Шоңҡар
+2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
31 Июль 2021, 12:05

Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында

Рәсәй өсөн  эксклюзив осраҡ, тиҙәр.

Силәбе өлкәһендә йәшәүсе ҡатын ЭКО ярҙамында әсәй булыу бәхетенә өлгәшкән. Әммә, үкенескә күрә, ул үҙенең балаһын йөрөтмәгән.

Ул ете айлыҡ булып тыуған малайға әсәй була. Дауахананан сыҡҡан улының медицина картаһында ҡан төркөмөн күреп аптырай. Баҡһаң, үҙенеке – өсөнсө, иренеке – беренсе, ә баланың – икенсе төркөм була.

Был яңылыҡ уға, әлбиттә, тынғылыҡ бирмәй. Ул  ДНК-экспертизаһына биреп баланың биологик ата-әсәһе үҙҙәреме-юҡмы икәнлеген тикшертә. Һөҙөмтә ҡыуандырмай. Бөгөнгө көндә улар малайҙың үҙенең ата-әсәһен эҙләйҙәр. Шулай уҡ, үҙҙәренең сабыйҙары ла икенсе ғаиләлә үҫеү мөмкинлеге барлығы хаҡында ла онотмайҙар.

Дауаханалағы табиптар үҙҙәренең иғтибарһыҙлығы арҡаһында йәш атай менән әсәйҙең был хәлгә тарыуын беләләр һәм уларға 4 млн һум компенсация түләгәндәр.

Эмбриондарҙың буталыу тарихы тураһында акушер-гинеколог Елена Калинина: “Рәсәй өсөн  эксклюзив осраҡ”, - ти.  

Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында
Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: