Бер ҡасан да, бер кемде лә сихырламағыҙ, зинһар! Ошо ҡара ысулға бер мәртәбә мөрәжәғәт иттем, әммә үкенесе ғүмерлек булды. Бер егеткә ғашиҡ инем. Бик ныҡ яраттым, төндәрен йоҡлай алмай тик уның хаҡында уйлар инем. Тик ул минең әхирәтемде яратты. Беҙ ул егет менән бик дуҫ булдыҡ. Минең хистәремде һиҙмәне лә, бәлки, һиҙһә лә өндәшмәгәндер.
Бер көн әхирәтемдән уларҙың өйләнешергә йыйыныуҙарын ишеткәс, ҡайғынан бөгөлөп төштөм. Их, ул саҡта аңламағанмын шул ысын бәлә-ҡазаның нимә икәнен! Бер таныш өлкән апайҙың сихыр менән булышҡанын белә инем. Шуға киттем. Тегенән: “Яратҡан кешем икенсе кешегә өйләнмәһен өсөн берәй нәмә эшләй алаһығыҙмы?”-тип һораным. Сихырсының: “Әлбиттә”,- тип ҡурҡыныс итеп йылмайғанын әле лә хәтерләп ҡурҡып китәм.
Егеттең фоторәсемен алып килергә ҡушты. Нимә уйлағанмындыр инде ул саҡта: барыһын да сихырсы ҡушҡанса эшләнем. Һөҙөмтәһе үҙен оҙаҡ көттөрмәне: әхирәтем менән минең һөйгәнем өйләнешмәне. Улар буштан-бушҡа йыш талаша башланы. Әхирәтем нимә эшләргә белмәй ҡайғыһын миңә һөйләй, ә мин эстән генә тантана итәм. Бер йыл самаһы шулай ыҙалағандан һуң әхирәтем икенсе ҡалаға сығып китте. Ҡайғырып йөрөгән һөйгәнем йыш ҡына эсә башланы. Шуға ҡарамаҫтан һаман ярата инем уны. Бер көн ул иҫерек саҡты уны өйөмә алып ҡайттым. Иртәнсәк айығып та бөтмәгән егеткә “өйләнешәбеҙ инде” тинем. Ул риза булды. Тик айыҡҡас минән ҡасып йөрөй башланы. Эсһә – килә, эсмәһә мин уның өсөн бөтөнләй юҡ. Шулай итеп әллә күпме яфа сиктем уның менән! Бер килә, бер китә, эсһә – ҡаңғыра. Саҡ ҡотолдом. Уйламағанда буласаҡ тормош иптәшем менән таныштыҡ, күп тә үтмәй өйләнештек. Беҙҙең туйҙан һуң теге егет бөтөнләй эскелеккә һабышты, унан йәп-йәш көйөнсә ҡышҡыһын туңып үлде. Әхирәтем дә бәхетһеҙ булып ҡалды. Бер мәртәбә кейәүгә сығып ҡараны, тик оҙаҡ йәшәмәнеләр, балаһы ла булманы.
Ваҡытты кире ҡайтарып булмай. Ул саҡҡа ҡайтһам мин был аҙымға бер ҡасан да бармаҫ инем. Етеш донъяма, яратҡан тормош иптәшемә, һөйөклө балаларыма ҡарайым да, был сихыр ҡасан минең үҙемдең башыма төшөр икән, тип ҡурҡып йәшәйем. Иң мөһиме – яҡындарыма түгел, үҙемә төшһөн!