Шоңҡар
+25 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
22 Июль , 19:46

Айҙың һуңғы көндәрендә һауа торошо нисек булыр?

...

Айҙың һуңғы көндәрендә һауа торошо нисек булыр?

Йома, 23 июлдә, синоптиктар Башҡортостандың баш ҡалаһында һауа торошоноң үҙгәреүен көтә. Өфөгә ямғыр, йәшен килә, көндәр һалҡынайта. Ял көндәрендә һауа температураһы төндә +15 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ һауа +25 градусҡа тиклем йылына.

Дүшәмбенән өфөләргә еңел курткаларҙы иҫкә төшөрөргә тура килер, сөнки көндөҙ һауа температураһы +18 градустан юғары күтәрелмәй. Ләкин һауа торошо эксперттары көслө яуын йәки ел сығыуын көтмәй.

Июлдең һуңғы көнөндә йәшенле ямғыр яуыуы һәм 25 градус эҫе булыуы ихтимал.

Автор:Айнур Акилов