Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
1 Август 2021, 19:55

Аш-һыу оҫтаһы, тегенсе, ирекмән...

Күптәр уны сәхнә “йондоҙ”о итеп белә.

Атаһының гармуны, әсәһенең теген машинаһы Эльмира Юлдашеваның өй түрендә ҡәҙерле ҡомартҡы булараҡ һаҡлана. Бәләкәс сағынан уҡ ҡустыларының һүтелгән кейемдәрен тегеп өйрәнгән ҡыҙ, хәҙер был шөғөлгә ныҡлап тотонған тиһәң дә була. Халыҡтың һорауын ҡәнәғәтләндерерлек нимә эшләргә икән, тип уйлай ул. Хәҙер милли биҙәктәргә ҡыҙыҡһыныу артҡас, аксессуар булараҡ һаҡланған, бер үк ваҡытта ҡолаҡтарҙы ла ел һуғыуҙан һаҡлаған, сәсте лә йыйнаҡ ҡына итеп тотҡан повязка тегеүгә тотона. “Ҡусҡарҙы хәтерләткән һүрәтте һатып алып йәбештерергә тип уйланым, башта. Тик улай ҡул эше булмаясаҡ бит. Бер нисә тапҡыр йыуғандан һуң, һүрәте бөтөнләй уңалып ҡуйыуы ла бар. Шуға ла махсус буяуҙар ярҙамында үҙем төшөрә башланым. Һәр миллиметрын ентекләп эшләгән эш ваҡытында күңел тынысланып ҡала. Бер туҡтауһыҙ мыжғыған уйҙар ҙа рәткә һалына. Бер көндө ҡыҙым да тотоноп ҡараны. Еренә еткерә алмағас: “Әсәй, һин элекке тормошоңда рәссам булғанһыңдыр ул”, – ти. Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, дәрт янына дарман да кәрәк бит. Мин иһә бала саҡтан һүрәт төшөрөргә лә яраттым”,  – ти заманса баш кейемен эшләү серҙәре менән бүлешеп.

Үҙ ҡурсалауға киткәс, филармонияла тәүгеләрҙән тиерлек ирекмән эшенә лә тотона. Оло йәштәгеләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, мәктәп ашхаларына үҙ машинаһында аҙыҡ-түлек ташый. Төрлө сетерекле хәлдәргә лә тарып бөтә. Оло йәштәгеләрҙең ҡайһы берҙәре сит кеше тип ишек асмағандар. Уларға төйөнсәкте ишек төптәрендә ҡалдырырға тура килгән. Хаҡлы ялдағы бер апай үҙенең ауыр хәлдә ҡалыуы хаҡында һөйләгән. Аллергия менән йонсой икән. Пенсияһы ҡиммәтле дарыуҙарға саҡ еткәнен белгәс, Эльмира Марат ҡыҙы үҙенең сәхифәһендә уға ярҙам итеү маҡсатында халыҡҡа мөрәжәғәт итә. Кеше хәленә инә белеүселәр тиҙ арала уға ярҙам ҡулы һуҙалар. “Икенсе тапҡыр төйөнсәк күтәреп барғас, күҙҙәре йәшкә тулды. Үҙем алып барған нәмәләр араһынан берәйһен үҙеңә күстәнәскә ал, ти ҙә ҡуя. Саҡ тынысландырҙым. Үкенескә күрә, беҙҙең йәмғиәттә осон-осҡа ялғап көн күргән оло йәштәгеләр күп. Быға мин ирекмән булараҡ йөрөгәндә тағы ла бер тапҡыр инандым”,  – ти ул.

“БСТ” каналының “Сәләм” тапшырыуында Эльмира Юлдашева аш-һыу серҙәренә лә өйрәтә. Оҫта ҡуллы хужабикә бешеренергә оҫталыҡ дәрестәренә лә йөрөп белемен камиллаштырған. Заказға торт, төрлө тәмлекәстәр ҙә әҙерләй. Таныштары араһында барыһына ла ҡайһы арала, нисек өлгөрәһең тип, аптыраусылар ҙа, тилберлегенә, етеҙлегенә һоҡланыусылар ҙа етерлек. Сере ябай ғына. Ул уйлағанын оҙаҡҡа һуҙмай, һуҙылмай ғына ваҡытында тормошҡа ашырырға күнеккән.

Серле йомғаҡ һымаҡ ул. Һүткән һайын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас күркәм сифаттар менән таныша бараһың. Хәйер, кинола ла, үҙ тормошонда ла төп геройҙы башҡарған, ябайлығы менән бүтәндәрҙән бер яғы менән дә айырылмаған, әммә шул уҡ ваҡытта ғүмеренең һәр мәлендә үҙе булып ҡала алған заттар шулай булырға тейештер ҙә.

Аш-һыу оҫтаһы, тегенсе, ирекмән...
Аш-һыу оҫтаһы, тегенсе, ирекмән...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: