Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
2 Август 2021, 21:05

Икеһе лә бер ауылдан

Почтаһы ла һәйбәт эшләй шул.

Ғафури районында урынлашҡан Юлыҡ ауылы артыҡ ҙур булмаһа ла, “Шоңҡар” журналын уҡыусы дуҫтарыбыҙ унда бихисап. Ундан артыҡ ғаиләгә ай һайын килә ул.

Почтаһы ла һәйбәт эшләй шул. Юлыҡ почта бүлеге етәксеһе Резида Ҡужина беҙҙең менән йыл әйләнәһенә бәйләнеште өҙмәй. Журналға ҡасан яҙылһалар ҙа, китаптарыбыҙҙы биреп, фотоға төшөрөп ебәрә һала. Бәғзе почта бүлеге етәкселәре кеүек, эш күплеккә һылтанып йыбанып ултырмағас, ауылдаштары алдында ла йөҙө яҡты, журнал уҡыусылары ла редакция ойошторған “Яҙыл да бүләк от” акцияһынан ҡоро ҡалмайҙар. Был юлы, ана, хатта ике дуҫыбыҙ бүләк алып ҡыуанды.

“Бер ваҡытта ла бүләк отҡаным, хатта: “Берәй нәмә миңә лә эләкмәҫме икән”, - тип уйлап та ҡарағаным юҡ ине. 20 июль алтмыш йәшем тулды, иртәгәһенә яратҡан журналым саңһурҙырғыс бүләк итте”, - ти ғүмере буйы Юлыҡ урта мәктәбендә биология һәм химия фәндәренән уҡытҡан Нәжиә Ҡужина. Бәхетленең ҡунағы бер юлы тигәндәй, бер нисә көндән хаҡлы ялдағы уҡытыусы өсөнсөгә өләсәй булған. Улы Илнур менән килене Нәиләнең улдары тыуған. Ваҡытлы матбуғаттан айырылмаған ғаиләлә тыуған бала ла киләсәктә рухлы егет булыр тип ышанабыҙ, иҫән-һау үҫеүен теләйбеҙ.

Рүзилә менән Ғилман Зәйнетдиновтар ҙа “Шоңҡар” журналының тоғро дуҫтары. Уларға электр сәйнүге эләкте.  "Дүрт балабыҙ ҙа гәзит-журнал, китап уҡып үҫте. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе лә ошо юл менән тәрбиәләргә тырышабыҙ. Әлбиттә, йәш быуын интернет менән ныҡ мауыға. Әммә беҙҙә йыш ҡына ут һүнеп тора, йә саҡ ҡына ел-дауыл була ҡалһа бер нисә көн интернет эшләмәй торорға ла мөмкин. Шул ваҡытта улар тарафынан гәзит-журналға, байтаҡ ҡына йыйылып киткән йорт китапханаһындағы китаптарға иғтибар арта", - ти улар.

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Дуҫтар, бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Икеһе лә бер ауылдан
Икеһе лә бер ауылдан
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: