Бөгөн һыу аҫты кәмәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө. 1989 йылдың 7 апрелендә Норвегия диңгеҙендә “Комсомолец” атом һыу аҫты кәмәһе һәләкәткә осрай. Аварияла 42 матрос үлә. Һыу аҫты кәмәһенә бәйле иң ҙур авария 2000 йылдың 12 авгусында булды – Баренц диңгеҙендә Курск һыу аҫты кәмәһендә 118 диңгеҙсенең ғүмере өҙөлдө. Был фажиғәлә 118 кеше, шул иҫәптән биш яҡташыбыҙ һәләк булды. Улар араһында тыумышы менән Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан мичман Фәнис Ишморатов та бар. Ул турбина төркөмөндә техник булған. Фажиғәгә ҡәҙәр Фәнис кәләше Фәимә һәм улы Данис менән Мурманск өлкәһенең Видяево ҡасабаһында йәшәгән. Уға үлгәндән һуң “Батырлыҡ” ордены бирелде.Әле Баймаҡ ҡалаһының бер урамы Ишморатовтың исемен йөрөтә, Мерәҫ ауылында мичман иҫтәлегенә мемориал төҙөлгән.
Фото: sovsojuz.mirtesen.r