"Хәҙерге мәктәп"федераль проекты һәм "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 87 һәм 93 балалар баҡсаһы грант алды. Был грант субсидия рәүешендә балалар баҡсаларының консультацион үҙәгенә йүнәлтелде. Консультацион үҙәктә уҡытыусы-логопед, дефектолог, психолог, тәрбиәсе, социаль педагог, невролог, психиатрҙар эшләй. Улар балаларға һәм ата-әсәләргә диагностик, методик һәм консультацион ярҙамды күрһәтә.