Шоңҡар
+25 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
21 Июль , 10:30

Келәштәр ниңә шатлана?

Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға хатта министр ҙа килгән.

Келәштәр ниңә шатлана?

Шишмә районының Келәш халҡы хәҙер рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнәсәк. Сөнки ошо көндәрҙә ауылда күп функциялы  спорт майҙансығы асылды. Хәҙер спорт һөйөүселәр  өсөн  баскетбол, волейбол һәм мини-футбол уйнарға уңайлы шарттар булдырылды.

 "Демография" дөйөм дәүләт проекты буйынса төҙөлгән спорт майҙансығын асыу тантанаһында Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов: “Бындай майҙансыҡтарҙың һәр ауылда булыуы мөһим. Беҙ был маҡсаттан эш алып барасаҡбыҙ. Келәштәрҙе һәм ауыл ҡунаҡтарының әлеге майҙансыҡҡа мөмкин тиклем  йышыраҡ йөрөүен теләйем. Спорт – тормош тормош нигеҙе, – тине.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

                                                                         

 

Автор:Венер Исхаков