Шоңҡар
+25 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
22 Июль , 11:48

Башҡортостан телевидениеһы ветераны баҡыйлыҡҡа күсте

Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Башҡортостан телевидениеһы ветераны баҡыйлыҡҡа күсте

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы режиссёры Әхмәт Яҡупов вафат. Ул 40 йылға яҡын ғүмерен Башҡортостан юлдаш телеканалына арнаған. Телевидение ветеранының үлеме тураһында уның хеҙмәттәштәре хәбәр итте. Сәбәбе әйтелмәй.

Әхмәт Харрас улы үҙенең карьераһын балалар өсөн телеспектаклдәр, концерттар һәм программалар ҡуйыуҙан башлаған.

«Уларҙың күпселеге бер нисә тапҡыр үҙәк телевидениела күрһәтелде. Үҙе лә актер булараҡ байтаҡ телевизион спектаклдәрҙә ҡатнашты», — тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

Әхмәт Яҡупов федераль һәм төбәк наградалары менән дә бүләкләнгән.

Автор:Айнур Акилов