Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
3 Август 2021, 10:27

Бәхетһеҙ Рәйес

Рәйес бөгөн төндә йоҡлай алманы. Тегеләй—былай борғоланып ята торғас, таңға ҡарай ғына йоҡлап китте. Шуға иртәнсәк ғәҙәтенсә алтыла түгел, ә етелә килеп торҙо.

Бәхетһеҙ Рәйес
Бәхетһеҙ Рәйес

Рәйес бөгөн төндә йоҡлай алманы. Тегеләй—былай борғоланып ята торғас, таңға ҡарай ғына йоҡлап китте. Шуға иртәнсәк ғәҙәтенсә алтыла түгел, ә етелә килеп торҙо.

— Тфү, малды көтөүгә ҡыуырға кәрәк бит! Ай, бисә, уятып китһә ни була инде! —Ҡатыны таңғы дүрттә тороп, һыйыр һауып, бишенсе яртыла уҡ йәйләүгә киткәнен белһә лә, уны һүкте.

Көтөүҙө ҡыуып етеп, ике һыйырын ҡушып ебәрҙе. Былай башланған иртә Рәйестең кәйефен боҙҙо. Етмәһә, сәй эсәм тиһә, ҡаймаҡ кисәге. “Үәт ҡатын, әллә һөтөн айыртмаған! Сепаратының бер нәмәһе боҙолған тей ине бит әле. Күршегә инеп, айыртһа була бит инде, һөттө әсетеп, иренә холҡон күрһәтмәк ине. Яра-ай, кисәге лә бара”. Уйлана-уйлана, өҫтәл ултырта башланы. Тик өйҙә икмәк бөткән! Үәт, бисә! Ярай ҡаймаҡ кисәге, түҙергә була, әммә өйҙә икмәк булмауы! Бөтөнләй йәне көйгән Рәйестең сәй ҡайғыһы китте. Сығып тәмәке көйрәтергә булды. “Ни башыма был ҡатынды алдым икән? Һылыу булды. Ҡайҙа ул хәҙер сибәрлеге? Туҡһанға еткән әбей кеүек бөкөрәйеп атлап йөрөүе генә лә әҙәмдән оят бит! Һимерҙе, ҡартайҙы. Элек химка ҡуйып йөрөгән бөҙрә сәстәре хәҙер ағарҙы... Башҡа класташтары менән саҡыштырғанда — ул иң ныҡ ҡартайғаны. Эх, шулай булырын белһә, бәлки, хәҙер тыпылдатып, матур-матур күлдәктәр кейеп, үҙен гелән ҡарап, биҙәнеп-төҙәнеп кенә йөрөгән Нәсимәне алыр ине...”

Һылыу бисә уйлап, татлы хыялдарға батып торғанында, ҡатыны ҡайтып инде. Ирен әллә күрмәне лә, тура кәртә яғына атлап, ҡош-ҡортто асып ебәрҙе, ем һипте. “Ҡартайға-ан, — тип уйланы Рәйес ҡатынын күҙәтеп. — Етмәһә әллә ниндәй алама кейеп алған. Баҡса ҡарасҡыһы тиерһең. Һауынсы тигәстә, уны сама кейенергә ярамай инде”. Ҡатыны ул арала ишек алдындағы сәскә-гөлдәренә һыу һибеп сыҡты һәм өйгә кереп китте. Рәйес уның артынан шунда уҡ инмәне, икенсе тәмәке алды, атыу белә: бисәһе эштән ҡайтҡан ҡайы артынан инһә, өйҙә һаһыҡ силос еҫе сығасаҡ, әҙрәк елләнһен. Тәмәкеһен тартып бөтөп, бер аҙ иртәнге ҡояшҡа ҡарап, Нәсимәне хәтерләп, хыялдарға бирелеп алғандан һуң ғына, өйгә инде. Ҡатыны йомортҡа бешереп, сәй ултыртҡан. “Ярай, ирен ашатырға башы етте”, — тип уйлап Рәйес өҫтәл артына ултырҙы. — Икмәк юҡ бит, — тине Рәйес. — Бына баҫырға торам, — тине ҡатыны һәм он иләп индереп, баҫып та ҡуйҙы. Рәйестең тамағы туйғас, йоҡоһо килә башланы. Төндә йоҡлай алманы, ятып алырға кәрәк әҙрәк, тип йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Уянғанда төшкө аш ваҡыты еткән ине. Ҡатыны өйҙә күренмәй. Ире йоҡлай, тип күршегә ғәйбәт һатырға киткәндер. Рәйес ишек алдына сыҡты. “Ә, кер йыуа икән. Ниндәй бөтмәҫ кер, әллә көн һайын йыуа. Шул балаларын тәртипкә өйртәмәне, ун йәштән үткәндәр һаман бысранып уйнайҙар... Тфү, әсәләре ҡушап, һәпрәләре ҡойолоп йөрөйҙәр, әҙәмдән оят”. Тәмәкеһен тоҡандырып урамға сыҡты. Бәлки Нәсимә үтеп китер? Тик хыялдағы ҡатын күҙгә салынманы, күрәһең, иренең эшенә, райцентрға, ҡуша киткән.

Асыҡтырған, өйгә инергә кәрәк. Ҡатыны өҫтәл ултыртты. Кисәге туҡмас. Тфү, ялҡау бисә... — Сәлим ағай больничныйға китеп бара, аяғын һындырған, — тине ҡатыны. — Бәлки урынына сығып торорһоң? Берәй ай эшләһәң дә, балаларға мәктәпкә кейем алырға ярҙам булыр ине, тигәйнем... — Өс мең өсөн бил бөгөргә мине кем тип уйланың? Йөрөгәндәр, әйҙә башҡалар йөрөһөндәр! — тип күҙҙәрен аҡайтып ауыҙын яптырып ҡуйҙы.

“Үәт, бисә. Ундай копейкаларға эшләп тә тормағанымды белә бит инде, һаман үҙенекен һөйләй”, — тип, тыныслана алмай, бирләнә-бирләнә кисәге ашты ашауын белде. Ҡатыны ла был юлы ла өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Төшкө аштан һуң бисәһе ятып торорға булды. Рәйес гәзит алды, әммә йүнләп уҡый алманы. “Бына бит, эшкинмәгән ҡатын алғанмын. Йә һылыу түгел, аҡылын да ташҡа үлсәйем. Бер тапҡыр исмаһам

гәзит тотоп ултырғаны булдымы икән? Наҙан. Уның менән нимә һөйләшергә тейешбеҙ икән?». Ирҙәр менән аралашып киләйем, исмаһам, бер файҙа булыр, тип урам буйлап сығып китте. Ҡайтыуына ҡатыны йәйләүгә киткән ине. Тағы йомортҡа бешереп ҡалдырған. Иртән дә, йомортҡа, төштән һуң да. Ә кис тағы ла кисәге ашын ултыртһа, кәрәген бирәсәк. Бирләнә-бирләнә төштән һуңғы сәйҙе эсте. Өҫтәлде йыйманы – әллә ҡайҙа хәйерселәп йөрөгән балалары ҡайтып ашаныр. Тамаҡ туйҙырып, йоҡоһо килә башаланы. Иртәнсәк ятып торғанында балаларының тауышы йүнләп серем итергә ирек бирмәгәйне, хәҙер өйҙә юҡ саҡтарында ятып торор кәрәк. Уянғанында мал килә ине. Теге балалар ҡайҙа? Ә ишек алдында йөрөйҙәр. Ҡушырға кәрәк малды бикләһендәр, ялҡауҙар, былай ҙа бер нәмә эшләмәйҙәр. Эңер төшә башлағас ҡына, эштән арманһыҙ булып ҡайтып ингән хәләлен күреп тағы йәне көйҙө. Янынан ферма еҫен аңҡытып үтеп киткәс тә күңеленә тыныслыҡ тапманы. “Ни өсөн ҡалғандарҙың ҡатыны алма кеүек, бер минеке генә һәпрә ул?!” — тигән уйҙар мейеһен бырауланы. Асыуынан тиреһенә һыя алмай сырт төкөрөп, өйгә яңылыҡтар ҡарарға инеп китте. Әммә ултырған урынында әүен баҙарына киткән. — Сәй эсергә, — тигән һүҙҙәр уны уятты. “Матурыраҡ, кешесә итеп саҡырып булмай бит, — тип эстән һөйләнеп, өҫтәл алдына ултырҙы. —Был юлы киске ашҡа – дөгө бутҡаһы. Исмаһам, кисәге аш түгел. Сәғәт инде ун. Һуң ашайбыҙ. Шунан бисә һимермәй, кем һимерһен. Күп ашай бит әле үҙе...» Рәйестең тағы ла асыуы килде. Эх, уңманы ул ҡатынынан. Шул ауыр уйҙары менән урынына барып ятты. Ҡатыны әле лә ятырға уйламай. Һауыт-һаба йыуғас, балаларҙы йоҡларға һалды. Улары әсәләре һөйләгән әкиәтте тыңлай-тыңлай әүен баҙарына киткәс, Рәйесенең ыштан төбөн тегергә ултырҙы.

“Шул, юрый мин йоҡлап киткәнде көтә инде, аҙаҡ ҡыштырлап, силос еҫе менән һаһып килеп, әргәмә ятып, мине уятырға теләй...”— тип ире тағы ла эстән үпкәләп уйлап ҡуйҙы.

Һиҙә Рәйес – төндә лә ул бәхетһеҙ тормошон уйлап, тағы йоҡлай алмай аптыраясаҡ.

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: