Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
3 Август 2021, 11:10

Вакцина эшләтеүселәр һаны Башҡортостанда 1 миллионға етеп килә

Был хаҡта вице-премьер – БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин оперативкала хәбәр итте.

Вакцина эшләтеүселәр һаны Башҡортостанда 1 миллионға етеп килә
Вакцина эшләтеүселәр һаны Башҡортостанда 1 миллионға етеп килә

2 августҡа төбәктә ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын  - 940 535, икенсеһен 688 582 кеше   эшләткән. 


Билдәле булыуынса, коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны үҙегеҙ йәшәгән урын буйынса поликлиниканың регистратураһы йәки «Дәүләт хеҙмәте» порталы аша алдан яҙылып, йәшәгән урын буйынса вакциналау пунктында эшләтергә мөмкин. Башҡортостанда бөтәһе 185 вакциналау пункты бар.

Шулай уҡ «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә республика буйлап алты маршрут буйынса сыҡҡан Сәләмәтлек поездарында ла ковидҡа ҡаршы вакциналанырға мөмкин.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: