Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
3 Август 2021, 10:48

Өфө юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса Донъя беренселеген ҡабул итергә әҙерләнә

Йәштәр араһында көрәш чемпионаты спорт көрәшенең олимпия һәм олимпияға ҡарамаған төрҙәре буйынса үткәрелә: 11-14 августа — грэпплинг, 15-23 августа — грек-рим көрәше һәм ирекле көрәш.

Өфө юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса Донъя беренселеген ҡабул итергә әҙерләнә
Өфө юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса Донъя беренселеген ҡабул итергә әҙерләнә

Башҡортостандың баш ҡалаһы 11 августан 23-өнә тиклем Рәсәйҙә тәүгә уҙғарылған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса Донъя беренселеген ҡабул итергә әҙерләнә.

Йәштәр араһында көрәш чемпионаты спорт көрәшенең олимпия һәм олимпияға ҡарамаған төрҙәре буйынса үткәрелә: 11-14 августа — грэпплинг, 15-23 августа — грек-рим көрәше һәм ирекле көрәш, тип хәбәр итә "Башинформ".

Ярыштарҙа 50-нән ашыу илдән 1,5 мең спортсы ҡатнашырға теләк белдергән. Донъя кимәлендәге сара «Өфө-Арена» спорт аренаһында ойошторола.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас в