Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
30 Июль 2021, 14:13

БЫЯЛА ҺӘМ КӨМӨШ

ТЕГЕ ДОНЪЯҒА ҮҘЕБЕҘ МЕНӘН БАРЫ ТИК НАМЫҪЫБЫҘҘЫ ҒЫНА АЛА АЛАБЫҘ. АҠСА АРТЫНАН ҠЫУЫП, КЕШЕЛЕКЛЕ БУЛЫРҒА ОНОТМАЙЫҠ. МАТДИ БАЙЛЫҠ КҮҢЕЛ КҮҘЕБЕҘҘЕ ҠАПЛАМАҺЫН: ЯҠЫНДАРЫБЫҘҘЫ, ЯРҘАМҒА МОХТАЖДАРҘЫ КҮРЕП ЙӘШӘЙЕК!

БЫЯЛА ҺӘМ КӨМӨШ
БЫЯЛА ҺӘМ КӨМӨШ

Бер аҡыл эйәһенән һорағандар:

— Ни өсөн ярлылар байҙарға ҡарағанда күпкә йомартыраҡ һәм ихласыраҡ? Ярлы кешегә барһаң, хәленән килгәнсә ярҙам итеп сығара. Байға барһаң, ишеткеһе лә, күргеһе лә килмәй. Аҡса, ысынлап та, кешене шулай боҙамы?

— Тәҙрәгә ҡара әле, — тигән аҡыл эйәһе. — Нимә күрәһең?

— Уйнап йөрөгән балаларҙы күрәм. Әсә менән кескәй малай китеп бара, ел ағас япраҡтары менән уйнай...

— Ә хәҙер көҙгөгә ҡара. Унда нимә күрәһең?

— Үҙемде.

— Тәҙрә лә, көҙгө лә бер үк быяланан. Әммә саҡ ҡына көмөш ҡушһаң, тик үҙеңде генә күрәсәкһең...

ТЕГЕ ДОНЪЯҒА ҮҘЕБЕҘ МЕНӘН БАРЫ ТИК НАМЫҪЫБЫҘҘЫ ҒЫНА АЛА АЛАБЫҘ. АҠСА АРТЫНАН ҠЫУЫП, КЕШЕЛЕКЛЕ БУЛЫРҒА ОНОТМАЙЫҠ. МАТДИ БАЙЛЫҠ КҮҢЕЛ КҮҘЕБЕҘҘЕ ҠАПЛАМАҺЫН: ЯҠЫНДАРЫБЫҘҘЫ, ЯРҘАМҒА МОХТАЖДАРҘЫ КҮРЕП ЙӘШӘЙЕК!

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: