Яҙмышым булманың
Повесть
Айнур
Уҡыуҙан асығып ҡайтып ингән үҫмер асҡан ишеген кире япты. Түҙер әмәле ҡалманы бит инде. Һаман яғылмаған, аш-һыу еҫе сыҡмаған һаҫыҡ йорт эсе, иҫереп йығылған ата-әсәһенең хырылдауы биҙеүҙең аръяғына сығарҙы. Айнур асығыуҙан бөрөп, кәкрәйтеп алып барған эсен тотоп солан иҙәненә сүгәләне. “Бер кемгә лә кәрәкмәгәс, ниңә был донъяға яралттылар икән ?! Түҙә алмайым, түҙә алмайым бүтән. Үлергә лә ҡотолорға!” Үҫмер ихатаға сыҡты, йөрәге дөп-дөп типте, быуындары ҡалтыраны. Ҡарға сумып, шунан тормай ятыр ине лә, был оҙаҡҡа һуҙылған ғазаплы үлем булыр һымаҡ. Күптән инде мал заты тормаған аҙбарға юл тотто, алан-йолан ҡаранып берәй бау киҫәге эҙләне. Бесән преслай торған ныҡлы бау үҙе үк ошонда эленеп тора ла баһа. Шуны үрелеп алам тигәндә генә ҡолағына яғымлы тауыш сағылды:
-Бәр-бәр-бәр, килегеҙ, матурҡастарым, - тасҡа тыҡылдашып туралған картуф киҫәктәре төшкәндәй тойолдо. – Талашмай ғына ашағыҙ, холоҡһоҙланмағыҙ, – шыуышып ҡына атлап киткән аяҡ тауыштары ишетелде.
“Мәрғүбә әбейем һарыҡтарына ашарға һалды”. Егет ихата ситләтеп барып әбейҙең ялан кәртәһенә күҙ һалды. Көр һарыҡтар картуф ҡатнашҡан кишерҙе рәхәтләнеп кертелдәтәләр. Айнур һирәк кенә итеп тотолған кәртә аша һикергәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Йәшен тиҙлегендә һарыҡтар янында ине. Үҫмер кишер ҡатнаштырылған картуфты куртка кеҫәһенә тултыра башланы.
Ҡайтып, мейескә яҡты, ул ҡыҙып күмерләнгәс, бешерергә ҡуйҙы. Картуф тиҙ үк бешеп сыҡты. Көтмәгәндә килеп ингән ризығын бешә-бешә һоғаланып ашап ҡуйҙы. Ҡаҡ иҙәндә салҡан төшөп ғырлаған әҙәм ишараты аҙыҡ еҫен һиҙеп ауыҙын сәпелдәтте, ләкин күҙен асырлыҡ та рәте булмағас, ыңғыраша-ыңғыраша йоҡлай бирҙе. Үҫмер бысраҡ матраста бот-сат килеп, йән дә белмәй ятҡан әсәһе өҫтөнә иҫке бер пальто ырғытты. Йән көйҙөрөп ятмаһын. Тамағы бер аҙ бөтәйгәс, өй ҙә йылынғас, ҡалҡынып һыуыҡҡа сығып киткеһе килмәне. “Былар йоҡлағанда дәрестәрҙе ҡарап алырға кәрәк”, - тип уйланы ул. Иҫке рюкзағынан китаптарын сығарып дәресен уҡый башланы. Ни тиклем аяныс хәлдә йәшәһә лә, Айнурҙың уҡығыһы килә. Мәктәп – мәктәп инде. Унда йылы, яҡты, кластар бөхтә итеп йыйыштырылған. Ул ҡояш төшөп кенә торған партала ултыра. Егет яҡшы уҡырға, дәрестәрҙә башҡаларҙан яҡшыраҡ яуап бирергә тырыша, уҡытыусы һорау бирһә, ҡул күтәрергә әҙер генә тора. Үҙенең тырышлығы, яҡшы уҡыуы арҡаһында ғына кеше араһына һыйып йөрөүен күптән аңлағайны инде. Булған ғына кейем-һалымын да ҡарап ҡына йөрөтә. Куртка, джинсы, күлдәк кеүек нәмәләрҙе йәйгеһен үҙе эшләп алғайны.
-Былай булмаҫ , - тип ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы ул ултыра торғас. – Быларға ҡарай башлаһаң, ысынлап та, йә үҙеңә ҡул һалырға, йә шулар менән бергә эсергә керешергә кәрәк.
Ул нисек тә өләсәһенең һуңғы васыятын үтәргә тейеш. Өләсәһе ҡулында үҫмәһә, уның кеүек уйларға өйрәнмәһә, күптән бәләкәс эскесегә әйләнгән булыр ине. “Алдыңа ҙур теләк – маҡсат ҡуй, балам. Көн үтһенгә генә йөрөмә. Эшләгән эшең киләсәгең өсөн файҙалы булһын. Файҙаһыҙ юлды, шөғөлдө ҡыума. Башлағаныңды аҙағына еткер. Ахмаҡтарға эйәрмә, йүнлеләргә эйәр! Ана әсәң гел кәрәкмәгән артынан йөрөп ниндәй көнгә төшкән. - Ошо һүҙҙәр үҫмерҙең мейеһендә утлы хәрефтәр менән яҙылған кеүек янып, өтөп тора, насар юлдан һаҡлай ине. – Төңөлмә, тырышлығың һөҙөмтә бирер.”
“ Их, өләсәй, әҙәм аҡтыҡтары башыңа етте бит, йөрәгең күтәрмәй, яҡты донъянан китеп барҙың. Улар менән көрәшә-көрәшә мине тәрбиәләнең, әҙәм итергә тырыша инең. Өҫтөм бөтөн, тамаҡ туҡ ине. Һиңә һис тынғы бирмәй пенсияңды йә урлап, йә талап алдылар. Хатта үлемтектәреңде урлап һатырға әмәлен табалар ине. Мин уларҙы төйөнсөккә төйнәп, әхирәтең Мәрғүбә әбейгә алып бармаһам, һатып бөтөрәсәктәр ине…” Уйҙары шул тәңгәлгә еткәс, үҫмер “терт” итеп ҡалды. Күрше әбей өләсәһенең иң яҡын әхирәте ине. “Минең менән бер-бер хәл булһа, әбейеңә бар”,- тигәйне бит өләсәһе. Нисек онотоп ебәргән һуң? Айнур һикереп торҙо. Курткаһын кейәйем тиһә, унда юлаҡ-юлаҡ крахмал эҙҙәре ярылып ята. Сепрәк табып, ашыға-ашыға кейемен таҙартты. Уй кинәт кенә тыуып күңелен елкендерҙе. Тиҙ генә хәл итмәһә, икеләнә башлар, аҙаҡ ҡыйыулығы етмәҫ кеүек тойолдо. Тыны бөтөп тигәндәй килеп инеүенә Мәрғүбә инәй аптырап китте. Киске сәй эсергә генә йөрөй ине, Айнурға ҡарап йылмайҙы.
-Улым, әллә эшең күпме? Ашығаһың кеүек.
-Юҡ, улай түгел.
-Улайһа, бер үҙемдең эс бошоп тора ине. Икәүләп сәй эсеп алайыҡ.
Үҫмер оялды, йөҙө уттай янды. Ләкин һинең һарыҡтарыңдың ризығын урлап алдым, тип әйтә алмай бит инде. Ярлы тәккәббер булып ҡыланыу уның хәлендә ахмаҡлыҡ һымаҡ. Өҫтөн һалып, ҡулын йыуҙы, оялып ҡына өҫтәл янына ултырҙы. Әбекәй ҡаймағын, дөгө бәлешен ҡуйҙы. Оло кеше тамаҡ һыйлап ҡына йәшәргә ярата инде. Тәмле кәнфит, әфлисун емештәре лә бар. Айнур һыйҙарға ташланмай, тәртипле генә итеп ашай. Бер генә сынаяҡтан туҡтарға уйлағайны, әбей ҡыҫтай-ҡыҫтай йәнә яһаны. “Ниндәй бер тигән баланы харап итәләр бит. Тыйнаҡһыҙ ҡулдарҙа ас-яланғас йәшәһә лә, ҡалай тәртипле, - тип уйлай ҡортҡа. – Ҡалай ғына булһа ла балаға ярҙам итеп ебәрергә кәрәк ине. Үҫеп етһә, бирешмәй, үҙ йүнен үҙе күрер”.
Ул арала Айнур ҡыйынһынып ҡына һүҙ башланы:
-Мәрғүбә әбей, һеҙ оло бит инде. Малың да бар. Ярҙам итергә кәрәкһә, миңә әйт. Иртән килеп һарыҡтарыңа ашарға һалырмын, ҡар ҙа көрәрмен, - шулай тигәс ҡапыл туҡтап ҡалды. “Мине көнөнә берәй тапҡыр ашатып тор”, - тип әйтә алмаясағын һиҙҙе.
-Йә, әйт, оялма. Мин һине көн дә мәктәпкә ашатып ебәрермен, шулаймы? Өләсәйеңдең китеүенә ике ай үтте, бар донъялары ҡыйралды.
Үҫмер сит кешеләр менән ныҡ аралашмағас, күрше әбейҙән ояла ине. Ләкин кинәт өләсәһе кеүек тойолоп, теле асылып китте.
-Мәрғүбә әбей, ниңә өләсәйем шул тиклем яҡшы ине, әсәйем уның киреһе?
-Балам, был үҙе оҙон бер тарих. Төпкә төшөп китергә тура килә. Тыңлайһыңмы?
-Бик белгем килә, өләсәй был хаҡта һөйләргә теләмәне.
Оло кеше һөйләй башлаһа, хәбәренең иге-сиге юҡ. Әбейҙең йөҙө яҡтырып, уйсанланып, хатта йәшәреп киткәндәй булды. Ысынлап та, ҡарсыҡ уйҙары менән алыҫтағы йәшлегенә ҡайтып киткәйне.
-Өләсәйең менән беҙ айырылмаҫ әхирәттәр инек, - әбей талғын ғына итеп һүҙ йомғағын һүтә башланы. - Беҙҙең заман геүләп торған колхоз заманы. Йәштәр ситкә бигүк сығып китмәй ине. Икебеҙ ҙә уҡып бөткән йылды ауылда ҡалып торорға булдыҡ. Йәнәһе, бер аҙ эшләп өҫ бөтәйтәбеҙ. Көҙөн ырҙын табағына иген таҙартырға йөрөй башланыҡ. Игенде күп сәсәләр, эшкәртеп бөтөрөрлөк тә түгел. Шул көҙҙө колхозға ярҙамға һалдаттар килеп төштө. Колхоздың һәр ауылына бүленделәр. Яңыҙыраҡ кешеләргә фатирға төшөрҙөләр. Минең атай, ағайҙар бар, беҙгә индереп торманылар. Ә бына күрше Әсмә апайҙарға бер һалдат төшөрҙөләр. Урыҫ түгел ине ул. Прибалтиканан тинеләр. Оҙон буйлы, һалам сәсле, зәп-зәңгәр күҙле егет, исеме Айвар. Өләсәйең Зәйтүнә оҙон толомло, ҡарағат күҙле башҡорт һылыуы. Айвар шунда уҡ ғашиҡ булды. Ә минең ағайҙарым алдан уҡ ҡотто алып ҡуйғайны: ”Ҡара уны, йәнеңде алырбыҙ, берәй һалдатҡа күтәрелеп кенә ҡара”, - тип.
Ә Зәйтүнә? Әсәһенең яңғыҙ иркә ҡыҙы, Айварҙың ғишҡын кире ҡаҡманы. Икеһе лә бер ҡарауҙан бер-береһен үлә яҙып яраттылар ҙа ҡуйҙылар. Тыңлап ялҡманыңмы?
-Юҡ, әбей, бик ҡыҙыҡ. Һөйлә, һөйлә.
-Айвар Зәйтүнәне ихлас күңелдән яратты. Әллә ҡайҙағы башҡа ҡәүем кешеһе мосолманса никах уҡытырға ризалашты хатта. Өләсәң менән никахлы булып ай ярым йәшәп ҡалдылар. Командирҙары рөхсәте менән ЗАГС-ҡа ла барҙылар. Бөтәһе лә нисек тейеш, шулай булды. Тик һалдат – һалдат инде, үҙ теләге менән йәшәй алмай. Октябрь һуңдарында ташылаһы иген ташылып, колхоздың алынаһы картуфы, сөгөлдөрө алынып, хөкүмәткә тапшырылып бөткәс, һалдаттар китеп барҙы. Ғашиҡтар ауыр хушлашты. Тәүҙә хаттар бик йыш килде. Айварҙың хеҙмәте бөткәнсе өҙөлмәне. Үҙ иленә ҡайтыр алдынан һуңғы хаты килде лә туҡтап ҡалды. Бына шулай, улым. Егеттең ата-әсәһе ризалыҡ бирмәгәне аңлашыла инде. Ул ваҡытта әсәйең тыуғайны инде. Беҙҙең заманда өсәр йыл хеҙмәт итәләр ине бит. Зәйтүнә ирен бәпес менән ҡаршы аласағына бик һөйөнә ине. Хаттар туҡтағас, йәш ҡатын һары һағышҡа батып, ҡайғынан ябыҡты, һөйләшмәҫ булды. Аҙаҡ ҡыҙы хаҡына ғына бик әкренләп тернәкләнде. Балаға Айварҙың яратҡан исемен ҡушҡайны – Вия тип. Вия төҫкә атаһына түгел, әсәһенә оҡшаны ла ҡуйҙы, тик күҙҙәре генә атаһыныҡы. Ә бына һин ҡойоп ҡуйған Айвар. Олатаһына ике тамсы һыу кеүек оҡшаған бала булыр икән. Ниңә шулай һалам сәсле, зәңгәр күҙле булыуыңа төшөндөңмө инде. Башҡорттар араһында ла аҡ йөҙлөләр күп, ләкин һин бөтөнләй башҡа. Хатта исемең дә Айварҙыҡына яҡын – Айнур. Шулай улым, тормош елдәре сит-ят орлоҡто өрөп килтерә һәм ул орлоҡ шытып емеш бирә. Эйе, шулай… Өләсәң бүтән кейәүгә сығырға уйламаны. Ә өмөт һалыусылар байтаҡ ине. “Береһе лә Айварға тиң булмаҫ”, - тине лә ҡуйҙы. Вияны самаһыҙ иркәләне. Үҙенә кейергә йүнле кейем алманы, ашарын ашаманы, бөтә тапҡан-таянғаны - ҡыҙына. Яңғыҙ ҡатынға тормош еңел түгел, Зәйтүнә иһә бер кемдән ярҙам һораманы. Әсәң холоҡһоҙ, елбәҙәк булып үҫте. Ҡыҙын эшкә өйрәтмәне әхирәт. Аҙаҡ, үкенһә лә, һуң булды. Вия ун өс йәштән егеттәр менән йөрөй башланы, тырышып уҡыу тураһында уйлап та бирмәне, төшкә тиклем йоҡларға, тәмле ашарға ғына булһын.
Айнурға был хаҡта тыңлап ултыры ауыр була башланы.
-Мин сығайым, әбей,- тип урынынан торҙо.
-Эй, балаҡайым, үҙем дә артығын һөйләп ташланым шул. Йә, асыуланма. Ваҡыт та һуң булып китте. Йоҡлап ҡалһаң да, насар булмаҫ ине.
Үҫмер ҡунып ҡалырға оялды, хушлашып сығып китте. Кис аяҙ, һалҡын ине. Аяҙ күктә йондоҙҙар емелдәй. Йәш айҙың көмөш урағы саф матурлығы менән хайран итә. Айнур оҙаҡ ҡына күккә ҡарап торҙо. Донъяла илаһы бөтөнлөк, гүзәллек менән бысраҡлыҡ, шаҡшылыҡтың да бергә һыйынып йәшәүенә иҫе китә. Йәш аңы ошо ҡапма-ҡаршылыҡ менән һис килешә алмай ине. Ул, ауыр көрһөнөп, өй ишеген асты. Йорт шаҡтай һыуынған. Үгәй атаһы ҡатыны янына менеп ятҡан, өшөп бер-береһенә һыйынышҡандар. Һауыт төбөндә ҡалған сәмәй менән тамаҡ төбөн сылатҡандар, юҡһа, был тиклем йоҡламаҫтар ине.
Айнур утын индереп тағы мейескә яҡты. Төнө буйы туңып ятҡыһы килмәне. Әлдә утын бар, тип шатланды ул, йәй көнө, үгәй атаһы айныҡ йөрөгән арала, икәүләп утын әҙерләгәйнеләр. Бала ғына көйгә ололар уйламағанды хәстәрләп йәшәргә тура килә. Айнур тартҡылашмаһа, иҫерек Фәнил утын хаҡында уйламай ҙа ине. Үҫмерҙең башында уйҙар ҡайнай. Йәшәргә, нисек тә йәшәргә, тегеләр юлына нисек тә төшмәҫкә. Киләсәктә үҙеңде ҡарарлыҡ һөнәр һайларға. Әлеге ваҡытта тырышып мәктәпте бөтөргә, тәүҙә ябайыраҡ, унан һуң юғары белем алырға. Шулай баш вата-вата мейесте бөтөрҙө үҫмер. Күмерҙәр уға күҙ ҡыҫа, ҡеүәтләй кеүек. Өй йылынды, йоҡларға була.
Мәрғүбә әбей менән һөйләшеп килешкәндән һуң Айнурҙың йәшәү рәүеше үҙгәрҙе. Үҫмер инәйҙең йомоштарын рәхәтләнеп үтәй, тәмле аш-һыуын ашай. Шулай ҙа, оялып, бүре ашҡаҙанын тыйырға тырыша. Әбей уның тартынғанын аңлай, ҡыҫтап өҫтәп һала. Айнурға бер аҙ төҫ инеп, көсө лә артып китте. Йәш тәнгә күп кәрәкме?
-Һин инеп йөрөгәс тормошом йәнләнеп китте, - ти Мәрғүбә әбей, - үҙ балам кеүек күрәм үҙеңде, – быны ул ихластан әйтә. Ул киләсәктә лә асыҡмаҫ өсөн үҫмергә аҡыл өйрәтә. - Мин бәрәңгене ҡыш буйы, күп булһа, ун биш биҙрә тотонам. Баҡсамды аҙ ғына һөрҙөрәм. Яҙ еткәс күберәк итеп эшкәртер кәрәк. Бәрәңге, кишер, һуған, сөгөлдөр, кәбеҫтә ултыртырбыҙ. Тәрбиәләү һинең өҫтә. Уның ҡарауы, тамағың туҡ була.
Айнур риза инде, аслыҡ рәхәт түгел. Үҙе лә был хаҡта уйлай. Тик үҙҙәрендә йәшелсә менән шөғөлләнеп булмаҫ, шытыу менән ашарға тотонорҙар.
Айнурҙың әсәһе был арала ныҡ ябыҡты. Әллә ауырый инде. Ире менән эске эҙләп сығып китмәй башланы, күберәк ятып тора. Йәл дә һуң, ни эшләтергә инде? Ашамайса теләһә нәмә эсеп шул көнгә төштө. Ир шәрәмәтендә уның ҡайғыһы юҡ. Башҡа шешәләштәр табып, эсеүен дауам итә, өйгә һирәк ҡайта. Шулай ҙа Фәнил бер көн ҡайтып күренде, ҡатыны барлығы иҫенә төштө, буғай.
-Йә, бисәкәй, һаман ятаһыңмы? Тор, мин һиңә әжәл дарыуы алып ҡайттым. Эсеп ебәр, хәҙер шәбәйеп китерһең.
Кәкерәйеп кенә ятҡан Вия тороп ултырҙы. Ҡалтырап торған хәлһеҙ ҡулдары менән ире һонған бысраҡ стаканды тотто. Тик хәмер еҫе танауына бәрелеү менән уҡшый башланы. Һаман тырышып уртлап йоторға тырышһа ла, зәһәр шыйыҡса тамаҡтан үтмәй кире ҡойолдо. Организм ағыуҙан баш тарта ине.
-Һин нимә, зәм-зәм һыуын түгеп әрәм итеп ултыраһың? Һуғып осорормон, эсһәң эс тә.
Дәресен ҡарап ултырған Айнур ырғып тороп иҫерек ир ҡаршыһына барып баҫты. Күңелендә ҡайнаған нәфрәт уның көсөн арттырҙы.
-Етер һиңә әсәйемде ағыулау! Бынан ары эҙең булмаһын! Ҡайҙан килгәң, шунда кит! – тигән һүҙҙәр менән иҫерек ирҙе гөрөп сығарып ебәрҙе.
-Төкөрҙөм әсәйеңә, кәрәге бер тин. Әйҙә ятып ҡатһын. Оҙаҡламай үлә ул. Ялынмайым. Миңә бүтәндәр ҙә бөтмәгән, - ул һелкенеп торған ҡапҡаны тибеп асып, сығып китте.
Ә Айнурҙың әсәһе шул ятыуҙан ҡалҡына алмай ятты ла ятты. Һыу эсә лә ҡоҫа, һыу эсә лә ҡоҫа. Ни тиһәң дә, әсәй бит. Үҫмер ни эшләргә лә белмәне. Айнур ҡыйынһынып ҡына фельдшер Миңлегөл апайға әйтте.
-Һинең алкаш әсәйеңдән башҡа эшем былай ҙа күп. Запойҙан ауырыған көйгә оялмай медик саҡыралар, - тип ҡыҙҙы ул. – Шулай ҙа бала хаҡына барайым инде.
Вияның ҡорһағын, ҡабырға аҫтарын ҡапшап ҡараны, башын сайҡап ҡуйҙы:
-Әсәйеңдең бауыры таш кеүек, - тине ул. – Уға районға врачҡа барырға, анализ бирергә кәрәк. Бәлки, больницаға һалып дауаларҙар. Такси ялларға аҡсағыҙ юҡ инде. Ашығыс ярҙам йәш бәпестәр ауырыһа ғына килә. Миндә тәүге ярҙам дарыуҙары ғына бар. Әле ауыртыуға ҡаршы укол ҡаҙайым. Ҡалғанын үҙегеҙ ҡарағыҙ. – Фельдшер үҙ эшен эшләп, ҡотолғоһоҙ ҡарарын сығарып китеп барҙы. Уның эскесе ҡатындарҙы һанға һуҡмауы, артабан ни ҙә булһа эшләргә теләмәүе булмышына сыҡҡайны.
Бала кеше, тормош тәжрибәһе булмағанлыҡтан, талап итергә лә белмәй аптырап тороп ҡалды. Берҙән-бер таянысы Мәрғүбә әбей бар, әле лә күҙ йәштәрен тыя алмай, уға инде. Әбей уны иғтибар менән тыңланы ла:
-Иншалла, балам, Хоҙай ярҙамынан ташламаһа, төҙәлер, үләндәр менән дауалап ҡарайыҡ, - тине. – Иң тәүҙә энәтегә гөлйемеш ҡушып төнәтмә яһайым. Термоста бер-ике сәғәттән әҙер була ул. Бар, үҙ эштәрең менән бул. Дарыу әҙер булғас та индереп бирермен.
Был арала Айнур күтәренке кәйеф менән йөрөй. Бөтәһенә лә өлгөрә. Сөнки әсәһе ап-аруҡ йүнәлә башланы. Тәүҙә ун көн гөлйемеш эскәндән һуң еҙтөймә, меңъяпраҡ, һары мәтрүшкә үләндәренән торған төнәтмә ҡабул итә башланы. Һоло ярмаһы бутҡаһы, баллы сәй, тауыҡ һурпаһынан өҙмәйҙәр. Әбей уларҙың икеһенә лә хәстәрлекле әсәй кеүек хәҙер. Шулай бер ай көрәшә торғас, Вия әкренләп терелә башланы. Улы уҡыуҙан ҡайтыуға өй йыйыштыра, ябай ғына итеп ашарға әҙерләй. Хәйер әллә нәмәләре юҡ та. Икеһе лә әбей ҡарамағында йәшәйҙәр. Вия элекке ғәҙәттәрен онотҡан һымаҡ, хатта иренең ҡайҙа киткәнен дә һорамай. Айнур ғына һис тыныслана алмай. Уның өсөн әсәһенән башҡа бер кем дә юҡ. Һуңғы дәрестә ҡыңғырауҙы түҙемһеҙлек менән көтә, ул зыңлау менән ишеккә ташлана ла аҡ-ҡараны күрмәй өйҙәренә йүгерә. Әсәһе тағы эсергә башлаһа, йөрәге шартлап үлер һымаҡ. Уның өйҙә тыныс ҡына нимәлер эшләп йөрөгәнен йә ултырып торғанын күреп бер аҙ тыныслана. Уның ниҙән ҡурҡҡанын Мәрғүбә әбей аңлап тора. Көйлө генә тауышы менән баланы тынысландыра, йыуата.
-Улай гел ҡурҡып йәшәү файҙаға түгел. Нимәнән ҡурҡһаң, шул килә. Һин гел дә әсәңде айыҡ, аҡыллы итеп кенә күҙ алдына килтереп йәшә, - ти.
Шулай көн артынан көн үтеп, яҙ етте. Яҙғы көндәр күп мәшәҡәттәр килтерҙе. Тәүҙә ике ихатаны ҡышҡы сүп-сарҙан таҙарттылар, ул арала ер кипте. Баҡсаларҙы эшкәртергә, йәшелсә ултыртырға керештеләр. Айнурға IX класс имтихандарына ла әҙерләнергә кәрәк.
Әсәһе тәүҙә донъя эштәрен төшөнмәй маташты. Өләсәй тере саҡта йәшелсә ултыртыулы, баҡса ҡараулы ине шул. Айнур әсәһен өйрәтә, ә ҡатын тырышып эшләй башланы.
-Ҡырҡҡа етеп барғанда балаңдан эшкә өйрән, имеш, - тип мығырҙай әбей үҙ алдына.
Донъяуи эштәр менән шөғөлләнеү ҡатындың үҙенә лә оҡшай башланы. Айнур ҡаҙыған түтәлдәргә Мәрғүбә әбей менән байтаҡ йәшелсә ултырттылар.
-Көндәр йылына бирһен, ҡыяр ҙа сәсербеҙ, - тип һөйләнде әбей.
Вия хәҙер тороу менән баҡсаға сыға, үҫемлектәрҙең шытып сығыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Саф һауаны рәхәтләнеп һулай, ҡоштар һайрауын тыңлай, донъяның йәмлелегенә һоҡлана. Ошоға тиклем ниндәй мәғәнәһеҙ, мәхрүм тормош менән йәшәүенә аптырай. Улының мәктәптән ҡайтыуын көтә. Ниндәй матур, аҡыллы, эшмәкәр улы бар уның. Уға ҡараһа, эсе шатлыҡ менән тула, ҡыйынһынып ҡына уның мәктәптәге эштәре хаҡында һораша. Улы күп ваҡыт өндәшмәй. Һирәкләп асылып та ҡуя. Егет әкренләп шик-шөбһәләрҙән арына, буғай.
Уҡыу йылы һуңында рус әҙәбиәтенән практикантка ҡыҙ килде. Үҫмер ҡыҙҙарҙан нәзәкәтле өҫ-башы, үҙен нәфис итеп тотоуо менән генә айырыла. Ә һөйләшеүе?! Әйтеп килештергеһеҙ яғымлы, ихлас тауыш. Айнур уны күреү менән үҙенә аңлашылмаған хистәр кисерҙе. Ул хайран ҡалыу, иҫ-һуш китеү, һоҡланыу һымаҡ тойғолар эсендә гиҙҙе. Уҡытыусы ҡыҙ тәү тапҡыр күҙ һирпеп ҡарағас, түбәһенән табанына тиклем йәшен ярып үтеп киткәндәй тойолдо. Аңларлыҡ түгел, бер нисә секундҡа иҫтән яҙҙы. Йәне тәненән айырылып күккә ашты. Әле һаман шул кисерештәрҙән айный алмай аптырап йөрөй. Юҡ, бер ҡасан да айный алмаҫ. Ни эшләр ул, ни эшләр?
Һәр кемдең барыбер ҙә үҙ донъяһы, үҙ хәсрәте. Вияның был донъяға сат йәбешеп йәшәргә тырышып ятҡан көнө. Дөрөҫ, әллә ни көсө лә юҡ. Шулай ҙа үлмәҫкә кәрәк ине, тип уйлай. Йәшәү матур нәмә икән дәһә, тәбиғәт гүзәл, улым аҡыллы – шул нәмәләргә ҡәнәғәт булып ғүмер һөрөргә лә бит. Нисә йылдар һуҡыр булынған. Эйе, элекке тормошона ҡайтмаҫ ул. Йәшәү менән үлем араһында ятҡанда бик ҡаты тәүбә итте шул. Итмәҫ ереңдән итерһең, ҡурҡмаҫ ереңдән ҡурҡырһың. Һаташып ятҡанда уның янына ҡара плащ бөркәнгән ҡот осҡос зат килеп, ҡыпһыуыр һымаҡ ҡулы менән эләктереп алды ла ҡайҙалыр елтерәтеп алып китте. Тартҡылаша алмай, тере тәнеңде өҙөп алып барған ҡулдан ҡотолоу юҡ. Ҡыймылдар мөрхәт тә юҡ. Йәмһеҙ, төҫһөҙ яҡтылыҡ, ҡотһоҙ тирә-яҡ, был урынды көйҙөрөп янғын үткән һымаҡ. Көйгән ит, янған сәс еҫтәре таралған. Алда ҡанлы шәфәҡ, шул яҡҡа юл тоттолар. Яҡынлашҡан һайын эҫелек көсәйә. Аҫта ут ҡайнаған упҡын ситендә туҡтанылар. Упҡын эсенән йөрәк ярғыс иңрәү тауыштары ишетелә.
-Ана, урының шунда һинең, - ер аҫтынан гөбөрҙәп сыҡҡан һымаҡ йәмһеҙ тауыш ишетелә. – Ҡара, нығыраҡ ҡара. - Аҫта, упҡын төбөндә, әҙәм тәндәре сәбәләнә, улар геүләп яна, имеш.
-Улар шулай меңәр йылдар буйы янасаҡ. Аҫтан яңы ит үреп торор, өҫтән янып торор, - ти аяуһыҙ тауыш.- Һин шуға лайыҡ, иманһыҙ, тәүфиҡһыҙ әҙимисә.
Ул арала илашып икәү килеп етте. Күҙҙәре зәңгәр нур бөркөп торған ябыҡ ҡына үҫмер менән нурлы йөҙлө ҡарсыҡ.
-Ебәр, был юлы ебәреп тор, - тип илап Вияның икенсе ҡулына килеп тотондолар.
-Бала хаҡына ебәр,- ти ҡарсыҡ.
-Зинһар, әсәмде алмай тор, - тип иңрәй бала.
-Тәүбә итһен, - ҡурҡыныс тауыш үҙенекен тылҡый.
-Тәүбә ит, тим, мәлғүн, - ҡарсыҡ асыуланып китә. – Нимә ҡарап тораһың? Әйт тәүбәңде!
-Нисек тәүбә итергә белмәйем, - Вия өмөтһөҙлөккә төшкән.
-Үкән тормошома ҡайтмайым, тип әйт, - шулай тип балаһы өйрәтә.
-Лә Иләһи иллә Алла, Мөхәммәт рәсүлулла, - тип тәҡрарлай әбей.
-Ю-юҡ, элекке тормошома ҡайтмам, ант итәм! - Ҡото осҡан Вия һүҙ бирә.
-Лә Иләһи иллә Алла, - тигән һүҙҙәрҙе ҡабат-ҡабат нығытып, инанып әйтә. Шунан һуң ҡот осҡос Ғазраил да, ҡайнап ятҡан йәһәннәм дә юҡ булды. Ул күҙен шар асып ебәрҙе. Янында улы менән күрше әбей тора ине. Бына шул Вияның гел дә хәтерендә. Хатта икенсе төштәрендә лә Ғазраил уны тыныслыҡта ҡалдырмай, алыҫтан күҙәтә: ”Ҡара уны!”- тип алыҫтан бармаҡ янай.
Был ваҡытта Айнур үҙен бер упҡындан сығып, икенсеһенә төшкән һымаҡ йәшәй ине инде. “Уны” күргәндән бирле бер генә минутҡа ла иҫенән сығара алмай бер була, хатта төндәр буйы төшөндә күрә. Төшөндә уның менән гел бергә. Нескә кәүҙәле, нәфис ҡыҙҙы етәкләп тауҙарҙы, туғайҙарҙы гиҙә. Ул да Айнурға матур итеп ҡарай, йылмая, имеш. Аҡ тештәре, яҡты күҙҙәре бигерәк матур, ебәк сәстәре туҙҙырап егеттең йөҙөнә бәрелә. Бын шундай хыялый хәләт үҫмерҙең тик әсәһен уйлап, уның өсөн генә тетрәп йәшәүен алыштырҙы. Йығылып ятып уҡыны, нисек уның алдында бер туңбаш булып күренмәк кәрәк. Барлы-юҡлы кейемдәрен гел йыуып, үтекләп кенә кейҙе. Шатлығына ҡаршы, Мәрғүбә әбей тыуған көнөнә зәп-зәңгәр күлдәк бүләк итте.
-Зәңгәр күҙҙәреңә төҫтәш булһын, - тине.- Күлдәгең сүплек башына, үҙең ҡыҙҙар ҡуйынына, - тип шаярҡан була, етмәһә. Егет кеше ғәйеп өҫтөндә тотолғандай ҡып-ҡыҙыл булды.
-Ярар, оялма, ваҡыты етеп килә, - тип шаяртҡан әбей янынан тиҙерәк ысҡыныу яғын ҡарай. Бүләк өсөн рәхмәт әйтергә лә онотто.
Практикантка ҡыҙҙы Мәрғүбә әбейгә фатирға индерҙеләр. Тәүҙә Айнур унан оялып, ҡып-ҡыҙыл булып китә ине. Артабан өйрәнә башланы. Йыш осрашып, аралашып тороу улар араһында дуҫлыҡ ептәре һуҙҙы, эске бер тартылыш барлыҡҡа килтерҙе. Бик тә нескә, өркәк тойғо ине был. “Уны” күрһә, барлығын белһә, шул еткән һымаҡ. Ғүмер буйы ғишҡын алыҫтан ғына күреп йәшәһә лә риза булыр кеүек.
Айтуған
Айтуған күҙҙәрен асыу менән ҡорт күселәй тыңғыһыҙ уйҙар ябырылды.
-Нимә эшләргә? Артабан нисек йәшәргә? – Ошо уйҙар менән баш ватҡанына күпме ваҡыт үтеп китте. Ниндәй йәшәү инде был? Пенсионер әсәһенең елкәһендә түбә таҡтаға төкөрөп ятырға ҡалдымы, былай булғас? Бәләкәй саҡта үҫергә ашҡынаһың. Эшкә яраҡлы кеше булып, ике беләгеңә көс ултырғас, тамам аптырауға ҡалаһың икән.
Урта мәктәпте бөткән көҙҙә армияға алдылар. Көнсығышта хеҙмәт итеү, һалдат бутҡаһы ашау еңелдән булмаһа ла, барыбер, рәхәт булған. Ашау әҙер, кейем бирәләр, әллә ни баш эшләтергә кәрәкмәй. Һинең өсөн уйлайҙар, хәл итәләр, һин – башҡарыусы ғына. Ауыл балаһы эшкә әрһеҙ, ҡурҡаҡ та түгел – тиҙ үк яраҡлашты ла китте. Әллә һөйкөмлө һөйәге булды, әллә әсәһе өйрәтеп ебәргән ҡайһы бер доғалар ярҙам итте, “бабай”ҙарҙан да ул тиклем яфа күрмәне. Алһыҙ-ялһыҙ геүләгән ел-дауыл үҙәгенә үтте-үтеүен. Йәнә лә һағыныу. Тыуған илде һағынып юҡһыныу иң ауыры ине. Илгә ҡайтып инһәм, бер ҡайҙа ла китәсәгем юҡ тип ант итте.
Ләкин ҡайтҡас, аптырап, ике ҡулы һәленде. Ҙур ҡалалар күреп ҡайтҡанғамы, ауыл сүккән кеүек. Колхоз ул киткәндә үк бөтөп бара ине, хәҙер бар нәмә тар-мар ителгән. Гараж тулып ултырған техниканы ялмауыҙ ялағанмы ни? Армияға тиклем алған тракторист, водитель һөнәрҙәренең кәрәге лә ҡалмаған. Аптырағас, Өфөгә китте. Бар ерҙә лә тәжрибәле водитель һорайҙар. Шулай ҙа бер төҙөлөшкә ҡарауылсы итеп алдылар. Уйын түгел: әллә күпме төҙөлөш кәрәк-ярағы тупланған урында керпек тә ҡаҡмай төн сығаһың. Эштән ҡайтҡас үҙенә тамаҡ әҙерләгән булаһың, үлеп йоҡлайһың, шунан тағы эшкә. Тапҡандың ҡап яртыһын фатирға түләү йәнгә тейә. Ҡалала йәшәгәс, әҙме-күпме үҙе кеүек йәштәр менән танышты. Бәлки, уҡырға инермен тигән өмөттә йөрөй ине. Унан да күңеле ҡайтты. Тарих, юридик факультет бөткән егеттәр төҙөлөштә йөрөй. Иҡтисадсы, педагог ҡыҙҙар магазиндарҙа һатыусы булып эшләй. Юғары урындарҙа эшләгән туғандары булмаған йәштәр һөнәре буйынса эш тапмай ҙа ҡуя. Үлеп-талып ата-әсәһенең һуңғы тиндәренә уҡып сыҡҡан йәштәр бит улар. Бөтәһе лә эшҡыуар булып китә алмай. Һин дә мулла, мин дә мулла - атҡа бесән кем һала тигән кеүек, бөтәһе лә түрә була алмай. Кемдер эшсе, төҙөүсе, игенсе лә булырға тейеш.
Эше ҡарауылсы ғына булһа ла, тыныслыҡ юҡ. Табыла төрлө әтрәгәләм. Һуңғы ваҡыт ботона сәнсеп ҡастылар. Кеҫә телефоны булмаһа, ярты сәғәттән ҡан ағыуҙан йән бирә ине. Ҡарауыл хеҙмәте башлығы Айтуғанды был эштә ҡалдырғыһы килмәне. “Бер ҡаныҡһалар, ҡанығалар ул”, - тине. Беләлер инде. Әсәһенә был хаҡта әйтеп торманы. “Һалҡын алдырып больницала ятып сыҡтым”, - тине.
Йәнә ауылға ҡайтты. Күрше ауылда бер ир төҙөлөшкә кешеләр йыя икән. Үҙе Себергә барып эшләп, мул төшөм менән ҡайтҡан. Уға күп кенә эшселәр табып килтерергә ҡушҡандар икән. Екатеринбургка тиклем үҙ аҡсаң менән бараһың. Бер нисә көнлөк аҙыҡ-түлек, алмаш кейем алырға. Эш кейемдәре унда биреләсәк. Юл өсөн аҡсаһы бар-барын. Айына 60-70 меңгә тиклем эшләп була тигәс, егет дәртләнде. Шулай итеп, яңынан сит-ят ерҙәргә юл төштө. Әсәһе яңынан өлтөрәп йөрөп улын сәфәргә әҙерләй, күҙ йәштәрен тыйырға тырыша, тик килеп сыҡмай.
-Эй, балам,- Ишбикә апайҙың тауышы ҡалтырай, - бер ҙә генә ебәргем килмәй. Үҙебеҙҙә картуф ултыртып, мал ҡарап йәшәр инек әле. Илдә сәпсек үлмәй.
-Үлеүен-үлмәй, сәпсек кенә булып йәшәргә ҡала шул. Бөркөт йә иһә ҡарсыға ла түгел.
Уларҙы йыйып алып китеүсе Илсур район үҙәгенән Өфө-Екатеринбург автобусы менән алып китте. Төн ҡунарға ятаҡ бар икән. Барыһы ла уйланылған. Сбербанкка барып карточка эшләттеләр. Егеттәрҙең эстәренә йылы инде: “Бөтәһе лә серьезно”, - тип һөйләшеп алдылар. Артабан - Сорғот. Унда оҙаҡ йыбанмай, вертолет менән алып киттеләр. Аҫта икһеҙ-сикһеҙ тайга. Шомло булып китә. Бар яҡтан да төҙ тигеҙ урман уратҡан һаҙлыҡһыҙыраҡ урын. Уларҙы вагончиктарға урынлаштырҙылар. Ятаҡтан бер яғы менән дә айырылмай. “Быларҙы бында нисек килтергәндәр икән?”- Ауыл малайҙары аптырай. Вагончик тимә, йәшәр өсөн уңайлы. Йыуынырға душы ла бар. Медпункт урынлашҡан вагончик айырымыраҡ тора. Төҙөлөш инженеры, прорабтар урыны бар. Прораб һәр береһенең һөнәрен һорашып, документтарын ҡарап бригадаларға бүлә башланы. Айтуғанды, тәжрибәң юҡ, тип йәнә тракторға ултыртманылар. Ул төрлө эштәрҙә йөрөргә тейеш. Шулай итеп, үҙе әйтмешләй, егеттең эш одиссеяһы башланды. Төрлө яҡҡа ҡыуалайҙар. Бер нисә көн бетонсылар менән котлован ҡойоуҙа эшләгәйне, шунан төҙөлөш майҙанында сүп-сар йыйылған тип, шунда ҡуштылар. Техника заманы булһа ла, ҡул көсө һаман кәрәк әле. Шунан йәнә бетонсылар менән. Өйрәнеп йөрөп был һөнәргә төшөнөп тә бөттө инде. Егет үҙенең ауылса аҡылы менән бер нәмәгә һөйөнә: егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Бында эшләү дәүерендә күп нәмәгә өйрәнәсәк тәһә. Төҙөлөш һөнәренә ҡул көсө генә түгел, күҙ, ҡул теүәллеге, таһыллыҡ кәрәк. Был сифаттар унда Аллаға шөкөр. Эйе, Айтуған йәш кеше, үҙ донъяһын булдырыр, Алла бирһә. Шул саҡта инде өйрәнгән һөнәрҙәре кәрәгер.
Ашау өсөн көн дә 500-600 һум аҡса бирәләр. Вагон-ашханаға барып, үҙең теләгәнсә туҡланырға була. Айтуған төшкө ашҡа ғына йөрөргә булды. Ятаҡта бынан алда йәшәүселәрҙән сәйнүк, кәстрүл, көрөшкә, таба ише әйберҙәр ҡалған. Йәмшәйеп, туҙып бөтһәләр ҙә эшкинерлектәр. Иртән - йомортҡа, майлы икмәк, сәй. Төшкөһөн – ашханала, ауыр эш итле аҙыҡ һорай. Кисен - йә бутҡа, йә өйрә, йә ҡатыҡ. Арзанлы балыҡ та алып ҡуралар. Уға яҡташы Илмир ҡушылды. Икәүләп тамаҡ ялғауы күңеллерәк тә, алмаш-тилмәш әҙерләйҙәр. Илмир аш-һыуға оҫтараҡ булып сыҡты, ғаиләле егет. Иң яҡшыһы, аҡса тота белә. Айтуған быға тиклем ҡулына ингәнде тәләф итә лә ҡуя ине. Өфөлә ҡарауылда эшләгәндә иптәше ҡотҡоһона бирелеп, ресторанда бер ултырыуҙа 6-шар мең тотҡаны булды. Ҡалай йүләр булынған. Шунда әҙ-мәҙ ынзы йыйһа ни булған.
Ике ай үтте, ҡайтыуҙың осо күренмәй. Улар һалған бина күтәрелде, түбә, ҡыйыҡтары ябыла. Айтуған зирәк аҡылы менән үҙләштерә бара, көн үтәһенгә йөрөмәй. Ул белмәгән материалдар ҡулланыла. Хәҙер разнорабочий түгел инде ул. Тәүҙә оҫта ташсы Борисҡа кирбес алып биреп тора ине. Аңлы кеше башҡаның нисек эшләгәнен күреп тора, өйрәнә бит. Хәҙер үҙе лә кирбес һала ала. Насар сыҡмай. Тик ярҙамсы икән, ярҙамсы, күп ваҡыт алып биреп тороу менән ҡәнәғәт була. Борис яҡшы кеше, һөнәренең серҙәрен ҡыҙғанмай, өйрәтә. Ҡоралдарын ҡәҙерләп тота. Эш бөткәс, таҙартып сумкаһына ғына һалып йөрөтә. Был да бер аҡыл. Һәйбәт кеше менән көн дә тиҙ үткән төҫлө.
Эштең осо-ҡырыйы күренмәне. Прораб тағы ла ике ай эшләйәсәктәрен хәбәр итте. Төҙөлгән йорттар быға тиклем күргәндәренә оҡшамаған. Ҡарағай, ҡарағас төркөмдәре араһында һалынған йорттар гүзәл һарайҙарҙы, ҡайһы берҙәре бәләкәйерәк замоктарҙы хәтерләтә. Уларҙың һәр береһе төҙөлөш шедевры тиһәң, арттырыу булмаҫ. Иң ябай тигәне лә ҡурсаҡ өйө кеүек ҡарап туймаҫлыҡ матур коттеж. Бөтәһендә лә тәрән бункерҙар. Улар үҙҙәре бер һарай кеүек. Унда ла сауна, бассейн, йәшәү өсөн бөтөн ҡулайланмалар буласағы һиҙелә. Ҡыҫҡаһы, ер аҫты һарайҙары.
-Был иң бай олигархтар ҡасабаһылыр, - ти бер йәш егет.
-Бындай төҙөлөштәрҙә булған бар, - ти Борис.- Төҙөлөштө алып барған ойошмалар төп эш хаҡын эләктерәсәктәр.
-Олигархтар ауыҙҙарын асһалар, үпкәләре күренгәндәрҙе талайҙармы ни?
- Араларында арыуҙары бар ул, - ти Борис. – Уларҙың үҙҙәрен дә тишек кәмәгә ултыртырға оҫтарғандар быуа булырлыҡ.
Эшселәр көйөнөп, һүгенеп алыуҙан артығын ҡыра алмай. Күбеһе яҡшы эш хаҡына һаман өмөтләнә әле. Ваҡыт үтә генә бирә: оҙаҡҡа һуҙылған эш көнө, ашау, йоҡлау. Айтуған үҙен эш атына оҡшата. Тағы ни ҡылырға була бында? Бар эш һинең әсе тиреңде һығыуға ҡоролған, хатта телевизор юҡ. Һин тормоштан айырылған каторга хеҙмәтендә. Күңелең тартҡан шөғөл, тәбиғәттең гүзәл мөйөштәренә сәйәхәт итеү, сәнғәттән ләззәт алыуҙан мәхрүмһең. Бында йөрөгән ир-аттарҙың күпселеге йылдың-йылы шулай ҡол хәлендә эшләп йәшәй. Ҡайһы берәүе һөйгән ҡатынынан, бала-сағаһынан биҙеп ҡуя, икенсегә ҡарай, йә ҡатыны иренән һыуынып бүтәнде оҡшата башлай. Был – замандың фажиғәһе. Егет күңелен шундай уйҙар биләй.
Ҡайтып инеүенә өс көн инде Айтуғандың. Әсәһе ни алып, ни һалырын белмәй тигәндәй. Йомортҡа һалып йөрөгән тауығын салырға ла йәлләмәй, ҡоймағын да ҡоя, туҡмасын киҫә. Улын өй аштары менән һыйлай. Улы алып ҡайта алған 40 мең аҡса уға бик күп тойола. 4 ай эшләп ҡайтҡан улы тағы 250 мең тирәһе эш хаҡы күсерергә тейештәр, тип аптырата. Улыҡайы, бәлки, кәләш әйттереп ебәрер тип тә өмөтләнә әсәй кеше. Май айы бөтөп июнь башланыуға карточкаға аҡса күсәсәк тип ышандырғайнылар. Егет район үҙәгенә йөрөй башланы. Ике, өс барҙы. Һеҙҙең счетта аҡса юҡ, тип сығып тик тора. Шул ваҡыт юлдашы Бористың бойоҡлоғо иҫенә төштө. Сорғот-Ульяновск поезында икеһе бергә килделәр. Алсаҡ Борис күңелһеҙ ине, йүнләп һөйләшмәне, “отстань” тип кенә ҡуйҙы. Себер яҡтарына әллә нисә йыл йөрөп эшләгән кеше берәй нәмә һиҙенгәндер инде. Егет: ”Тағы бер барайым әле”, - тип барғайны, һаман шул уҡ яуап. Һис ҡыланмағанды үҙенсә бик әсе итеп һүгенеп ебәрҙе. Еңеллек килмәне, әлбиттә. Әллә тәгәрәгәнсе эсергә инде? “Эйе, иҫерермен, онотолормон, тик ғүмер буйы эсеп ятып булмай бит инде. Йә, һин иҫәргә бер аҡыл булһын. Әкиәттәге һымаҡ килеп сыға : аҡса алмаһа ла, күпме һөнәр алды бит әле. Эшләмәгән эше ҡалманы. Их, ниндәй ил һин, Рәсәй? Ике йыл сиктәреңде һаҡланым. Үҙ илемдә үгәй баламы мин? Рәнйеһәң дә, илаһаң да файҙа юҡ.”
Үҙҙәре яҡҡа ҡайта торған автобусҡа инеп ултырҙы. Ҡуҙғалырға шаҡтай ваҡыт бар. Тәрән уйға сумды, күҙенә бер кем дә күренмәне.
“Етер үгәй бала кеүек хәйерселәргә. Үҙ еремдә берәй нәмә ҡыйратырға тырышайым булмаһа!” Шулай хыялый кеүек ултырып үҙенең туҡталышын үтеп китә яҙған. Бында төшөүселәр булмай тиерлек, шоферға кинәтерәк тормоз һалырға тура килде. Сөйлөгөп киткән пассажирҙар геүләп тиргәшеп алды.
-Нимә, йәш башың менән иҫең китеп ултыраһың! – тип сәрелдәне бер ҡатын.
-Алдан әйтә килһәң, булмаймы?- тип водитель дә асыуланды. Тик Айтуған уларҙы ишетмәй ине. Уның ҡарашы йәйрәп ятҡан бушлыҡҡа төбәлде: элекке баҫыу етемһерәп ята. Күҙ күреме ерҙәргә һуҙылған яҫы таулыҡ. Элекке колхоз ерҙәре. Биш саҡрым алыҫлыҡта Мунсик тауҙары теҙелгән. Бер-бер артлы өс тау. Баҫыу аша ырҙын табағы ҡоролмалары. Бер әҙәми зат йөрөмәй. Ҡасандыр кеше, техника ҡайнап торған ерҙәр үгәйһетелеп буш ята. Баш осонда һабантурғай һайрай. Уның ябай, дәртле йыры ниңәлер моңһоу тойолдо.
-Әй, егет, кил бында, хужа бул! Эшкәрт мине, етем итмә, - тигәндәй уға элекке игенлек.
Айтуған тертләп китте. Ишетеләме уға был тауыш? Эйе, үҙенең күңел ҡушыуы бит. Шул саҡ уның күҙ алдында бер күренеш пәйҙә булды. Баҫыу уртаһындағы ҡыуаҡлыҡ ситендә ике ҡатлы ыҡсым йорт. Уны емеш ҡыуаҡтары, сәскәлек уратҡан. Унан арыраҡ мал һарайҙары төҫмөрләнә. Мини-ферма.
Бигерәк ап-асыҡ күренде уға был күренеш. Күңелендә фотоға төшөргәндәй тороп ҡалды. Күптәнге маҡсаты, әллә ҡасан уйында йөрөткән хыялы һымаҡ тойолдо. Их, был теләкте тормошҡ ашырыр өсөн әлеге лә баяғы бер нәмәгә килеп төртөләһең. Айтуғандың башы етеҙ эшләп китте. Йорто әлегә тороп торһон. Ата-әсәһенең пай ерҙәре бар бит. Ошо пайҙарҙы хосусусилаштырыу артынан йөрөр кәрәк. Булмаған нәмәне өмөт итеп күпме көтөргә була? Шундай елкендергес хыялдар менән өйөнә ҡайтып етте.
Әсәһе улының юлы уңмағанын һиҙҙе, ләкин ниндәйҙер үҙгәрештәр бар. Өндәшмәй генә ҡыҙҙырылған картуфты ашап ултырһа ла, башы ниндәйҙер уйҙар менән тулы һымаҡ. Әсә кеше сабырлыҡ менән көттө. Бына улы яһалған сәйҙе эсеп ҡуйҙы ла әсәһенә ҡараны.
-Инәй, һинең менән кәңәш итмәй булмай. Донъяны минән күберәк беләһең. – Ишбикә апай иғтибар үҙәгенә әйләнде. Улы дауам итте.
-Үҙең һиҙеп тораһың, был юлы ла буш ҡайттым. Ҡышым, яҙым бушҡа үтте. Ҡыҫҡаһы, бүтән бер ҡайҙа ла бармайым.
Әсә талпынды, күптән көткән һүҙен ишеткәндәй булды.
-Эй, балам, үкенмә. Маңлайыңа яҙылғанды күрмәй булмай. Һәр үтмеш юлың үҙе бер аҡыл. Күптән шулай кәрәк. Ауылда кеше асҡа үлмәй, баҡса ҙур, һыйыр һөтлө.
-Инәй, тамаҡ өсөн генә йәшәргә мин мал түгел. Башҡа кәрәк нәмәләр ҙә бар. Иртәгәнән башлап пай ерҙәрен теркәтергә йөрөй башлайым. Унан ары күҙ күрер. Ҡыйын булһа ла, быйыл үгеҙҙе һуғым итеп булмаҫ. Уны һатып ике баш йәш мал алайыҡ тиһәм?
Әсә уны ярты һүҙҙән аңлап тора ине.
-Риза, балам. Әле май айы ғына бит әле. Күп итеп себеш алайым. Тауыҡ менән ҡыш сығырбыҙ. Бер нисә бәрән дә бар.
-Инәй, мин төштән һуң ауыл хакимиәтенә барып килермен.
Ауыл хакимиәте башлығы Әсҡәт Сәйфиевич уны алсаҡ ҡабул итте. Айтуғандың пландарын иғтибар менән тыңланы.
-Әгәр фермер хужалығы булдырырға теләһәң, ауыл хужалығы белемең булырға тейеш. Ниңә күрше генә ятҡан Дыуан техникумына инмәҫкә? - тип кәңәш итеп ебәрҙе ул.
Айтуған үҙенең тәжрибәһеҙлеген танып ултыра.
-Хәҙер техникум ауыр осор кисерә, студенттар йыя алмай, - үҙе ҡара күҙҙәрен ҡыҫып егеткә һынап ҡараны. Аттестатыңда билдәләрең нисек?
-Насар түгел.
-Улай булһа, һине ситтән тороп имтиханһыҙ ласаҡтар. Ә ер теркәүҙе тиҙләтергә була, үҙем ярҙам итермен.
Әхәт Сәйфиевич эстән шат ине. Башҡа биләмәләрҙә бер нисә фермер гөрләтеп эшләп ята. Ә бына үҙ ауылында – юҡ. Был егет яҡшы ғына эшләп китә алһа, хакимиәт башлығына яҡшы күрһәткес буласаҡ.
Айтуған үҙен осор ҡоштай хис итеп ҡайтып китте. Шулай итеп йәш кешенең осһоҙ-ҡырыйһыҙ мәшәҡәттәре башланды. Һәр бер ауыл кешеһе һымаҡ, ул да төрлө учреждениеларға йөрөргә яратмай. Ни хәл итмәк кәрәк, шунһыҙ булмай. Регпалатала ултырған тәккәбер ханым уны әле ер үлсәүселәргә, әле банкка йүгертте. Сиратта кеше күп, чиновник ҡатын уларҙан самаһыҙ ялҡыуын, күрә алмауын йәшермәй. Йорт-ерҙәрен теркәтеп йөрөгән ҡарсыҡтар бер ни аңламай сығып, коридорҙа ҡаңғырышып ултыра. Яңынан инеү мөмкин дә түгел. Әбекәйҙәргә аңлатып бирә торғас, Айтуған күп кенә нәмәләрҙе үҙе лә төшөнөп бөттө. Егет ерен үлсәтергә аҡса түләне, ер үлсәүселәр бер айҙан киләбеҙ, тип тороп ҡалдылар.
Егет район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарына инергә булды. Уға тағы алдан яҙылыу тейеш. Кабинетына инеп барған урынбаҫар изгелеге баҫыпмы, егетте үҙе менән алып инеп китте. Түрә үҙен ихлас тотто. Күп кенә нәмә аңлатты Фрат Камалович тигән ағай. (Егет уның исеменән эстән генә көлөп ултырҙы: була бит исемдәр.) Ер үлсәүҙе тиҙләтергә булышлыҡ итергә булды.
- Хужалығың күпме килем бирәсәк, шул турала ҡағыҙың булһа, яҡшы булыр. Бизнес - план төҙө. Ни менән шөғөлләнергә итәһең, налог ойошмаһына ғариза яҙ. Ул Өфөнән урап килергә тейеш.
Эйе, әлегә көтөргә, көтөргә. Һәр ҡағыҙ өсөн аҡса түләргә. Быларға яуап килгәнсе, егет Дыуанға ауыл хужалығы техникумына барып урап та ҡайтты. Уны бында аңлаған төҫлө булдылар, аттестатына ҡарап, егетте ҡат-ҡат йөрөтмәй, ветеринария бүлегенә алдылар. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә Айтуғанға бер эш буласаҡ. Юҡһа, төнө буйы телевизор пультын баҫҡыслап ятыр ине. Ауыл егеттәре шулай ни эшләргә белмәй эскегә һалышып бөтәләрҙер ул.
Эште ойоштороу мәсьәләләре бер аҙ артта ҡала, буғай. Бәхетенән, эштәр бер тотҡарлыҡһыҙ бара. Үлсәү эштәре лә оҙаҡҡа һуҙылманы. Шулай итеп, ул - ер хужаһы. Ун алты гектар ере бар. Бер уйлаһаң, байтаҡ мөлкәт. Быйылға ошо ерҙең бесәнен сабып алһаң да ҙур эш. Техникаһы булмаған кешегә әйтеүе генә анһат. Ә пландар хайран күп. Ҡышлағанды һатып өс быҙау алһа, үҙҙәренең һыйыры быҙауы менән. Йәмғеһе биш баш. Бесән был малдарҙан арта. Уны һатыу. Унан ары үҙ ерендә ваҡытлыса торлаҡ һалыу. Әйләнгән һайын ауылға ҡайтып булмай ҙаһа. Айтуғандың йорто, мал һарайҙары үҙ ерендә булырға тейеш. Тау аҫтында ғына урынлашҡан Тимеркәй ауылында ферма түгел, йорт һалып булмаясаҡ, эргәләге йылға ҡыҫып килтерә. Егет йортоноң ҡайҙа буласағын ҡарап ҡуйған. Муйыл, балан, тал ағастарынан торған ҙур ҡыуаҡлыҡ уның өйөн төньяҡтан иҫкән елдәрҙән һаҡлар. Тау башы булһа ла гел болон үләндәре үҫә, ағас төптәре бер ҡасан да кипшенеп китмәй. Ер аҫты һыуҙары ул тиклем алыҫ түгел, тимәк. Ошонда торба төшөрөп, насос менән һыу сығарыу бер ни тормай. Иртәгәнән башлап торлаҡ хәстәрен күрә башларға кәрәк. Әсәй менән кәңәшләшмәй булмаҫ. Ана, тәмле аш еҫтәре сығарып көтөп тора. Айтуған уға һәр ваҡыттағыса ҡорған пландарын һөйләй, һуңынан әсәһе үҙ фекерен әйтә.
-Ҡыҙыу эш сағында туҡтауһыҙ ҡайтып йөрөй алмаҫһың шул. Аласыҡ ҡына рәтләү кәрәкмәҫ. Төрлө кеше бар. Берәй йүнһеҙе төртөп ауҙармаҫ тимә. Һине ҡыуандырыр хәбәр ҙә бар. Түбән остағы Йәғәфәр район үҙәгендәге улына мунса бураған. Бура ҙур - өскә алты. Ике бүлмәле булһын өсөн. Ә улы Ришаттың ҡатыны ҡала ҡыҙы. Өләсәһе үлгәс, ейәнсәренә ике бүлмәле фатиры ҡалған. Йәш ҡатын ҡалаға күсенәйек, тип өтөп алып бара, ти. Алыусы булһа, ҡиммәт һорамаҫ инек тип әйтәләр.
-Түбә, иҙәне лә бармы икән?- тип ҡыҙыҡһынды Айтуған.
Әсәһе көлдө:
-И, балаҡай, үҙ йортоңда күҙеңде асып йөрө. “Эшсемдең бер күҙе юҡ, улымдың ике күҙе юҡ, “ – тигән, ти, бер бай.
Лапаҫ аҫтында иҫке шифр, түл менән ябылған өйөмдәр тора бит, Айтуған шуны иҫенә төшөрөп көлөп ебәрҙе. Ниңә ҡарамай йөрөй әле ул шуларҙы?
-Атайың мәрхүмдең йыйынсаҡтары улар. “Улыбыҙ бар, кәрәге тейер”, - тип йыйып торҙо. Бына тигән иҙәнлек таҡта, шифер күҙеңә лә күренмәйме ни?
-Их, инәй, баш бөтөнләй буталған. Бура күпме тора икән?
-Бында бер аҙ һатыулашмай ҙа булмаҫ, ултырып серер инде, тип көйөп торған кешеләр өсөн.
-Иртәгә үк һөйләшергә кәрәк. Тик бына аҡса?
-Һин һалдатта саҡта пенсиямды бик әҙ тотондом. Бар инде буралыҡ ҡына.
-Их, инәй, һин - алтын!
Ишбикә апай шаяртмай түҙмәй:
-Аҡсам булмаһа, тишекле баҡырмы?
-Улай тимәйем дә инде, инәй.
-Йә, ярай, иртәгә үк барам.
Айтуғандың бәхете баҫты. Бура өсөн ҡиммәт һораманылар, уйламаған ерҙән алыусы булғас, шатланып киттеләр. Унан килеп Йәғәфәрҙең “Беларусь” тракторы бар: “Улым киткәс, миңә кәрәкмәй ҙә. Малды кәметәбеҙ, олоғайғас яңғыҙ әллә ни ҡыйратып та булмаҫ. Хаҡын бер ҡышлыҡ бесәнләтә алырбыҙ”, - ти икән. Егет күккә һикерерҙәй булды. Үҙ транспортың булыу ҙур уңыш. Үҙенең бәхетле йондоҙ аҫтында тыуыуына ышана биреп ҡуйҙы. Эйе, уның йондоҙо тап ошонда, тыуған тупрағы өҫтөндә балҡый, ә ҡайҙалыр сит-ят ерҙә түгел. Ә Себер йөрөп һөнәр өйрәнеп ҡайтыу бер мәктәп булған.
Кискә уны тағы бер яңылыҡ көтөп тора ине: уның балалыҡ дуҫы, күршеһе, һабаҡташы Таһир. Шаҡтай таушалған: өҫтөндә керле ветровка менән ялтырап ҡайышланған спорт салбары. Егеттәр йылы күрешһә лә, улар араһы ер менән күк кеүек. Айтуған ҡәҙерле бала. Ата-әсә ҡулында үҫеп яҡшы тәрбиә алған. Уҡыуы ла арыу ғына барҙы. Ә Таһирҙың әсәһе бәләкәстән белекһеҙ, ҡолаҡһыҙ булып, ун биш йәшендә үҙенән өлкән егеттән алдынып, ун алтыла тапты. Эскесе генә олатай менән өләсәй ҡулында үҫте малай. Олатаһы үҙ ғүмерендә тракторҙа эшләне. Иҫереклек менән аяғы гусеница аҫтында ҡалды. Шулай ғына булһа ла һауынсы булып эшләгән ҡатынына, ейәненә баш булып ултыра ине. Ғаилә башҡалар кеүек үк йәшәй: малын ҡарай, баҡса ултырта. Гел һыҙланып ултырған олатай ауыртыуын араҡы менән баҫа ине. Ир кешенең һуңғы йылдарҙа бауыры ныҡ ауыртып йәшәне. Шулай бер ныҡ ҡына эсеп алғас, яҡты донъя менән хушлашып ҡуйҙы. Олатаһы үлгәс, Таһир ҡулдан ысҡынды. Әрмегә Тажикстанға алынды. Өләсәһе: “Таһирым, Таһирым”, - тип теленән төшөрмәй ейәнен көттө. Ейәне әрмелә эш боҙоп штрафбатҡа эләгеп, икеләтә хеҙмәт итеп ҡайтты. Зифа ҡарсыҡ зарығып көткән ейән ҡайтҡас, әлбиттә, бер көн рәхәт күрһәтмәне. Бындай тормошҡа сыҙамай, өләсәй донъянан китте. Ә Таһир күнегелгән тормошонда йәшәй бирҙе. Һауыт-һаба, таба-кәстрүл, ҡалаҡ, мунса ҡаҙаны, мейес торбаһы – бөтәһе лә иҫке тимер-томор йыйыусыға осто. Өләсәһе менән олатаһы ғүмер буйы йыйған мөлкәт ҡороно. Иман ҡасыу ошо булалыр.
Бына шул Таһир - Айтуған ҡаршыһында. Элекке туп-тулы, аҡ шалҡандай йөҙө шиңеп, бит һөйәгенә йәбешкән, күҙе һүнгән.
-Хәлдәр нисек?
-Күреп тораһың.
-Быға тиклем ҡайҙа инең, күҙгә-башҡа күренмәнең?
-“Магнит” мазинында грузчик булып йөрөнөм. Унан ҡыуҙылар. Шунан “Вега”ла. Тағы ла шул.
-Эйе, байҙар айнымай эсеүсене тотмаҫ.
-Дуҫ, үләм, ҡотҡар.
-Булмай. Эт ҡойроғона бер һум эләгеп йөрөһә, тартып алыр инем әле. Әйҙә, ашап сыҡ. Үләһең бит.
-Бармай. Бер ҡабым йота алмайым.
-Ана, мунса ин. Еңеләйерһең.
-Юҡ, тиһеңме?
-Юҡ.
Таһир мунсаға өҫтөрәлде. Оҙаҡ сыҡмай торғас, Айтуған уны барып ҡарарға китте. Тандыр ғына мунсала синыфташы үлеп йоҡлап ята ине. Тәненән шыбаҡшып тир ағып ләүкәгә йәйелгән. Егет өйҙән алмаш кейем алып килде. Таһирға бер аҙ ҡарап торғас, сүмесләп һыу һибеп ебәрҙе. Тегеһе мығырҙап һикереп торҙо:
-Һин нимә, ҡотто алдың бит!
Айтуған тасҡа һыу һалып, хәлһеҙ иптәшен йыуындырырға кереште. Уның тәненең бысраҡлығына иҫе китте.
-Сусҡа һинән таҙараҡтыр ул.
-Әй, кит тә, - Таһир йыуғысты тартып алып, үҙе ышҡына башланы.
Мунса килеште. Таһир бүтән эсергә һораманы, аш ашаны, сәй эсте. Асҡаҡ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ ҡунды. Йылы, бөхтә йорттан һис тә сығып киткеһе килмәне.
-Әйҙә, йоҡлап ҡал. Иртәгә һөйләшербеҙ.
Тегеһе ҡундырыуҙы көтөп ултыра ине, шатланып риза булды.Үҙенә иптәш кәрәген Айтуған күптән тойоп йөрөй. Ауылда таянысы юҡлығы эсен бошора. Йыйып ҡуйған капиталың булмағас, кем һиңә бушҡа эшләп йөрөһөн. Таһир бер көн эскеһеҙ тора алмаған алкоголик. Ләкин ашамай, кейенмәй ҙә йәшәй алмай. Өҫтәүенә торлаҡһыҙ ҙа бит әле. Күрше ауылда йәшәгән апаһы йорттарын бер эш ҡыуарға һатып ебәргәйне. Заманында ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған алты мөйөшлө ыҡсым йорт ни бары ун биш меңгә осто, мунса бураһы йөҙ мең торған заманда. Иртәнге сәйҙе эскәндә Айтуған иптәшенә ҡыҫҡаса үҙенең планын аңлатты. Эйе, ул эш башларға иҫәп тота. Ер алған. Шунда бер бәләкәй йорт ҡорорға уйлай. Әгәр Таһир был эштә ярҙам итһә, яҡшы булыр ине. Барып һыйыныр ере, ҡуныр торлағы юҡ. Әлегә йәшәү, ашау-эсеү бында булыр. Ә Таһирҙың үҙ туҡһаны – туҡһан, этлеккә башы шәп эшләй.
-Малай, мин һиңә бушҡа пахать итәйемме ни?
-Район үҙәгенең магазиндарында бер буханка икмәк, бер банка консерва, бер шешә һыра өсөн йөрөмәнеңме ни? Һиңә көн дә итле аш, бәлеш, ҡоймаҡ эләгеп торҙомо? Йылы, йомшаҡ урында йоҡланыңмы? Өйҙәге кеүек урын-ер, аш-һыу өсөн ҡалала ҡунаҡханала бер төн ҡунған өсөн күпме түләгәндәрен беләһеңме? Китһәң, кит әйҙә. Мин һине тотмайым. Ләкин эшләгәндә эсеп йөрөүҙе лә өнәмәйем.
Таһир ыҡ-мыҡ итте. Нисәмә ай ҡаҡ ерҙә йәйелгән ҡағыҙ өҫтөндә йоҡлап йөрөгән тәне йорт рәхәтлегенән айырылып китергә теләмәй ине. Тик эске һорап баянан бирле ҡытҡылдаған тамаҡ аңын томаларға тырыша. Бәлки, “буш” та итмәҫ, тигән яуыз нәфсе урынына һеңергә мәжбүр итә.
-Шунан, хәл иттеңме? Бөгөн Ҡаҡсы инеше башына барып ҡом-таш аҡтарабыҙ. Нигеҙ өсөн. Мин һине ирекһеҙләмәйем, теләһәң генә.
-Ярар, барып ҡарайыҡ, булмаһа.
Уның кейемдәрен Ишбикә апай мунсанан ҡалған һыу менән йыуып, киптереп ҡуйғайны инде. Таҙа кейемдәрен ҡыуанып кейеп алды Таһир. Арба тағылған “Белорусь”кә ултырып ҡуҙғалып киттеләр. Инеш ауылға алты саҡрым тирәһе йыраҡлыҡта ята, киң тәрән йырындан сыға. Ҡашлаҡтар ҡайынлыҡ менән ҡапланған, ә йылғасыҡтың сите таллыҡ һәм муйыллыҡ. Бында ҡомташ ҡатлы-ҡатлы булып ята. Ауыл кешеләре йорт һалырға таш алғылаһалар ҙа һис кәмемәгән төҫлө. Егеттәр тәүҙә тик аҡтарыу менән булдылар. Бер йөйөнә төшөп, берәүһен тартып алһаң, бер ҙә ҡыйын түгел. Кемдер матур ғына итеп ҡат-ҡат теҙгән дә теҙгән кеүек. Көс етмәҫлек эре лә түгел үҙҙәре, бер генә сама. Таһир эшкә таһыллы шул. Тотоноуы матур, килешле. Айтуған уға һоҡланып ҡарай, дөрөҫ, үҙе лә ҡалышмай. “Ниндәй егет үҙен тәләф итеп йөрөй”, - тип уйлай Айтуған әсенеп. Төшкә тиклем хәтһеҙ эшләп ташланылар. Асыға башлағас, сәй ҡайнатып эстеләр. Инеш буйында ҡарағат ҡыуаҡтары ла бар. Әҙерәк төтөн бәргән, ҡарағат япрағы йөҙөп йөрөгән сәй кеүек тәмле эсемлек бармы икән? Бер тиҫтә йомортҡа, яңы ҡаймаҡ уларға йәнә көс индереп ебәрҙе.
-Их, көндөң йәмлелеге, - ти Таһир хискә бирелеп. – Шунда рәхәтләнеп йәшәп тик ят ине.
-Ә һине шулай йәшәүҙән кем тыя?
Таһир өндәшмәй.
-Инде берәй йөк тейәп ҡарайыҡ, -тип һүҙҙе икенсегә бора һала.
-Шулай итәйек.
Шаҡтай арытып ебәргән. Таш эше еңел түгел шул. Йәнә эшләй башлағас, тағы ҡыҙып киттеләр. Нигеҙ өсөн ҡаҙылған урынға бушаттылар.
-Әле иртә бит. Ҡалғанын да алып ҡайтайыҡ.
-Һинең бәләкәй генә өйөңә күп кәрәкме?
-Артығы эсте тишмәҫ.
Ике йөк таш арытты. Ҡайтыуға тағы мунсаһы, ашы әҙер. Мунсанан һуң Таһир эсергә һорармы, тип Айтуған һағайғайны. Уныһы ятып торған еренән бүтәнсә ҡуҙғалманы, иҙерәп йоҡлап китте. Иртә йоҡлаған Айтуған иртә торҙо. Кәрәкле ҡоралды тейәне. Ауыл ситендәге тауҙан ҡыҙыл балсыҡ алып китергә кәрәк ине. Ул балсыҡ цементыңа биргеһеҙ: кемдер тейешле нисбәттә ҡомон, балсығын ҡушып әҙерләп ҡуйған тиерһең. Таһир ҙа торҙо. Ашап-эскәс, көтөү менән ҡуҙғалдылар.
Икеһе лә эш рәтен белгәс, эш тиҙ барҙы. Таһир һүҙ ҡуҙғатмай ғына эшләп йөрөй. Тәртипле йәшәү, ваҡытында ашау уны кеше төҫөнә индерҙе. Биттәре тулыланып, мускулдары биртеп, элекке Таһирға әйләнде. Үҙендә көс-хәл артҡанын һиҙеп йөрөй. Бесән айы башланыуға бына тигән йорт әҙер ине инде. Көлөп кенә торған ҡурсаҡ өйөләй йорт. Ишек алдын төҙөлөш сүп-сарынан таҙартып алдылар. Йорт эргәһен ҡалған таҡта-тоҡта менән бер аҙ ҡоймаларға ла кәрәк, тип уйлап йөрөгән Айтуғандың уй ағышын Таһирҙың ярайһы тупаҫ тауышы боҙҙо.
-Һин шулай иҫәпләшмәҫкә итәһеңме?
-Мин кейем менән иҫәпләшермен. Ыштаның да юҡ тиерлек. Көҙ килер, бер ҡат тирең менән ҡыш сығырға итәһеңме? Мин бит һине йәйге, көҙгө, ҡышҡы әберҙәр менән баштан-аяҡ кейендерәсәкмен.
Айтуған юҡты һөйләмәй, кейем-һалым байтаҡ йыйылған. Армияла саҡта апалары, әсәһе ҡайтыуына алып ҡуйғандар. Ә Өфөлә эшләгәндә үҙе, моданан ҡалышмаҫҡа тырышып, салбар, свитер, куртка кеүек нәмәләрҙе байтаҡ алған. Элек Таһир кәүҙәгә шаҡтай ҡалын ине, хәҙер икеһе лә бер размер. Кәүҙәһенә һылашып торған яңы кейемдәр кейгәс, Таһир һылыу егеткә әйләнде. Көҙгөнән ҡәнәғәт ҡарашын айыра алмай торған егет тағы үҙ һорауын ҡуйҙы:
-Һин нимә, бер тин дә бирмәҫкә итәһеңме ни?
-Ҡулыңа аҡса тейһә, аҙағы ни менән бөтәсәген үҙең дә беләһең. Юҡҡа сығасаҡһың, шул булыр.
-Юғалмам да ул, - Таһир эре генә яуаплай.
Яҡшы кейемдә үҙен егет солтаны итеп тойоп ебәрҙе.
Ул киске ашты ла ашап тормай ғәйеп булды. Шул кисте дискотекала эсеп иҫереп, һуғышып йөрөгән. Артабан ҡайҙа киткәндер, Айтуған уны юллап йөрөй алмай инде. Бесән башланды. Яллап саптырырға, рулонға һалырға тура киләсәк. Әлегә үҙенең кәрәкле ҡорамалдары юҡ. Айтуғандың иҫәбе әҙме-күпме килем булһа, иң беренсе сиратта шуларҙы булдырыу. Бесән урынлаштырырға лапаҫы ла кәрәк бит әле. Бесән алыу иҫәбенә ике ир лапаҫ төҙөргә ярҙам итте. Йәй башы ямғырлы булғас, үлән ярайһы уңғайны. Быныһы яҡшы. Шулай ҙа бесәнлеккә көҙгө ямғырҙар башланыр алдынан үлән орлоҡтары һибергә кәрәк булыр. Был ысулды уға әсәһе кәңәш итте. Яҙға берәй алты гектар иген дә сәсер кәрәк. Әле был эштәр тик сығым ғына һорай. Быйылға мал башын алтауға еткерһә, бизнес-план төҙөп биреп, субсидия юллар. Субсидия алғас мини-фермаһын төҙөй башлар. Һуңғы ваҡыт кеше икәнен дә онотто, буғай. Бер туҡтауһыҙ уйлай, уйын һис кисектермәй тормошҡа ашыра. Хәрәкәт, хәрәкәт… Ул шунһыҙ тора алмай, йәшәй алмай. Эшләгән эшенән тәм таба, теләп башҡара. Хатта арымай ҙа кеүек. Ферма төҙөү, тоҡомло бал булдырыу, уларға еткелек бесән, фуражлыҡ иген сәсеү. Киләсәктә ерен дә киңәйтер. Ана буш ятҡан ер күпме. Аҙаҡ инде заманса йорт һалып инер, уныһы ла бына ошонда, үҙенең утарында. Эйе, барыһы ла булыр. Әлегә ул хәҙергеһенән тәм таба, алға бара. Әсәһе уны дәртләндереүсе, ярҙамсыһы. Улар янында өсөнсө яҡын кеше лә булыр. Киләсәктә.
Сәлимә
Дәрестең ҡыҙған ғына мәлендә Сәлимәнең сумкаһында телефон шылтыраны. Ғәҙәттә, дәрескә ингән ваҡытта һүндереп инә торғайны, был юлы онотҡан. “Бер генә минут”, - балаларға шулай тип уҡытыусы коридорға сыҡты.
Борсоуло тауыш тәүҙә:
-Һеҙ Сәлимәме? – тип белеште.
-Эйе.
-Айнур Фәтихов һеҙҙең кемегеҙ була?
Юғалып ҡалған ҡатын ни тиергә белмәй, ыҡ-мыҡ итте. Тауыш хужаһы уның яуабын көтөп тормай, үҙенең хәбәрен теҙҙе:
-Фәтихов әлеге ваҡытта ауыр хәлдә ята. Уның телефонындағы кешеләр әллә ҡайҙарҙағы эш партнерҙары, уға продукт әҙерләүселәр һәм башҡалар. Туғанымы, ҡатынымы булмай сыҡты. Һеҙгә иң аҙаҡ шылтыраттым. Яҡын кешеһе булһағыҙ, ашығығыҙ, донъя хәлен белеп булмай.
-Һеҙ кем?
-Мин шәфҡәт туташы. Реанимацияла эшләйем, - бәйләнеш өҙөлдө, йәш ҡатындың башында әллә күпме һорауҙар ҡалды.
Айнур… Иң һуңғы осрашыу күҙ алдына килде. Үҙ тормошонан ҡәнәғәт, энәнән-ептән сыҡҡан костюм кейгән һылыу ир-егет, “Башҡорт аштары” рестораны хужаһы. Ни булған икән? Ләкин уйланып торорға ваҡыт бармы? Әрһеҙ һағыҙаҡтарҙай мейеһендә ҡайнашҡан уйҙарҙы ҡыуалап, уҡытыусы яңынан дәрескә инде. Йәнә бер дәрес бар бит әле. Сәлимә, ихтыярын төйнәп, дәресен дауам итте. Ниһәйәт, йылдай оҙон һуҙылған дәрес үткәнен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Уҡыусылар хушлашып, эркелеп кластан сығып китте. Кабинетта яңғыҙ ҡалған ҡатын телефонына тотондо, уға өйөнә шылтыратырға кәрәк ине.
-Мине алырға килмәгеҙ. Йәйәү ҡайтырмын.
Уның был ғәҙәтенә өйрәнеп бөткәндәр инде. Эшенә ҡағылышлы берәй уй тыуһа, дүрт саҡрым араны йәйәүләп ҡайта. Сиселмәгән мәсьәләләр сиселә, яңы пландар тыуа. Ә был юлы алдында ҙур бер упҡын бар һымаҡ. Сәлимә ошо упҡын аша сығыу юлын эҙләргә тейеш. Нимәнән башларға, нисек тәүге аҙымды эшләргә? Эйе, ауылдашы, әхирәте, шулай уҡ ике туғаны Рәйлә менән кәңәшләшергә.
Сәлимә БДУ-ның өсөнсө курсын бөткән йылды, Рәйлә педучилище тамамланы. Хызыр тигән ауылға тәғәйенләп тә ҡуйҙылар үҙен. Был төндө лапаҫ башында, йәшел бесән өҫтәндә ятҡан ҡыҙҙарҙы ниндәйҙер бер ярһыу биләгәйне. Бик оҙаҡ йоҡламай соҡорлоҡтары сыҡты. “Йоҡлағыҙ, шауламағыҙ”,- тиеүсе юҡ. Бесәнлеккә инеп йөрөй торған уйымдан йондоҙло август күге көлә. Ҡара бәрхәткә һибелгән ем-ем итеүсе тылсымлы ялтыраҡтар ҡыҙҙарға ҡушылып гәлсәр тауыштар сығарып көлгән кеүектәр.
Бына Рәйлә үҙ аллы кеше булып та китте. Үҙ мәшәҡәттәрен үҙе хәл итер, эшләр, хеҙмәт хаҡы алыр. Балалар йәш, матур уҡытыусыларҙы яраталар бит ул, һоҡланыулы ҡараштарын алмай дәрес тыңлайҙар. Сәлимә Рәйләнән көнләшкән төҫлө.
-Әйҙә, һин дә заочноға күсеп, эшкә ин дә ҡуй, - ти әхирәте. – Мине эшкә ҡабул иткән директор, рус теле уҡытыусыһы кәрәк, ти ине. Бәй, һин шул мәктәптә практика үттең түгелме ни?
-Эйе, үткәйнем шул…- практика ваҡытында булған хәл-ваҡиғалар йәшен тиҙлегендә Сәлимәнең уйын телеп үтте.
Үҙенә тәғәйен класҡа ингәс бер нәмә аптыратты уны. Был яҡтың ҡуңырт йөҙлө, ҡара йә ҡуйы һоро күҙле балалары араһында һалам сәсле, аҡ сырайлы, зәңгәр күҙле бер үҫмерҙең ултырыуы уны һиҫкәндереп ҡуйҙы. Ҡыҫҡаһы – блондин. Ҡайҙан килеп сыҡҡан? Урыҫ малайы тиһә, саф башҡорт, зәп-зәңгәр күҙле башҡорт. Һыуһыл, шыйыҡ ҡына төҫ түгел был. Шул тиклем дә ҡуйы, төпһөҙ зәңгәрлек булыр икән. Сәлимәнең ундайҙарҙы күргәне юҡ. Студенттар араһында ла осратҡаны булманы. Был яҡта һары сәслеләрҙе сей һары тиҙәр. Юҡ, сей түгел был, бешеп еткән арыш инде бына. Тағы ла әллә күпме сағыштырыуҙар теҙергә була. Бына шул күҙҙәр йәш уҡытыусыға шундай бирелеп, аптырап, һоҡланып ҡарайҙар. Ҡыҙҙың быуындары ҡалтыранып, тәне аша ток үтеп киткәндәй тойолдо. Нимә был? Уҡытыусы ҡыҙ эске хәләтен тәртипкә килтереү өсөн тәҙрә төбөнә барҙы, тышҡа баҡты, тәрән һулыш алып был хәлде үткәреп ебәрергә өлгәште. Бынан ары ошо класҡа ингән һайын ихтыярын бер йоҙроҡҡа туплап, күңелен нығытырға тура киләсәген тойҙо . Иң ғәжәбе, Сәлимәне аптырауға һалған үҫмер ул фатирға төшкән әбейгә күрше йәшәй ине. Улай ғына ла түгел, көн дә был йортҡа инеп, ярҙамлашып йөрөй. Һәм бына, шул үҫмер уҡыған мәктәпкә уҡытыусы кәрәк.
-Улайһа, мин дә хәл итәм дә ҡуям. Иртәгә үк Өфөгә барам, заочноға күсәм.
-Иртәгә ял бит. Тәүҙә директор менән хәл итергә кәрәктер.
-Уға һин әйтә торорһоң.
-Эйе лә, бик һәйбәт, һине белгәстен, – ҡыҙҙар шунан һуң ғына тынып ҡалды. Татлы йоҡо уларҙы үҙ ҡосағына алды.
Иртән сәй эскәндә Яңылбикә апай ҡыҙының күҙендә үҙ һүҙле тәүәккәллек яныуын күрҙе. Күңелендә бер уй ҡайнай, әлегә өндәшмәй.
-Ни булды тағы? – тип туранан-тура һораны әсә.
-Әсәй, минең эшкә кергем килә, заочноға күсәм. Иртәгә Өфөгә китәм. Иртәнге автобус менән китһәм, көндөҙгө икелә барып төшәм. Эштәремде шул көндө хәл итеп, икенсе көндө иртән кире ҡайтырмын.
Әсә аптыраны, берауыҡ өндәшмәй торҙо.
-Бына һиңә, кәрәк булһа. Рәхәтлектән туйҙыңмы? Йәшлек, студент ваҡыттар кире әйләнеп ҡайтмаҫ.
-Рәйлә эшкә ингән мәктәптә урын бар икән. Хәҙер уҡытыусыларға эш табыуы ҡыйын ғына ул.
-Һинең шул булыр, еңмеш. Бер уйлаһаң, насар фекер ҙә түгел. Үҙ аллы булғың килә инде.
-Эһе…
Икенсе көн иртәнге биштә ҡыҙыҡай атаһының мотоцикл бишегендә район үҙәгенә елдерә ине инде. Бөтәһен дә ышандырып, еңеп тигәндәй, ситтән тороп уҡыуға күскән ҡыҙ, егерменсе йәшендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китте.
Бына ул уҡытыусы. Уҡыусыларынан үҙе бер ни яғы менән дә айырылмай тиерлек. Беренсе дәрес. Был тәңгәлдә Сәлимә әллә ни хискә бирелеп, кәнфитләнеп тә барманы. Сөнки үҙенә ышана, дәресте боҙмаҫын тоя. Ғилеме ныҡлы, йөрәгендә икеләнеү тойғоһо юҡ. Бәләкәй генә кәүҙәле булһа ла, ниндәйҙер рухи көс бар унда. Шул сифаттары уны һәр саҡ ҡотҡара килә. Бала-сағаны йүгәндә тотоу, үҙе алып барған фәнде уҡыусыларға еткереү уға еңел бирелде. Ни генә тимә, ауыл балаларында уҡытыусыларҙы хөрмәт итеү көслө әле. Бына шулай Сәлимәнең хеҙмәт юлы башланды.
Тормош ҡуласаһы әкренләп алға тәгәрәүен белде. Сәлимә яғымлы, көләс, аралашыусан Мәрғүбә әбей менән практика ваҡытында уҡ уртаҡ телде тиҙ тапҡайны. Уҡытыусы булып эшкә урынлашҡас та шул әбейгә фатирға керҙе. Күршелә генә йәшәгән Айнур, үҫмерҙең исеме шулай ине, тәүҙә уҡытыусынан оялып, ҡып-ҡыҙыл булып китә ине. Артабан өйрәнә башланы. Ҡайһы бер нәмәләр хаҡында һорашырға тартынмай хәҙер. Айнур ярҙамын бермә-бер арттырырға тырыша, хатта ҡойонан һыуын да сығара. Ҡасан ғына инмә, Сәлимә апаһы уҡып йә яҙып ултыра. Тәүге йыл ғына уҡытҡас, дәрес пландарын тулыһынса конспект итеп төҙөй, аҙаҡ үҙенә еңел буласағын төшөнә. Егетте күрһә, башын күтәреп ҡарай, матур күҙҙәре нурлана, ынйы тештәре балҡый: ”Һин нимә, миңә лә бер аҙ эш ҡалдыр”, - тигән була. Шулай тиһә лә, бер үк ваҡытта студентка ла, уҡытыусы ла бит. Һәр эшен еренә еткереп, намыҫлы эшләп өйрәнгәс, күп әҙерләнергә кәрәк. Уҡытыусыһының ныҡ тырыш, бөхтә булыуы ла уҡыусыһына тәьҫир итмәй ҡалмай. Сәлимә апаһына оҡшарға тырыша ул хәҙер. Дәрес ваҡытында баш баҫып, алдындағы ҡағыҙға ниҙер һыҙғылап ултырырға ғәҙәтләнде. Юҡһа уйҙары төрлө яҡҡа тырым-тырағай тарала. Ә йөрәктәге хис дөрләүен белә. Шулай көндәр, аҙналар уҙа. Аралары ла инде өс йәштән саҡ ҡына артыҡ. Ҡыҙ уҡырға бер йыл алда ингәнлектән, 19 йәшендә өсөнсө курсты тамамлаған. Үҫмер иһә, киреһенсә, уҡыуға һуңлабыраҡ барған ине.
Быйыл Айнур туғыҙынсыны тамамлай. Егеттең башында иҫәпһеҙ-һанһыҙ уйҙар ҡайнай. Ул быйыл киләсәген хәл итерлек аҙымды яһарға тейеш. Был хаҡта кем менәндер кәңәш иткеһе, эс серҙәрен уртаҡлашҡыһы килә. Яҙ етһә, ваҡыт аҙ ҡалып бара. Илерткес серле төндәр, дәртле матур көндәр егетте һушһыҙ итә. Үҙе уҡытыусыны һиҙҙермәй генә күҙәтә бирә. Сәлимә лә аңламған төҫлө ҡыланһа ла, төшөнмәй йөрөмәй инде. Билдәһеҙ һағыш, юҡһыныу, мөхәббәт көтөү уның да йөрәген иләҫләндерә. Көндәр көндән-көн оҙая, боҙ ҙа китте инде. Ерҙәр кибеп, йәшел ыуыҙ үләнгә төрөнә. Бына-бына муйыл сәскә атыр, донъяны хуш еҫе менән күмер. Йылға буйында таллыҡта һандуғас аҡылдан шашып һайрай. Апрелдең икенсе яртылары шул тиклем дә йылы килде шул. Май башы донъяны йәмгә, наҙға, шашҡын хистәргә күмде. Ни эшләмәк кәрәк, Айнурҙың берсә көлгөһө, берсә илағыһы килде.
Ошондай илерткес кистәрҙең береһендә аяҡтары үҙенән-үҙе Мәрғүбә әбейҙең йортона атланы. Әбейҙең икенсе көн инде өйҙә юҡлығын белә ине. Сәлимә апаһы, ғәҙәттәгесә, алдына бер өйөм китап һалып, уҡып ултыра. Егетте күреп башын күтәрҙе, яғымлы итеп йылмайып ебәрҙе.
-Әбейгә йомош бар ине, - тигән булды тегеһе ҡыҙҙың һораулы ҡарашына ҡаршы, үҙе ҡып-ҡыҙыл булды.
-Уның киткәненә ике көн инде.
-Әй, онотоп ебәргәнмен дә, - шунан ҡыйыуланып, - апа, һеҙгә йомош бар ине, - тип өҫтәне.
-Минең дә йомошом бар, - ҡыҙ уҡытыусы тоны менән һөйләшһә лә, һатлыҡ йән йөрәк күкрәген тетрәтеп тибергә тотондо.- Һин миңә тәбиғәттең матур ерҙәрен күрһәтеп алып ҡайт әле. Муйылдар шау сәскә атҡан, ә минең китаптарҙан баш күтәргән юҡ.
Зәңгәр күҙҙәр-йондоҙҙар балҡып китте:
-Була ул, апа!- көтөлмәгән шатлыҡтан Айнурҙың түбәһе күккә тейҙе, бар донъя балҡыны. Уның әлегә тиклем был хәтлем бәхетле булғаны юҡ ине.
Егет тиҙ генә өйөнә ҡайтып ураны, ул килеүгә уҡытыусы спорт костюмы менән ап-аҡ кроссовкиҙар кейеп ҡуйғайны инде.
-Апа, ни, кроссовка бармай ул. Берҙән, йәш үлән йәшеленә буяла, батҡаҡ та осрар. Муйыллыҡҡа барһаҡ, унда бысраҡ буласаҡ, ул тирәнән һыу өҙөлмәй торған.
Ҡыҙ йәһәт кенә аяҡ кейемен алыштырҙы, егет тә итек кейеп алған, шуға иғтибар итте. Шунан картуф баҡсаһы аша сығып, таллыҡ буйлап киттеләр. Тар һуҡмаҡ тау ситләп алып китте. Уң яҡта муйыл, тал, ҡарама үҫкән әрәмәлек. Ҡайһы бер соҡорораҡ урындарҙа һаман да яҙғы һыуҙар ята. Өҙҙөрөп һандуғас һайрай. Уның әллә нисә быуындан торған сутылдауын һүҙһеҙ генә тыңлап баралар. Иҫ китмәле моң йәштәрҙе әсир итте, өнһөҙ ҡалдырҙы. Егет үҙе лә һиҙмәҫтән апаһын етәкләп алды, ҡыҙ ҙа бер ни булмаған төҫлө атлай бирҙе. Ул арала ағаслыҡҡа инеп китә торған һуҡмаҡты киҫкән юл пәйҙә булды.
-Был юлдан матур аҡланға инеп була. “ Ҡарағай тоҡон” тип атала.
-Алып бар, бында һин хужа.
Юл, ысынлап та, тайғаҡ, батҡаҡлы, һыуы яңы ғына ҡайтҡан. Таллыҡ аша сығып еткәс, бик матур күренеш асылды: түп-түңәрәк йәшел аҡлан. Урталыҡта дөрөҫ өсмөйөш яһап мөһәбәт ҡарағайҙар баҫҡан. Был ниндәйҙер сихри, ғәжәйеп күренеш. Серлелек, илаһилыҡ бөркөлә был урындан. Кем ултыртҡан был ҡарағайҙарҙы? Шундай дөрөҫ өсмөйөш яһап үҙҙәре үҫеп сыҡҡанмы? Хәйер, тәбиғәттең серле күнештәренә яуап табып буламы ни? Аҡлан үҙе ыуыҙ ғына йәшел үлән, ваҡ ҡына шәмәхә миләүшәләр менән ҡапланған. Йәштәр шым ғына аҡланды тамаша итте. Гүзәл тәбиғәт, саф һауа уларҙа юғары тойғолар уята. Бер нәмәне лә йәшереп тормай йөрәк серҙәрен асыҡта-асыҡ бүлешеү теләге уята, тәҡәтһеҙ итеп бер-береһенә этәрә. Сәлимә үҙенә иҫе китеп, аптырап килә. Яҡшы тәрбиә алған ҡыҙ бала булараҡ ғәрләнә лә. “Нисек инде тормош төпкөлөндә йәшәгән уҡыусы балаға шундай хистәр кисерә алам?”- тип уйлай. Егет инде күптән шашыр сиккә еткән. Ҡыҙ күҙҙәрен бер тултырып ҡараһа, үҙен еңә алмай, уны ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫыр йә күтәреп алып аҡлан буйлап йүгерер ине. “Үлеп яратам һине. Бер ҡосаҡлар өсөн йәнемде бирер инем”, - тип әйтер ине. Ләкин ҡыҙ күҙен түгел, башын да күтәрмәй бара бирҙе. Өләсәйҙән – әсәйгә, әсәйҙән ҡыҙына күскән тәрбиә еңеп сыҡты. “Нисек инде, нисек инде мин шулай була алам?” – тигән һорау башынан китмәй.
-Бынау талда һайраған һандуғасты күрһәң ине, - тип ҡуйҙы ҡыҙ.
Уйҙары менән мөхәббәт иғлан итешеп, вәғәҙәләр бирешеп барған егет “терт” итеп ҡалды, ысынбарлыҡҡа ҡайтты, тәрән көрһөндө.
-Уны күреү анһат түгел шул, барып етһәң, боҫа ла ҡуя. Төҫөн талдан айырып булмай. Шулай ҙа минең күргеләгәнем булды. Нескә генә кәүҙәле ҡошсоҡ ул. Һайрағанда тамағы леберҙәп һелкенеп тора, бәләкәй генә томшоғо киң асылған була.
-Йә, ярар, ҡурҡытмайыҡ. Һайрар талынан биҙер юҡһа. Һин бер һүҙем бар, тигәйнең…
-Эйе, апа, - егет ашығып һөйләй башланы, был хаҡта онотоп ебәргәйне шул. – Быйыл туғыҙҙы бөтәм бит инде. Ун берҙе бөтөргө лә килә, икенсе яҡтан, тиҙерәк һөнәр алып үҙемде ҡарай башларға ла кәрәк. Гел дә Мәрғүбә әбей елкәһендә ятып булмай бит.
-Икенсе юлды һайлауың яҡшы тип табам, - Сәлимә уйлап та тормай шулай тине лә ҡуйҙы. Үҙ хәленең үтә мөшкөллөгөн аңлап шулай тине, буғай. Бар донъяға рисуай булыуҙан ҡурҡты. Эскесе ҡатындан тыуған уҡыусыһына ғашиҡ булып йөрөгәнен ата-әсәһе белһә, аҡылдан яҙыр йә берәй сиргә дусар булырҙар. Ә бит егет яҡшы уҡый, киләсәктә юғары уҡыу йортона һис шикһеҙ инер. Был булдыҡлылығы менән үҙен ҡарай алыр ине. Хәйер, һәләтле кеше ниндәй һөнәр һайлаһа ла әрәм булмаҫ. Киләсәктә үҫер юлын табыр, бер урында ҡатып ҡалмаҫ.
-Мин дә шулай уйлайым, тик… - егет телен тешләне.
“… тик һеҙҙән айырылып киткем килмәй”, - тип әйтеүҙән саҡ тыйылып ҡалды.
-Ҡайҙа уҡырға теләгең бар?
-Мин аш-һыу тирәһендә эшләргә теләйем. Уй хәтәр ҙур ул. Шундай һөнәр алһам, киләсәктә үҙем ашханамы, кафемы асырға хыялланам.
-Ҡара һин уны, күп алға ҡарап уйлайһың, - Сәлимә аптырау ҡатыш шатланды. – Булдырасаҡһың, мин ышанам. Сөнки һин һәләтле, аҡыллы егет.
Егеттең түбәһе күккә тейгәндәй булды.
-Ысынлап та шулай уйлайһығыҙмы?
-Алдап тораммы һуң?
-Үлһәм үлермен, һеҙҙең ышанысты аҡлармын.
-Ә ниңә үлергә, ти?
-Уныһы былай ғына инде.
Икеһе лә шат көлдө. Айнур бер шәлкем генә муйыл сәскәһе өҙөп алды, кескәй ботаҡты үрелеп кенә уҡытыусыһының сәс араһына ҡыҫтырҙы. Ҡап-ҡара сәс араһында мөлдөрәп кенә торған сәскәләр бигерәк тә балҡып күренде.
-Рәхмәт, аҡыллым. Һин ҙур кеше булғас, күрешергә яҙһын. Хәйер, һин әле лә ҡайһы бер оло кешеләрҙән күпкә өҫтөн. – Оло кешеләрсә әйтелгән һүҙҙәр икеһенең араһын шаҡтай алыҫайтып ҡуйҙы.
-Апа, һеҙгә рәхмәт, миңә ҡанат ҡуйҙығыҙ.
-Һин былай ҙа ҡанатлы, бөркөт егет. Әле үк өлгөргән шәхес, үҙ аҡылың менән күп нәмәгә ирешкәнһең.
Егет тын ғына тыңлап килә.”Уҡытыусы булып һөйләй бит. Мине бер ҡасан да тиң күрмәйәсәк. Буш хыял ғына булып ҡалырмы? Юҡ, мин тырышырмын, үҙемдекенә ирешермен”, - тип үҙһүҙләнеп уйлай.
-Бынау тауға менәбеҙ тигәйнек бит әле, - ҡыҙҙың тауышы уны ҡәҙемге донъяға ҡайтара.
-Хәҙер менәбеҙ. Тик тоҡтоң ауыҙына ҡабат барырға кәрәк.
-Һин нимә, һаташып алаһыңмы? – ҡыҙ шыңғыратып көлөп ебәрҙе..
-Юҡ, ни эшләп һаташайым. Был урын Ҡарағай тоҡон тип атала тип әйткәйнем бит. Әле беҙ ингән урын тоҡтоң ауыҙы. Аҡлан һыу менән уратылған. Белмәгән кеше сыға алмай аҙашып тик йөрөй. Шуға күрә “Эйәле төбәк” тип тә, “Мишәк” тип тә әйтәләр.
-Ҡыҙыҡ. Әкиәттәге кеүек серле. Һин күп беләһең икән.
-Мәрғүбә әбейҙе тыңларға ғына иренмә, бөтә һөйләй.
-Эйе, ул - торғаны бер хазина, иҫтәлектәр, риүәйәттәр һандығы. Һин мине лә шул донъяла аҙаштырмаҡ итәһеңме? – ҡыҙ ҡыҙыҡһына бара. Уға еңел, рәхәт булып китте. Эске ҡаршылыҡ юҡҡа сыҡты.
-Юҡ, юҡ, ни эшләп аҙаштырайым.
“Ә үҙем аҙашып ҡалдым ”, - тип эстән генә уйлай егет.
Оҙаламай үҙҙәре ингән тар һуҡмаҡҡа еттеләр. Һуҡмаҡтан сығып, киң генә аралыҡ аша күкрәк киреп торған Ҡашҡа тау уларҙы көтөп торған һымаҡ ине. Айнур йәнә уҡытыусыһын етәкләп алды. Шулай тейеш тә һымаҡ, сөнки ул ир-егет, ә Сәлимә, ни генә тимә, ҡыҙ кеше. Туп-тура менгәндә бейек, текә тау хәлде ала. Айнур нимәгәлер үсегеп киткән һымаҡ ашығып, ҡыҙыу менде. Иң һуңғы аҙымда Сәлимәне биленән алып юғары баҫтырҙы. Уларҙың йөҙҙәре, күҙҙәре бер кимәлдә ҡалды. Сәлимә егеттең йән өҙөрлөк һағыш менән баҡҡан ҡарағусҡыл-күк төҫкә ингән күҙҙәрен күрҙе. Мәхәббәткә сарсаған йөрәктәрҙе бер аҙым ғына айыра ине. Улар был бер аҙымды яһап, мәхәббәт шишмәһенән ауыҙ итергә йөръәт итмәне. Бәлки, егет кешегә ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк булғандыр. Сәлимәнең күкрәгендә бер ҡыл тартылып китеп, зыңлап өҙөлгән төҫлө булды. Таллаҡта һайраған һандуғас кеүек елпенеп һайрай алмай, үҙ моңон түгә алмай үлде күңел ҡылы. Моңло көйҙө береһе уйнай башлаһа, икенсеһе ҡушылыр ине, бәлки? Мәңгелек үкенес, һағыш ҡына ҡалыр ине.
Икеһе лә аҫҡа, үҙҙәре әле генә сәйәхәт ҡылған түңәрәк аҡланға ҡарап ҡатты. Күренеш ғәйәт гүзәл ине шул. Ап-аҡ сәскәле муйылдар уратҡан аҡлан уртаһында өс ҡарағай бигерәк илаһи күренде. Уны көмөш балдаҡ төҫлө күл уратҡан. Ошо күренеш был икәүҙе ғүмер буйы оҙатасағын улар белмәйҙәр ине әле. Өҙгөләнгән йөрәктәрен баҫып, тыныс булырға тырышып, юҡ-бар һөйләшкән булып ҡайтыр юлға боролдолар. Сәлимәне - йәйге сессия, егетте имтихандар көтә. Алда айырылышыу. Аҙағы ни менән бөтөр, эстә генә көйрәп, ҡабына алмай ҡалған был ғазаплы хистәрҙең? Әсә ҡарынында яралып та, тыуырға насип булмаған яралғы төҫлө. Бәләкәс кенә форсатты ысҡындырып, тойғоно баҫырып ҡуйҙылар.
Тормош ғашиҡтарҙы үҙ өйөрмәһендә өйөртөргә тотондо. Киләһе уҡыу йылында Айнур күрше районда һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы булырға уҡып йөрөй ине инде. Сәлимә шул уҡ мәктәбендә эшләй, яҡланаһы диплом хаҡында уйлай. Ҡабынып китергә насип булмаған кескәй осҡон йөрәктәрҙә йәшәй ине әле.
Сәлимә үҙҙәренең районының ер-һыу атамалары хаҡында диплом эше яҙырға булды. Етәксе икенсе тема бирергә тиһә лә, ҡыҙ фәҡәт үҙенекен тыҡыны. Уның фәҡәт ер-һыу атамалары тип ныҡышыуына Ҡарағай тоҡон , Эйәле төбәк, Көмөш балдаҡ күле сәбәпсе ине. Көҙ еткәс, ошо аҡланды күрер өсөн генә бер нисә тапҡыр Ҡашҡа тауға менде. Бейектән ҡарағанда көҙгө аҡлан бигерәк тә хайран ҡалырлыҡ ине шул. Япраҡтары көрән-ҡыҙыл төҫкә ингән муйыл-баландар, алтын төҫтәге талдар, ҡарамалар ҡарап туйғыһыҙ нағыш хасил иткән. Ошо балҡыш уртаһында йәп-йәшел ҡарағайҙар “гөлт” итеп ултыра. Был урындарҙы ҡыҙ тәбиғәт бүләге тип ҡабул итә, барып ҡайтҡан һайын бар булмышына көс өҫтәлгән төҫлө. Уның күңелендә “һөйөүемде ниңә йәшерҙем” тигән үкенес тә юҡ. Әгәр был хис тышҡа бәреп сыҡһа, әллә ниндәй яу сығыр, бар донъя уны ғәйепләр кеүек. Ә ундай хәлдәр була килгән. Әсәһенең уҡытыусыһы үҙенән ун ике йәшкә кесе уҡыусыһына өйләнгән. Был яҡта ҡалмай, ситкә сығып киткәндәр. Халыҡта был аҙымды ғәйепләү булмаһа ла, ниндәйҙер аптырау булған, барыбер. Унан һуң утыҙ биш йәшлек директор ҡатынға ун һигеҙ йәшлек уҡыусыһы өҙмәй-ҡуймай тәҡдим яһап, бергә булғандар. Тик уларҙың никахы йыл ярымдан өҙөлөп ҡалған. Йәш егет йәш ҡыҙға ғашиҡ булып, өлкән ҡатынды ташлаған. Директор ҡатында бер бөртөк малайы тороп ҡалған. Ә Сәлимә менән Айнур араһы өс йылдан ашыу ғына ине бит. Ҡыҙ йөрәгендә йәшәгән һыҙлауыҡҡа өйрәнеп бөттө инде, уны баҫырға уйламаны ла. Үҙенең мәшәҡәттәре менән ҡәҙимгесә йәшәй бирә. Ҡыш көнө ул эшенән туҡтап диплом эшенә әҙерләнә башланы. Әлеге ваҡытта тәбиғәт атамаларын өйрәнеп, ауылдан-ауылға йөрөй. Баш та күтәрмәй маҡсатына ынтыла, теләп, оҡшатып башҡара ул был шөғөлдө. Халыҡ араһында йөрөп ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй. Күберәк оло кешеләр менән аралашыу уның холҡона үҙгәрештәр индергәндәй. Сәлимә һөйләшергә тура килгән апай-инәйҙәрҙең, олатайҙарҙың иплелегенә, сабырлығына һоҡланып бушаманы. Тыуған яҡ тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр йыйҙы. Күҙ алдында торған һәр тауҙың, күлдең, юлдың, ҡалҡыулыҡ, йырындарҙың үҙ тарихы бар, имеш. Тирә-яҡ ауылдарҙы йөрөп сығып килә инде.
Бөгөн һуңғы тапҡыр сәйәхәткә сығып китте. Мунсик, Асытау, Алпамыша, Сик ҡул, Ярымтыҡ хаҡында үҙенә хас тел, моң менән һөйләп Баныу әбей ҡыҙҙы әсир итте. Сәлимә был риүәйәттәр хаҡында белһә лә, әбей ауыҙынан улар башҡа төрлө яңғыраны. Шулай итеп, төш ауып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Ҡышҡы көн бер тотам тигәндәй. Әбекәй: “ Ҡун да ҡал, - тип ҡыҫтаһа ла, Сәлимә ҡайтырға булды. - Автобустың киске маршруты бөтөнләй ҡараңғыға ҡала”, - тине. Ҡыҙ: “Атлап ҡына ҡайтам, көн дә тымыҡ”, - тип ныҡышты. Саҡ ҡына күбәләк ҡарҙар төшә, һауа саф. Ҡыҙ бөгөнгө табышынан ҡәнәғәтләнеп, һөйкөмлө ҡарсыҡ шауҡымынан һаман айнымай атлай бирә. Үҙе һикһән йәштә булһа ла, күңеле менән йәш, ҡыҙыҡһыныусан. Ундайҙар донъяны өйрәнеүҙән һаман туҡтамай. Әле йәш ҡыҙға файҙалы мәғлүмәттәр һөйләй алыуына оло кеше сикһеҙ шатланып ҡалды. Сәлимә ысын күңелдән ҡәнәғәтлек кисереп атлай бирә. Артынан ике пар үткер һары күҙҙәрҙең күҙәтеүен, шым ғына эҙҙәренә баҫып килеүен һиҙмәй ҙә, күрмәй ҙә. Бара торғас, ҡар кисеп, үҙен ниндәйҙер йәнлектең уҙып барыуын шәйләп ҡуйһа ла, иғтибарһыҙлыҡ менән юлын дауам итте. Әллә эт-ҡоштоң күҙ бәйләй алыуы ошо буламы? Әҙәми зат тәбиғәт серҙәренә һаман төшөнөп бөтә алмай шул. Ике ҙур эттең алдына сығып ултырыуын күргәс кенә туҡтап ҡалды: “Ҡалай дәү эттәр, көрҙәр, матурҙар үҙҙәре”, - ҡыҙҙың башына килгән беренсе уй шул булды. Бүре-эт тигәндәре шул буламы әллә? Юҡ, былар шаҡтай бейек, аяҡтары оҙон. Күкшел йөнлө ҙурының елкә йөндәре ҡалын, ял һымаҡ. Ай, бүреләр бит былар! Бөттөм, былай булғас…”- Сәлимәнең һуңғы уйы шул булды.
Ҡыҙ ҡаҙаҡлап ҡуйғандай ҡатып ҡалды. Үлем менән осрашыу шулай буламы? Ҡалай эҫе булып китте, йөрәге ярыла яҙып тибә. Йыртҡыстар мыҫҡыллы йылмайған кеүек тора бирә. Уларҙы нимәлер туҡтата кеүек. Сәлимәнең ҡолағына трактор гөрөлдәүе салынып ҡалғандай. “Һуңғы минуттар һаташтыра, буғай”, - ул ялт итеп яурыны аша ҡараш ташлай, фар яҡтыһы күренеп ҡалғандай булып, юғалды. Трактор уйһыуыраҡ ергә төштөмө, әллә үҙен-үҙе алдаймы? “Юҡ, ҡолағым ғына шаулай, буғай, бөттөм, былай булғас.” Артабан бер ни иҫләмәй.
Кемдер төрткән һымаҡ булды, кинәт күҙҙәрен асты. Юҡ, бер кем ҡағылмай . Ул диванда ята, өҫтөнә ҡалын юрған ябылған. Түбәлә люстра яна. Сәлимә күҙҙәрен йөрөтөп өйҙө байҡап сыҡты: ҙур түгел, ләкин әйбер-маҙар аҙ булғас, иркен күренә. Уртала кирбес мейес, унан рәхәт йылылыҡ ағыла. Ул ятҡан яҡ йоҡо яғы, буғай, диван, ҡәнәфи. Ҡулдан оҫта ғына итеп яһалған кескәй өҫтәлдә компьютер, уның янында офис креслоһы. Мейестең теге яғы аш яғы инде: ҙур өҫтәл, эскәмйә, электр плитәһе. Ҡулдан эшләнгән матур ғына кәштә, унда һауыт-һаба. Ике тәҙрә, уларға биҙәкле ситса ҡорған ҡоролған. Ҡыҙыҡ, бәләкәй өйҙә заманса әйберҙәр менән ҡулдан яһалған мебель бергә урын алған. Стеналар тигеҙ итеп юнылып, йышылған, тәбиғи көйөнсә ҡалдырылған. Өй хужаһы ир кеше икәнен аңларға була. Ишек буйындағы элгестә тик ир кейемдәре. Ни эшләй әле ул бында? Шул саҡ алдына сыҡҡан ике бүре иҫенә төштө. Ҡыҙ йөрәге тетрәнеп ҡалын юрған аҫтына сумды. “Иҫәр, улар хәҙер минең ҡаршымда түгел бит инде. Тимәк, мине кемдер ҡотҡарған. Ниндәй кеше һуң ул? Әгәр яман әҙәм булып сыҡһа?” Уйҙарына яуап булып кинәт ишек асылды. Егерме биштәрҙе уҙған ир-егет килеп инде. Ҡыҙ күҙ асып йомғансы уның йөҙөн байҡап сыҡты. Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, көн ашаған асыҡ, яғымлы йөҙ, ҡалын ҡара ҡаштары аҫтынан ҡыҫығыраҡ үткер күҙҙәр һынамсыл ҡарай. Киңерәк яңаҡтары, уртанан соҡорло дүрткил эйәге йөҙөнә көс-ихтыяр билгеләре бирә. Тура танауы, тулы ирендәре матурлыҡ өҫтәй. Урта буйлы, яурындары шаҡтай киң, ҡалын. Инеүсе камуфляж бушлатын һалып, ҡыҙ янына уҙҙы. Кәүҙәһе атлеттарса икән, йоҡа свитер аҫтынан күкрәк, беләк мускулдары бүҫелеп тора. Ҡыҫҡаһы, көслө, үҙенә ныҡ ышанған, ғәйрәтле ир-ат. Унан яманлыҡ көтөү мөмкин түгел һымаҡ.
-Һаумыһығыҙ, мин Айтуған булам, - егет көрәктәй ҡулын Сәлимәгә һуҙҙы. Күҙҙәрендә теремек осҡондар һикереште, йылмайғанда тип-тигеҙ ап-аҡ тештәре балҡыны.
Ҡыҙ тороп ултырҙы, ҡаушай төшөп ҡулын һуҙһа ла, егет уның бәләкәй генә ҡулын һаҡ ҡына ҡыҫты, әйтерһең, ауырттырып ҡуйыуҙан ҡурҡты.
-Сәлимә, - ҡыҙҙың тауышы сибек сыҡты.- Бик шатмын, - тип өҫтәп ҡуйҙы.
-Әйҙә, тәүҙә сәй эсеп алайыҡ, - егет бер һорау ҙа биреп тормаҫтан өҫтәл әҙерләргә кереште.
Мейес плитәһендә шыжлап ултырған сәйнүктән ҡойоп, үләндәр һалынған сәй бешерҙе. Бал, май ҡуйҙы, түңәрәк өй икмәге киҫте. Кәнфит, перәник ише нәмәләр ҙә бар икән. Сәйнүк эргәһендәге бәләкәйерәк кәстрүлдә ашы ла әҙер. Аш-һыуҙан килгән тәмле еҫтәрҙән ашҡаҙаны өҙөлөп, үҙенең барлығын һиҙҙерҙе. Ишек төбөндәге йыуынғыста бит-ҡулын йыуып, ҡыҙ ялындырап тормай өҫтәл артына ултырҙы. Әллә күпме һорауҙар ҡайнашһа ла, әлегә өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Егет өҫтәл тирәһендә оҫта өйөрөлөп сәйен яһап, ашын да һоҫоп ҡуйҙы. Күҙҙәренән, тештәренән нур сәселә. Әйтерһең, күптән көткән ҡунағы килгән. Ашағанда һөйләшеп торманылар.
-Был ниндәй ауыл? – ниһәйәт ҡыҙ телгә килде.
-Ауыл юҡ бында. “Буранбай” фермер утары. Айтуған утары тип тә ебәрәләр.
-Ә-ә, ишеткәнем бар. Бер егет утар ҡороп йәшәп ята тигәнде.
-Шулаймы? – егет талпынып ҡуйҙы, – ситтән булһа ла танышбыҙ икән, улайһа. Бер ҡыҙ бүреләрҙән ҡурҡмай ауылдан-ауылға йөрөп ята, тиҙәр ине шул. Мин дә хәбәрҙәрмен.
Бүреләр иҫенә төшкәс, ҡыҙ ҡалтыранып китте, күҙен тултырып егеткә ҡараны.
-Мине ҡотҡарғанһығыҙ, тимәк. Ниндәй генә рәхмәттәр уҡыһам да аҙ. Уйлауы ҡурҡыныс. Бр-р! Ә ҡыҙ йәнә ҡалтыранып ҡуйҙы.
-Эйе, ҡай саҡ уйламаған хәлдәр килеп сыға шул. Әсәйем әйтмешләй, ғүмерегеҙ бөтмәгән. Мин бер сәбәп кенә булғанмын. Уларҙың икегә бүленеп юлдың ике яғына сығыуҙарын күргәс, яҡшыға түгеллеген аңланым.. Бейектән күренеп тора. Шунан “Беларусь”ты хәленән килгән тиклем ашыҡтырҙым. Һин барған ауылға йомош менән барғайным. Трактор өр-яңы әле, йөрөшө тиҙ.
-Әлдә генә осрағанһығыҙ.
-“Һеҙ” тип әйтмә. Мин күплектә булырға яратмайым. Ғали йәнәптәре түгелмен бит. Бүреләрҙе онот. Ундай мәлдәрҙе оҙаҡ һөйрәтеп йөрөтә башлаһаң, иҫәрләнергә мөмкин.
Ҡыҙ көлөп ебәрҙе, тауышы сыңлап китте. Үҙ тауышына үҙе аптыраны. Был көлөүҙә саҡырыу, ҡыҙыҡһыныу ауаздары һиҙҙе.
-Ярар, ғали йәнәп, баш өҫтө, онотормон, - уны еңеллек, күңел рәхәтлеге биләне. Бына Сәлимә бынан бер нисә сәғәт элек кенә осратҡан йәш кеше менән ултыра. Шикләнеү, һағайыу башына ла инеп сыҡмай. Яңы танышы шул тиклем ихлас, ябай, хәс тәбиғәттең үҙе. Бушҡа тел сарлау уға хас түгел.
-Минең ауыл бынан алыҫмы?
-Йыраҡ түгел, биш-алты саҡрым тирәһе. Һин бөгөн ҡайтма, бында ҡал. Ҡурҡма, мин тәртипле егет. Ысын. Кеше күрмәй йәшәү ҡай саҡ ялҡытып китә. Кем менәндер асылып һөйләшеп ултырғы килә. Дөрөҫ, бында эшкә килеп йөрөүселәр бар, һауынсы менән мал ҡараусы. Эштәре бөтөү менән улар үҙ донъяларына ашыға. Ат менән йөрөйҙәр.
-Мин ҡурҡмайым да ул, - тип шәпләнгән булды ҡыҙ. – Тик урын берәү генә бит, - тине һағайып.
-Раскладушка бар. Ҡайһы ваҡыт әсәйем килеп бер- нисә көн йәшәп китә. Билмән, үҙе киҫеп киптергән туҡмас, бөйөрөк бешереп килтерә. Миңә шулай байрам яһап ала. Ен ҡыҙы эйәләшеп китмәһен үҙеңә, тип доғалар уҡый. Ҡай саҡ шул тиклем дә өлгөрөп булмай кителә, ауылға оҙаҡ ваҡыт төшөп булмай. Кискеһен үлек кеүек йоҡлайым, ҡайҙа унда ен ҡыҙҙары. Килһә лә белмәҫ инем.
Сәлимә ҡыҙыҡһына барҙы, егет хаҡында күберәк белгеһе килде.
-Нисек был эшкә тотонорға булып киттең? Күптәр Себер яҡтарында эшләп йөрөй бит?
-Ҡыҙыҡ булһа, һөйләрмен. Тик тыңларға түҙемлегең генә етһен. Мин дә күрҙем Себерҙе. Шунан башланды ла инде. Эшкә яллайҙар. Карточкаға хеҙмәт хаҡы күсерәбеҙ, тип ҡайтарып ебәрәләр. Шулай күптәрҙе һемәйтәләр.
Район үҙәгенән ҡайтып киләм. Элек баҫыу булған ерҙәрҙе ваҡ сауыллыҡ баҫып бара. Шул саҡ ер илаған һымаҡ тойолдо. Һин аптырама, ысынлап та булды. Шунан үҙем иген сәсеп, мал аҫрап ошонда йәшәргә ҡарар иттем. Атай-әсәйҙең пайҙарын үҙемә күсерҙем, өҫтәп тә алдым. Күп тупһалар тапаным. Ике йөҙ илле мең субсидия алдым. Ул бер нәмәгә лә етмәне. Әсәйемдең һыйыры, танаһы, быҙауы, тағы ла бер нисә баш мал һатып алып, эш башланым. Иң тәүге эшем мал һарайы һалыу, фураж өсөн арпа-һоло сәсеү ине. Ваҡытлыса ялланып эшләргә кешеләр табыла, ҙур булмаған хаҡҡа ла ризалашалар. Ауылда эш юҡ бит. Бына әлеге көндә егерме һауын һыйыры бар. Һарай илле һыйыр өсөн, тулыһынса һалынып бөтмәгән әле. Бер яҡ өлөшөн тиҙләтеп һалып, шунда тотам, шунда бер мөйөшө быҙауҙар өсөн. Бер һауынсы, бер мал ҡараусы бар тинем инде. Уларға ваҡытында түләп барам. Һөт аҡсаһы әҙләп ҡыш көнө лә килә. Улар менән бер ҡатарҙан үҙем дә эшләйем. Ул-был йомош күп кенә ваҡытты ала. Туҡтауһыҙ нимәлер юлларға кәрәк. Йәй – минең өсөн аҡса эшләү ваҡыты. Һөт арта, яҡшы ғына килем була. Сапҡыс, йыйығыс, бесәнде рулонға һалғыс ҡулаймалары алдым. Бесән етһә, күп кенә кеше сабып, рулонға һалып биреүҙе үтенә. Эшләргә тура килә, сөнки бары килем арҡаһында ғына алға китеп була. Был ваҡытта мал көтөү, һауыу эшенә әсәй күҙ-ҡолаҡ. Шунһыҙ булмай. Ике миллион ярым субсидияға иҫәп тотам да ул. Белмәйем. Барып сыҡмаһа, кредит алырмын. Ул саҡта һарай һалыу, ҡорамалдар алыу эше тиҙ китәсәк. Эшселәргә түләү яйға һалыныр. Малдарҙың нәҫелен яҡшыртыу ҙа мөһим.
-Ә кредитты ваҡытында түләү? - ҡыҙ ҡыҙыҡһынғандан-ҡыҙыҡһына бара ине.
-Әйтәм бит, йәйге айҙар бик төшөмлө ваҡыт. Һөт, үгеҙ быҙауҙарҙы ҡышлатҡас, һуйып һатыу, бер аҙ бесән, фураж һатып та . Йәй кредитты алдан ҡаплау мөмкинлеге була. Өмөт ҙур ғына ул.
-Һин был эште байыу маҡсатында эшләйһеңме?
-Ниңәлер байыу иҫкә төшкәне лә юҡ. Был эштәрҙе үҙем теләп эшләйем, хатта күҙ алдында ниндәйҙер оло маҡсат та тотмайым. Ир кешемен бит, мин нимәгә һәләтле, нимәлер булдыра алам. Шуны белеү мөһим. Теләк булғанда бер кеше лә ҙур эштәр башҡарып сыға ала. Шуға шатланам. Йәш, һау кеше түшәмгә төкөрөп, эш юҡ тип ятырға тейеш түгел. Аяҡ аҫтында эш тулып ята. Унан килеп киләсәктә биш-алты кешегә хеҙмәт хаҡы, эш булдырам тип дәртләнәм бит инде. Ғаиләмә лайыҡлы йәшәйеш тәъмин итә алырмын тип уйлайым.
Был үҙһүҙле, тырыш, ниндәй ҙә кимәлдә бер ҡатлы кешегә ҡыҙҙың хөрмәте арта барҙы. Яҙмыш шундай кеше менән осраштырғанға ниңәлер шатланып та ҡуйҙы. Ваҡыт һуң ине инде. Йоҡларға яттылар. Айтуған урынға ятыу менән йоҡлап та китте. Ә Сәлимә уйҙарға бирелеп ята торғас, ойоп киткәнен һиҙмәне. Төшөндә ниңәлер һаман да Айтуғанды күрҙе.
Артабанғы ваҡиғаларҙы бер нисә һөйләм менән әйтерлек ине. Сәлимә дипломын бик яҡшы яҡлап, шул мәктәпкә эшкә ҡайтты. Айтуған менән осраҡлы, ашыҡ-бошоҡ күрешеп торҙолар. Айлы төндәр, сәскәләр, ҡайнар ҡосаҡлашыуҙар ҙа булманы. Егеттең быға һис тә ваҡыты юҡ ине. Бер ял көндө Сәлимәнең ғаиләһенә иҫкәрмәҫтән генә әсәһе менән килеп инде лә ҡыҙҙың ҡулын һораны. Сәлимә риза булды, сөнки Айтуғанға хөрмәте ҙур ине. Ике йәш кеше хәҙерге замандағы һымаҡ алдан оҙаҡ осрашып йөрөмәй генә ҡауышып та ҡуйҙылар. Уның урынына Айтуған һуңынан исрафланмаған мөхәббәтен, саф күңелен, керһеҙ йөрәген Сәлимәгә арнаны. Шул тиклем дә ихлас хистәргә йәш ҡатын аптырап, һоҡланып китә, үҙе лә шундай уҡ тойғолар менән яуап бирә ине. Өйләнгәс, Айтуғандың донъяһы икеләтә тиҙлек менән алға китте. Сәлиәмәнең аяғы еңел булды. Ире ҙур ғына кредит алып, фермаһын да һалып бөттө, мал тоҡомон яҡшыртты. Хәҙерге ваҡытта “Буранбаев” фермер хужалығы алдынғы, килемле хужалыҡ. Яҡшы ғына эш хаҡына эшләгән малсылары ла байтаҡ. Ғаилә ике ҡатлы матур коттеджда йәшәй. Уның тирәһен Сәлимә үҙе теләгәнсә сәскә-гөлдәр, емеш ҡыуаҡтары менән биҙәне. Ике бала үҫтерәләр: Айгөл менән Солтан. Айтуғандың әсәһе ауылдан бында күсеп килде. Ейәндәрен бағыуҙа ҙур ярҙамсы. Донъя бар яҡтан түңәрәк, шатланып йәшәй генә бир. Тик көтмәгәндә бынау хәбәр.
*****
Балаларының йоҡоға китеүен, киске эш- мәшәҡәт бөтөүен Сәлимә сабырлыҡ менән көтөп алды. Ире менән икәүһе генә ҡалғас, ҡатын үҙенең көн буйы уйлап йөрөгән уйын систе.
-Миңә Өфөгә китергә кәрәк. Өйләнешкәс үк һиңә Мәрғүбә әбейҙә фатирҙа тороуым, унда бер етем уҡыусым килеп йөрөүе, уның киләсәк яҙмышына йоғонто яһауым хаҡында һөйләгәнем бар ине.
-Эйе, тормошта осраған кешеләр күп була инде. Ә ниңә иҫеңә төштө?
-Хәҙер шул кеше ауыр хәлдә больницала.
-Йәл булһа ла, һинең ни ҡыҫылышың? – Айтуғандың гелән асыҡ, алсаҡ йөҙөнә күләгә ятты.
-Ул үҫмер алдында гел яуаплы һымаҡ инем. Сөнки ул миңә шул тиклем ҙур ышаныс менән ҡарай ине.
-Ул күптән инде һинең уҡыусың түгел, үҙ аллы ир-егет, - иренең тауышында үртәлеү ауаздары һиҙелде.
-Кеше бөтөнләй иҫһеҙ ята. Минең барыуым, бәлки, уға йәшәү көсө бирер.
Сәлимәгә һәр ваҡыт ышанып, һис тә көнләшеү, ҡыҙғаныу күрһәтмәгән ирен алыштырып ҡуйған һымаҡ булды. Айтуған, үҙен тыйырға тырышһа ла, ныҡ үҙгәреп, ҡара һөрөмө ҡойолдо. Тын алышы башҡарҙы.
-Әгәр уның урынында һин булһаң, кемдеңдер ярҙамына мохтаж булып ятҡанда ярҙам итеүсе булмаһа? Әллә нисек булып киттең, үҙеңә оҡшамағанһың.
- …
Әрепләшеүҙе сикһеҙ дауам итергә була. Айтуған, ғорурлыҡ һаҡлап, өндәшмәй.
-Миңә ышанмайһыңмы? Бына яңылыҡ.
-Бер шикләнгәнем булманы. Был юлы күңел тартмай, ебәрге килмәй ҙә ҡуя.
-Уны, бәлки, ҡотҡарып булалыр.
- Бында балалар, мин…
-Һеҙҙе ташлап китәмме ни? Зинһар, арҡыры төшмә. Ярҙамым тейер һымаҡ. Иртәгә директорҙан рөхсәт һорап ҡайтайым да барып киләйем.
-Мәйелең… - Айтуған эстән барыбер риза түгел ине. Ире, бүтән һүҙ оҙатып тормай, йоҡларға ятты.
Йоҡлаған булып, артын ҡуйып ятҡан ир үҙенең һуҡырлығына ғәжәпләнеп тә, үртәлеп тә оҙаҡ уйланды. Ваҡыты-ваҡыты менән Сәлимә моңайып ала, өй араһында үҙенең ҡатын-ҡыҙ эштәрен башҡарғанда йыш ҡына “Зәңгәр күлдәк” йырын мөңрәп кенә йырлап йөрөй. Улар күп кеше менән аралашмай, ҡунаҡ-төшөм булмай тиерлек. Әсәһе йылына бер тапҡып ҡөръән ашы уҙғара. Әруахтарға аят уҡыта. Балаларҙың һабаҡташтарын йыйып, тыуған көндәрен үткәрәләр. Сәлимә үҙенең балалалыҡ дуҫы, коллегаһы Рәйлә менән аралашып йәшәй. Йә Рәйлә менән Дамир килә, ҡайһы саҡ уларға үҙҙәре бара. Айтуған йөрөмәҫ ине әле, Сәлимә хаҡына ризалаша. Эйе, Рәйлә менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Һөнәрҙәре бер төрлө, йәшлек иҫтәлектәре лә күп. Ә үткәндә, Дамирҙарҙа мәжлестә, Сәлимә “Зәңгәр күлдәк”те йырлап хайран итте бит. Һүҙҙәре генә бөтөнләй башҡаса, радио-телевизорҙа йырланғанса түгел. Нисек кенә ине әле, шау ғына иҫтә ҡалғайны.
Зәңгәр күҙкәйҙәрен текләп ҡарай,
Яндарымда булған сағында.
Юҡһынамын һине яңғыҙ саҡта,
Күрер инем тағын-тағын да.
Зәңгәр шишмәләрҙән һыу алғанда
Зәңгәр силәктәрем тулманы.
Ҡауышырбыҙ тип уйлағайныҡ
Ҡауышырға насип булманы.
Рәйлә уның хәленә кереп аңлаған һымаҡ ҡарап ултырҙы. Хатта күҙҙәрендә ялтырап йәштәр күренеп ҡалды. Ә Сәлимә үҙе? “Һинән башҡа аралашҡан, йөрөгән егетем дә булманы. Һин минең яҙмышым”, - тип әйткән булды. Ышанмай ҙа мөмкин түгел. Ҡатыны уға ғиффәтле булып килде. Ир-егет өсөн ғорурлыҡ инде. Хәҙерге заманда һирәк күренеш.
Уйлай китһәң… Уйҙың төбө юҡ, тигәндәй. Ир үҙен тыйҙы, әкренләп тынысланды. Ни генә тимә, ул ихтыярлы кеше.
Сәлимә иртәгеһен таксиҙа Өфөгә елдерә ине. Юлдар уйға тарта. Сәлимә лә Айнурҙың һуңғы ун йыл эсендәге тормошо хаҡында уйлай ине. Егет һөнәрселек училищеһынан һуң тура Өфөгә китте. Эш табырына ышанды. Ысынлап та, билдәле ҡунаҡхананың ресторанына официанттар талап ителә ине. Бында теләһә кемде алып бармаһалар ҙа, төҫ-ҡиәфәтенә ҡарап, егетте шунда уҡ ҡабул иттеләр. Эшкә тилбер, тормоштоң әсеһен татыған кеше булараҡ, бик тиҙ үҙ кеше булды ла китте. Күберәк бай ханымдарҙы хеҙмәтләндерергә тырышты. Улар егеткә сәйлекте мул тамыҙҙы. Ирҙәре эшлекле осрашыуҙарға киткән йәш сибәркәйҙәр һылыу һынлы, сибәр официант егеткә күҙ уйнатыуҙан да тартынманы. Ләкин ул һәр саҡ үҙ баһаһын белде, йә аңламағанға һалышты. Был ваҡиғаларҙы егет уҡытыусыһына йәшермәй телефон аша һөйләй торғайны. Ҡатын-ҡыҙҙың төрлөһө булғанын төшөнөү уға ауыр тәъҫир итте. Әкренләп һоҡланыу, табынып ҡарау хистәрен кәметте. Һуңғы ваҡытта Сәлимә менән дуҫтарса, ләкин үҙ тиңенә ҡараған һымаҡ һөйләшә, кәңәшләшеүҙән туҡтамай ине. Сәлимә лә уның шулай аралашыуын тәбиғи ҡараны. Күптән уның ҡул аҫтындағы уҡыусы түгел инде Айнур.
Айнур йылдан артыҡ эшләп арыу ғына аҡса тупланы. Ҡуртымға бәләкәй генә кафе асып, үҙ эшен башларға хыялланды. Был хаҡта Сәлимәгә һөйләне. Ҡыҙ уға “Милли аштар” тигән кафе асҡың килмәйме, тигән фекерен әйткәс, егет бик дәртләнде. Үҙе менән уҡыған курсташ ҡыҙ Зәлиәне саҡырып алды. Икеһе бергә шунда ҡунып ятып, алһыҙ-ялһыҙ эшләнеләр. Тәүҙә ҡоймаҡ, бөйөрөк, ваҡ бәлеш менән сәй, емеш һыуы ғына һаттылар. Сәлимә уның был эше менән ныҡ ҡыҙыҡһынды, бәлеште баландан, еләктән бешерергә кәңәш итте. Яҡыныраҡ берәй ауылдан тәъмин итеүсе булдырығыҙ, тип өйрәтте. Был фекерҙәрҙең нисек башына килеүенә үҙе лә аптырап ҡуя ине. Эштәр көйләнә төшкәс, Зәлиә әхирәте Нуранияны саҡырҙы. Өс йәш кеше үҙҙәре йыйыштырыусы, ашнаҡсы, һауыт йыуыусы, иҫәп-хисап йөрөтөүсе, ҡыҫҡаһы, барыһын да алып барҙылар. Тәүҙән үк йәштәр бик яратып йөрөй башлаған кафеның эштәре уңышлы барҙы. Һуңғараҡ ҙурыраҡ бинаға күстеләр, хеҙмәткәрҙәре лә күбәйҙе. Ауылдарҙа “Милли аштар” өсөн ит, аҡ май, эремсек, ҡорот, ҡаймаҡ әҙерләүсе күп кенә кешеләр бар ине. Шулай уҡ бәшмәк, еләк-емеш йыйып биреүселәр, йәшелсә үҫтереүселәр булдырыу ҡыйын булманы. Айнур ал-ял белмәне, хатта айырым фатиры ла булмай, эш кабинетында йәшәп йөрөнө. Аҙыҡ-түлек фәҡәт өйҙәге һымаҡ әҙерләнә, бары тик милли аштар ғына бешерелә. Туҡмас ҡулдан ҡырҡыла, билмән ҡулдан эшләнә, ҡамыр ҡомалаҡ менән әсетелә. “Милли аштар” бик уңышлы, гөрләп торған ресторанға әйләнгәйне. Клиенттары ла бик етди кешеләр. Ҙур ғына түрә-ҡара эшлекле осрашыуҙар үткәрә, байыраҡтары туй йолалары, төрлө тантаналар өсөн ошо ресторанды һайлайҙар. Ни булып киткән, ни өсөн тырыш, етди кеше бәләгә тарыған? Сәлимә үҙе лә һиҙмәҫтән “шерше ля фам”, тип ҡуйҙы. Эйе, һуңғы тапҡыр һөйләшеүгә өс йыл тирәһе ваҡыт уҙып киткән бит. Ул ваҡытта Айнур үҙенә лә оҡшамағайны шул. Ҡаланың иң матур кәләше минеке булырға тора, тигәйне. Ярар, әллә нимәләр юрамай торайым, барыуымдың һөҙөмтәһе булһын, файҙаһы тейһен.
Такси тиҙ барып етте. Сәлимә, үҙе менән һөйләшкән шәфҡәт туташына ҡабат шылтыратып, Айнур ятҡан больницаны белешкәйне инде. Әле туп-тура шунда барып төштө. Бәхеткә ҡаршы, әлеге шәфҡәт туташы бөгөн дә дежур икән. Оло ғына йәштәрҙәге башҡорт апайы булып сыҡты. Сәлимәне шунда уҡ Айнур ятҡан реанимация палатаһына алып китте. Йәшәүҙе тәъмин итә торған төрлө аппараттарға тоташтырылған Айнур әллә ни үҙгәрмәгән һымаҡ. Тын алышы ла тигеҙ. Әле ул йоҡлап ҡына ятҡан төҫлө.
-Уның башы зарарланған, - шәфҡәт туташы Нәзифә апай шулай тине.
Ҡатын ауырыу янына ҡуйылған иҫке генә креслоға ултырҙы.
-Нимәләр эшләй алам һинең өсөн?- тип һорап ҡуйҙы.
Медицина әһелдәре әйтеүе буйынса, уның хәле стабиль икән. Бөтә ағзалары теүәл эшләй. Тик бына башы, бәрелгәндән һуң, айға яҡын инде элекке хәленә ҡайтмай. Янына бер кем дә килмәй. Ауырыу янында хәрәкәтһеҙ ултырыу ялҡытырға тейеш кеүек. Сәлимә ялҡыу һиҙмәне. Был көн Айнурға ҡарап ултырыу менән генә тигәндәй үтеп китте.
Карауат эргәһенә ҡуйылған креслола ултырған Сәлимә таң алдынан ғына серемгә китте. Арып иҙерәгән тән таралып төшөп, тәрән йоҡо үҙ ҡосағына алды. Ҡатын төшөндә матур сәскәле болондар гиҙҙе, текә үрҙәргә артылды. Бына ул бейек кенә тау башында. Аҫҡа күҙ һалһа, ҙур булмаған көмөш йылға борғалана, уның өҫтөндә бәләкәй генә болот киҫәгенән алмас тамсылар һибәләй, йәйғор ҡалҡҡан. Уның ете төҫө лә шул тиклем асыҡ, күҙ ҡамаштырғыс. Ә артҡы яҡта тип-тигеҙ тау өҫтөндә игенлек, имеш. Тип-тигеҙ, ҡуйы булып ҡалҡҡан ашлыҡ зөбәржәт йәшел, күҙгә ләззәт бирә.
-Йә, һайла, - тигән тауыш ишетә Сәлимә. – Һин хәҙер һайлау алдында тораһың. Икеһенең бере: йүгерек көмөш йылға менән йәйғормы, әллә йәшел хәтфә игенлекме? Тик ныҡ уйла. Кире ҡайта алмаҫһың.
Ҡатын уйға ҡалды, хафаға төштө. Аҫтағы күренеш бигерәк тә йәмле, ымһындырғыс. Ямғыр үтер, йәйғор юҡҡа сығыр. Сылтыр һыулы йылға самаһыҙ эҫе килгән йәйҙәрҙә ҡороп ҡуйыуы бар. Ә баҫыу? Тип-тигеҙ, унда-бында ҡыуаҡлыҡтары ла бар. Бер төрлөрәк күренеш. Алыҫта урман да шәйләнә, буғай. Ниңәлер был игенлек ышаныс тойғоһо уята. Әллә нимә “шылт” иткән төҫлө булды. Ҡатын, һиҫкәнеп, күҙен асты. Ҡайҙа икәнлеген аңламайыраҡ торҙо. Ә-ә, ул бит ауырыу янында. Дауаханала эш сәғәте башланмаған. Шәфҡәт туташтары етеҙ-етеҙ йөрөп үҙ эштәрен башҡармай әле. Сәлимә бит-ҡулын сайып Айнур эргәһенә килде. Күңеле күргән төшө менән мөлдөрәмә тулы. Тик был турала уйланырға әлегә ваҡыт юҡ. Йәп-йәш ир бер нимә белмәй-һиҙмәй ята бирә. Әллә ни төҫ ташлап ябығып та китмәгән һымаҡ. Һары тулҡын сәстәре текә маңлайына күркәмлек өҫтәй. Ҡара әле, иғтибар ҙа итмәгән – керпектәре ҡара, оҙон икән дә баһа. Шул керпектәр зәңгәр күҙҙәргә төпһөҙ тәрәнлек, серлелек биреп торған. Ҡатындың күңеле нескәрҙе, эйелеп саҡ ҡына дымланып киткән маңлайынан үпте.
-Их, Айнур, шул хәлгә төшөп ятыр кеше инеңме ни? Һиндәй һәләтле, тырыш кеше бармы икән бүтән? Хәйер, бар ҙа инде, - ҡатынға Айтуған алдында оят булып китте, шул тигәнсе онота яҙған түгелме? - Айнур, ас күҙеңде. Үҙемдән дә йәшереп тотҡан, ҡайһы саҡта түҙеп торғоһоҙ итеп йәнемде талаған серемде һиңә әйтмәй булдыра алмамдыр. Һине яраттым мин. Үҙемде тыйып тоттом. Әле һаман да яратам, шуны бел, - ташып, һуң сиккә еткән быуа йырылып китте.- Үҙемде гел тыйып йәшәү дөрөҫ булдымы икән? Башҡалар алдында бурысымды үтәүгә ҡайтып ҡалған ғүмер. Ата-әсәмдең йөҙөн ҡыҙартмайым тинем, унан һуң Айтуған, балаларым. Иремде яратмайым, тип әйтә алмайым. Ләкин һиңә ҡарата булған шашҡын, аҡылды яҙҙыра торған хис түгел. Ул дуҫым, иптәшем, улым менән ҡыҙымдың атаһы. Ах, мин бөтөнләй буталдым. Һөйөклөм, берҙән-берем, ҡайт минең яныма. Һинең был донъяла булыуың миңә кәрәк. Һин китһәң, мин тәүҙә һарғайып һағышҡа батырмын, шунан артыңдан юл алырмын, - ҡатын үҙен белештермәҫтән иҫһеҙ ятҡан һөйгәнен ярһып үпте, сәстәрен араланы, биттәрен һыйпаны. Оҙон керпектәрҙең дерелдәүен, күҙ ҡабаҡтарының көсәнеп тартылыуын да күрмәне. – Ҡайт, ҡайт, яныма, - тип ҡабатланы.
Шашҡын тойғолар араһында зәңгәр күҙҙәрҙең киң асылып, ғәжәпләнеп үҙенә төбәлеп ятыуын күреп ҡалды.
-Айнур, бәғеркәйем, һин иҫеңә килдең, ҡайттың яныма. Доктор, доктор! Ауырыу иҫенә килде! Тиҙерәк булығыҙ, тиҙерәк! Тағы китеп бара күрмәһен!
Яңы ғына эшенә килеп еткән табип халатын кейә-кейә был яҡҡа ашыға, артынан бер нисә шәфҡәт туташы ла йүгерә ине. Сәлимә бөтөнләй быуынһыҙ ҡалып урынға сүкте. Медицина әһелдәре ауырыу янында ҡайнашты. Улар Сәлимәнән кәм шатланмай ине. Дауалаусы табип ҡыуаныстан балҡыған күҙҙәре менән бер Сәлимәгә, бер шәфҡәт туташтарына ҡарап:
-Ыңғай эмоциялар был осраҡта дарыуҙарҙан көслө булып сыға, - тип һүҙен йомғаҡлай ине.
-Әлегә икәүегеҙҙе ҡалдырабыҙ, һөйләшәһе нәмәләрегеҙ күптер, - табип свитаһын эйәртеп сығып китте.
Сәлимә менән Айнур бер-береһенә ҡарашып тын ҡалдылар. Айнурҙың күҙҙәре ғәжәпләнеүле шатлыҡ менән ҡатынға төбәлгән, үҙе бер нимә өндәшмәй.
-Йә, берәй нимә тип әйт инде, - Сәлимә уның ҡулын тотто. – Минең, ысынлап та, күп нәмә хаҡында белгем килә. Һин хәҙер ял итергә тейешһеңдер, мин тик кенә ултырып торайым.
-Юҡ, мин оҙаҡ ял иттем. Мишәк аҡланында аҙашып тик йөрөйөм, сыға торған ауыҙҙы һис таба алмайым. Ә һин эргәмдә бул, китмә, юғалтырмын йәнә. Урап йөрөй торғас ҡараңғы төшә, берәй ағас төбөндә ятып серем итәм дә тағы юл эҙләйем. Шулай икһеҙ-сикһеҙ ваҡыт үткән кеүек булды. Өмөтөмдө өҙҙөм. Һыу аша йөҙөп сығайым тиһәм, унда йыландар мыжғый. Уларҙан сағылып үлгәнсе, ерҙә ятып үләйем тим. Бер ҡарағай төбөнә килеп яттым да бүтән ҡуҙғалмаҫҡа хәл иттем. Шул ваҡыт һинең тауышың ишетелде, ҡайтырға саҡыра инең. Ырғып тороп шул яҡҡа ташландым. Мишәк ауыҙы шунда ғына булған, ни эшләп күрмәнем икән. Һин саҡырмаһаң, шунда мәңгегә ятып ҡаласаҡ инем, - йәш ир һоҡланып уға ҡарай, йылмая.- Китмәҫһең бит?- ти ул ҡурҡа төшөп.
-Әле яныңда булырмын, - ти ҡатын уның битеп һыйпап.
-Докторҙың, шәфҡәт туташтарының йөрөүен, мине дауалауын һиҙеп-белеп ятам, тик күҙҙе асып булмай, дөрөҫөрәге был донъяның ишеген аса алмайым. Һин аңлайһыңмы?
-Аңлайым, бик тә аңлайым. Ни эшләп был хәлгә төшөүеңде генә аңлай алмайым. Һуңғы өс йыл эсендә беҙҙең арала бәйләнеш булманы бит. Һуңғы осрашҡанда һин өйләнергә йөрөй инең. Бәхетле һәм шат инең.
-Эйе, һин өйрәткәнсә “Милли аштар” тигән кафе асҡайным бит. Бик уңышлы итеп эшләп киттек. Килем дә оҙаҡ көттөрмәне. Унан ресторан асырға ниәт иттем. Уныһы ла бик уңышлы булды. “Милли аштар” тигән бер күргәҙмәлә буласаҡ ҡатыным менән танышып киттем. Ул буй-һынға һиңә оҡшаған булғас, иғтибар итмәй булдыра алманым. Исеме Гөлнара ине. Атаһы “Глазурь” тигән кулинар ашамлыҡтар магазины, шунда уҡ сәйхана тота. Минең менән сағыштырырлыҡ та түгел ине бизнестары, бик түбән килемле. Шулай ҙа ҡыҙ үҙен батшабикә һымаҡ тота, үҙен әллә кемгә ҡуя. Аталы-ҡыҙлы миңә сат йәбештеләр. Туҡтауһыҙ ғаилә аштарына саҡыралар. Гөлнараның әсәһе, йоп-йомро Сара апай яңылышҡан кеше булып “кейәү” тип әйтеп ебәргән була.
Шәфҡәт туташы Нәзифә апай килеп инде, тейешле процедураларҙы башҡарҙы. Ауырыуҙың хәле яҡшырыуға бик шатлана, үҙенең ҡатнашы бар тип уйлай. Әле лә әсәйҙәрсә мөләйемлек менән:
-Артыҡ күп һөйләшеп, өҙлөгөп ҡуйма, - тип киҫәтә.
-Их, апай, инде нимәләр генә булһа ла өҙлөгөү, “теге донъяға” китеү юҡ инде ул, - ти Айнур шат, бәхетле итеп.
-Шулай була ғына күрһен, - тип апай сығып китте.
-Ысынлап та, арыманыңмы?
-Юҡ, юҡ.
-Шунан ары нисек? – Сәлимә ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне.
-Шунан ни, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, өйләндерҙеләр. Гөлнараның нәфсеһе ҙур ине. Ресторанда хайран шәп туй, бриллиантлы никах балдағы, тиңһеҙ туй күлдәге – бөтә минең өҫтән. Ни тиклем сығым? Мин тапҡанымды әйләнештә йөрөткән кеше, эстән генә йән көйә. Унан һуң тағы дүрт бүлмәле заманса фатир. Бер генә бүлмәһе ауыл клубы тиклем. Шулай саманан сығыу кәрәкме икән? Туй сәйәхәте, уныһына Төркиәне генә һайланы. Ярай әле географиянан белеме ҡойто икән, тип уйланым. Әллә ниндәй тропик илдәр, утрауҙарға башы етмәне. Мин гел эшләп өйрәнгән кеше, әҙәм араһында ҡайнашып шул тиклем ялҡтым. Бушҡа үткән көндәремде уйлап шартлай яҙам. Ә Гөлнараға күңел асырға, төрлө сепрәк-сапраҡ артынан сабырға кәрәк. Төнгө клубта күңел асһын да шарап эсһен. Туй ваҡытында бер фужер шампандан һуң эскегә бөтөнләй ярамауымды белдем. Сөнки саҡ ысҡынмай ҡалдым. Эскесе әсәнән тыуған балаларҙың ҡайһы бере араҡы менән ағыуланып тыуа, тиҙәр. Мин шундай булып сыҡтым. Бер нисә йотом хәмер мине туҡтауһыҙ эскегә һөйрәргә тора ине. Ә минең ҡатын, уның туған-тыумасаһы ҡунаҡлашырға ярата торған кешеләр булып сыҡты. Саҡырған бер ерҙә үлтереп ҡыҫтайҙар, һыйлар өсөн һүҙҙәрен табалар. “Әллә беҙҙең кейәү алкоголизмдан дауаланғанмы?”- тигән һымағыраҡ фекерҙәр ысҡындыралар. Әллә ни эшләп йомшаҡлыҡ күрһәттем шунда. Ҡатын менән ҡәйнә минең хәлде тиҙ төшөндө. Аңды юғалтмаҫҡа тырышҡан кеүек булһам да, психотроп дарыу эсерепме, үҙемде белештермәҫ хәлгә еткерҙеләр. Бөтә ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙырып, бөтөн мөлкәтемде тартып алдылар. Ике ресторан, кафе, фатир бөтә уларға китте. Ҡулымда бер “Джип” ҡына тороп ҡалды һәм улар белмәгән НЗ картаһы. Әлдә уны әйтмәҫкә баш еткән. Бизнес ул шундай нәмә: бер көн килеп яныуың бар. Шуны күҙ уңында тотоп, арыу ғына сумма һаҡлай инем. Аръяғы аңлашыла, бер көн килеп ҙур фураға бәрелгәнмен. Бына шулай. Һин килеп, алып ҡайтмаһаң, был донъяға ҡайтмаҫ инем, моғайын. – Айнур тынып ҡалды. Күҙҙәрен тултырып Сәлимәгә ҡараны. Зәңгәр күҙҙәрендә ышанысһыҙ ғына өмөт, ялбарыу сатҡылары. Ҡатын аңлап тора. Ах, нисек кенә аңлай ул был ҡарашты. Ул ҡыйынһынып күҙҙәрен аҫҡа төбәне.
-Мине балалар һағынғандыр инде, - тине ул әкрен генә. Быныһын икеһе араһындағы мөнәсәбәтте ҡуҙғатып тормаҫ өсөн сәбәп булып торғанын Айнур аңланы.
-Артабан ни эшләрһең?
-Әле уйламағанмын. Әйҙә, ҡаҙалһындар минең мөлкәтем менән. Ҡайһы берәүҙәргә харам килешә, тиҙәр. Ауылға ҡайтырмын. Әсәйем тере әле. Бизнес тип сабып, уны онота инем. Иҫемә төшһә, арыу ғына итеп аҡса ебәреп ҡуям да тағы онотам. Мине өләсәй менән Мәрғүбә әбейем үҫтерҙе. Яҡшы сифаттарым булһа, улар һалды.
-Әсәй, тигәндәй. Әйҙә, уны саҡырайыҡ. Әсәй бит ул. Һинең ни хәлдә икәнеңде лә белмәй һаман.
-Ни эшләптер үҙемде әсәй ҡулында үҫкәнмен тип тоя алмайым. Аҙаҡ үкенгәнен, миңә ярарға тырышҡанын аңлай торғайным да. Тик бер ҡатҡан күңел иремәй, - Айнур ауыр көрһөндө. – Был ваҡиғаларҙан һуң уны ғәфү итергә кәрәк. Мине яҡты донъяға килтергән кеше бит.
-Эштәрең алға киткәс, бер ҙә ярҙам итмәнеңме ни? – Сәлимә ғәжәпләнде.
-Улай уҡ түгел. Иҫкә төшкәндә мул ғына аҡса ебәргеләнем. Хәҙер саҡырып тормайым инде. Алып инер фатир юҡ. Иң яҡшыһы уның янына үҙем ҡайтып инәйем.
-Ҡайтып ни ҡылырһың?
– Әлегә әсәйем менән бәләкәй генә донъя ҡороп йәшәп торормон. Уның өйө ныҡ иҫке инде, ремонт күрмәгән, олатай нисек ҡалдырған, шулай. Яңы өй һалырмын. Ауылда аңлау таба алһам, ауылдаштар өсөн эш урыны булдырырлыҡ бизнес асырмын. Ҡабат, бәлки, өйләнмәм дә. Тәрбиәгә балалар алырмын, бәхетһеҙҙәр аҙмы ни? Эш башлаһам да, бер тинһеҙ түгелмен. Ынзым бар тинем бит.
Үҙемде генә һөйләйем дә һөйләйем. Һинең хәлдәр нисек?
-Минең тормош ҡатмарлы түгел. Мәктәптә эшләгәнде, балаларым барлығын беләһең. Ғаиләм – тормош мәғәнәһе. Бәлки, тағы берәй бәпес алып ҡайтырмын. Йәшбеҙ бит әле. Иремдең илле баш һауым һыйыры, ҡышлағандар төркөмө бар. Бөтә эш механизация ярҙамында эшләнә. Йәмғеһе дүрт кеше бар эште башҡарып сығара ала. Бесәнде лә, фуражын да үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Артығын һатабыҙ. Артыҡ бай ҙа түгелбеҙ һымаҡ, зарланыр урын да юҡ.
-Ә иреңде яратаһыңмы?- Айнурҙың тыны ҡыҫылды. Сәлимә көттөрөп яуап бирҙе.
-Ул бик яҡшы кеше. Аҡыллы, маҡсатлы. Ирем артында мин ышыҡтамын. Ғаилә тип йәнен бирергә әҙер. Татыу йәшәйбеҙ. Мин уны хөрмәт итәм. Шашҡын мөхәббәткә ҡарағанда шулай йәшәү дөрөҫ тип табам. Һине тәү күргәс тә, бөтәһен дә аңлағайным инде. Ни хәл итәһең. Яҙмышым булып сыҡманың.
-Эйе, мин дә аңланым. Һин тәрбиәле, интеллегент ҡыҙ эскесе балаһына ҡарарға тейеш түгел инең, - ир кеше тәрән көрһөндө.
-Табип һине һау-сәләмәт, тине бит. Бәлки, иртәгә сығарырҙар ҙа.
-Ҡайтыр булғас, әйҙә, бергә.
- Шатланып ризамын. Сәлимә, һин барыбер минең тоғро дуҫым, ҡотҡарыусым. Шуның өсөн рәхмәтлемен. Тормошом йәнә аҡ биттән башлана. Һине осратҡандан алып инде нисәнсе тапҡыр. Ә һин яҙмыш түгел, тиһең…