Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
2 Август 2021, 21:25

Гонорарын аслыҡтан интегеүсе халыҡ өсөн тапшыра

Бөгөн – Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнө. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға#Башҡортостан_әҙәбиәте#Литература_Башкортостана

  1. Мәжит Ғафуриҙың тулы исеме Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғәбделғафуров. Шағирҙың бөтә туғандары ла Ғәбделмәнов фамилияһын йөрөтә, ә Мәжит Ғәбделғафур олатаһының исемен алып, фамилияһын үҙгәртә.

 

  1. Уҡыуға теләге көслө булған 18 йәшлек Мәжит Ғафури Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһына йәйәү сығып китә. Юлына бер ай самаһы ваҡыт үтһә лә, Зәйнулла ишандың данлыҡлы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенең шәкерте булып китеүе әҙәбиәт ишектәрен асыуҙа булышлыҡ итә.

 

  1. Йәйге каникул мәлендә миллионерҙар Шакир һәм Закир Рәмиевтарҙың алтын приискаһында эшләй. Һуңынан ғына хужаларҙың береһе – Закир Рәмиевтың (1859-1921) Дәртмән псевдонимы менән йөрөүсе татар әҙәбиәте классигы икәнен белә. “Шағирҙың алтын приискыһында” әҫәрендә ошо мәлдәге ваҡиғалар һүрәтләнә.

 

  1. 1909 йылда М.Ғафуриҙы буласаҡ тормош иптәше Зөһрә Камалетдин ҡыҙы менән ябай күлдәк таныштыра. Шағир оҫта тегенсе ҡыҙға заказға күлдәк тектерергә бирә. Әммә ваҡытына өлгөртмәү сәбәпле ҡыҙ күлдәк яғаһына записка яҙып ебәрә. Артабан улар мөхәббәт хаттары аша аралашып өйләнешәләр.

 

  1. 1912 йылдың яҙында татар шағиры Ғабдулла Туҡай ҡаҙаҡ далаларына китеп барышлай Өфөлә туҡтап китә. Ғафури шағирҙы “Сабах” китап магазинында табып уны өйөнә саҡыра, әммә Туҡай: “Ғаиләле кешегә барырға оялам”, – тип баш тарта. М.Ғафури үҙенең өҫтөндәге ҡышҡы пальтоһын өс һумға һатып, Ғабдулла Туҡайҙы шул аҡсаға ҡунаҡ итә.

 

  1. 1923 йылда Өфөлә шағирҙың “Аслыҡ тырнағында” исемле шиғырҙар йыйынтығы сыға. Миллионлаған кешенең ҡайғыһын үҙенекеләй ҡабул итә Ғафури. Был йыйынтыҡ өсөн алған гонорарын аслыҡтан интегеүсе халыҡ өсөн тапшыра.

 

  1. 1923 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме тәүге тапҡыр Мәжит Ғафуриға бирелә. Шулай уҡ шағирға рәхмәт йөҙөнән 230 кв. метр майҙанлы йорт бүләк ителә, персональ пенсия тәғәйенләнә. Бындай ҙур бүләкте әле бер шағир, яҙыусыға ла биргәндәре юҡ шикелле.

 

  1. Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты Никольская урамын Мәжит Ғафури исеменә үҙгәртә. Шағир үҙе иҫән саҡта уның исемен урамға бирҙертеү оло ваҡиға һаналған. Билдәле булыуынса, шағир Никольская урамындағы (хәҙерге Ғафури урамы) 89-сы йортта 1916-1923 йылдарҙа йәшәгән.

 

  1. “Ҡара йөҙҙәр” повесының төп героиняһы Ғәлимә образын тыуҙырыуға этәргес биргән прототиптарҙың береһе яҙыусының бер туған апаһы Сафия булған.

 

  1. Бер мәл өйөнә ҡайтып барғанында ауыр уйҙарына сумған М.Ғафури ҡапыл “Шул Николайҙың башына иң ҙур ләғнәттәр төшһөн!” тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Уны шунда уҡ ике кеше тотоп участокка алып та китәләр, батшаға тел тейҙергәне өсөн төрмәгә ябыуҙары менән ҡурҡыталар. Шул саҡ шағир: “Аҡылға еңел танышым Николайҙы әрләгәйнем бит”,- тип еңел генә ҡотолоп ҡала.

 

 

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль - йорт музейының ғилми хеҙмәткәре Зөһрә Рәхмәтуллина төҙөнө.

Гонорарын аслыҡтан интегеүсе халыҡ өсөн тапшыра
Гонорарын аслыҡтан интегеүсе халыҡ өсөн тапшыра
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: