2 август көндө Радий Хәбиров аҙна һайын үткәргән кәңәшмәлә Бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыуға әҙерлек барышы мәсьәләһе ҡаралды.
Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәте етәксеһе Әкрәм Ғәниев әйтеүенсә, 2021 йылда ведомство урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ буйынса күҙәтеү – иҡтисади иҫәп үткәргән. Башҡортостан был йәһәттән эшҡыуарлыҡ буйынса отчет биргән Рәсәй төбәктәре араһында тәүге унау иҫәбенә инде. 2021 йылдың 1 авгусында ауыл хужалығы микроиҫәбе сиктәрендә обход башланған. Унда махсус белем алған 1800 белгес ҡатнаша.
Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев шулай уҡ 15 октябрҙән 14 ноябрға саҡлы үтәсәк Бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыуға әҙерлек хаҡында ла һүҙ йөрөттө. Уның маҡсаты - Рәсәйҙә даими йәшәүселәрҙең иҫәбен асыҡлау. Был эшкә 9000 самаһы белгес йәлеп ителәсәк. Быйыл тәүге тапҡыр Рәсәй халҡы "Госуслуги" порталы аша йәнҫәптә ҡатнаша аласаҡ.