Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
6 Июль 2021, 11:52

"Улар кешеләрҙе үлтерә"

Республикала "Ларгус"тарға ҡаршы көрәш башлана. 

"Улар кешеләрҙе үлтерә"
"Улар кешеләрҙе үлтерә"

2 июлдә Кушнаренкола "Sсania" йөк машинаһының алғы һул тәгәрмәсе ысҡынған һәм ҡаршы һыҙаттағы "Лада Ларгус"ҡа килеп бәрелгән. Уныһы, үҙ сиратта, түңкәрелгән һәм ҡаршылағы "Нива"ға төкөп янып киткән. "Ларгус"тың водителе һәм биш пассажиры табиптар килеп еткәнсе йән биргән.

Ошоға бәйле БР хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров легаль түгел кеше ташыусыларҙы яҡшыраҡ тикшеререгә ҡушты:

"Миңә был осоп йөрөгән "Ларгус"тар менән ваҡиғалар оҡшамай. Йыл эсендә икенсе тапҡыр ҡурҡыныс авария теркәлде, беренсеһендә өс кеше үлгәйне. Беҙ быны ҡасан туҡтатырбыҙ? Улар беҙ "Башавтотранс" ярҙамында биләй алмаған урынды биләгәне аңлашыла. Шуға ҡарамаҫтан, улар менән эшләргә кәрәк: туҡтатырға, ҡарарға, тикшерергә.Эйе, уңайһыҙлыҡтар тыуҙырасаҡбыҙ, сөнки улар кешеләрҙе үлтерә".

Читайте нас: