Шоңҡар
+15 °С
Ясно

Экрандың икенсе яғындағы тормош

Уны башҡа берәү менән бутау мөмкин түгел. Телевизор ҡараусыларҙың һөйөүен яулаған, үҙ йөҙө, үҙ һүҙе, үҙ стиле булған алып барыусы Гөлсимә ИШТАНОВА ул. Бер көнлөк сәхифәлә тележурналистың эшенә генә түгел, тормошона ла бер ни тиклем байҡау яһаныҡ.

Экрандың икенсе яғындағы тормошЭкрандың икенсе яғындағы тормош
Экрандың икенсе яғындағы тормош

Уны башҡа берәү менән бутау мөмкин түгел. Телевизор ҡараусыларҙың һөйөүен яулаған, үҙ йөҙө, үҙ һүҙе, үҙ стиле булған алып барыусы Гөлсимә ИШТАНОВА ул. Бер көнлөк сәхифәлә тележурналистың эшенә генә түгел, тормошона ла бер ни тиклем байҡау яһаныҡ.

9:00. Телеүҙәк янында осраштыҡ. Бер көн алдан булған ваҡиға: ун алты йәшлек үҫмерҙең мәктәпкә уйынсыҡ мылтыҡ тотоп барыуы тураһында “Интервью” тапшырыуында һөйләшеү менән эш көнө башланасаҡ икән. Кисә киске алтыла уҡ был ваҡиға тураһында һорауҙар әҙерләп, бөгөн студияла осрашасаҡ ҡунаҡ менән килешеп ҡайтҡан булған.  

Студияға кергәнсе бер сәғәт алдан грим эшләтә, был мотлаҡ талап. Стилистар әҙерләп ҡуйған өҫ кейемен кейгәс, ҡунаҡ менән осрашты. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның психология факультеты деканы Лилиә Халиҡова менән “Интервью” тапшырыуына төшөргә студияға керҙеләр. Был ваҡытта студияла сит кеше йөрөргә тейеш түгел. Шуға ла, әңгәмәне экран аша ҡарайым. “Беҙ буллинг, уҡыусының мәктәпкә һөжүме тураһында ҡабат-ҡабат һөйләргә тейеш түгел. Төп бурысыбыҙ был хаталы аҙымдарҙан йәш быуынды иҫкәртеү”, – тине психолог.

Был ваҡытта ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар редакцияһының етәксеһе Фәйрүзә Эльбрус ҡыҙы Фәтхуллина менән дә таныштым. Хеҙмәткәре тураһында тик яҡшы фекерҙә генә.

– Гөлсимә беҙҙә мөхәррир булып эшләй, – ти ул. – Үҙе геройҙар таба белә, продюсерлыҡ эшен дә алып бара. Тәжрибәлеге, ғәҙеллеге арҡаһында ниндәй ауыр эштәрҙе лә йырып сыға белә. Шуның өсөн дә ихтирам итәм. Һәр эфиры конструктив, матур үтә. Күп балалы әсәй ҙә. Әммә бер ваҡытта ла балаларына арҡаланып, яуаплы эштәрҙән баш тартҡаны юҡ. Бер мәл уртансы улының аяғы һынып, әсәй менән улды дауаханаға һалдылар. Өфөнөң бер осонан икенсе осона килеп, эфирҙарын үткәрҙе. Ул ваҡытта уға алмашҡа кеше лә юҡ ине. Гөлсимә, элекке классик журналистарға хас һөнәр эйәһе булыу менән бергә, үҙен әҙәбиәттә лә уңышлы һынап ҡарай. Был яҡлап та үҫеүен теләйем.

– Элек ошондай ваҡиға тураһында ишетһәм, улдарым өсөн ҡурҡа инем, улар уҡыған мәктәпкә килеп ҡуймаһын бындай бәлә, тип. Ә был юлы минең улдарым уйын итеп кенә күреп, был аҙымға барып ҡуймаһындар, тигән ҡурҡыу килде, – тип уйҙары менән Гөлсимә журналист “Интервью”  тапшырыуының ҡунағын оҙатырға сыҡҡанда.  – Лилиә Рәшит ҡыҙы әйтеүенсә, был дөрөҫ хәүеф, хәҙер һәр атай-әсәй ошо хаҡта уйларға, ошонан ҡурҡырға тейеш, был бәлә миңә ҡағылмай, мине урап үтә, тип уйлау хата, улар менән һөйләшергә ваҡыт табырға кәрәк. Уның менән бәхәсләшеп тә алдым әле, беҙ үҫкәндә лә ата-әсәйҙәр көнө буйы эштә булды, бындай ҡурҡыныс хәлдәр булманы, тим. Психолог ниндәй заманда йәшәүебеҙ тураһында онотмаҫҡа кәңәш итте. Балаларҙың нығынып етмәгән психикаһына донъялағы дөйөм агрессия ныҡ баҫым яһай, тине ул.  

10:30. Ҡунағын оҙатып, өҫтөн алмаштырғас, Гөлсимә менән аулаҡлап һөйләшергә саҡ ҡына буш ваҡыт ҡалды. Бик күп билдәле башҡорт шәхестәренең төйәге Күгәрсен районынан икән. Журналистикаға урау-урау юлдар аша килә. Туғыҙынсыны тик “бишле”гә тамамлаған ҡыҙына әсәһе: “Ана, Салауат педагогия колледжынан абитуриенттар эҙләп килгәндәр. Шунда документтарыңды алып бар. Юғалып ҡалмаҫһың”, – тип кәңәш бирә. Ғәзиз кешеһенең һүҙен, әлбиттә, ҡыҙы йыҡмай. Был осорҙа ауылдарҙа бары тик уҡытыусылар ғына ай һайын эш хаҡы алып йөрөгәнгә күрә, әсәй кешенең балаһының киләсәге хаҡында уйланыуы дөрөҫ ҡарар ҙа. Башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәре күңеленә ятып бөтмәһә лә, бар ерҙә лә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өйрәнгән ҡыҙ бында ла һынатмай. “Ҡыҙыл диплом”ға тамамлай. Был тормошта бер нимә лә осраҡлы түгел. Хатта һинең хыялдарың икенсе йүнәлеш ала икән, был үҙең өсөн хәйерлерәк икәнлеген, кеше ваҡыт үткәс кенә төшөнә. Гөлсимә менән дә шулай була.

– Ябай ауыл балаһына ул осорҙа Башҡортостандың төп уҡыу йорттарының береһенә, белеменә таянып ҡына, уҡырға кереү ауыр ине. Моғайын, ун берҙе тамамлағас барһам, журналист булыу хыялым тормошҡа ашмай ҡалыр ине, тип уйлайым. Ә коллежды тик “бишле”гә генә тамамлағас, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына конкурстан бер ҡаршылыҡһыҙ үтә алдым, – ти Гөлсимә.

Икенсе курсты тамамлаған йәйҙә хыялын тормошҡа ла ашыра башлаған. Ошо уҡ ижтимағи-сәйәси бүлектә мөхәррир булып хеҙмәт юлын башлаған. “Беҙҙең донъя” тапшырыуына эфирға сюжеттар әҙерләй, үҙе лә телевизор аша күренә башлай. Тик ул ваҡытта эшләп йөрөгән студенттарға уҡыу йортонда ҡараш икенсе була. Шуға ла, ҡулына диплом алғансы, БСТ каналының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова уға “Үҙ еремдә”, “Тәмле” тапшырыуҙарында мөхәррир булып кадр артында эшләргә  тәҡдим итә.

 – Гәүһәр Тимерхан ҡыҙының әле диплом да алмаған йәш кенә белгескә ҙур тапшырыуҙарҙы ышанып тапшырыуына әле булһа аптырайым да, һоҡланам да. Был тапшырыуҙар миңә журналистикала ҙур мәктәп булды. Гәүһәр Батталова журналистарға ҡанат ҡуя белә, – ти Гөлсимә, хеҙмәт юлын башлаған осорҙо иҫләп.

Студент йылдарында ғүмерлек йәрен дә осрата. Бер мәл  егеттәр бәлеш бешереп ҡыҙҙарҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырғанда Хәйбулла районы егете Даян менән таныша. Был бәлеште егеттәр күрше бүлмә ҡыҙҙарынан бешертеп алғанын Гөлсимә һуңынан, кейәүгә сыҡҡас ҡына белә. Бер-бер артлы Бәхтейәр менән Баязит исемле малайҙарға әсәй булғас, БЮТ каналында тағы ла йыл ярым эшләп өлгөрә. Был осорҙа билдәле шәхестәрҙең ижади портретын булдырған “Автограф”, мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтарҙы күрһәткән “Асыҡ дәрес” тип аталған тапшырыуҙар алып бара. Аҙаҡ өсөнсө улдары Байназар тыуа. Йәнә бер нисә йыл декрет ялына китергә тура килә. Был осорҙа социаль селтәрҙә Гөлсимәне блогер итеп тә танып өлгөрҙөрләр. Бәләкәс саҡтарында улдарының ҡыҙыҡтары, шуҡлыҡтары тураһында ла интернетҡа йыш яҙа ине ул.

11:00. Ҡабаттан эшкә тотона. Киләһе “Интервью” тапшырыуының геройы, Өфө фән һәм технологиялар университетында эшләгән география фәндәре кандидаты Зәкирә Латыпова менән һауа торошоноң үҙгәреп тороуы, климаттың үҙгәреше, уның Башҡортостанда хужалыҡ итеү өлкәһенә йоғонтоһо тураһында һөйләшәсәктәр. Һорауҙар әҙерләгән ваҡытында ташырыуҙары өсөн темаларҙы ҡайҙан алыуы тураһында һорашам. Эш көнө башланғас та, “Башҡортостан” гәзитенең сайтын, Башинформдың мәғлүмәттәрен асып ҡарауҙы ғәҙәт итеп алған икән. Бынан тыш Республика Башлығының, Хөкүмәттең сайты эш компьютерында һәр саҡ асыҡ тора.

11:30. “Телеүҙәк” тапшырыуының мөхәррире Вәрисә Ниғмәттулина менән бөгөн эфирға сығасаҡ тапшырыу тураһында һөйләшәләр. Саҡырылған ҡунаҡтар менән ҡабат бәйләнешкә кереү, сценарий төҙөү, һорауҙар әҙерләү кеүек эштәр башҡарыла.

– Ҡайһы саҡта саҡырылған ҡунаҡ көнөндә килә алмауы хаҡында әйтһә, тиҙ генә шул темаға ҡағылышы булған икенсе кешене эҙләй башлайбыҙ. Ғәҙәттә, һауа торошо үҙгәреп китһә тығындар башлана, йә берәй ҙур сара үтһә, юлдар ябыла. Был осраҡта һуңлаған ҡунаҡтарҙы реклама ваҡытында, сюжет күрһәткәндә студияға керетәбеҙ, – тип тура эфир менән эшләү нескәлектәре менән таныштыра Вәрисә Рәхим ҡыҙы. – Йәнә тура эфир барған студияға ҡунаҡтың исемен әйтеп саҡырып кереткән осраҡтар ҙа бар. Әммә беҙҙең тапшырыуҙы бер-ике кеше менән генә алып барыу мөмкин түгел. Унда күтәрелгән мәсьәләләр – ҡуйылған һорауҙарға төрлө яҡлап фекерҙәрҙең булыуы мотлаҡ. Тағы ла, беҙҙең халыҡтың тыйнаҡлығы арҡаһында улар тиҙ генә асылып та китмәй. Шунлыҡтан, эфир барышында, алдан әҙерләнмәгән һорауҙар бирелеүе лә мөмкин. Ижтимағи-сәйәси тапшырыу булараҡ яуаплылыҡ, етдилек, халыҡ өсөн кәрәкле, уларҙы борсоған һорауҙарҙы күтәреүебеҙ төп маҡсат һанала. Был яҡтан Гөлсимә тулыһынса яуаплылыҡты үҙ ҡулына ала белә. Эфир барышында килеп сыҡҡан сетерекле хәлдәрҙән дә еңел генә итеп сыға ала. Юғалып ҡалмаған, һалҡын аҡыл менән эш иткән алып барыусы арҡаһында бар тапшырыуҙарыбыҙ ҙа уңышлы тамамлана.

Гөлсимә үҙе лә хеҙмәттәштәренә рәхмәтле. Етәксеһе Фәйрүзә Эльбрус ҡыҙы декреттан һуң сыҡҡас сабыр ғына итеп экран артындағы тормошто, сәйәси нескәлектәргә өйрәтеүе, уның ышанысы мине телевидениела үҙ урынымды табырға булышлыҡ итте, тигән фекерҙә. Кадр артындағы барлыҡ эштәрҙе алып барған Вәрисә Рәхим ҡыҙы ла эшкә сыҡҡас ныҡ ярҙам итә. Әллә күпме алып барыусылар менән эшләгән мөхәррир тура эфирҙа эшләү нескәлектәрен, әңгәмә ҡороуҙың серен яҡшы белә. Әле лә ҡулға-ҡул тотоношоп барлыҡ эштәрҙе бергә башҡаралар.

12:30. Бер үк ваҡытта алдағы көндәргә пландар ҙа ҡоралар. Республикала үтәсәк сәйәси-ижтимағи саралар тураһында һөйләшәләр. Был аҙнала Гөлсимәгә БЮТ каналының күсмә студияһы менән “Торатау” конгресс-холында эшләргә лә тура киләсәк.

13:00. Төшкө аш мәле. Телеүҙәктең ашханаһына төшәбеҙ. Һүҙ күберәк балалар, әҙәби ижад тураһында бара. Тележурналист – һәр ваҡыт халыҡ алдында. “Бөгөн көн һыуыҡ”, “балалар ауырып тора” тип кенә өйҙән эшләй торған эш түгел. Шуға ла, өс балалы әсәйҙең уларҙы үҫтергәндә бала ҡараусыһы, олатай-өләсәйҙәре яндары булдымы икән, тигән һорау бер мине генә ҡыҙыҡһындырмайҙар. Баҡһаң, үҫмер егеттәр бәләкәйҙән бер-береһен ҡарашырға, терәк булырға өйрәнгәндәр икән.

– Декрет ялынан эшкә сыҡҡанда, Бәхтейәр икенсе сменала өсөнсө класта уҡый ине. Беренсе сменала белем алып йөрөгән, бер нисә ай элек кенә балалар баҡсаһына йөрөүҙән туҡтаған Баязиттың үҙенә ҡустыһын өйгә алып ҡайтыу бурысы йөкмәтелде. Сөнки балалар баҡсаһы киске алтыға тиклем генә эшләй, ә беҙ бик тырышһаҡ та алтыла эштән сығып ҡайтып өлгөрмәйбеҙ, кәмендә ете тула ун биш минуттан тигәндә Шамонинға килеп инәбеҙ. Бер ваҡыт балалар баҡсаһынан ҡустыһын алғас, Баязит миңә шылтырата: “Әсәй, Байназар атламай. Ҡарға ята ла ҡуя”, – ти. Телефонды төпсөк улыма бир тип әйтәм дә: “Байназар, ҡарҙан тор. Ағайың менән етәкләшеп ҡайтығыҙ. Ағайыңды тыңла”, – тим. Шулай бер нис тапҡыр шылтыратып һөйләшә-һөйләшә өйгә ҡайтып инделәр былар. Ул көндө ныҡ итеп ҡар яуғайны. Ҡайтыр юлда машинабыҙ тығында ултырып саҡ ҡайтап еттек. Шамониндың үҙендә лә бурап-бурап ҡар яуған. Өс йәшлек бала көрттән атлай алмай йығылған да йығылған икән, ә Баязит  ҡустыһын “ҡарҙа ҡолай” тип әйтә белмәй, “атламай” тип әйтә икән, – тип улдарының бала саҡтарын иҫләй Гөлсимә.

Һуңғы йылдарҙа Гөлсимәнең әсәһе Фәйрүзә Ғилман ҡыҙы ҡышын берәр айға килеп ейәндәрен ҡараша икән. Был ваҡытта, әлбиттә, көн оҙонона эштә йөрөгән әсәй кешенең күңеле тыныс була. Ата-әсәһенең үксәһенә баҫып үҫеп килгән егеттәр ҙә күптән үҙ аллылар.

Гөлсимә Иштанова исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә лә таныш. “Ағиҙел” журналында баҫылған хикәйәләрен уҡыусы йылы ҡабул итте. Тапалмаған, үҙенсәлекле образдар аша сюжетты ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп ҡора белә ул. Иртәнән кискә тиклем эштә йөрөгән, ҡайтҡас икенсе смена – хужабикә, әсәй ролен үтәгән кешенең ижадҡа ваҡытты ҡасан бүлә ала икән, тигән һорау ҙа, моғайын, күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр. Башта, декрет ялында ултырғанда, ижадҡа ваҡытты төндәрен бүлеп ҡарай. Тик тәүлектең был өлөшө беҙҙең өсөн ял итергә, йоҡларға бирелгән. Режим боҙолһа һаулыҡҡа ла йоғонто яһай, көн дә тиерлек эфирға сыҡҡан тележурналистың йөҙөнә лә сыға. Тик теләк булһа, барыһын да тормошҡа ашырырға мөмкин. Гөлсимә лә яйын таба.  Өфө районының Шамонин ауылынан эшкә килеп-ҡайтыр өсөн берәр сәғәт ваҡыт уҙа. Иртәнге һигеҙ менән туғыҙ араһында, ул ире менән юлда килгәндә, телефонға хикәйәләрен яҙа башлай. Эшкә килгәс, компьютерға күсерә, төҙәтә, шымарта.

14:00. “Интервью” тапшырыуы өсөн “микрофон папкаһы”н тултыра башланы. Был да эштең мөһим этабының береһе икән. Бында әңгәмә барышындағы һорауҙың теҙмәһе яҙып бирелә. Етәксе раҫлап ҡул ҡуйғас ҡына, эфирға сыға.

14:30. Уҡыуҙан һуң Айгөл Зарипова тигән яңы эшкә алынған ҡыҙ килде. Ул Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты.

– Уҡыу менән эште аралаштырып студенттар бөгөнгө көндә лә бында эшләй. Теләктәре булғандарға өйрәтергә, кәңәштәребеҙҙе бирергә һәр ваҡыт әҙербеҙ. Иң мөһиме туған телдәрендә төплө белгән, фекерләгән йәштәр килһен генә. Ә киләсәктә ниндәй йүнәлеш менән китерҙәр,уныһын ваҡыт күрһәтер, – ти Гөлсимә.

Йәш хеҙмәттәше менән кисен үтәсәк “Телеүҙәк” тапшырыуында күрһәтеләсәк сюжет тураһында һөйләштеләр, тапшырыу өсөн видеоһүрәт йыйырға ҡушылды. Ул студия ҡунаҡтары менән әңгәмә барышында тәҡдим ителәсәк.

15:30. Ижтимағи-сәйәси бүлек хеҙмәткәрҙәренең йыйылышы булды.

16:00. Йома төшөрөләсәк “Интервью” тапшырыуы тураһында ла әҙерлек эше башланды. Тематикаһы билдәләнгәс, саҡырыласаҡ эксперт менән бәйләнешкә керҙе. Яҡынса һорауҙар төҙөлдө. Әммә алдан планлаштырылған темалар, билдәләнгән көндө үҙгәреүе лә мөмкин. Сөнки көтөлмәгән хәлдәр булып тора һәм Гөлсимә, оператив тележурналист булараҡ, бындай яңылыҡтарҙы күҙ уңынан ысҡындырмай.

16:30. Ҡабаттан гримерҙар бүлмәһенә төшәбеҙ. Һөнәрендә кумирҙары, идеалдары хаҡында һорашам.

– “Беренсе канал”да “Яңылыҡтар”ҙы алып барыусы Екатерина Березовская менән “Рәсәй24”ге Александра Суворовалар оҡшай. Екатеринаның асыҡлығы, үҙен студияла иркен тотоуы, ихласлығы йөҙөнә сыҡҡан. Ә Александраның үҙенең ҡабатланмаҫ тауышы, стиле бар.  Ғөмүмән, телевизор ҡараусы ихласлыҡ менән тәкәберлекте тиҙ айыра. Ҡайҙа булһаң да, нимә эшләһәң дә үҙең булып ҡалырға кәрәк, – ти ул.

18:00. “Телеүҙәк” тапшырыуында биреләсәк һорауҙарҙы ҡабат ҡарап сыға. Эфир барышында алдан әҙерләнгән һорауҙар ғына бирелеүе-бирелмәүе хаҡында ҡыҙыҡһынам.

– Әлбиттә, һәр ҡунаҡ өсөн айырым һорауҙар алдан әҙерләнә. Әммә ҡунаҡтың фекере икенсе йүнәлешкә төшөп китһә, ыңғайына барлыҡҡа килгән, теманан ситләшмәгәндәре лә бирелә. Йәнле әңгәмә өсөн алдан әҙерләнгән, ятланған, тапалған һорауҙарҙан ситләшергә кәрәк, – ти Гөлсимә.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгән тезистар буйынса һөйләшеүгә ҡороласаҡ “Телеүҙәк”кә ҡунаҡтар килә башланы. Уларҙы ҡаршы алыу, грим бүлмәһенә оҙатыу кеүек эштәр башҡарылды. Телевидение законы буйынса, ҡунаҡтар эфирға сығыр алдынан шулай уҡ грим бүлмәһе аша үтергә тейеш. Барыһы ла килеп еткәс, студияға йыйылып тапшырыуҙа үтәсәк яҡынса һорауҙар менән ҡабаттан таныштырылды.

19:00. “БЮТ” каналаның тура эфирында “Телеүҙәк” башланды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Илфат Сәмсетдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты аппараты белгесе, ирекмән Альбина Сәйфетдинова, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, хәрби хәбәрсе Вәдүт Исхаҡовтар менән “Барыһы ла еңеү өсөн!” тигән дөйөм темаға һөйләшеү алып барыла. Яугирҙарға, ветерандарға, ирекмәндәргә бындай иғтибарҙың мөһимлеге, Бөйөк Ватан һуғышы менән бөгөн барған яуҙы сағыштырып ҡарау, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө социаль ярҙам, яңы проекттар, гуманитар ярҙам, уларҙы ойоштороуҙа нимә этәргес булыуы хаҡындағы яңылыҡтар менән телевизор ҡараусылар танышты. Тапшырыу, ғәҙәттәгесә, бер тынала үтте. Традицион дөйөм фотоға төшкәс, ваҡыт бүлеп килеүҙәре, фекерҙәре, яңылыҡтары менән уртаҡлашыуҙыра өсөн ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп, хушлаштылар.

20:30. Эш көнө тамам. Сәғәт киске алтыла эш көнө тамамланһа ла, Даян ҡатынын көтөп, өйгә бергә ҡайтырға күнеккәндәр. Бер көнлөк сәхифәне тамамлар алдынан өйҙә Гөлсимәнең бөгөн үтәсәк кисе тураһында һорашам.

– Кисә кис бешергән ризыҡ менән киске аш ашағас, өйгә эштәрен ҡарайым. Беренсе һөнәрем башланғыс кластар уҡытыусыһы икәнлегемде ошонда иҫкә төшөрәм дә, аҙ комплектлы мәктәп уҡытыусыһы роленә керәм, – тип йылмая ул. – Ололары хәҙер, әлбиттә, мине көтөп ултырмай, өй эшен үҙҙәре эшләй. Өйҙә лә ҡулдарынан килгәнде башҡарып ҡуялар. Әммә Байназар, кинйә бала булараҡ, әллә иркәрәк, әллә шулай тейеш, тип уйлай. “Әсәй, бергәләп эшләйек”, – ти. Ни тиклем арып ҡайтһам да, ваҡыт бүлергә тырышам. Ошо арауыҡта аралашмаһаҡ, тағы ҡасан бергә һөйләшеп ултырырға ваҡыт ҡала? Улар бит күҙ йомған арала үҫә лә китә. Кеше балаһы тиҙ үҫә, тиҙәр. Ышанмағыҙ, үҙеңдеке тиҙерәк үҫә. Бала саҡтарын күреп ҡалғы, был мәлдәрендә күңел йылыһын биреп тә ҡалғы килә...

Боронғо донъя риүәйәттәренең береһендә Ер шарының ни рәүешле, нисек тороуы хаҡында ҡыҙыҡ ҡына фекер-ҡараштар бар. Йәнәһе лә уны өс кит, бер нисә фил һәм ҙур ташбаҡа тотоп тора, имеш. Ысынында иһә балалар табырға һәм бағырға ҡурҡмаған, уларға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышҡан, йәмғиәт эштәрендә лә әүҙем ҡайнаған, бер үк ваҡытта үҙенең тырышлығы менән карьера ла яһай алған Гөлсимә Иштанова һымаҡ замана әсәйҙәре – һәләтле, булдыҡлы гүзәл заттар тотоп тора уны.

Экрандың икенсе яғындағы тормош
Экрандың икенсе яғындағы тормош
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас