Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
30 Июль 2021, 14:35

Өфө аэропортында халыҡ - ара кимәлдәге ҡунаҡхана төҙөләсәк

Ҡунаҡхана комплексы халыҡ-ара Ibis Styles бренды аҫтында эш башлаясаҡ һәм өс йондоҙ кимәленә яуап бирәсәк.

Өфө аэропортында халыҡ - ара кимәлдәге ҡунаҡхана төҙөләсәк
Өфө аэропортында халыҡ - ара кимәлдәге ҡунаҡхана төҙөләсәк

Өфө аэропортының генераль директоры Александр Андреев белдереүенсә, аэропорт биләмәһендә урынлашҡан ҡунаҡхана инде заманса талаптарға яуап бирмәй. Проектҡа инвестор 917 миллион һум аҡса һаласаҡ. 2024 йылдың июлендә 150 номерҙан торған ҡунаҡхананы файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Радий Хәбиров фекеренсә, Өфө аэропортын төҙөкләндереү  эштәре инде йылдар дауамында бара һәм ул тиҙҙән Рәсәйҙә иң уңайлы һәм замансалар рәтенә инәсәк, ә яңы ҡунаҡхана был маҡсатты тик тулыландыра. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: