-5 °С
Болотло
Кисә, Ғафури районында, “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” милли проекты сиктәрендә, йәрминкә уҙғарылды. Ул Башкортстан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тарафынан ойошторолған. Сара район үҙәге Красноусол ауылында булған.
Райондың 18 предприятиеһы һәм 58 шәхси хуҗалығы үҙ продукцияһын арзан хаҡ менән һатыуға сығара. Улар араһында фермер хужалыҡтары ла, икмәк-күмәс һәм ит әйберҙәре етештереүселәре лә була. Халыҡ өсөн миҙгелле йәшелсәләр, еләк-емеш, бал һәм һөт аҙыҡтары тәҡдим ителгән.