөнән, был өҫтәмә килем дә, сөнки йәш ғаиләгә ҡала ерендә лайыҡлы йәшәү өсөн, төрлө яҡлап тырышырға кәрәк. Торлаҡ алыу арзан түгел. Был йәһәттән иптәшемә терәк булырға, ярҙам итергә өлгөрәйем тим. Уның беҙҙең өсөн тырышҡанын аңлайым.
– Уҡытыусы булып эшләп алыу ҙа шәп тәжрибә биргәндер, киләсәктә мәктәпкә ҡайтырға теләгең юҡмы? – тип ҡыҙыҡһынам Гөлдәрҙән.
– Мәктәптә уҡытыу оҡшаны, яҡшы тәжрибә лә бирҙе. Әммә хәҙерге заман балалары менән эшләү күп көс талап итә, документ мәшәҡәттәре менән булһаң, ваҡыт ҡалмай. Минеңсә, ҡатын-ҡыҙҙың күңеле тыныс булырға тейеш. Шул саҡта эстән дә, тыштан да матур, йәғни бәхетле була ала. Ә инде ҡатын-ҡыҙ баҫылһа, ғаиләһенә, яҡындарына үҙенең күңел йылыһын бирә алмайҙыр. Әле мин үҙемде тулыһынса ғаиләгә арнағанмын, әсәлек хәстәрҙәре менән мәшғүлмен. Шуға тынысыраҡ урында яҡшыраҡ. Икенсенән, журналист һөнәрен көндән-көн яңы яҡтан асам һәм нығыраҡ оҡшай бара, – тип уртаҡлашты әңгәмәсем.
Гөлдәрҙең уңыш нигеҙе – үҙ-үҙенә ышанысы, тырыш хеҙмәте, яҡындарының терәк-таянысы. Әсәһе тураһында һөйләһә, уның күҙҙәре тағы ла бәхетлерәк балҡый:
– Әсәйем төрлө яҡлап терәк миңә. Берәй ярҙам кәрәкһә, ул шунда уҡ баш ҡалаға килеп етә. Мине ысын ҡатын-ҡыҙ итеп тәрбиәләгәне өсөн рәхмәтлемен. Ул ипле, тыныс холоҡло кеше. Әле лә уның янында үҙемде кескәй ҡыҙ кеүек тоям. Бөгөн үҙемдең ҡыҙым Ынйыҡайҙы ла әсәйем миҫалында тәрбиәләргә тырышам: ҡыҙ бала яратыу, наҙ тойоп үҫергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта уны әҙәпкә лә, тыйнаҡлыҡҡа ла, яуаплылыҡҡа ла өйрәтергә кәрәк. Ғаилә усағын һаҡлау, яҡшы әсәй, уңған хужабикә булыу тураһында ла ҡәҙерле кешем бәләкәйҙән аңлатырға тырышты. Ниндәйҙер хәл иткес мәлдә ҡарар ҡабул итергә кәрәк булһа, тәү сиратта, әсәйем нисек эшләр ине, тип уйлайым. Күп осраҡта уның кәңәшенә таянам.
Гөлдәр киләсәккә ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығын популярлаштыраһы, яңы уҡыусылар йәлеп итәһе, республика буйынса конкурстар һәм проекттар ойоштораһы бар. Йәш замандашыбыҙҙың барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашырына шик юҡ.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.