+1 °С
Болотло
Сибай ҡалаһы янына аҡҡан Төйәләҫ йылғаһында бер төркөм балыҡтың үлеп яр ситендәге һыуҙа ятыуы урындағы халыҡта хәүеф тыуҙырған. Улар был күңелһеҙ ваҡиғаны фотоға төшөргәндәр һәм интернет селтәренә һалып ҡала администрацияһынан сәбәбен аңлатыуҙарын һорағандар.
“21 – 22 июлдә МБУ «УЖКХ» белгестәре, Төйәләҫ йылғаһында балыҡ үрсетеү маҡсатында, 7000 тирәһе аҡ амур, толстолобик балығы селбәрәһен ебәрҙе. Был эш өсөнсө йыл рәттән башҡарыла. Яңы ғына сит йылғаға эләккән балыҡтарҙың үлеү сәбәбе эҫелектән булырға мөмкин”, - тип яуап бирелә ҡала администрацияһынан.