-1 °С
Болотло
Белорет ҡалаһынан 20 йәшлек егет наркотиктар һатыу факты буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылды. Билдәһеҙ кеше егеткә Сибай һәм Белорет ҡалаларында наркотиктарҙы таратырға тәҡдим итә. Еңел аҡса арытнан ҡыуған егет ризалаша. Ул билдәһеҙ кеше ҡалдырған урындарҙан наркотик матдәләрҙе алып, һатып алыусыларға биререгә тейеш була. Әммә егетте полиция тота. Ул ғәйебен таныған, хәҙер егет 6 йылға иректән мәхрүм ителде.