Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
19 Март , 13:41

Рәхәтләнеп йоҡлау өсөн алты кәңәш

Күптәр йоҡоһоҙлоҡтан йонсой, ятҡас та рәхәтләнеп әүен баҙарына китә алмай...

Рәхәтләнеп йоҡлау өсөн алты кәңәш
Рәхәтләнеп йоҡлау өсөн алты кәңәш
Күптәр йоҡоһоҙлоҡтан йонсой, ятҡас та рәхәтләнеп әүен баҙарына китә алмай. Бигерәк тә оло йәштәгеләр шулай интегә. Тап улар өсөн бер нисә кәңәшебеҙ бар.
Йоҡлар алдынан йылымыс һыуға диңгеҙ тоҙо һалынған ваннала ятығыҙ. Тәүге көн бындай ваннала биш минут ултырығыҙ, артабан уны һәр кис берәр минутҡа арттырып, 15 минутҡа тиклем алып барып еткерегеҙ.
 
Йоҡлар алдынан урамда йөрөп инеүселәр йоҡоһоҙлоҡтан интекмәй.
 
Йоҡоһоҙлоҡтан Кузнецов аппликаторы ла ярҙам итә. Кисен аппликаторҙы арҡаның уртаһына ҡуйып, 20 минут тирәһе шунда ятырға кәңәш ителә.
 
Йоҡо бүләмәһенә бик асыҡ йәки артыҡ ҡараңғы төҫтәге обойҙар йәбештереү кәңәш ителмәй. Улар күңелдә борсолоу тыуҙыра, ярһыта. Йәшел йәки зәңгәр төҫтәге обойҙарҙы һайлағыҙ.
 
Артыҡ еҫле гөлдәр ҙә йоҡоно ҡасыра.
 
Шулай уҡ татлы һәм тәмле төштәр күреп, рәхәтләнеп йоҡлау өсөн бүлмәнең елләтелгән һәм таҙа булыуы ла мотлаҡ.
 
Йоҡоғоҙ татлы булһын, изге төштәр күрегеҙ!
 
Карима Усманова.
Автор:
Читайте нас: