Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
21 Июль , 15:10

Ҡарағаттың ҡырҡ файҙаһы

Уның япрағы ла витаминдарға һәм файҙалы матдәләргә бай. Составында эфир майҙары һәм фитонцидтар, С витамины күп.

Ҡара ҡарағат – калийға иң байы. Составында В, Р, Е, А, С төрөкөмөнә ҡараған витаминдар, фосфор кислотаһы, шәкәр, тимер бар. Көнөнә 20 ҡарағат емеше ашаһаң иммунитет нығый. Ҡышҡа нисек теләйһең, шулай һаҡларға мөмкин. Ул үҙенең барлыҡ файҙалы матдәләрен һаҡлап ҡала.

Ҡыҙыл ҡарағат – файҙалы матдәләре буйынса ҡара ҡарағаттан ҡалышмай. Ул һалҡын тейгәндә ярҙам итә, тирләтә, еңелсә генә эсте йомшарта. Аппетитты аса, матдәләр алмашыуын яҡшырта. Ҡыҙыл ҡарағаттан эшләнгән морс файҙалы.

Аҡ ҡарағат та бик файҙалы. Уның составында майҙар, аҡһым, клечатка, А, В, Е, Р витаминдары, макроэлементтар (калий, магний, натрий, фосфор) һәм микроэлемент – тимер бар. Аҡ ҡарағатты йәш балаға ла бирергә мөмкин, сөнки унан аллергия булмай. Йөрәккә лә көс биреүе менән билдәле. Шулай уҡ, аҡ ҡарағат һыуһынды ла баҫа.

Ҡарағаттың ҡырҡ файҙаһы
Автор:Разинә Зайнетдинова